Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Конспект урока по башкирской литературе на тему "Башҡортостан флагы"

Конспект урока по башкирской литературе на тему "Башҡортостан флагы"


До 7 декабря продлён приём заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

ФӘРЗӘНӘ ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.

« Башҡортостан флагы ».

Маҡсаттар:

  1. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның «Башҡортостан флагы» шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү.

  2. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы һәм уның әһәмиәте тураһында уҡыусыларға аңлатыу.

  3. Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдарына ихтирам һәм улар менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Уҡыусылар эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы тураһын дағы Положение менән танышыу. Дәүләт флагын ҡулланыу тәртибе. Флагтың төҫтәре бирелешен аңлатыу. Дәүләт флагы тураһында ижад ителгән әҙәби әҫәрҙәр, уларҙың исемдәр»'. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның «Башҡортостан флагы» шиғырм менән танышыу, тасуири уҡырға өйрәнеү.

Йыһазландырыу: Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы, проектор һәм экран.


Дәрес барышы

  1. Уҡытыусының Белем байрамы, уның бөтә халыҡ өсөн әһәмиәте тураһында әңгәмәһе.

  • Уҡыусылар, бөгөнгө байрам нисек атала?

  • Ни өсөн был байрамды бөтә халыҡ байрамы тип йөрөтәләр?

  • Һеҙ был байрамға ниндәй уңыштар, ниндәй кәйефтәр, ниндәй пландар менән килдегеҙ?

  • Бөгөнгө байрамда һеҙҙең мәктәптә үткәрелгән сараларҙың ҡайһыһы иҫтә ҡалдырырлыҡ булды?

  1. Яңы теманы аңлатыу.

  1. Уҡытыусының инеш әңгәмәһе.

Уҡыусылар, бәлки, иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, һәр дәүләттең үҙенең символдары бар, улар бөтә донъяла ул илдең исемен һәм уның бөтә сәйәси үҙенсәлектәрен белдерәләр. Беҙҙең, Рәсәйҙең дә үҙенең дәүләт символдары бар. Улар менән һеҙҙең күптәрегеҙ радио, телевидение, матбуғат аша таныш.

Йәгеҙ, уйлап ҡарайыҡ әле, дәүләт символдарына нимәләр инә? (Уҡыусылар үҙҙәре белгән символдар тураһында әйтәләр.)

Дөрөҫ. Дәүләт символдары — ул ошо дәүләттең йөҙө. 5-се класта Дәүләт гимны менән таныштыҡ, уның әһәмиәте, бөтә илдәр араһында үҙенә күрә танытма икәнен белдек, гимн тексын өйрәндек. Йәгеҙ әле, уйлап ҡарағыҙ, беҙҙең Башҡортостанды башҡа дәүләттәр һәм республикалар араһында танытып тороусы тағы ниндәй дәүләт символдары бар? Дөрөҫ, ул —Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы. Шулай итеп, бөгөнгө дәрестең темаһы ошо дәүләт символы тураһында, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның «Башҡортостан флагы» шиғырын өйрәнеүгә бағышлана.

  • Ә хәҙер ошо ҡуйылған мәсьәләләрҙе өйрәнеү һәм уға арналған әҙәби әҫәрҙәр менән танышыуҙан башлайыҡ.

Ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙҙең белеүегеҙсә, Башҡортостаныбыҙҙың, үҙаллылығын билдәләүсе символдар бар. Улар — Дәүләт Гербы, Дәүләт флагы, Дәүләт гимны. Был символдар республикаға исем биргән башҡорт халҡының үҙенсәлеген һәм традицияларын сагылдыра.

Дәүләт флагы өс төҫтә. Төҫтәр — беҙҙең шартлы билдәләр. Флагтың күк төҫө республика халҡының сафлығы, изгелекле һәм яҡты хыялдарының сағылышы. Аҡ төҫ – халыҡтың тыныслыҡ һөйөүе, асыҡ йөҙлөлөгө, үҙ-ара хеҙмәт- тәшлеккә ынтылып тороуы һәм яҡты киләсәккә өмөтө. Йәшел төҫ — азатлыҡтың үҙгәрешһеҙ, мәңге булыуы.

3. 1) Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның «Башҡортостан флагы» шиғырының йөкмәткеһе менән танышыу.

Уҡытыусы матур итеп шиғырҙы уҡып сыға. һуңынан бер нисә уҡыусы уҡый. Уларҙың тасуири уҡыуына иғтибар бирелә.

2) Шиғырҙың йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу.

  • Башҡортостандың флагы ҡасан ҡабул ителгән?

  • Башҡортостандың флагын ҡабул итеүгә нимә сәбәпсе була?

  • Башҡортостан флагының авторҙарын әйтегеҙ.

  • Башҡортостан флагындағы төҫтәр нимә тураһында һөйләй?

  • Республика флагы ниндәй осраҡтарҙа ҡулланыла?

  • Ҡурай сәскәһенең төшөрөлөүе нимәне аңлата?

  1. Дәресте йомғаҡлау.

  • Шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагына арналған шиғыр менән таныштыҡ. Унда флагтың һәр төҫөнә аңлатма бирелә. Флагта төшөрөлгән ҡурай һүрәте бик тәрән мәғәнәгә эйә. Ул халҡыбыҙҙың ето ырыу дуҫлығын аңлата.

  1. Рефлексив анализ, баһалау.

  2. Өйгә эш.

  1. Шиғырҙы тасуири итеп уҡырға өйрәнергә.

  2. «Эш дәфтәре» буйынса тәҡдим ителгән биремдорн- эшләп килергә.










57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)

Автор
Дата добавления 10.10.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров42
Номер материала ДБ-250714
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх