Инфоурок Другое КонспектыКонспект урока по башкирскому языку "К.Даян "Елка" (5 класс)

Конспект урока по башкирскому языку "К.Даян "Елка" (5 класс)

Скачать материал

Класс:

5

Дата:

27 ғинуар 2022 й

Дәрес темаһы:

Ҡадир Даян “ Шыршы”

Дәрес төрө:

Яңы материалды өйрәнеү.

Дәрес маҡсаттары:

Белем биреү: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү.

Үҫтереүсе: башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеү, тасуири уҡыу, фекерләү һәләтен,тыңлап алыу, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.

Тәрбиәүи: матурлыҡҡа  иғтибарлы булыу, яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып-белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, күрһәтә, дөйөмләштерә белеү;

в) коммуникатив: һөйләмдәр төҙөү, үҙ-ара аралаша, тасуири уҡый белеү.

Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре: дәрестә башҡарған эштәре өсөн яуаплылыҡ тойоусы, тырыш, әҙәпле, белем алыуға ынтылыусы шәхес тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу:

“Башҡорт теле” дәреслеге, тема буйынса слайдтар, башҡорт алфавиты, компьютер, проектор.

Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхес булараҡ формалаштырыу)

I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу.

1. – һаумыһығыҙ! Хәйерле көн!

- һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Башҡорт теле дәресен башлайбыҙ.

2. Артикуляцион күнегеү.

Башланып китте дәрес,

Без матур ултырабыз.

4-ле, 5-ле билдәләрен

Көн һайын арттырабыҙ.

3. Тел төҙәткес. Чистоговорка.

Тай-тай-тай- эштән ҡайтты атай,

Сәй-сәй-сәй – ҡаршы алды әсәй,

Тай-тай-тай – беҙҙең менән олатай,

Сәй-сәй-сәй – сәй өлгөрттө әсәй.

Ләп-ләп-ләп – сәй эстек беҙ бергәләп.

 

Уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашалар.

 

Хор менән ҡабатлайҙар.

Р.: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора белеү, яҡшы, продуктив эшкә ынтылыш формалаша.

Ш.: белем алыуға, уҡыуға ҡарата ыңғай ҡараш формалаша.

II. Өйгә эште тикшереү.

Өйгә эштәрҙе тикшереү.

Иҫкә төшөрөү кем ул атай, әсәй, олатай, өләсәй. Какой праздник считается семейным?

Уҡыусылар үтелгәндәрҙе хәтергә төшөрә.

III. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

Мин һеҙгә хәҙер йомаҡ әйтәм һеҙ яуабын табып ҡарағыҙ әле.

Ҡышын да, йәйен дә йәм-йәшел.

Эйе, дөрөҫ шыршы була.

-      Шулай булғас беҙ бөгөн ниндәй тема менән танышабыҙ?

-      Эйе, беҙ бөгөн шыршы шиғыры  менән танышабыҙ, кем ул  Ҡадир Даян белербеҙ.

Тәжрибәлә ҡатнашалар.

 

 

 

- Теманы асыҡлайҙар.

Ш.: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ формалаша.

Р.: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләргә өйрәнәләр.

Т.б.: логик фекер йөрөтөү, уҡыу мәсьәләһен табыу, күрһәтә белеү формалаша.

IV. Яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

1. Яңы тема менән танышыу, һүҙлек эше башҡарыу. Ҡадир Даян — күренекле башҡорт яҙыусыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. 1910 йылдың 14 февралендә хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Ҡоншаҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа, 1975 йылда вафат була. 1927 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Арғаяшта уҡытыусылар әҙерләү курсында шөғөлләнә. Уҡып бөткәс, уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләй. 1930–1933 йылдарҙа Өфөгә килеп, педагогия институтында уҡый. Уҡып бөткәс, Башгосиздатта мөхәррир булып эшләй. Аҙаҡ ике йыл Стәрлетамаҡ педагогия техникумында уҡыта, 1936–1941 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт педагогия институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире булып эшләй.

Ҡадир Даян Беренсе май байрамында демонстрацияла йырлау өсөн уҡыусыларға бер йыр сығара. Был йыр 1929 йылда уҡ «Ҡыҙыл флаг» исеме менән матбуғатта баҫыла. Ҡ. Даяндың бер юлы өс китабы 1934 йылда донъя күрә: «Рәшиҙә» поэмаһы, балалар өсөн «Тимеркәй» хикәйәһе һәм «Хәйрүш менән Фәйрүш» тигән бер шаршаулыҡ пьесаһы.

