Инфоурок Другое КонспектыКонспект урока по башкирскому языку и литературе "Әнүр Вәхитов "Аҡһаҡал" аманаты"

Конспект урока по башкирскому языку и литературе "Әнүр Вәхитов "Аҡһаҡал" аманаты"

Скачать материал

Тема :  Әнүр Вахитов " Аҡһаҡал аманаты”

 

Маҡсаты:  "Шәжәрә” төшөнсәһенең мәғәнәһен тәрәнтен аңлатыу; 

                     тарихҡа, үткәнебеҙгә ҡыҙыҡһыныу, уны  өйрәнеүгә   

                     теләк булдырыу; тасуири, шыма уҡыу күнекмәләрен,  

                     фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, уҡыусыларҙың һүҙ  байлығын   

                     арттырыу.

Йыһазландырыу:  Әнүр Вахитовтың портреты, шәжәрә өлгөләре,     

                                  тәжрибә өсөн ике гөл ( үҫеп ултырған, һулған).

 

1.Ойоштороу өлөшө:

   Иҫәнләшеү. Дәрес алды шиғыры.

 У: - Һаумыһығыҙ!

      Һаумы, ҡояш!

      Һаумы, дуҫым!

      Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

      Ҡояш, ғәләм, тыуған ер!

Йән тыныслығы бир.

Мин сәләмәт, мин матур,

Салауат кеүек батыр!

У: Ултырығыҙ!

1.Орфоэпик күнегеүҙәр.

Бөгөнгө дәрестә дөрөҫ  һәм матур итеп һөйләшер өсөн телдәребеҙгә күнекмәләр биреп китәбеҙ.

а) Тәүҙә минең арттан тел төҙәткесте ҡабатлайбыҙ:

Тел төҙәткес.

 

Тай-тай-тай- эштән ҡайтты атай,

Сәй-сәй-сәй- ҡаршы алды әсәй,

Тай-тай-тай- беҙҙең менән олатай.

Сәй-сәй-сәй- сәй өлгөрттө өләсәй;

Тым-тым-тым – килеп ултырҙы ҡустым,

Һем- һем-һем- ситтә ҡалманы һеңлем.

Ләп- ләп- ләп – сәй эстек беҙ бергәләп.

б) Ошо тиҙәйткесте дөрөҫ әйтегеҙ!

Тиҙәйткес.

Әсмәнең әсәһенең әсәһе  Әсмәнең

сәсенә сәскә сәнсте.

1.   Дәрестең проблемаһы.

Ә хәҙер, уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән бер кескенә тәжрибә эшләп алабыҙ. Һеҙҙең ҡаршығыҙҙа ике гөл һауыты. Уларҙы сағыштырып ҡарайыҡ әле:    бер гөл һулған. Ни өсөн тип уйлайһығыҙ?

 

- Ә хәҙер бер уҡыусы бында сығып гөлдө урынан тартып сығарып ҡараһын әле:

- Ни өсөн берһен тартып алып булмай, ә икенсеһе бик тиҙ генә сыҡты?

- Тамыры кипкән.

- Был гөлдө ни өсөн ала алманыҡ?

- Тамыры ныҡ йәбешкән.

- Ә кешенең тамыры буламы? Ҡайһы кеше ерҙә ныҡ баҫып тора икән. Бөгөнгө дәрестә беҙ шуны асыҡларбыҙ.

4.Уҡыусылырҙың белем кимәлен тигеҙләү..

      - Һуңгы ваҡытта беҙ "шәжәрә " тигән  һүҙҙе  бик йыш ишетәбеҙ. Һеҙ ул   

    һүҙҙең мәғәнәһен аңлайһығыҙмы? Нимә ул шәжәрә?

-   ( уҡыусыларҙың яуаптары).

У: Шәжәрә - билдәле бер нәҫел- ырыуҙың килеп сығышын,  

                           тарылышын күрһәткән яҙма.

        Шәжәрә ағасы- нәҫел- ырыуҙың тармаҡланып китеүен  

                                күрһәткән һыҙма.

