Инфоурок Другое КонспектыКонспект урока по башкирскому языку на тему: "Ҡылым" (5 класс)

Конспект урока по башкирскому языку на тему: "Ҡылым" (5 класс)

Скачать материал

Тема: Ҡылым

Шәхси сифаттар өлкәһендәге үҫеш: әңгәмәсеңде тыңлай белеү, бер- берең менән аралашыу мәҙәниәте тәрбиәләү; парлап һәм төркөмдәрҙә эшләү ҡағиҙәләрен үҙләштереү. Телмәрҙе фекерләүҙе үҫтерергә, аңлап, дөрөҫ яҙырға өйрәнеү; тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләү,борондан килгән уйындарға, байрамдарға ҡыҙыҡһыныу уятыу; илһөйәрлек рухы тәрбиәләү.

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: эште, шартына ҡарап, эҙмә- эҙлекле үтәргә, грамоталы яҙырға, дөрөҫ йүнәлештә үтәү, телмәрҙе һәм фекерләүҙе үҫтереү; парлап һәм төркөмләп эшләп өйрәнеү.

Предмет өлкәһендәге үҫеш: ҡылымды белдергән һүҙҙәрҙе  күҙәтеү һәм сағыштырыу ярҙамында уларға хас үҙенсәлектәр тураһында һығымта яһау;заман, һан, зат  менән үҙгәреүен ҡабатлау.

Йыһазландырыу: мультимедиа проекторы, компьютер, интерактив таҡта.

Дәрес барышы:

I. Ойоштороу мәле.

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Ултырығыҙ! Бөгөн һеҙҙә башҡорт теле дәресен мин алып барам, минең исемем Айзилә Заһит ҡыҙы. (!-се слайд)                                    

II. Психологик комфорт булдырыу

1. -  Уҡыусылар, һеҙ дәрескә ниндәй кәйеф менән килдегеҙ?

(Уҡыусыларҙың яуаптары.)

(Экранда өс төрлө маска сығарыла : (2-се слайд аптырау, кәйефһеҙ, йылмайыу маскалары).

·         Ҡайһы маскаға һеҙҙең кәйефегеҙгә тура килә?

·         Бер- беребеҙгә ҡарап йылмайҙыҡ, кәйефтәребеҙ яҡшы, барыбыҙ ҙа шат, күтәренке күңел менән дәресте башлайбыҙ.

 

 - (3-сө слайд) Уҡыусылар,  тағы ла таҡтаға ҡарайбыҙ, унда нимәләр яҙылған. Улар менән ни эшләйек?

Уҡыусылар: Тиҙәйткестәр.Уны уҡыйыҡ, тиҙ һәм дөрөҫ итеп әйтергә өйрәнәйек.

·         Әйҙәгеҙ!

Таҡта ҡаҡма, ҡапҡа ҡаҡ, ҡапҡа ҡаҡма, таҡта ҡаҡ.

Һылыубикә һигеҙ һыйыр һуйған, һигеҙе лә һимеҙ, һигеҙенән дә һигеҙ һауыт май сыҡҡан.

 (Уҡыусылар тиҙәйткестәрҙе әйтәләр, телдәрен шымарталар.)

III. Уңыш ситуацияһы ойоштороу

-Уҡыусылар, быйыл Башҡортостанда нимә йылы тип иғлан ителде? (Сәләмәтлек  һәмәүҙем  оҙон ғүмерлек).   Шуға күрә әйҙәгеҙ беҙҙең дәрестең девизы     СӘЛӘМӘТ ТӘНДӘ – СӘЛӘМӘТ АҠЫЛ (4-се слайд)     тигән һүҙҙәр булһын. Әйҙәгеҙ уны бергәләп уҡыйыҡ.

Ә сәләмәт, һау булыр өсөн  ниндәй булыр кәрәк, нимәләр эшләр кәрәк?

Уҡыусылар: физ. күнекмәләр, спорт менән шөғөлләнеү, дөрөҫ туҡланыу, сынығыу, тырыш булыу кәрәк.

IV. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу

Бөгөнгө дәрестең темаһын белер өсөн әйҙәгеҙ “Поле чудес” уйынын уйнап алайыҡ

Б

а

ш

ҡ

о

р

т

о

с

т

а

н

 

(5-6 слайд)     Таҡтаға ҡараныҡ (РФ картаһы) Башҡортостан нимәгә оҡшаған? М.Кәрим уны япраҡҡа оҡшатып шиғыр яҙған, ә мин уны ҡояшҡа оҡшатам. Ни өсөн икән? ( ҡояш кеүек балҡый, алдынғы субъекттар рәтендә тора, үҫешә, ....

 

 


Беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

(Башҡортостан, ҡылымдар)

Нимә өйрәнергә тейешбеҙ? (тексттан ҡылымдарҙы табырғы,ҡылым тураһында алған белемде ҡабатларға, ҡылымдың үҙгәреүе тураһында белемде нығытырғы,

 

V. уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

-Дәфтәрҙәрҙә асып число, тема яҙабыҙ.

(7-8-се слайд)     таҡтаға ҡарайбыҙ ( шихан тауҙары элек, бөгөн һәм юҡҡа сығыуы тураһында) ҡылымдың заман енән үҙгәреңе.

Китапта эш. 251- се күнегеү беренсе һөйләмде дәфтәрҙә

(9-10-сы слайд)                                    Ҡымыҙ

        Башҡортостанда борон-борондан ҡымыҙ

яһайҙар. Башҡорт ҡымыҙының даны күптән инде

бөтә илдәргә таралған. Ҡымыҙ ашты тиҙ һеңдерә,

кешенең аппетитын күтәрә.

       Ул ҡанды яҡшырта, йоҡлата. Ҡымыҙ менән

үпкә ауырыуҙарын дауалайҙар.

       Мин ҡымыҙҙы бик яратам, шуға ла йәйҙе

көтөп алам.

Тексттан ҡылым табып  зат менән үҙгәрә икәнен асыҡлау.

 

 

 

VI. Рефлексив анализ. Баһалау.

-    Уҡыусылар, дәрес йомғаҡлауға ла бара. Ниндәй эштәр башҡарҙыҡ?  Маҡсатыбыҙға ирештекме?

Уҡыусылар: Эйе, ҡылымдарҙы заман,  һан, зат менән үҙгәрттек., тиҙәйткесәр әйттек,  бик күп мәҡәлдәр ҙә өйрәндек.

-         Афарин!  Кем бөгөн алған белемен киләсәктә ҡуллана алам, бөтәһен дә аңланым тип уйлай, йәшел түңәрәк күтәрегеҙ.

Кемгә әле белемдәрен нығытырға кәрәк, һеҙ һары түңәрәк күтәрегеҙ. Кемгә бөгөн бик ауыр булды, кемгә ярҙам кәрәк ҡыҙыл түңәрәк күтәрегеҙ.

-         Һеҙ бик тырыштығыҙ, киләсәктә туған телегеҙҙең моңон һаҡлаусылар, тел байлығын үҫтереүселәр булып ҡалырһығыҙ. Сәләмәт булығыҙ.

VI. Өйгә эш биреү.

Дәрес өсөн ҙур рәхмәт!

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал
Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

5 935 835 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 16.05.2021 195
    • DOCX 22.7 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Амакасова Айзиля Загитовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Амакасова Айзиля Загитовна
    Амакасова Айзиля Загитовна
    • На сайте: 5 лет и 10 месяцев
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 26584
    • Всего материалов: 54

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой