Тема: Тиң киҫәкле һөйләмдәр.
Маҡсат: һөйләмдең тиң киҫәктәрен танырға
өйрәтеү, уларҙың үҙ- ара бәйләнеү саралары тураһында тулы белем биреү, телмәр
культураһын үҫтереү.
Йыһазландырыу: дәреслек, тиң киҫәкле һөйләмдәр
яҙылған таблица, слайдтар.
Дәрес барышы.
I. Ойоштороу моменты.
Уҡытыусы: Бөтәбеҙ ҙә баҫтыҡ, иркен итеп тын
алдыҡ, иптәштәребеҙгә ҡарап йылмайҙыҡ. Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ. Дәрестә бөтәһе лә
бармы? Ярай, яҡшы. Хәҙер дәфтәрҙәрегеҙҙе асып, бөгөнгө числоны,яңы теманы яҙып
ҡуйығыҙ. Бөгөн Утыҙынсы ғинуар ,
беҙ һеҙҙең менән тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе үтәбеҙ ( дәреслектән ҡағиҙәләр уҡыла,
слайдта миҫалдар күрһәтелә ).
II. Яңы теманы үҙләштереү.
Ҡағиҙәләр уҡып барыла һәм миҫалдар менән
нығытылып, дәфтәргә яҙҙыртыла.
Уҡыусыларҙың барыһын да эшкә йәлеп итергә ,
дәрескә ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк.
Уҡыусылар күмәкләшеп уҡыйҙар, уҡытыусы тиң
киҫәктәрҙең ҡулланылышын аңлатып китә.
Тиң киҫәктәрҙең ҡулланылышын аңлатырға,
уҡыусыларҙың теманы аңлау- аңламауын белер өсөн, үҙҙәренән бер - нисә һөйләм
төҙөтөп ҡарарға.
Уҡытыусы: Ярай, уҡыусылар. Беҙ һеҙҙең менән
тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе ҡарап сыҡтыҡ. Барығыҙ ҙа аңланымы? Афарин. Барыһы ла аңлашылһа,
әйҙәгеҙ күнегеүҙәр эшләүгә күсәйек. Китаптарығыҙҙан 175- се күнегеүҙе табығыҙ,
күмәкләп телдән башҡарабыҙ ( телдән күнегеүҙе эшләтеү; кемдәр теманы аңлап
етмәгән, шул уҡыусыларҙы билдәләп, аҙаҡтан өҫтәп эш бирергә). Яҡшы, уҡыусылар.
Ә хәҙер дәфтәрҙәрегеҙҙә үҙ аллы 176-сы күнегеүҙе эшләйһегеҙ, һуңынан күмәкләп
тикшерәбеҙ (уҡыусылар үҙ аллы эш башҡара ). Афарин, уҡыусылар. Ә хәҙер таҡтаға
иғтибар менән ҡарайбыҙ, тексты уҡып, тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе табабыҙ ( текст
өҫтөндә эш ).
Шулай итеп, беҙ бөгөн дәрестә тиң киҫәктәрҙе
өйрәндек, уларҙың ниндәй функция башҡарғанын белдек.
Баһалау: Афарин, бөгөн барығыҙ ҙа бик актив
булдығыҙ. Кемдәр тәртип боҙманы, актив ҡатнашып ултырҙы, шуларға бишле ҡуям.
Өйгә эш биреү: Өйҙә 177-се күнегеүҙе эшләргә,
тиң киҫәктәр менән 5-6 һөйләм төҙөп килергә. Бөгөнгә дәрес тамам, һау булығыҙ!
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.