Синыф: 7
Тема :
Мостай Кәрим .” Башҡортостан.”
Исем.
Маҡсат:
1.М.Кәримдең тормошо һәм
ижады менән танышыу.
2.Тыуған илгә, ергә, халыҡҡа
һөйөү, дуҫлыҡ тойғоһо,
бер-береңә ярҙам итеү теләге
тәрбиәләү.
3.”Исем”
темаһын ҡабатлау һәм һөйләү телмәрендә дөрөҫ
ҡулланыу.
Йыһаз: Мостай
Кәримдең портреты, уның китаптары,Башҡортостан
картаһы,таблицалар,Башҡортостан тураһында рәссамдар
картиналары.
Дәрес
барышы
1.Ойоштороу мәле.
Уңдым.
Тыуған йылым ун туғыҙҙан
уңдым,
Октябрҙән-тыуған
айымдан,-
Ана нисек минең юлдарыма
Һары йондоҙ
һибә ҡайындар.
Тупрағымдан уңдым.Башҡортостан!
Һин иманым минең, ҡәҙерлем,
Күк сымылдыҡ ҡорған сәңгелдәгем,
Һиндә булһын йылы ҡәберем.
2.Ошо юлдарҙы
уҡығандан һуң дәрестең темаһын һәм маҡсатын
асыҡлау.(Шиғырҙың рус телендә тәржемәһен уҡып
күрһәтеү.)
3.Яңы тема буйынса эш.
1).Инеш әңгәмә.
Мостай Кәримдең биографияһын ҡабатлау. Халыҡ
шағиры М.Кәрим, уның ижады ,китап күргәҙмәһе
менән таныштырыу.
2).Уҡыусылар,
беҙ ниндәй Республикала йәшәйбеҙ?
Эйе, Башҡортостан. Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәрим
дә үҙенең тыуған ерен ,илен бик ныҡ
яратҡан,ихтирам иткән. Бөгөн
беҙ уның «Башҡортостан»
исемле тексы менән танышабыҙ.
Тәҡдим
ителгән текста әлегә тиклем беҙгә
билдәле булмаған һүҙҙәр
осрай.
дан
тотоу-славиться
ғорурланыу-гордиться
хазиналар-богатство
мәшһүр-величественный
иге-сиге булмаған-бескрайний
етеҙ-ловкий
Яңы һүҙҙәрҙе
һңҙлек дәфтәрҙәренә
яҙығыҙ.
4.Текст өҫтөндә
эш.
1).Тыксты сылбырлап уҡыу һәм
шунда уҡ тәржемә
итеү.
2).Текст буйынса
һорауҙарға яуап биреү:
а. Урал тауҙарын
картанан табып күрһәтегеҙ.
б. Башҡортостан нимә
менән дан тота.Текстан һөйләмдәрҙе табып,уҡып
күрһәтегеҙ.
в. Унда ниндәй
хазиналар бар.
г. Мостай Кәримдең ниндәй әҙәрҙәрен
уҡығанығыҙ бар ?
ғ.Һеҙ йәшәгән
төбәктә ниндәй күл-йылғалар ,тау-ҡаялар,иҫтәлекле
урындар бар?
5. Грамматика буйынса эш.
Грамматик тема ҡабатлана
,нығытыла.Нимә ул исем?Ниндәй һорауҙарға
яуап бирә? Исемдәрҙе
ниндәй төркөмдәргә бүлеп йөрөтәләр?(Уртаҡлыҡ
һәм яңғыҙлыҡ исемдәргә
бүлеп йөрөтәләр.)
-текстан яңғыҙлыҡ
исемдәрҙе табығыҙ,яҙылышын
аңлатығыҙ.Алфавит буйынса текстан яңғыҙлыҡ исемдәрҙе
яҙығыҙ
-текстан ниндәй
һорауына яуап булып килгән һүҙҙәрҙе
табып яҙығыҙ.
…һарай
…ҡаялар
…урмандар
…шишмәләр
…аҡландар
…Ағиҙел
…Ҡариҙел
6. Ял минуты.
Беҙҙең Башҡортостанда
Шулай бөгөлә
талдар,
Ошондай бейек тауҙар,
Шулай ҡағына ҡаҙҙар.
Шулай бейей балалар,
Шунан ырғып алалар.
Шунан шым ғына ултырып,
Тағы белем алалар.
7. 33-сө
күнегеү.Тәҡдим ителгән һүҙҙәр
менән һөйләмдәр төҙөгөҙ.
8.Йомғаҡлау.
Бөгөн
дәрестә беҙ нимә
белдек? Мостай Кәримдең ”Башҡортостан ”
тексын уҡып сыҡҡас, унан ниндәй
яңылыҡ алдыҡ?Автор Башҡортостан
тәбиғәтенең матурлығын күҙ
алдына килтереү өсөн ниндәй һүрәтләү сараларын ҡулланған?
Эйе, беҙҙең
БашҡортостаныбыҙБигерәк матур,бай.Шуға ла уның тәбиғәтен һаҡлау
беҙҙең ,бөтә кешенең бурысы.Тыуған ер ! Унан ҡәҙерлерәк
бер ни ҙә юҡ
донъяла!Башҡортостаныбыҙ көндән-көн үҫһен,матурланһын,сәскә
атһын!
Уҡыусылар ,дәрестә
бөтәгеҙ ҙә яҡшы
эшләнегеҙ.Һеҙгә
ҙур
рәхмәт!
9.Өй
эше.
Яңғыҙлыҡ исемдәр
менән һөйләмдәр төҙөп
килегеҙ.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.