Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Конспект урока по башкирской литературе "Мастер и Подмастерье" в 8 классе по одноименному произведению Зайнаб Биишевой

Конспект урока по башкирской литературе "Мастер и Подмастерье" в 8 классе по одноименному произведению Зайнаб Биишевой

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:











8-се класта Зәйнәб Биишеваның “Һөнәрсе һәм Өйрәнсек “ әҫәре буйынса асыҡ дәрес.











Мораҙым мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Килдина Гөлсара Ғәйфулла ҡыҙы.

2016 йыл



Маҡсат.Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның ҡыҫҡаса тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” әҫәренең йөкмәткеһе менән танышыу,уҡыусыларҙың телмәрен байытыу өҫтөндә эшләү,һөнәр һайлауға йүнәлеш биреү.

Йыһазландырыу.З.Биишева “Дуҫ булайыҡ”(2008),З.Биишева “Избранное”(2009).Портрет-плакат.Интерактив таҡта,проектор.

Дәрес барышы

1.Ойоштороу.

2.Уҡытыусының инеш һүҙе.

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,

Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,

Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,

Әй илһамлы,әй хөрмәтле башҡорт теле.

Телебеҙгә оло данлау яҙҙы Зәйнәб Биишева.Ул үҙе телебеҙҙең бар нескәлектәрен ҡулланып ижад итте.Халҡыбыҙға ҙур күләмле ҡабатланмаҫ әҫәрҙәр бүләк итте.Мәктәп программаһында беҙ яҙыусының шиғырҙары,повестары,драма әҫәрҙәре менән танышабыҙ.Бөгөн дәрестә хикәйәт жанрына ҡараған “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” әҫәрен өйрәнәсәкбеҙ.Өйгә әҫәрҙе уҡып килергә ҡушылғайны.Уҡыған ваҡытта аңлашылмаған һүҙҙәр осрағандыр.Әйҙәгеҙ,һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен асыҡлай барайыҡ,шул уҡ ваҡытта йөкмәткене лә ҡыҫҡаса һөйләп китербеҙ.

Һүҙлек эше.

Һүҙ ирәбелеге-теремек,асыҡ һөйләү.

Һөлөк кеүек-пиявка,йылға-күлдәрҙә йәшәүсе ҡан һурыусы.

Ҡомартҡы-иҫтәлеккә тапшырылғанәйбер.

Ағас ижау-сүмес.

Мөгөҙ борғо-мал мөгөҙөнән эшләнгән көслө тауыш сығарыусы уйын ҡоралы.

Ҡойошҡан-эйәр алға күсмәһен өсөн,аттың ҡойроғо аҫтынан тарттырыла торған бау.

Ҡомолдороҡ-ат егеүҙә ҡулланылған бау,ҡайыш(диалект һүҙ)

Аҡыҡ-биҙәү өсөн ҡулланылған таш.Сәхифә-тормошта эҙ ҡалдырған осор(иҫкергән һүҙ)

Татырлы-ҡаты,тоҙҙарға бай һыу

Каса-тотҡаһыҙ бәләкәй һауыт

Дәрүиш-донъяуи нәмәләрҙән ваз кискән кеше.

Кәнизәк-батша һарайында йәшәүсе ҡыҙҙар

Әрмәнде-ҙур баҡа.

3.Нығытыу.Уҡыусыларға уйланыу,фекерҙәрен әйтеп биреү өсөн һорауҙар бирелә.

-Һөнәрсе менән Өйрәнсектең тышҡы ҡиәфәтен нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?

-Зәйнәб Биишева был әҫәрҙе ниндәй маҡсат менән ижад иткән тип уйлайһығыҙ?

-Яҙыусының ижадын Һөнәрсе ижады менән сағыштырып буламы?

-Әҫәрҙә ниндәй мәҡәлдәр бар?Үҙегеҙҙән ниндәй мәҡәлдәр өҫтәр инегеҙ?(Һөнәрле ҡул үлмәҫ,һөнәрһеҙ ҡул уңмаҫ.Һөнәр-һөнәрле ҡулында ғына һөнәр,һөнәрһеҙ ҡулында-түмәр.)

4.Йомғаҡлау.Маҡсатҡа ярашлы уҡыусылар менән һөнәрҙәр тураһында әңгәмә ҡорола.Һынлы сәнғәт бүлегендә уҡыу,был бүлекте тамамлап,ниндәй һөнәрҙәргә эйә булырға мөмкин икәнлеге лә әйтелә.Һынлы сәнғәт үрнәктәре слайдтар менән күрһәтелә.

Өйгә эшкә көршәк һүрәте яһау(теләк буйынса),Яманлыҡ һәм яҡшылыҡ төшөнсөләрен тағы ниндәй әҫәрҙәрҙә осраттығыҙ?Яуап яҙырға.

Автор
Дата добавления 17.11.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров17
Номер материала ДБ-362997
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх