Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Конспект урока по башкирскому языку и литературе на тему"Рәүил Бикбаев «Тәбиғәттең теле асылған саҡ»".

Конспект урока по башкирскому языку и литературе на тему"Рәүил Бикбаев «Тәбиғәттең теле асылған саҡ»".

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы ҡала округының

7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы






Рәүил Бикбаев «Тәбиғәттең теле асылған саҡ»

(4 класс)







Үткәрҙе: башҡорт теле һәм

әҙәбиәт уҡытыусыһы

Ниғәмәйева Ҡәҙриә Гөлфәт ҡыҙы







Нефтекама-2015



Дәрес барышы

l. Ойоштороу мәле.

1. Валеологик күнегеү.

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

- Мин һеҙҙе күреүемә бик шатмын.

- Рәхим итеп ултырығыҙ! Бер-беребеҙгә ҡарайыҡ, йылмаяйыҡ, бер-беребеҙгә яҡшы теләктә ҡалайыҡ. Дәресебеҙҙе шиғыр юлдары менән башлайыҡ.

Башланып китте дәрес,

Беҙ матур ултырабыҙ.

«4»ле, «5»ле билдәләрен

Көн һайын арттырабыҙ.

2. «Яҙ» һүрәте буйынса эш.

(1 слайд)

- Уҡыусылар, бөгөн нисәһе?

- Беҙҙең ниндәй миҙгел?

- Яҙ миҙгеленә ниндәй айҙар инә? (Март, апрель, май).

- Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

- Малай нимә эшләй?

- Һүрәттә яҙ миҙгеле икәнен ҡайҙан белдегеҙ?

- Әйҙәгеҙ әле, яҙ миҙгелдәрен һанап сығайыҡ !

ll. Дәрестең темаһын, маҡсатын билдәләү.

  • Яҙ көнө тәбиғәттә ниндәй үҙгәрештәр була? (Ҡояш йылыта, ҡар ирей, йылғаларҙа һыуҙар аға, кешеләр ҡышҡы кейемдән еңел кейемгә күсәләр).

  • Яҙ көнө ниндәй ниндәй байрам бар? (8 Март байрамы).

Был миҙгелдә беҙ ниндәй ҡоштарҙы көтөп алабыҙ? (Сыйырсыҡтар килә)

  • Сыйырсыҡтар тураһында 3 класта ниндәй шиғыр ятланыҡ?

(Р. Ғарипов «Сыйырсыҡ»). Кем иҫкә төшөрөп үтә?

  • Яҙ тураһында ниндәй йыр беләбеҙ? (Яҙ килә).

Әйҙәгеҙ ошо йырҙы иҫкә төшөрөп алайыҡ.

(2 слайд)

Яҙ, яҙ, яҙ килә,

Тәҙрәне астылар.

Тып, тып, тып,тып, тып итә

Эре – эре тамсылар.

  • Дәрестә ниндәй миҙгел тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

Һығымта: Бөгөн дәрестә яҙ миҙгеле тураһында һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ. Рәүил Бикбаевтың «Тәбиғәттең теле асылған саҡ » шиғыры менән танышасаҡбыҙ.

Ял минуты.


Ill. Яңы тема

- Хәҙер дәфтәрҙәрегеҙҙе асып бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ. Нисек уйлайһығыҙ, кем ул Рәүил Бикбаев? (Уҡытыусының һөйләүе).

(3 слайд), (портретҡа иғтибар итеү).

Рәүил Төхфәт улы Бикбаев — күренекле шағир, яҙыусы. 1938 йылдың 12 декабрь көнөндә Ырымбур өлкәһе Покровский районы Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Өфө ҡалаһында йәшәй.әфтәргә яҙыу).

Күрше ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте, Аҡ-Болаҡ педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. Рәүил Бикбаев университетта уҡыған йылдарында яҙыша башлай. "Дала офоҡтары" тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫыла. "Карауанһарай", "Баҙар балтаһы", "Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!" поэмаларын яҙа. Ул филология фәндәре докторы, профессор Рәүил Бикбаев Ғәләм исемендәге йәштәр премияһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 1992 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде.

  • Кем ул Рәүил Бикбаев?

  • Уның тыуыуына нисә йыл? (75 йыл).

(4 слайд)


Һүҙлек эше

шыйыҡ- жидкий һарылып - прильнув

һығыу- выжимать хаҡдөрөҫлөк

ҡыу, тәржемә итеү, һүҙлеккә күсереп алыу, телдән һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү).

Шиғыр өҫтөндә эш

- Ә хәҙер уның шиғыры менән танышабыҙ. Дәреслектәрҙе астыҡ.

Шиғырҙы үрнәкле уҡый торған уҡыусынан тасуири итеп уҡытыу.

Ял минуты.

  • Шиғыр һеҙгә оҡшанымы?

  • Шиғырҙы тыңлағанда ниндәй уйҙар кисерҙегеҙ?

Сылбырлы уҡыу.

  • Шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара?

  • Тәбиғәттә япраҡ яҙын үҙен нисек һиҙә?

  • Ни өсөн автор шиғырҙы «Тәбиғәттең теле асылған саҡ » тип атай?

  • Тәбиғәт менән кешегә яҙ миҙгеле нимә алып килгән?

  • Теле асыла, сабый япраҡ, тел осо, ялғанға юлыҡмам һүҙбәйләнештәрен нисек аңлайһығыҙ?

Шиғыр өҫтөндә төрлө уҡыу күнекмәләре үткәрәйек : «Һайланма уҡыу» уҡытыусы төрлө урындан уҡый, ә уҡыусылар табып дауам итә; уҡытыусы хата менән уҡый, ә уҡыусылар был хатаны табып төҙәтеп уҡыйҙар. Хәҙер шиғырҙан тәбиғәт күренештәрен табып уҡыйыҡ (уҡыу).

Төркөмдәр менән эш

«Рәссамдар», «Шағирҙар» төркөмдәре. Беренсе төркөмгә бирем:

«Ҡышҡы тәбиғәт уяна» темаһына һүрәт төшөрөргә. Икенсе төркөм: бирелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып шиғыр юлдары төҙөргә.

Һүҙҙәр: ҡар ирей, һыуҙар таша, нур һибә, бөрөләр бүртә, тамсы тама, уйнай, ялтырай, көлә, килә.

Беренсе команда үҙенең эшен яҡлай. Ә хәҙер икенсе командаға һүҙ бирәбеҙ.

  • Был шиғыр юлдары беренсе команданың һүрәтенә тура киләме? Команданың эштәре баһалана.

IV. Йомғаҡлау.

- Шулай итеп, бөгөнгө дәрестә ниндәй шиғыр менән таныштыҡ? Шиғырҙы кем яҙған? Кем ул Рәүил Бикбаев?Шиғырҙың йөкмәткеһе бөтәгеҙгә лә аңлашылдымы?

Өй эше. Шиғырҙы тасуири итеп уҡып килергә, шиғыр буйынса һүрәт төшөрөргә. Баһалау.



Выберите курс повышения квалификации со скидкой 50%:

Автор
Дата добавления 02.01.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров177
Номер материала ДВ-301444
Получить свидетельство о публикации

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх