Инфоурок / Другое / Конспекты / Конспект урока по башкирскому языку по теме "Һ.Дәүләтшина "Айбикә"
Обращаем Ваше внимание: Министерство образования и науки рекомендует в 2017/2018 учебном году включать в программы воспитания и социализации образовательные события, приуроченные к году экологии (2017 год объявлен годом экологии и особо охраняемых природных территорий в Российской Федерации).

Учителям 1-11 классов и воспитателям дошкольных ОУ вместе с ребятами рекомендуем принять участие в международном конкурсе «Законы экологии», приуроченном к году экологии. Участники конкурса проверят свои знания правил поведения на природе, узнают интересные факты о животных и растениях, занесённых в Красную книгу России. Все ученики будут награждены красочными наградными материалами, а учителя получат бесплатные свидетельства о подготовке участников и призёров международного конкурса.

ПРИЁМ ЗАЯВОК ТОЛЬКО ДО 21 ОКТЯБРЯ!

Конкурс "Законы экологии"

Конспект урока по башкирскому языку по теме "Һ.Дәүләтшина "Айбикә"

библиотека
материалов

*.Д97л9тшинаны4 “Айбик9” повесын 5йр9не7

Маҡсат: Яҙыусының тормош юлы, «Айбикә» повесын өйрәнеү, уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, яҙыусының ижадына ҡыҙыҡһыныу, шәхесенә һоҡланыу тойғолары тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Яҙыусының портреты, әҫәрҙәре, тормошо һәм ижадына арналған слайдтар.

Эпиграф: “Күренекле шәхестәрҙең тыуған йылы була, уларҙың үлгән йылы булмай.” ( Т. Килмөхәмәтов )

Дәрес барышы:

I. Ойоштороу.

Хәйерле көн, уҡыусылар! Һәр дәресебеҙ беҙҙең ана шундай матур һәм яғымлы сәләмләүҙән башлана.

Мин, Дәүләтгәрәева Фәниә Әнүр ҡыҙы, әлеге мәлдә Башҡортостаныбыҙҙың милли ҡомартҡыһына әйләнгән, гүзәл Асылыкүле булған, Башҡортостан әҙәбиәтенә тос әҫәрҙәр ҡалдырған Әхиәр Хәкимовты үҫтергән ерҙән – Дәүләкәндән.

II.Маҡсат: Бөгөн беҙ бөйөк шәхестәрҙең береһе менән танышырбыҙ. Ул – Һәҙиә Дәүләтшина. Кем һуң ул Һәҙиә Дәүләтшина? Ошо һорауға яуап эҙләп, яҙыусының тормош һәм ижад юлын өйрәнәбеҙ һәм шулай уҡ уның« Айбикә» повесы менән таныша башларбыҙ.

(Ә хәҙер дәфтәрҙәргә число, теманы яҙабыҙ)

(Эпиграф уҡыла – уҡытыусы уҡый)

Күренекле шәхестәрҙең тыуған йылы була, уларҙың үлгән йылы булмай” тип яҙҙы яҙыусы-ғалим Тимерғәли Килмөхәмәтов.

Эйе, был һүҙҙәр Һәҙиә апайға ла тап килә. Күренекле шәхестәрҙең тарихта ҡалдырған эҙҙәре мәңгелек. Беҙ уларҙы онотмайбыҙ, йылдар үтеү менән улар беҙҙең арала йәшәгән, йәшәй һәм йәшәйәсәк.

Кем һуң ул Һәҙиә? Беҙҙең халыҡта “Исеменә күрә - есеме” тигән бик тапҡыр әйтем бар.

Һәҙиә - ғәрәп һүҙе, беҙҙеңсә “бүләк” мәғәнәһен аңлата. Ысынлап та, уның үҙенең йәшәйеше һәм иҫ киткес һоҡланғыс әҫәрҙәре – беҙҙең өсөн үҙе бер бүләк түгелме ни?!

(слайдтарҙы күрһәтеү)

III. Дәреслек менән эш.

-Ә хәҙер, уҡыусылар, эште яҙыусының тыуған яҡтарынан сәйәхәттән башлайыҡ. Борон-борон заманда бер хандың Гөлөстан исемле ҡыҙы булған. Илгә дошман яуы ябырылғас, хандың ҡыҙы ғәскәр башында тороп, яуға ҡаршы сыҡҡан һәм илде дошмандарҙан ҡотҡарған. Шунан һуң ул ҡыҙҙы “батыр ҡыҙ”, йәғни “ир-ҡыҙ” тип атағандар. Уның иҫтәлегенә шул яҡтарҙағы иң мул һыулы йылғаны халыҡ “ир-ҡыҙ”, йәғни “Ырғыҙ” тип исемләгән. Бына ошо Ырғыҙ йылғаһы буйында урынлашҡан Хәсән ауылында 1905 йылдың 5 мартында ярлы крәҫтиән Лотфулла Ильясов ғаиләһендә ҡыҙ бала донъяға килә.

-Уҡыусылар, беҙ яҙыусы тураһында биографик белешмә биргәндә, хронологик таблица яҙабыҙ. Ә был юлы мин һеҙгә Һәҙиә Дәүләтшина тормошо һәм ижады буйынса схема тултырырға тәҡдим итәм.

- Ҡатмарлы дәүерҙә йәшәп, ҡатмарлы тормош юлы үткән шәхестең биографияһын дүрт йүнәлештә өйрәнәсәкбеҙ: белемгә юл, ғүмер юлы, ижад һәм ҡаһарманлыҡҡа юл.

  1. Уҡыусылар, ә хәҙер дәреслектәге биографик белешмәне уҡып, ошо схеманы тултыра барабыҙ. Ғүмер юлы һәм белемгә юл координаталарын күмәкләп башҡарабыҙ.

  2. Артабанғы өс абзац буйынса “Ижады” координаталарын уҡыусылар үҙҙәре үҙ аллы тултыралар.

  3. Уҡытып тикшерәм.

(схема күрһәтелгән слайд)

  1. Үлемһеҙлеге, исемен мәңгеләштереү, ҡәләмдәштәренең фекерҙәре (уҡытыусы һөйләй)

Эйе, күренекле шәхестәрҙең тыуған йылы була, уларҙың үлгән йылы булмай. Һәҙиә Дәүләтшина рухы үлемһеҙ. Хәҙер уның тураһында ҡәләмдәштәре нимә ти. Беҙҙең дәреслектә ҡазаҡ яҙыусыһы менән рус яҙыусыһының һүҙҙәре бар.( ике уҡыусы уҡый).

  • Л. Соболев

  • С. Моҡанов

- Ә. Морат Минһажетдинов Һәҙиә Дәүләтшинаның тормош юлы һәм ижады тураһында монография яҙған. Ғ. Шафиҡов уның тормошо тураһында “Ырғыҙ ҡыҙы” тигән публицистик мәҡәләһен яҙа.

-1967 й. “Ырғыҙ” романы өсөн С. Юлаев премияһы бирелә.

-Бөрө ҡалаһында уға бюст ҡуйыла.

- Н. Ғәйетбай “Төн” драмаһын яҙа.

- Өфө ҡалаһында уның исемен йөрөткән урам бар.

-Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия булдырылды. Уның беренсе лауреаты – Г. Юнысова.

- Һәҙиә Дәүләтшина тураһында күп һөйләргә була, уның рухы үлемһеҙ, әҫәрҙәре үлемһеҙ. Бөгөн шундай әҫәрҙәренең береһе, « Айбикә» повесын өйрәнеүгә күсәбеҙ.

( « Айбикә» повесын өйрәнеү)

« Айбикә» повесын Һ. Дәүләтшина үҙенә 25 йәш кенә булған осорҙа яҙа. Уҡыусылар, быға тиклем һеҙ хикәйә жанры менән таныш инегеҙ. Ә был – повесть. Повесть ул хикәйәнән ҙурыраҡ, романдан бәләкәйерәк була. « Айбикә» повесының төп геройы - Һәҙиәнең үҙе кеүек көслө рухлы ҡатын-ҡыҙ.

- Ә хәҙер әҫәрҙең беренсе бүлеге менән танышайыҡ.

(бер уҡыусы уҡый, уҡыусылар, ә һеҙ иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ, бүлеккә ниндәй исем бирергә була?)

-Бүлеккә исем биреү « Айбикәнең бер көнө»

-Һүҙлек эше.

-Бүлек буйынса әңгәмә:

1. Уҡыусылар, был бүлектә ҡайһы осор сағылдырылған?

(Октябрь революцияһына тиклемге осор)

2. Шул осорҙағы ярлы ҡатын-ҡыҙҙар тормошо тураһында нимәләр белдегеҙ?

(михнәт сигеү, тамаҡ хаҡына эшләү, ялсылыҡта эшләү)

3. Бөгөнгө ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормошо нимәһе менән айырыла? Улар ниндәй?

Бөгөнгө Айбикәгә ниндәй һыҙаттар хас?

Белемле түҙемле

әүҙем сабыр

ҡыйыу эшсән

тырыш баҫалҡы

эшлекле хоҡуҡһыҙ

IV. Дәресте йомғаҡлау:

Эйе, Айбикәне повесть башында өнһөҙ хеҙмәтсе ҡиәфәтендә күрҙек. Һеҙ артабан, әҫәр йөкмәткеһен өйрәнгәндә, шул заман ҡатындарының аңы, тормошҡа ҡарашы үҙгәреүен, Айбикәнең йәмғиәттең әүҙем, алдынғы, хөрмәтле кешеһенә әүерелеү процессы менән танышырһығыҙ.

V. Өй эше.

« Айбикә» повесын тулыһынса уҡырға.

VI. Баһалау.

-Уҡыусылар, мин һеҙгә Һәҙиәнекеләй рух ныҡлығы, белемгә ынтылыш, киләсәктә илебеҙ тарихын биҙәрҙәй шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем. Дәрес өсөн ҙур рәхмәт. Һау булығыҙ!



Самые низкие цены на курсы переподготовки

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 50% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок", но в дипломе форма обучения не указывается.

Начало обучения ближайшей группы: 25 октября. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (10% в начале обучения и 90% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru

Общая информация

Номер материала: ДВ-325208

Похожие материалы