БР Милли китапханаһында 50-гә яҡын китап, йыйынтыҡ, Ҡадир Даян әҫәрҙәре баҫылған ваҡытлы матбуғат баҫмалары күргәҙмәгә ҡуйылған. Авторҙың рус теленә тәржемә ителгән китаптары - «Светлый путь» (Уфа, 1954), «Подарок» (Уфа, 1966), «Песни из долины Ак-Идели» (Л., 1951), «Лирика» (Уфа, 1966), Избранные произведения (Уфа, 1970) һәм башҡорт драматургияһының алтын фондын тәшкил иткән «Таңсулпан» романтик драмаһы ла (Уфа, 1959) экспозицияға индерелгән. Ҡадир Даян балалар өсөн яҙылған башҡорт әҙәбиәте үҫешенә лә ярайһы ҙур өлөш индерҙе. Уның «Ни етә һуң дуҫлыҡҡа?», «Ҡоштар килә», «Хәйләкәр төлкө», «Берҙән-бер көндө» китаптары йәш уҡыусыларҙа әле булһа ҙур һорау менән ҡуллана.

“Шыршы” шиғыры өҫтөндә эш.

1).Уҡытыусы уҡый.

2).Үҙ аллы уҡыйҙар.

3).Һүҙлек өҫтөндә эш.

4).Тәржемә эше.Шиғырҙы тәржемә итеү.

5).Шиғырҙы уҡыусылар ҡысҡырып, сылбырлап уҡыйҙар.

6).Һорауҙарға яуаптар алыу.

- Йәшел шыршы ҡасан матурлана?

- Балалар нимә эшләйҙәр?

- Ә ни өсөн шыршы биҙәйҙәр? - Нисек әҙерләнәһегеҙ?

7).Шиғырҙы хор менән уҡыйҙар. Был йыр. Йырлап алайыҡ.?

 

2. Дәфтәрҙәргә число, тема яҙыла.

Яңы һүҙҙәрҙе дәфтәргә яҙып алабыҙ.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Яңы һүҙҙәрҙе хор менән ҡабатлайҙар.

тәржемә итәләр.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

К.:, башҡаларҙы тыңлай һәм әңгәмәгә ҡушыла белергә, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнәләр.

Т.б.: яңылык белеүгә ынтылыш формалаша.

V. Ял минуты.

Сәп-сәп сәпәкәй,

Минең ҡуҫтым бәләкәй,

Ҡулдарын өҫкә күтәргән була,

Сәпәкәй иткән була.

Ш. : уйында ҡатнашыу мәҙәниәте фомалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта.

VI. Белемде нығытыу. (практикала ҡулланыу).

1.     Китап буйынса 89-сы бит, 2-се күнегеү. Һүҙҙәр менән эшләү. ГРУППОВАЯ РАБОТА

2.     Дәреслектең 89-сы битендәге 4-се күнегеүҙе эшләү. Тәржемә итеү.Матур итеп бер һөйләмде күсереп яҙыу.

Күнегеүҙәрҙе башҡаралар.

Әңгәмәлә ҡатнашалар. 

 

 

 

 

 

Һығымта яһайҙар.

Р.: уҡыу мәсьәләһен аңлау, кабул итеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү формалаша.

К. : һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңларға, һөйләмдәр төҙөргә, әңгәмәгә ҡушылырға, үҙҙәренең фекерҙәрен әйтергә өйрәнәләр.

VII. Өйгә эш.

90сы бит 5 се күнегеү, дүрт юлды яттан яҙырға әҙерләнергә

 Көндәлеккә өйгә эште яҙалар.

VIII. Дәресте йомғаҡлау.

-      Шулай итеп бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?

-      Нимәгә өйрәндегеҙ?

-      Һөйләмдәрҙе тултырып әйтегеҙ.

Сегодня я узнал ....

Мне на уроке понравилось...

Үҙҙәренең эштәрен баһалау.

 

 

Уҡытыусы баһаһы.

Уҡыусыларҙың яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр.

-      Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен баһалай.

Р.: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирә белеү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Ш.: баһалау күнекмәһе үҫешә.

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 362 659 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 23.02.2022 161
    • DOCX 62.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Бурангулова Флюра Каримовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Бурангулова Флюра Каримовна
    Бурангулова Флюра Каримовна
    • На сайте: 7 лет и 8 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 7083
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой