Конспект урока по башкирскому языку "Синонимы" (5 класс)

Предпросмотр материала:

Тема. Синонимдар

Маҡсат: Синонимдар тураһында төшөнсә биреү,телмәрҙә синонимдарҙы актив ҡулланыу;

  яҙма һәм бәйләнешле һөйләү телмәрен,һүҙлек байлығын,хәтерҙе, иғтибарҙы үҫтереү;

   ил,ер,тәбиғәт яҙмышы өсөн һәр кемдә ыңғай сифат тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:дәреслек,предметлы һүрәттәр.

 

                      Дәрес барышы.

1.Ойоштороу мәле.

-Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ!

2.Психологик инеш.

         Башҡорт  теле минең телем,

         Хөрмәтләйем мин һине,

         Матурлығың, нескәлегең

         Таң ҡалдыра бит мине.

-Ысынлап та, башҡорт теле нескә , бай һәм яғымлы.

3.Өйгә эште тикшереү.

-Йәмле яҙ етә. Дәфтәреңә матур яҙ!

 -Ниндәй һүҙҙәр ҡабатлана? Улар нисек атала?

-Йомаҡ  ҡойоу.

       «Йөҙ»тип тә әйтәләр миңә,                                                                           

       Булам кешелә, башта.

       Буламын дәфтәр,журналда,

       Хатта һәр бер китапта. (Бит-бит)

 Ауыҙ эсендә мин торам,

 Һүҙ һөйләп,тешкә тейеп.

Хәҙер менә башҡаса әйт:

«Икмәк киҫ әле »,-тиеп. (Тел-тел)

-Нимә ул омоним? (әйтелеше,яҙылышы тап килеп тә,мәғәнәләре менән айырылған һүҙҙәр)

4. Яңы тема

-Уҡыу мәсьәләһен  ҡуйыу.

1)  -Шиғыр юлдарын иғтибар менән уҡыйбыҙ.

     -.Ҡалын хәрефтәр менән бирелгән һүҙҙәргә иғтибар итәбеҙ.

*   Бер бите айҙай балҡыған,

     Бер бите көндәй яҡтырған.

         * Ҡурҡаҡ булмаҫ ир-батыр,

            Өркәк булмаҫ ир-батыр

* Йыры ла бар был илдең,

   Көйө лә бар был илдең.

          * Батша быны ишеткәс, 

             Ҡысҡырынған,екеренгән.

2)   -Был һүҙҙәр тураһында нимәләр әйтерһегеҙ.Уларҙың һүҙ төркөмөн билдәләгеҙ.

Балҡыған,яҡтырған- ҡылымдар.

Ҡурҡаҡ, өркәк-сифаттар.

Йыр,көй- исемдәр.

Ҡысҡырынған, екеренгән- ҡылымдар.

3) Һығымта.    * Мәғәнәләре яғынан бер-береһенә яҡын һүҙҙәр синонимдар була. Синонимдар телмәрҙе үҫтерә,байыта,тулыландыра.

5. Дәреслек менән эшләү.

-180-се күнегеү. Һәр төркөм һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен аңлатыу.

-.Ул һүҙҙәр менән «сифат+ҡылым», «исем+ҡылым» һүҙбәйләнештәре яһап яҙыу.

 -181-се күнегеү. Бирелгән күп  мәғәнәле  һүҙҙәргә  синонимдар  яҙыу.

Өлгө:кәбән һалыу- ҡойоу, өйөү;

6.Телмәр үҫтереү.

-182-се күнегеү.Тексты иғтибар менән уҡығыҙ.

-.Ҡалын һүҙҙәрҙе синонимдар менән алыштырығыҙ.

- Ни өсөн йәштәргә : «Һеҙ Ватаныбыҙҙың таңы, өмөтө,киләсәге» тип мөрәжәғәт итәләр?.

7.Ғәмәли эштәр.Нығытыу.

1) Һүҙҙәрҙе уҡы.Синонимдар өҫтә:

БАТЫР-

АҠЫЛЛЫ-

ТЫУҒАН ИЛ-

ЙЫЛЫ-

МАТУР-

2) Һылыу, матур,гүзәл,һөйкөмлө,сибәр- һүҙҙәре менән һөйләмдәр уйла. Араҙан иң матурын яҙып алыу.

8)Йомғаҡлау.Рефлексив анализ.

-Бөгөн дәрестә нимәләр эшләгәнде ентекләп әйтеп сыҡ.

-Ниндәй һүҙҙәрҙе синонимдар тип әйтәбеҙ?

-Синоним һүҙҙәргә миҫалдар килтерегеҙ.

9) Баһалау.

10)Өйгә эш.183-сө күнегеү.

 

 

 

Илеш районы Үрге Йәркәй 

4-се урта мәктәбенең

5 а синыф уҡыусылары

менән дәресте  башҡорт

теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ғәлләмова Гөлүсә Раил ҡыҙы үткәрҙе.

 

 

Краткое описание материала

Конспект урока по башкирскому языку "Синонимы" (5 класс)

    DOCX

Файл будет скачан в формате:

    DOCX

Краткое описание материала

Автор материала

Галлямова Глюса Раиловна

Учитель башкирского языка и литературы

  • На сайте: 10 лет и 8 месяцев
  • Всего просмотров: 14820
  • Подписчики: 1
  • Всего материалов: 11
  • 14820
    просмотров
  • 11
    материалов
  • 1
    подписчиков

Настоящий материал опубликован пользователем Галлямова Глюса Раиловна.
Инфоурок является информационным посредником. Всю ответственность за опубликованные материалы несут пользователи, загрузившие материал на сайт. Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы: