Тема:
Кейем-һалым. Телмәр үҫтереү.
Маҡсат:
- Тема буйынса яңы һүҙҙәр һәм фразалар үҙләштереү; Бәйләнешле телмәр, тулы
һәйләмдәр төҙөргә өйрәнеү;
-
Һүҙлек
запасын байытыу, бәйләнешләе һөйләү телмәрен, дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен үҫтереү;
-
Кейем-һалымды
таҙа, бөхтә тотоу, ипле булыу кеүек сифаттар тәрбиәләү.
Дәрес
барышы.
Ойоштороу
моменты:
А)
Класты сәләмләү. Иҫәнләшеү.
Һаумы,
ҡояш!
Һаумы,
зәңгәр һауа!
Һаумыһығыҙ,
уҡытыусым!
Һаумыһыҫыҙ,
дуҫтарым!
Б)
Дәрескә
маҡсат һәм бурыстар ҡуйыу:
-
Беҙ
дәрескә ниндәй бурыстар ҡуябыҙ?
-
Беҙ
нимәгә ирешергә тейешбеҙ?
(-яңы һүҙҙәр өйрәнергә
-бөгөнгө теманы үҙләштерергә
-дөрөҫ уҡып өйрәнергә,
дөрөҫ уҡып өйрәнергә
-телмәр үҫтерергә)
- Ни өсөн ул беҙгә кәрәк?
- Нисек итеп өйрәнербеҙ икән, әйҙәгеҙ бергәләп
планлаштырып ҡарайыҡ.
(Өндәрҙе ҡабатларбыҙ
Яңы һүҙҙәр өҫтөндә эш
үткәрербеҙ
Яңы теманы нығытыу өсөн
дәреслек буйынса күнегеүҙәр эшләрбеҙ
Дәфтәрҙә эш
булыр
-Бөгөнгө дәрестә нимәләр
эшләрбеҙ? Ошо һүрәттәргә ҡарап, һорауға яуап табығыҙ.
(
Яуап: дәрестә яҙырбыҙ, уҡырбыҙ, уйнарға ла өлгөрөрбөҙ.)
-
Яҡшы,
яңы теманы уңышлы өйрәнербеҙ тип ышанам, ә ниндәй тема икәнен һуңғараҡ үҙегеҙ
әйтертерһегеҙ.
Телмәр үҫтереү:
-Үҙенсәлекле өн-хәрефтәрҙе ҡабатлау, ижектәр
төҙөтөп уҡытыу.
-Һүҙҙәр уйлатыу
( Хәрефтәр сәскәләрҙә яҙылған була, икенсе
яғында тема. Аҫтараҡ, япраҡтарҙа “Хикмәтле һандар”, шулар буйынса алфавиттан
кәрәкле хәрефтәр табып тема асыҡлана: КЕЙЕМ-ҺАЛЫМ,
Был темаға һүҙҙәр беләбеҙме?
Эйе икенсе класта танышҡайныҡ, әйҙәгеҙ иҫкә
төшөрөп үтәйек.
(Таҡталағы һүрәттәр ярҙымында кейем-һалым
атамалары ҡабатлана. Бер-нисә һөйләм төҙөтөлә.)
-Аңлауымса был һүҙҙәрҙе бөтә уҡыусыларҙың дә
иҫендә ҡалмаған, шуға карточкалар таратым бирәм, бөтәгеҙгә лә нығытырға кәрәк
буласаҡ.
Дәреслек менән эш.
-Әйҙәгеҙ күнегеүҙәге һүҙҙәрҙе тәржемә итеп
китәйек. Ҡайһылары таныш түгел, һүҙлектән табып яҙып ҡуяйыҡ.
Түбәтәй
Алъяпҡыс
Кеҫә
Яға
Балаҡ
Ең
Иғтибар менән таҡтаға ҡарайбыҙ.
(Ҡаралған видиосюжеттарға оҡшатып молнолог
төҙөтөү)
А)-был ҡыҙ нимә тураһында һөйләй?
Был магазин ҡайҙа? Эйе Серафимда магазиндар
хәҙер бик күп, кәрәкле өйберҙе һайлап алырға мөмкинлек бар, шулаймы?
-Кем магазиндарҙа булғаны бар һәм шул турала
һөйләп китергә теләй?
Б) -Ә һеҙҙең айырым кейем шкафы бармы?
В) –Һеҙ мәктәптә, тышта нимәләр кейеп
йөрөйһөгөҙ? Әйҙәгеҙ шул турала әйтеп китегеҙ.
ЯЛ МИНУТЫ
-Ҡыҙҙар яңы кейемдәре тураһында беҙгә
һөйләгәйне, һеҙ дуҫығыҙҙа яңы әйбер күрһәгеҙ нимә эшләйһегеҙ? Берәй әмә
әйтәһегеҙме?
-Әйҙәгеҙ хәҙер башҡортса матур итеп теләктә
теләргә өйрәнәйек.
Күнегеүҙәге теләктәрҙе уҡыу. Тәржемә итеү
Дәфтәрҙә эш:
Матур яҙыу минуты
Оҡшаған өс иң яҡшы
теләктәрҙе дәфтәргә яҙып алыу.
Яҙып алдыҡ. Әйҙәгеҙ хәҙер уларҙы телмәрҙә
ҡулланып өйрәнәйек.
Диалог төҙөтөү. (Терәк-схема: Иҫәнләшеү. Ҡайҙа
барыуын асыҡлау.
Унда ни эшләүе тураһында
асыҡлау. Теләктәр теләү)
Дәресте нығытыу өсөн күнегеүҙәр
Әйҙәгеҙ бергәләп уйнап алайыҡ.
(Кроссвордта кем күберәк
кейем атмаларын табыр?)
Ребустар сисеү
Дәресте йомғаҡлау:
-Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимәләр белдей?
-Нимәгә өйрәндек?
Үҙегеҙгә нимә алдығыҙ?
Баһалау.
Өй эше. Яҙҙырыла һәм аңлатыла.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.