Тема:
Рус матрешкаһы.
Маҡсат:
-
рус матрешкаһының барлыҡҡа килеү тарихы
менән таныштырыу;
-
аныҡлаусы темаһы буйынса белемде нығытыу,
уҡыусыларҙың һәйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү;
-
уҡыусыларҙа халыҡ ижадына ҡарата
ҡыҙыҡһыныу тойғон үҫтереү.
Йыһазландырыу:
матрешка, презентация, филворд уйыны, дәреслек, һүҙлектәр.
Дәрес барышы:
1. - Һаумыһығыҙ,
уҡыусылар!
-Бөгөнгө
дәресебеҙҙе йомаҡтан башлайыҡ:
Биҙәкле
яулыҡ аша
Йылмая
көләс йөҙө.
Матур
сарафан кейеп,
Шатландыра
көнө буйы.
Шалҡан
кеүек тумалаҡ,
Үҙе
бер төрлө йомаҡ.
- Нимә ул?
белдегеҙме?
-
Дөрөҫ, был матрешка, рус халҡының ағастан яһалған халыҡ ижадының бер киң
билдәле төрө. слайд 1.2
-
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, нимә өсөн мин дәрескә был уйынсыҡты алып килгәнмен?
-
Әйе, беҙ матрешка тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ, һәм дәрестең темаһы нисек
яңғыраясаҡ? - Рус матрешкаһы. слайд 3
-
Беҙ дәрескә ниндәй маҡсат ҡуябыҙ? Матрешканың
нимә икәнен белергә, нисек барлыҡҡа килеү тарихы менән танышырға. слайд
4
-
Маҡсатыбыҙға ирешер өсөн дәреслектәрегеҙҙе 64-се биттә асығыҙ, матрешка
тураһында тексты табып уҡығыҙ. (вслух кто-то один).
-
Был тексты тәржемә итеп, йөкмәткеһен үҙләштерер өсөн, әйҙәгеҙ һүҙлек эшен
эшләйек. слайд 5
-
Әйҙәгеҙ инде текст буйынса фекер алышайыҡ:
-
Матрешканан алда урыҫ оҫталары ниндәй мәрәкә уйынсыҡ эшләгәндәр?
(
урыҫ оҫталары ағас йомортҡа эсендә бәләкәсәйә килгән бер нисә йомортҡа һалынған
уйынсыҡ эшләгәндәр )слайд 6
-
Матрешка кемде хәтерләтә?
(Матрешка
рус крәҫтиән ҡатын-ҡыҙын хәтерләтә) слайд
7
-
Матрешканың төҙөлөшө ниндәй? слайд 8
(Матрешка эсендә кәмей
барып тағы ла бер нисә ҡурсаҡ урынлаша.)
-
Был уйынсыҡтың матурлығы нимәлә? слайд
9
Һөнәрсе
матрешҡаны ҡарағусҡыл ҡуйы ҡашлы, алһыу йөҙлө, оҙон керпектәр аҫтында күк
күҙле сибәр ҡыҙ итеп эшләгән.
-
Ниндәй кейем кейгән матрешка? Матрешка рус милли кейем кейгән: өҫтөндә сағыу
төҫтәрҙәге еңһеҙ күлдәк, башында сәскәле яулыҡ. слайд 10
-
Һуңғы һөйләмде дәфтәрҙәрҙәрегеҙгә яҙып алығыҙ ҙа, аныҡлаусылар аҫтына һыҙығыҙ.
Үткән дәрестә беҙ аныҡлаусылар менән таныштыҡ, иҫкә төшөрәйек але, нимә була ул
аныҡлаусы? слайд 11
-
Афариндар, аныҡлаусылаҙы дөрөҫ таптығыҙ.
-
Минең һеҙгә тағы ла бер һораум бар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ: хәҙерге заманда матрешканы
тик урыҫ халҡы оҫталары ғына эшләйме? Юҡ, ул бөтә донъяла билдәле иҫтәлекле
бүләк тип һаналғас, Рәсәйҙә йәшәгән һәр бер милләт тип әйтерлек матрешканы
үҙенең милли кейемдәренә кейендереп эшләй башлаған.
Әйтергә
кәрәк, беҙҙең башҡорт оҫталары артта ҡалмаған, матрешканы башҡорт милли
кейемдәрендә эшләйҙәр. Бына һеҙгә миҫал итеп, беҙҙең Уральск ҡасабаһында
эшләнгән уйынсыҡ. Уны Сагитова Мәфрүзә Әмир ҡыҙы биҙәкләгән.
-Уҡыусылар,
бөгөнгө дәрестә һеҙ нимә белдегеҙ? ниндәй һүҙҙәр өйрәндегеҙ? Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙе
тикшерәйек, беҙ теманы аңлағанбыҙмы, юҡмы икән. Ә бында беҙгә ярҙамға филворд
килә. Филворд – румын халҡы уйлап сығарған кроссворд төрө. Был филвордта
бөгөнгө темаға ҡағылышлы һүҙҙәр йәшерелгән. Әгәр ҙә беҙ бөтә һүҙҙәрҙе таба
алһаҡ икән, тимәк, үҙебеҙгә бишле ҡуя алабыҙ!
Текст:
Әгәр рус халыҡ ижадының ағастан биҙәкләп эшләнгән
әйберҙәр тураһында һүҙ алып барылһа, бөтә донъяға билдәле булған рус матрешкаһы
тураһында ла әйтергә кәрәктер ул. Был уйынсыҡтың барлыҡҡа килеү тарихы нисек
икән?
Борон заманда рус ауылдарында ҡызыҡ уйынсыҡ эшләй
торғандар ине: йомортҡа эсендә йомортҡа. Беренсеһен асһаң – күҙ алдыңа икенсеһе
килеп сыға, икенсеһенең эсендә – өсөнсө, һәр береһе бәләкәсәйә килә.
Матрешка – ағас ҡурсаҡ, ул сағыу төҫтәрҙәге күлдәк
кейгән, сәскәле яулыҡ ябынған рус крәҫтиән ҡыҙҙы кәүҙәләндерә. Матрешка
эсендә, ҙурлығына ҡарап, тағы бер нисә ҡурсаҡ урынлашҡан. Һөнәрсе ҡурсаҡҡа
ысын рус гүзәллеген биргән: ҡарағусҡыл ҡуйы ҡаштар, алһыу йөҙ, оҙон керпектәр
аҫтында күк күҙҙәр. Шулай итеп, хәҙер бөтә донъяла билдәле иҫтәлекле бүләк
булып танылған матрешка, 19сы быуат аҙағында барлыҡҡа килгән. 1900 йылда ул
Парижға Бөтә донъя күргәҙмәһенә барып, балалар өсөн иң яҡшы уйынсыҡ тип
танылған.
-
-
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.