Инфоурок Другое КонспектыКонспект урока по башкирскому языку " Произведение С.Агиша "Гость и совесть. Глагол".

Конспект урока по башкирскому языку " Произведение С.Агиша "Гость и совесть. Глагол".

Скачать материал

               

 

 

 

 

 

“С.Агиштың “Ҡунаҡ һәм намыҫ” хикәйәһе. Ҡылым төркөмсәләрен ҡабатлау.”

темаһы буйынса асыҡ дәрес конспекты

                          (7 класс )

Маҡсаттар: С.Агиштың “Ҡунаҡ һәм намыҫ” хикәйәһен өйрәнеү. Ҡылым төркөмсәләрен ҡабатлау; уларҙы айыра белеүҙе, танып белеүҙе үҫтереү. Һорауҙарға тулы яуап бирә белеүҙе, телмәрҙәрен үҫтереү. Халыҡ ауыҙ ижадына һөйөү тәрбиәләү. “Намыҫ” төшөнсәһен асыҡлау, намыҫлы булырға өндәү. Башҡорт халҡының күркәм сифаттарын асыу. Һуғышта ҡатнашҡан яугирҙарға ҡарата тәрән ихтирам хисе тәрбиәләү.

 

Йыһаз: Мультимедиа проекторы, кроссворд, мәҡәлдәр, китаптар күргәҙмәһе.

 

 

 

 

 

2016

 

 

 

I Ойоштороу мәле.

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Ултырығыҙ. Кәйефтәрегеҙ нисек?

- Ә хәҙер тиҙәйткестәр әйтеп,  телебеҙҙе шымартып алайыҡ әле.

          (мультимедиа проекторы аша таҡтаға сығарыла)

 

·                        Ҡалын ҡарҙа ҡара ҡарға ҡарҡылдап китеп бара.

 

·                        Көрмәлеләр көртмәлене килтереп өлгөртмәне.

 

·                        Ҡаса – боҫа ҡыҙыҡайҙар ҡыҙынған ҡыҙыу ҡомда.

-Уҡыусылар, уҡыу тиҙлеген арттырыу өсөн күнекмә лә эшләп алайыҡ әле. Хәҙер 71 – се битте астыҡ китаптарҙа, ошондағы тексты бышылдап ҡына уҡығыҙ әле. Миңә лә ишетелерлек булһын, иптәштәрегеҙгә ҡамасауларлыҡ та булмаһын. Нисек тә шәберәк уҡырға тырышығыҙ. Кем шәберәк булдыра алыр икән? (уҡыйҙар)

-Яҡшы, етеп торор.

II Өй эшен тикшереү.

III Яңы тема үтеү.

1)  Инеш өлөш.

-  Ә хәҙер таҡталағы һөйләмдәрҙе уҡып сығығыҙ әле.

Үҙ намыҫың үҙ ҡулыңда.

Ояты барҙың выжданы бар.

Намыҫыңды йәштән һаҡла.

Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул.

Килгәнде өйөңә керт, алдына икмәк  - тоҙ ҡуй.

Өйөң тар булһа ла, күңелең киң булһын.

-  Былар нимә? Уларҙа халҡыбыҙҙың ниндәй сифаттары тураһында һүҙ бара? Тимәк, беҙ бөгөн нимә тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ?

Дәрестең темаһын , маҡсаттарын асыҡлау.

2)                    Беҙ һеҙҙең менән бөгөн С.Агиштың “Ҡунаҡ  һәм намыҫ” хикәйәһен   өйрәнәсәкбеҙ, ҡылым төркөмсәләрен дә ҡабатлаясаҡбыҙ.

    (Число, тема яҙыу)

3)                    Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлайһығыҙмы? Нимә ул намыҫ, ҡунаҡсыллыҡ?

4)                    Ә хәҙер ошо һүҙҙәрҙе Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлегенән ҡарайыҡ әле, унда ниндәй аңлатма бирелде икән?

 

 

(һүҙлектән уҡыу, таҡтала: намыҫ – честь, совесть)

Выждан – намыҫ һүҙенең синонимы, тағы ла оят, ғәрләнеү һүҙҙәре лә мәғәнәһе менән бик яҡын тора.

1)                    Һүҙлек эше.

Ситән –плетень

Ваҡиға – история

2)                    Тексты уҡытыусының тасуири уҡыуы.

3)                    Текстың йөкмәткеһе буйынса әңгәмә.

- Хикәйәнең төп геройы кем?

-  Ул үҙенең уңайһыҙ хәлдә ҡалыуы тураһында нимә һөйләй?

- Был ваҡиға һеҙгә оҡшанымы?

- Башҡорт халҡының ниндәй ғөрөф – ғәҙҙәттәрен сағылдыра ул?

( Һүҙлектән ғөрөф – ғәҙҙәт һүҙен ҡарау)

*(Ҡунаҡсыллыҡ, алсаҡ йөҙлөлөк, хөрмәт итә белеү)

- Беҙҙең башҡорт халҡына тағы ла ниндәй ғөрөф – ғәҙҙәттәр хас?

*(ярҙамсыл, ҡыйыу, ихлас, ябай, алсаҡ йөҙлө, көләс, тыйнаҡ, тырыш, һәләтле, эш һөйәр булыу)

     4)  Текст өҫтөндә эш.

- Ҡунаҡсыллыҡ тураһында һүҙ барған урындарҙы текстан кем табып уҡып бирә?

- Намыҫ тураһында төп герой нимә ти?

- Нимә инде ул намыҫ уҡыусылар?

- Намыҫ, ҡунаҡсыллыҡ тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

(Мәҡәлдәр әйттереү, экрандан уҡыу)

- Уҡыусылар, быйыл Бөйөк Еңеүҙең нисә йыллығын байрам итәбеҙ?

Һеҙ нисек уйлайһығыҙ: дошмандарға ҡаршы көрәштә намыҫ тигән сифат яугирҙарға хас булғанмы?

- Беҙҙең башҡорт халҡында үҙ Ватаныңды һөйөүгә, үҙ дәүләтеңде һаҡлауға, тыуған илең, халҡың алдында ғәскәри бурысты үтәүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Был вазифаны үтәү дәрәжә, намыҫ эше һанала. Ысын мосолман тыныс ваҡытта ла, иленә яу килгәндә лә иле алдындағы иҙге бурысын элек - электән намыҫлы үтәй.

 

 

 

  5) Ял минуты.

- Дүрт йыл буйына һуҙылған һуғышта яугирҙарға нимәләр рух ныҡлығын, ихтыяр көсөн һаҡларға ярҙам итте икән? Нисек ял итте икән улар, күңелдәрен нисек күтәрҙе икән?

*(өс мөйөшлө хаттар, йыр, бейеү, ҡурай моңо,..)

- Һеҙ ҙә арығанһығыҙҙыр, ял итеп бейеп алайыҡ.

(бейеү күнекмәләрен үҫтереү)

6)Ҡылым төркөмсәләрен ҡабатлау.

а) Кроссворд тултырыу.

- Ә хәҙер һорауҙарға яуап биреп кроссворд тултырып алайыҡ.

 

 

 

 

Ҡ

 

Ы

 

 

 

Л

 

Ы

 

 

 

м

 

 

 

 

 

 

 

 

- Нимә? Ни эшләй? Һорауҙарына яуап булып, эштең, хәрәкәттең һәм хәлдең исемен белдергән ҡылымдар нисек атала?

(исем ҡылым)

-  Рус телендәге инфинитивҡа тура килеп, ни эшләргә һорауына яуап биреүсе ҡылым?

(уртаҡ ҡылым)

-  Исемдең эшен, хәрәкәтен, билдәһен белдереп, ниндәй?, нимә эшләгән?, нимә эшләүсе?, нимә эшләйәсәк? Һорауҙарына яуап биреүсе ҡылым?

(сифат ҡылым)

-  Төп ҡылымды ваҡыт йәки эшләнеү рәүеше яғынан асыҡлап килә торған нисек?, ни эшләп?, ни эшләгәс? Һорауҙарына яуап биреүсе ҡылым?

(хәл ҡылым)

- Былар бөтәһе лә ҡылымдың нимәләре?

 

б) Бирелгән һөйләмдәрҙәге ҡылымдарҙың төркөмсәләрен билдәләргә.

1) Тыуған ерҙе дошмандарҙан һаҡлап, үҙ намыҫыңды үтә.

2) Тормош – минең өсөн намыҫ менән йәшәү.

3) Үҙ илен яратҡан кеше уны бер ҡасан да һатмаҫ.

4) Намыҫыңды йәштән һаҡларға  өйрән.

 

в) Һан диктанты.

(экранда)

Исем ҡылым – 1, уртаҡ ҡылым – 2, хәл ҡылым – 3, сифат ҡылым – 4.

Ҡылымдарҙың үҙҙәрен яҙмайынса. Уларға тура килгән һандарҙы ғына яҙырға.

 

Тырышып, (икеле) алмаҫҡа, уҡыусы (бала), эшләү, алдашмаҫҡа, йырлап, яҙыу, (илен) һөйөүсө, (илеңде) һатмаҫҡа, еңгән (батыр), гөрләшеп, бейей – бейей, илай торған, ышаныусы.

 

IV. Дәресте йомғаҡлау.

1) Бөгөнгө дәрестән үҙегеҙгә ниндәй фәһем алдығыҙ?

Уҡытыусы һүҙе: Намыҫ, ҡунаҡсыллыҡ башҡорттарҙа күптәндән һынала килгән, ата – бабаларҙан иң ҙур бүләк булараҡ ҡалған халҡыбыҙ сифаттары. ”Намыҫ”, ”намыҫлылыҡ” менән бергә “чисталыҡ”, “сафлыҡ” һүҙҙәре лә йөрөй. Намыҫлы тип беҙ хәйлә, ҡурҡаҡлыҡ һәм ялған менә үҙен быҫратмаған кешене әйтәбеҙ.

    Намыҫлы кеше ул – тура һүҙле һәм ҡыйыу кеше. Дуҫлыҡтың ҡәҙерен белә торған,  яҡындарын, таныш – белештәрен һәм хатта таныш түгел кешеләрҙе лә хөрмәт итә, ярата торған кеше.

Киләсәктә һеҙ ҙә илебеҙгә тоғро, намыҫлы кешеләр булып үҫерһегеҙ, тип ышанам.

2)                    Дәресебеҙ шуның менән тамам. Һеҙгә оҡшағандыр, тип ышанам.

(билдәләр ҡуйыу)

V. Өй эше.

“Намыҫ – ул минеңсә...” темаһына кескәй хикәйә төҙөргә.

 

 

 

 

 

 

                                                                                                                                      

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект урока по башкирскому языку " Произведение С.Агиша "Гость и совесть. Глагол"."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Социальный педагог

Получите профессию

Фитнес-тренер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 661 515 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 05.11.2016 2034
    • DOCX 64 кбайт
    • 34 скачивания
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Муллагалиева Ляйсан Ришатовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Муллагалиева Ляйсан Ришатовна
    Муллагалиева Ляйсан Ришатовна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 18778
    • Всего материалов: 14

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Технолог-калькулятор общественного питания

Технолог-калькулятор общественного питания

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 483 человека из 70 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 325 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Мини-курс

Управление личной продуктивностью менеджера

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Управление и менеджмент в спортивной сфере

7 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Основы финансовой отчетности

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе