Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Конспекты / Конспект урока по башкирскому языку и литературе на тему "Атай икмәге" Ф.Акбулатова (7 класс)
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Конспект урока по башкирскому языку и литературе на тему "Атай икмәге" Ф.Акбулатова (7 класс)

библиотека
материалов

Тема. Фәрзәнә Аҡбулатова Атай икмәге.”

Маҡсат.Ф.Аҡбулатованың биографияһы менән танышыу,”Атай икмәге” хикәйәһенең идея- тематик йөкмәткеһен үҙләштереү; уҡыусыларға икмәктең ҡәҙере тураһында аңлатыу; һөйләү телмәрен үҫтереү, үҙ аллы эшләү, эҙләнеү күнекмәләрен булдырыу.

Йыһазландырыу: Ф.Аҡбулатованың портреты, икмәк, картуф һүрәттәре, презентация.

Дәрес барышы.

Ойоштороу мәле. Психологик уңай тыуҙырыу.

  • Һаумыһығыҙ,балалар!

  • Тыштағы матурлыҡҡа күҙ һалайыҡ.Ҡулдарыбыҙҙы күкрәккә ҡуйып, матур көнгә рәхмәт әйтеп баштарыбыҙҙы эйәйек.Аяҡ остарына баҫып, ҡулдар менән йылы ҡояшҡа һонолайыҡ. Бармаҡ остарына йылы бөтә тәнгә тарала. Беҙ эшләү өсөн ҡояштан ап-аҡ ҡарҙан дәрт алабыҙ. Бер – беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ, уңыштар теләйек.

  • -Хәйерле көн! Уңыштар һеҙгә!

Фонетик-орфоэпик күнегеү. (хор менән ҡабатлайҙар)

Икмәк! Икмәк!

Ошо ғорур һүҙҙе

Ер йөҙөнән бер ни юя алмаҫ,

Ошо һүҙҙә – бөтә тормош нигеҙе,

Икмәк булһа, тормош юғалмаҫ!

Рәдиф Тимершин.

(Эпиграф уҡыла.)

Һәр бер өйҙә һәр саҡ икмәк булһын,

Аңҡып торһон икмәк еҫтәре.

Рәшит Шәкүр.



  • Бөгөн дәрестә Фәрзәнә Аҡбулатованың биографияһы менән ҡыҫҡаса танышырбыҙ һәм Атай икмәге” хикәйәһенең өсөнсө өлөшөн үҙләштереп, анализларбыҙ.

Өйгә эште тикшереү. Ф.Аҡбулатованың Атай икмәге” хикәйәһенең беренсе, икенсе өлөшөн уҡып килергә ине.

(Алдан әҙерләнгән ике уҡыусы Миҙхәт менән ҡустыһы Мотаһарҙың һөйләшеүен сәхнәләштерә.)

Яңы теманы аңлатыу.

  • -Число һәм теманы дәфтәрҙәргә яҙабыҙ.

(Экрандан бер уҡыусы биографияһын уҡый.)

Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова 1960 йылдың 1 февралендә Башҡортостандың Хәйбулла районы Үрнәк ауылында тыуған.

Ғәлиәхмәт урта мәктәбендә белем ала. Артабан Өфөләге 2- се педагогия училищеһының художество-графика бүлегендә уҡый. 1987 йылда Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлағас, Башҡортостан газетаһы редакцияһына эшкә ҡайта. 1991 йылда Башҡортостан телерадиокомпаниһының Ижад” берекмәһенә эшкә саҡырыла, әлеге мәлдә ошо берекмәнең етәксеһе.

Фәрзәнә Аҡбулатова – Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.Атай икмәге”, Зәңгәр ҡаялар” исемле китаптары донъя күрҙе. 1996 йылда Ҡорбанлыҡ йәки ябай ғына алыш-биреш, ”Тәгәрмәс ҡала йәки донъя кендеге ” тигән фантастик повестары һәм Атай икмәге”исемле китабы өсөн уға Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы бирелде.

  1. Әҫәрҙе тасуири уҡыу.

    • Хәҙер, уҡыусылар, Атай икмәге”хикәйәһенең өсөнсө өлөшөн рольдәргә бүлеп уҡыйбыҙ. Үҙем автор. Иғтибар менән күҙәтеп барығыҙ.

Һүҙлек эше.

ыумас – затируха

гөрләүек – ручей

көлсә-әсе ҡамырҙан табала бешергән йәймә

йыуа – дикий лук

болдор – крыльцо

  • -Һүҙҙәрҙе дәфтәргә яҙабыҙ

Ял минуты.

Ҡояш ҡарай йылмайып,(ҡара ҡаршы ҡарап йылмайышыу)

Иҫәләр йылы елдәр. (ҡулдары менән ел иҫкән хәрәкәт яһайҙар)

Шатланып йылы көнгә,

Туҡ башаҡтар бейейҙәр. (Бейеү хәрәкәте яһайҙар)



Әҫәрҙе анализлау.

Әңгәмә методы менән әҫәрҙе анализлау.

1)Әҫәрҙә ниндәй осор һүрәтләнә ? Хәл – ваҡиғалар кем исеменән һөйләнелә? Бөйөк Ватан һуғышы осоро. Хәл - ваҡиғалар Миҙхәт исемле малай исеменән һүрәтләнә.

2)Әҫәрҙең башында ниндәй йыл миҙгел е һүрәтләнә?

3)Ғәлләм ағайҙың ғаиләһендә нисә кеше? Улар кемдәр?

4)Балалар ни өсөн ҡарҙа ялан аяҡ уйнайҙар?

5)Мотаһар ни өсөн илай ? Ул нимә һорай?

6)Миҙхәт ниңә Хәҙисә инәйҙәр өйөнә бара?

7)Хәҙисә инәйҙең өйөндә ниндәй ваҡиға була? Ни өсөн Миҙхәт картуф урынына ҡатыҡ алып ҡайта?

8) Ни өсөн Мотаһар картуф, көлсә һүрәттәре төшөрә?

9) Миҙхәтте ҡустыһының һүрәттәре ниңә тетрәндерә? (ошо урынды текстан табып уҡыйбыҙ) с 156

10) Миҙхәт ҡустыһының үлемен нисек кисерә? (ошо урынды текстан табып уҡыйбыҙ) с 159

  • Темаһын билдәләү. Әҫәрҙә ниндәй тема күтәрелгән?

Хикәйә икмәк ҡәҙере, ауыр һуғыш ваҡытындағы аслыҡ йыпдары тураһында.

  • Проблеманы асыҡлау: Ниндәй проблемалар күтәрелә?

бөгөнгө көндә кешеләр, бигрәк тә йәштәр икмәктең ҡәҙерен белеп етмәйҙәр, ҡайһы бер уҡыусылар икмәкте иҙәнгә ташлайҙар, был бик йәмһеҙ күренеш,икмәк һынығын ҡулға алғас ашап бөтөрөргә кәрәк, икмәкте баҫып ашарға ярамай.

  • Әҫәрҙең идеяһын билдәләү: Әҫәҙәң ниндәй идеяһы?

икмәктең ҡәҙеренбелергә, ҡиммәтен, беҙҙең тормошта икмәкһеҙ йәшәп булмай.

  • Әҫәрҙең жанрын билдәләү.Әҫәр ниндәй жанрға ҡарай?

Хикәйә, сөнки сюжет бер хәл- вағиғаға ҡоролған. Әҫәрҙә бер нисә генә герой һүрәтләнә.(Миҙхәт, Мотаһар, әсәһе, атаһы)



  • -Хәҙер халыҡ ижадын иҫкә төшөрәйек.

Икмәк һүҙе мәҡәлдәрҙә:

Икмәкте хурлама, ҙурла.

Икмәк тоҙҙан баш тартма

Икмәктән оло аш юҡ.

Ҡара икмәккә туйған ас түгел.

Икмәк –ил байлығы.

Эшлеклене иген баҫыр, эшлекһеҙҙе йоҡо баҫыр.

Игенле ил – ҡеүәтле ил.

Икмәк валсығын иҙәнгә, ергә төшөрмә, гонаһ булыр.



  • Икмәк тураһында экрандан шиғыр юлдарын уҡып китәйек.

Өҫтәлдән бер валсыҡ төшөп китһә,

Әсәй әйтер ине ашығып:

Икмәктән һин оло булма, балам,

Ғүмер итмәһәңдә асығып.”

Әсә балаһына ниҙәр өйрәткән?

Һеҙ икмәкте нисек һаҡлайһығыҙ?

  • Баланың эшмәкәрлеген, хеҙмәтен баһалау.Үҙ эшегеҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме?

  • Дәрестә актив ҡатнашҡанығыҙ өсөнҙур рәхмәт.Билдәләр ҡуйыу.



Йомғаҡлау.

_ Ф.Аҡбулатованың Атай икмәге” хикәйәһен уҡып үҙегеҙ өсөн ниндәй фәһем алдығыҙ?

-Шулай итеп, Ф.Аҡбулатованың Атай икмәге” хикәйәһе тәрән мәғәнәгә эйә. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Миҙхәт ҡустыһы Мотаһар менән бик күп ауырлыҡтарға дусар була. Мотаһар аслыҡтан үлә, үҙе лә сибек кенә Миҙхәт был үлемде күңеле менән ҡабул итергә теләмәй, әсәһе лә һуғыштағы ирен тағы ла нығыраҡ ҡайғыртмаҫ өсөн был ауыр хәбәрҙе әйтмәй.Тылдағылар еңеү өсөн бөтәһен дә эшләй: фронттағыларға ашарға – аҙыҡ – түлек, кейергә – кейем – һалым, йөрөргә техника, аттар оҙата, бары ҡайғы, аһ – зарлы хаттар ғына ебәрелмәне.

Был хикәйәлә ауыр һуғыш йылдарында кешеләрҙең аслыҡтан интегеүе, балаларҙың ауыр яҙмышы һүрәтләнә.

Әҫәрҙең төп мәғәнәһе: икмәк – иң ҡәҙерле аҙыҡ һәм ул бер ваҡытта ла үҙ баһаһын юғалтырға тейеш түгел.

Бөтә ғаилә йыйылып, табынға ултырыр алдынан, күкрәктәренә терәп, ҡатындарҙың икмәк телгәнен күргәнегеҙ барҙыр?! Күпереп торған аҡ ҡалас киҫеүе үҙе бер ҡыуаныс.Шунда бер нәмәгә иғтибар итегеҙ: хужабикә, икмәк киҫеп бөткәндән һуң , өҫтәлгә ҡойолған валсыҡтарҙы һаҡлыҡ менән генә усына һепереп төшөрә лә, бер бөртөгөн дә әрәм итмәйенсә, ауыҙына ҡаба. Нимә был?! Ҡытлыҡтанмы әллә һаранлыҡтанмы? Юҡ, тегеһе лә, быныһы ла түгел. Был – икмәккә табыныуҙан.”

Әнғәм Атнабаев.

Өй эше.Өсөнсө өлөшөн уҡып, йөкмәткеһен һөйләргә өйрәнергә.




Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 27.03.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров466
Номер материала ДВ-559831
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх