Инфоурок / Другое / Конспекты / Конспект урока по башкирскому языку на тему "Лекарственные травы. Глагол." (3 класс)
Обращаем Ваше внимание: Министерство образования и науки рекомендует в 2017/2018 учебном году включать в программы воспитания и социализации образовательные события, приуроченные к году экологии (2017 год объявлен годом экологии и особо охраняемых природных территорий в Российской Федерации).

Учителям 1-11 классов и воспитателям дошкольных ОУ вместе с ребятами рекомендуем принять участие в международном конкурсе «Законы экологии», приуроченном к году экологии. Участники конкурса проверят свои знания правил поведения на природе, узнают интересные факты о животных и растениях, занесённых в Красную книгу России. Все ученики будут награждены красочными наградными материалами, а учителя получат бесплатные свидетельства о подготовке участников и призёров международного конкурса.

ПРИЁМ ЗАЯВОК ТОЛЬКО ДО 21 ОКТЯБРЯ!

Конкурс "Законы экологии"

Конспект урока по башкирскому языку на тему "Лекарственные травы. Глагол." (3 класс)

библиотека
материалов

Тема: Дарыу үләндәре. Предметтың эш-хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр.

Маҡсат: -уҡыусыларҙы дарыу үләндәре менән таныштырыу һәм уларҙың файҙаһын билдәләү;

-үткәндәрҙе ҡабатлау, һүҙлек запасын байытыу;

-һөйләү телмәрҙәрен, уй-фекерләү һәләтен үҫтереү;

-эш-хәрәкәтте белдергән һүҙҙәрҙе нығытыу;

-уҡыусыларҙа башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам тәрбиәләү;

Йыһызландырыу: компьютер, ноутбук, телевизор, карточкалар;

Дәрес барышы:

1.Ойоштороу моменты:

-Һаумыһығыҙ, хәйерле иртә, уҡыусылыр!

Һаумы, ҡояш!

Һаумы, зәңгәр һауа!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Һаумыһығыҙ, дуҫтарым!

-Ҡарағыҙ әле, уҡыусылар, беҙгә ҡояш ҡунаҡҡа килгән! Ул һеҙгә йылмайып, йылы нурҙарын бүләк итә. Әйҙәгеҙ, ҡояш нурын үҙебеҙгә алайыҡ, икенсеһен күршебеҙгә бирәйек, ә өсөнсөһөн ҡунаҡтарға бүләк итәйек. Беҙ ҙә бер-беребеҙгә, уңышлы эш сәғәте теләп( бер-береһенә ҡул бирешеү), йылмайыу бүләк итәйек. Дәрестә эшләгән һәр бер эшебеҙгә баһа(оценивание) ҡуйып барасаҡбыҙ. (ҡояш-аңланым, бик яҡшы; ҡояш-болот-аңлап етмәнем, һәйбәт, болот- аңлашылмыны, әйтергә ҡыйынһынам)

-Ә дәресебеҙ уңышлы үтһен өсөн, беҙ нимәләр эшләргә тейешбеҙ?

Д Ө Р Ө Ҫ (ултырырға, уҡырға, әйтергә, һөйләргә)

Һ Ә Й Б Ә Т (уҡырға, яҙырға)

М А Т У Р (яҙырға)

Е Т Е Ҙ (эшләргә)

С Ә Л Ә М Ә Т (булырға)

2.Артикуляцион күнегеү.

-Әйҙәгеҙ, тын юлдарына гимнастика яһайыҡ. Ни өсөн кәрәк?

(башҡортса матур,таҙа, дөрөҫ итеп һөйләшергә)

1 *мамыҡ өрөү;

*сәскәләр еҫкәү( ә-ө-ү-и)

-Ә хәҙер ижектәрҙе дөрөҫ итеп уҡыйбыҙ:

ҙү,-йү,-ҡә,- ҡү, -ҫә,-ҫө,-ңә,-ңө.

(Бер уҡыусы уҡый, унан хор менән уҡыу). Бик яҡшы.

2. Тел шымартҡыс.

Бишле билдә, бишле билдә

Бишле билдә бик шәп ул!

Бишкә уҡып, тырышып

Бишле генә алам шул!

  • -Уҡыусылар, әйҙәгеҙ ошо тиҙәйткес беҙҙең дәрестең девизы булып торһон. Бөгөн тик бишле билдәләре генә алайыҡ.

3. Үтелгәндәрҙе нығытыу.

Көндәр оҙая,

Төндәр ҡыҫҡара.

Был ҡайһы ваҡыт

Йә әйтеп ҡара? (яҙ)

-Үткән дәрестәрҙә яҙ тураһында һөйләштек, әйҙәгеҙ, һөйләмдәр төҙөп әйтәйек әле?

4.Ҡағиҙәне иҫкә төшөрөү. Һөйләм эсендә һүҙ тәртибе. (порядок слов в предложении)

Он пишет красиво.

Ул матур яҙа.

Слова обозначающие действие предмета (сказуемое) пишутся в конце предложения. Порядок слов может менятся в зависимости от интонации, логического ударения.

5. Үҙ аллы эш.(парлы)

Дәфтәрҙә эш. Число яҙабыҙ, матур яҙыу минуты.

Бына матур яҙ килде…(ҡояш, гөрләүектәр, ҡоштар, йылғалар, ағастар, үләндәр)

- Урманда тағы ниндәй үләндәр үҫә?

6. Яңы тема.(ребус сисеү)

hello_html_554b3a10.jpghello_html_m3ab7e2fb.jpg

Дарыу үләндәре.

-Һеҙ ниндәй дарыу үләндәрен беләһегеҙ? Улар ниндәй була? Файҙалы-полезный, шифалы-целебный (электрон һүҙлек)

-Ләкин улар менән ныҡ мауығып китергә ярамай ( часто употреблять нельзя)

7.Өй эшен тикшереү(группа)

-Һеҙгә өйҙә дарыу үләндәре тураһында мәғлүмәт йыйырға һәм нимәнән файҙалы икәнен белеп килергә ине?

1. йүкә сәскәһе (липовый цвет)- 3 уҡыусы

Йүкә ағасы һаҡлауға мохтаж, сөнки унан йыйылған балды ашайбыҙ. Йүкә сәскәһендә С витамины бар. Шуға күрә ҡыш һалҡын тейеп сирләгәндә, йүкә сәйен эсеп, тирләп алһаң, хәлең еңеләйеп китә. Балаларҙың тамағы ауыртҡанда, йүтәл менән оҙаҡ ауырығанда, теше һыҙлағанда алыштырғыһыҙ дауа ул йүкә сәскәһе. (презентация 1) (3 уҡыусы)

2. үгәй инә үләне (мать и мачеха)-от головной боли, Үгәй инә үләне — күп кенә илдәрҙә халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Япрағынан яһалған төнәтмә һалҡын тейгәндә, аш һеңдереү, бөйөр сирҙәрендә ярҙам итә, аппетитты аса. Ә һарҡындыһы менән башты йыуып, ҡыуаҡтан һәм сәс ҡойолоуҙан ҡотолалар (презентация 2) ;(3 уҡыусы)

3. әрем (полынь)- уның еҫе бик ҡырҡыу(резкий), ләкин ул төрлө микробтарҙы үлтерә, яраларҙы дауалай (гербарий 1) ;(2 уҡыусы)

4. гөлйемеш (шиповник)-улучшает иммунитет; Гөлйемештә С витамины күп, шуға күрә ауырыған саҡта уны йышыраҡ һәм күберәк ҡулланырға кәрәк. 2 аш ҡалағы киптерелгән емеште ярты литр һыуҙа 15 минут ҡайнатып алырға. Төнгөлөккә төнәтеп, сәй урынына эсеү файҙалы. ( гербарий 2) (3 уҡыусы)

5. юл япрағы (подорожник)- Уны йәй буйына йыйып әҙерләргә мөмкин. Тик япраҡтарында тап-тимгелдәр булмаһын. Был үҫемлек тә тамаҡ ауыртҡан, йүткергән мәлдә шифалы һанала.(бәләкәй китап 1) ;(3 уҡыусы)

6. аҡ сәскә (ромашка)- Сәскәләре ныҡ асылған саҡта өҙөргә кәрәк. Төнәтмәһен тирләү, тынысланыу өсөн, эсәктәр, ашҡаҙан ауыртҡанда эсәләр. Шулай уҡ яраны сайҡатыу өсөн дә ҡулланалар.(бәләкәй китап 2) ;(3 уҡыусы)

7. мәтрүшкә (зверобой) Уны июль-август йыйырға мөмкин. Мәтрүшкәнең файҙаһы ифрат ҙур. Уны ҡан баҫымы юғары булғанда, һалҡын тейгәндә ҡулланырға ярай,төнәтмәһе менән баш йыуалар. Теш һыҙлағанда, мәтрүшкәне сәйнәйҙәр.(бәләкәй китап)(3 уҡыусы)

8. кесерткән (крапива) – медицинала һәм косметология киң ҡулланыла. Унан шампунь эшләйҙәр. (бәләкәй китап) (2 уҡыусы)

-Ләкин был үләндәрҙе ата-әсәләр менән генә йыйырға кәңәш ителә, уны тик улар ғына ҡайнатып эсерергә тейеш. Ни өсөн?

Ял минуты.

8.Китап менән эш.

-Дәреслектең 94-се битен асып һүҙлек дәфтәрендә тәржемәләрен тикшереп сығығыҙ. Ниндәй үләнде белмәйһегеҙ әле?

Көтөүсе муҡсаһы (электрон һүҙлек)

-постушья сумка, Пастушья сумка ценилась нашими предками за пищевую ценность: трава годится для приготовления салатов, первых блюд и гарнира. Из семян пастушьей сумки раньше готовили пикантный соус — заменитель горчицы.  Лечебный настой свежей травы пастушьей сумки народные целители рекомендуют для остановки маточных кровотечений (ҡанды туҡтата)
-Ә ни өсөн көтөүсе муҡсаһы тип атағандар икән?

( в переводе с латыни означает *маленькая коробочка* по виду напоминающего маленькую коробкообразную пастушью сумку.(гречка полевая)

-уҡытыусының уҡыуы;

-хор менән уҡыу;

9. Нығытыу күнегеүҙәре.

1-се команда(кластер)

Мәтрүшкә-үлән-дарыу үләне-йәшел-зәңгәр күк-файҙалы-шифалы

2-се команда(һүрәттәр+дөрөҫ яуап)

Мәтрүшкә-зверобой

Кесеркән-крапива

Юл япрағы-подорожник

Аҡ сәскә-ромашка

Үгәй инә үләне-мать-и-мачеха

Йүкә сәскәһе-липовой цвет

Әрем-полынь

3-сө команда

Аҡ сәскә-ромашка тураһында бәләкәй хикәйә яҙырға.

Мин әсәйем менән урманға барҙым. Унда беҙ бик күп дарыу үләндәрен йыйҙыҡ. Мин аҡ сәскәләрҙе йыйҙым. Аҡ сәскә ул бик файҙалы һәм шифалы үлән.

Баһалау. Һәр бер командаға сигналдарҙы күтәреү.

Уйын. Күбәләкте тап.

  1. Мәтрүшкә

  2. Метрүшкә

  3. Юл япрағы

  4. Йул япрағы

  5. Аҡ сәҫкә

  6. Ак сәскә

11.Йомғаҡлау.

Беҙгә дарыу үләндәрен белеү кәрәкме? Ни өсөн?

Баһалау. Мин бөгөн…. ҡуйыр инем, сөнки ул дәрестә (бик яҡшы, уртаса) эшләне. Һорауҙарға тулы яуап бирҙе.

Дәрес һеҙгә аңлашылдымы? Сигналдарҙы күтәрәбеҙ.

Өй эше. 1) дарыу үләндәрен ятлап килергә;

2) 95-се бит, 3-сө күнегеү, уҡырға












Самые низкие цены на курсы переподготовки

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 50% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок", но в дипломе форма обучения не указывается.

Начало обучения ближайшей группы: 18 октября. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (10% в начале обучения и 90% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru

Общая информация

Номер материала: ДБ-295256

Похожие материалы