Тема:
Имән
сәтләүеге.
(Әкиәт)
4
класс/башҡорт теле/
Маҡсат:
-балаларҙы
«Имән сәтләүеге»
әкиәте
менән таныштырыу;
-балаларҙың һүҙлек
байлығын арттырыу, телмәр
үҫтереү;
-тәбиғәткә
һөйөү
тәрбиәләү,
матурлыҡты яратырға,
күрә
белергә өйрәтеү.
Дәрес
барышы:
1.
Ойоштороу моменты.
-Һаумыһығыҙ!
Ултырығыҙ.
Балалар бөгөн
беҙгә
дәрескә
ҡунаҡтар
килде. Йәгеҙ
әле беҙ
матур, таҙа итеп башҡортса
һөйләшеп,
уҡып күрһәтәйек.
2.
Артикуляцион күнегеү.
-Башҡорт
теленә генә
хас нисә өн
бар?
/слайдҡа
ҡарап өндәрҙе
ҡабатлау/
ә-имән сәтләүеге
/желудь/
ө-бөрлөгән
/ежевика/
ү-йүкә
/липа/
ҡ-ҡайын
/береза/
ғ-ҡарағай
/сосна/
һ-һары япраҡ
/желтый лист/
ҙ-ҡыҙыл миләш
/красная рябина/
ҫ-уҫаҡ
/осина/
һ-өйәңке
/верба/
|
3.
Дәрестең
маҡсатын
билдәләү.
-Ә
өнөнә
туҡталып китәйек
әле./Имән
сәтләүеге/кем
был һүҙҙең
тәржемәһен
әйтер?
-Афарин!
Балалар, бөгөн
беҙ «Имән
сәтләүеге»
тигән әкиәт
уҡыясаҡбыҙ.
4. Һүҙлек
эше.
имән сәтләүеге-желудь
мискә-бочка
өшөнө-замерз
өҙөлдө-оторвался
тамыр–корень
йоҡоға
талды-уснул
|
а.үҙем
уҡыйым
б.хор
менән
уҡыу
в.балаларҙан
уҡытыу
г.һүҙбәйләнештәр
төҙөү
д.һөйләм
төҙөтөү
5. Дәфтәрҙә
эш.
Ун
бишенсе март.
Класс
эше.
Имән
сәтләүеге.(Әкиәт)
/яңы
һүҙҙәрҙе
дәфтәргә
яҙып ҡуйыу/
-Дәфтәрҙәрҙе
дөрөҫ
итеп һалығыҙ.
Матур итеп ултырып, ручкаларҙы
дөрөҫ
тотоғоҙ.
6. Яңы
тема өҫтөндә
эш.
-Китаптың 128-се
битен астыҡ. Иғтибар
менән тыңлап,
был әҫәрҙең
әкиәт
икәнен иҫбат
итергә әҙерләнегеҙ.
/Уҡытыусы
уҡый/
-Кем яуап бирер?
-Был әкиәттә
нимә ысынбарлыәтан/реальность/
алынған, ә
нимә уйҙырма/выдумка/?
/ысынбарлыҡ-имән
сәтләүеге,
төлкө,
ҡуян, терпе/
/уйҙырма-уларҙың
һөйләшеүе,
сәтләүектең
сәйәхәт
итеүе/
/-Уҡытыусы
уҡый, балалар менән
бергә тәржемә
ителә./
7. Ял минуты.
Релаксация.
-Ә
хәҙер күҙҙәрҙе
йомоп, парта өҫтөнә
баштарҙы һалып
имән сәтләүеге
үҫкән
урманға сәйәхәткә
барып киләйек. /3 минут/
8. Уҡыу
буйынса эш.
А. Беренсе
бүлек-сылбырлы уҡыу.
Икенсе бүлек-хор
менән уҡыу.
1-се рәт
/1-се
слайд/
|
Ҡар
ирене, көндәр
йылынды. Көҙөн йоҡлаған Сәтләүек
уянды. «Ҡайһылай оҙаҡ йоҡлағанмын!»-тине.
Сәтләүек тирә-яғына күҙ йөрөттө. Аҡландағы сәскәләргә, бал ҡорттарына,
күбәләктәргә ҡарап торҙо. Унан үҙенә ҡараны ла
аптырап ҡалды.
|
2-се рәт
/2-се слайд/
|
-Бәй, минең аяҡ-тамырҙарым үҫеп сыҡҡан бит!
Йәм-йәшел ҡул-япраҡтарым да
бар!
Унан эргәһендәге Имән ағасын күрҙе лә:
-Әсәйемде
таптым! Ур-ра! –тип шатланды.
|
3-сө рәт
/3-сө слайд/
|
Ҡарт Имән дә балаһын күрҙе, япраҡтарын һелкетте.
Тик Терпе генә Сәтләүекте
тапманы.
Аҙаҡ Сәтләүек үҙе лә әсәй булды.
Көҙ көнө уның да бәләкәс генә сәтләүектәре барлыҡҡа килде.
|
Б.
Әкиәтте
рольдәргә
бүлеп уҡыу,
сәхнәләштереү.
-Балалар был әкиәттә
нисә герой ҡатнаша?
-Кем «+» герой…/имән
сәтләүеге,
терпе/ Ни өсөн?
-Кем «-» герой…/ҡуян
балаһы, төлкө/
Ни өсөн?
С.- Һин минең әсәйемме?
?.-Юҡ, мин ҡуян балаһы.
С. -Әсәй!
Т.-Ни
эшләп мин һинең әсәйең
булайым? Мин төлкө
матурмын. Ә
һин мискә кеүекһең.
Т.- Ғәфү
ит, күрмәй ҡалдым. Ауырттымы?
С.- Юҡ та.
Т.- Ә ниңә илайһың?
С.-Әсәйемде таба
алмайым.
Т.- Хәҙер һыуыҡ төшә. Яҙ еткәс эҙләрһең.
|
/Һәр
рәттән
дүртәр
баланы таҡта алдына сығарып
әкиәт
сәхнәләштерелә/
9. Йомғаҡлау.
-Балалар беҙ
бөгөн
дәрестә
нимәләр
тураһында һөйләштек?
/Ребята, я желаю чтобы в Ваших семьях было
все хорошо. Чтобы никто из Вас не терял и не искал маму, родителей как наш
герой. Любите, уважайте своих родителей./
10. Баһалау.
11. Өйгә
эш.
/Әкиәткә
һүрәт
төшөрөп
килергә/
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.