-   Уҡыусылар, һеҙҙең  дәреслектә бер шәжәрә төҙөлгән. Һеҙ уны уҡый алаһығыҙмы?...

-    Юҡ . Сөнки ул иҫке төрки телдә яҙылған. Был бик боронғо шәжәрә. Ә бына быныһын һеҙ уҡый алаһығыҙ.

(Тағы ла бер өлгө күрһәтелә- Үҫәргән ырыуының Мәмбәт шәжәрәһе).

 

5.Бөгөн беҙ һеҙҙең менән Әнүр Вахитовтың " Аҡһаҡал аманаты”            

   әҫәрен өйрәнәбеҙ.

– Аҡһаҡал тип кемгә әйтәләр?

-   Күпте күргән, күпте белгән  хөрмәтле оло кеше.

-   " Аманат” тигән һүҙҙең мәғәнәһен аңлатығыҙ?

Аманат 1. Һаҡларға ҡушып бирелгән нәмә.

               2. Әйтеп ҡалдырылған һүҙ, үтәлергә тейеш васыят.

Әйе, бөгөн беҙ дәрестә аҡһаҡалдың  беҙгә ниндәй аманат ҡалдырыуын белербеҙ. Тәүҙә уның  авторы Әнүр  Вахитов тураһында мәғлүмәт алып китәйек.

 Экранда һеҙ Әнүр Вахитовтың портретын күрәһегеҙ.

      Әнүр Хисмәт улы Вахитов 1932 йылдың 20 декабрендә Башҡортостандың Ғафури районының Туғай ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуа.1951 йылда Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлай, уҡытыусы булып эшләй. 1953 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм  әҙәбиәт  факультетына инә һәм уны уңышлы тамамлай. 1955 йылда " Үрләү” исемле тәүге  шиғыры " Ленинсы” газетаһында баҫыла. " Салауат күпере” , " Ҡайын суҡтары” тигән китаптарында  бик күп хикәйәләре тупланған. Бөгөнгө " Аҡһаҡал аманаты”  хикәйәһен уҡығандан һуң, һеҙҙә  уның  башҡа хикәйәләрен дә уҡыу теләге тыуыр  тип уйлайым.

6. Хикәйәне үҙләштереүгә әҙерлек. Һүҙлек эше.

У: Хикәйәне яҡшыраҡ аңлар өсөн, ҡайбер һүҙ һәм һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәләрен асыҡлап китәйек.

а) 1ғаләм-       донъя  , ер йөҙө;

     2ҡумта –    ҡалайҙан, ҡатырғанан яһалған бәләкәй һауыт.

     3.  йәдҡәр – иҫтәлек;

     4.  әүлиә -  бөтәһен дә алдан белеп торған изге кеше, изге йән.

     5.  дәғүә    - берәр нәмәгә хоҡуғың булыу  тураһында белдереп 

                              ҡуйған талап.

     6. ҡалтағай -  саңғы

     7.  түмһә - түмгәк

     8.  шаһит – ниндәйҙер эш- хәл, эш – ваҡиға тураһында үҙе  күргән 

                              мәғлүмәтте биргән кеше.   

б) 1. Шаҡ ҡатып ҡалыу- ныҡ аптырап ҡалыу  .

     2. юл яҙлыҡтырыу – юлды юғалтыу, икенсе юлдан ебәреү;

     3. күҙ ҡараһы кеүек һаҡлау – бик ныҡ ҡәҙерләп һаҡлау.

                     

 

Ял минуты:

Хәрәкәт ул – атлап йөрөү,

Хәрәкәт ул – атта елеү

Хәрәкәт ул – ауға барыу,

Хәрәкәт ул –  тауға менеү.

" Хәрәкәттә - бәрәкәт” , - тип

Әйткән ололар бик хаҡ.

Һаулыҡ ныҡлы булһын тиһәң,

Йүгер, һикер, тәкмәс ат!

 

8.Хикәйә өҫтөндә эш.

 

а) Беренсе өлөштө сылбырлап уҡыу.

- Бибисара инәй  шәжәрәне ҡайҙан алып һәм нисек Әхмәҙулла бабайға тоттора?

- Был шәжәрәне Әхмәҙулла бабайға кем васыят иткән?

- Ул шәжәрәлә нимә?

 

б) - Ә хәҙер, уҡыусылар, мин һеҙгә ошо шәжәрәне Хәсән аҡһаҡалдың нисек һаҡлап алып ҡалғанын һөйләйем.

(һөйләү, Хәсән аҡһаҡалдыү мыжыҡ егеткә ер тураһында әйткәндәренә иғтибар бирелә, шул өлөш уҡып күрһәтелә.)

 

в) Әҫәрҙеү аҙағы асыҡ һорау менән ҡала: - Хәсән аҡһаҡалдың шәжәрәне һаҡлап ҡалыу өсөн ниндәй батырлыҡ  эшләүен , мыжыҡ егет менән түҙемле егеттең яҙмыштары ни менән тамамланыуын һеҙ өйҙә уҡып белерһегеҙ. Шуныһы билдәле, шәжәрә һаҡланып ҡалған!

( - Һуңғы өлөшөн уҡыу).

9. Хикәйәнең төп геройҙарына  ҡылыҡһырлама.

- Был хикәйәнең төп геройҙары кемдәр булдылар?

-Хәсән аҡһаҡал, мыжыҡ егет, түҙемле егет.

 

Хәсән аҡһаҡал

 

Мыжыҡ егет

 

Түҙемле егет

 

-   Бирелгән (һүҙҙәр) сифаттар кемгә хас?

-   Һеҙ уларҙы кем эргәһенә урнаштырыр инегеҙ?

әүлиә                                                                                             ысын ир-егет

сал һаҡаллы

эшсән

ныҡ быуынлы                                                                                                                                                                          

 

ҡурҡаҡ

йүнһеҙ

ышанысһыҙ

 

ысын ир-егет

ҡыйыу

батыр

ышаныслы

 

-   Тағы ла ниндәй сифаттар өҫтәр инегеҙ?

10. Дәресте йомғаҡлау. ( Тәжрибә менән бәйләү)

- Уҡыусылар, бына был гөл һулған, уға артабан йән  өрөп  буламы?

( Көткән яуап)

-   Уны  һыуға ултыртып, тамыр ебәрергә, унан ҡәҙерләп тупраҡҡа ултыртырға кәрәк!.

-   Әйе, уҡыусылар, беҙ ҙә һеҙҙең менән үткәндәребеҙҙе – үҙебеҙҙең тамырҙарыбыҙҙы белһәк кенә ерҙә ныҡ баҫып торасаҡбыҙ. Үткәнде белмәй тороп, яҡты киләсәкте төҙөп булмай.

 

Бөгөнгө дәресте мин Ҡәҙим Аралбаевтың  " Шәжәрә” шиғыры менән тамамлар инем:

Шәжәрә - ул йәшәү тантанаһы,

Һулар һауа, тупраҡ, ғәзиз ер,

Ул тамырым буйлап аҡҡан ал ҡан,

Бороңғо ла, йәш тә, хәҙерге.

11. Өй эше:

1. Хикәйәне тулыһынса уҡырға.

2.Үҙегеҙҙең шәжәрә ағасығыҙҙы төҙөргә.

( Кем нисә буынға тиклем белә).               

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект урока по башкирскому языку и литературе "Әнүр Вәхитов "Аҡһаҡал" аманаты""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Инструктор по футболу

Получите профессию

Фитнес-тренер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 625 995 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 30.11.2015 1516
    • DOCX 19.8 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Тимергазина Альбина Рифовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Тимергазина Альбина Рифовна
    Тимергазина Альбина Рифовна
    • На сайте: 8 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 11987
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 281 человек из 66 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 457 человек из 66 регионов

Мини-курс

Психология семейных отношений: понимание, следствия и решения

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 39 человек из 26 регионов

Мини-курс

Финансовые аспекты и ценности: концепции ответственного инвестирования

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Дизайн-проектирование: теоретические и творческие аспекты дизайна

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе