Инфоурок Другое КонспектыКонспект урока по башкирской литературе "Минигали Шаймуратов"

Конспект урока по башкирской литературе "Минигали Шаймуратов"

Скачать материал

 

ҠАДИР ДАЯН. «Шайморатов генерал».

Маҡсаттар:

1.  «Шайморатов генерал» шиғырының йөкмәткеһен үҙ­ләштереү.

2.  Шайморатов генерал хаҡында уҡыусыларға билдәле булған хәл-ваҡиғаларҙы еткереү.

3.  Шайморатов өлгөһөндә уҡыусыларҙа Тыуған илгә би­релгәнлек, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү.

Уҡыусылар эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.

Ҡадир Даяндың биографияһын һөйләү. Уның «Шаймо­ратов генерал» шиғырын тасуири уҡып, йөкмәткеһен үҙләш­тереү. Генерал Шайморатовтың героик подвигтарын иҫкә тө­шөрөү. Шайморатов образы, уның автор тарафынан сағыу итеп бирелеүе. Шиғырға яҙылған музыканың аһәңлеген, уның хәрбиҙәрсә яңғырауын төшөнөү. Ҡулланылған һүрәтләү сара­ларын табыу.

Дәрес барышы

I.   Өйгә бирелгән эште тикшереү.

   Рәми Ғарипов ҡайҙа тыуған

   Шағир «Әсәм ҡулдары» шиғырында үҙенең әсәһен ни­сек иҫкә төшөрә?

   Әсәһе түҙемлелек күрһәтеп, уны нимәгә өйрәтә?

   Һеҙ әсәйегеҙҙең тәү башлап нимәгәлер өйрәткәнен иҫ­ләйһегеҙме, шул хаҡта һөйләгеҙ.

2— «Бер әсәнең зарыҡҡаны» исемле әкиәттә нимә тура­һында һөйләнелә?

Әкиәттең йөкмәткеһен тулы килеш һөйләтеү.

   Балалары әсәһенә ниндәй мөнәсәбәт күрһәтә?

   Әсәләре ҡош булып осоп киткәс, балалары ниндәй хәлдә ҡала?

   Әсә ҡәҙерен ваҡытында белеү кәрәк, аҙаҡ үкенерлек булмаһын тигән әйтемде һеҙ нисек аңлайһығыҙ?

   Һеҙ ҡайһылай уйлайһығыҙ, әсәләр менән балалар ҡайһы ваҡытта айрлышҡандар (һуғыш ваҡытында)

II.   Яңы тема.

1. — Бөйөк Ватан һуғышы нисәнсе йылдарҙа була?

   Был һуғышта Башҡортостан егеттәренең ҡыйыулығы ту­раһында нимәләр беләһегеҙ?

   Ә һеҙҙең Шайморатов генерал тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Кем һуң ул?

Уҡыусылар үҙҙәренең белгәндәрен һөйләйҙәр.

   Дөрөҫ, уҡыусылар, беҙҙең Башҡортостан егеттәре Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һуғыштың иң алғы сафтарында була. Тик Башҡортостандан ғына 178 кешегә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, ә Муса Гәрәевкә был Почетлы исем ике тапҡыр бирелә.

Бөйөк Ватан һуғышы тарихында Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы үҙе генә ҙур урын алып тора. Ул дивизия Баш­ҡортостанда төҙөлә, ундағы һуғышсылар үҙ аттары менән һу­ғышҡа инеп китәләр. Был дивизияның командиры генерал Миңлеғәли Шайморатов була.

Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатовтың шәхесе респуб­ликабыҙ һәм халҡыбыҙ тарихында айырыуса ҡәҙерле урын­дарҙың береһен алып тора. Уның етәкселегендә хәрби әҙерлек үткән Башҡорт кавалерия дивизияһы (1943 йылдың 14 февраленән — 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы) Бөйөк Ватан һуғышында тиңһеҙ батырлыҡ өлгөләре күрһәтә.

Дивизия сафтарын тәү мәлдә тулыландырған 5 мең сама­һы һалдат халҡы ла ябайҙан түгел. Һөр береһе ғариза яҙып, армияға үҙ теләге менән алынған. Ватан азатлығы, халыҡ осөн көрәшкә атлығып торған ир-егеттәр. Юғиһә, улар тыл хеҙмәтендә тир түгеп, фронтты тәьмин итеп тороу өсөн бронь буйынса ҡалдырылғайнылар. Башҡорт атлылары дивизияһын ойоштороу тураһындағы ҡарар сығарылғанда, мәжбүри моби­лизацияға тейешле ирҙәр алынып бөткәнлектән, ошо бронлы тыл хеҙмәте кешеләрен сафҡа саҡырырға тура килгән.

112-се Башҡорт атлылары дивизияһына «легендар» атама­һы юҡҡа бирелмәгән. Уның яугирҙары яу яланында батыр­лыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәтеп дан алған, дошманға ҡаршы сыҡҡанда, уның ҡотон ала торған булған. Командованиеның иң ҡатмарлы бурысын үтәп сыға алырлыҡ көс тапҡан.

Дивизия 1941—1942 йылдың ҡышында әҙерлек үтеп сыҡ­ҡас, Брянск фронтына килеп, 8-се атлылар корпусына ҡара- ган өс дивизияның береһен тәшкил итә. һуғыш ҡоралын алын, ҡулланыу күнекмәләрен үткәс, ошо 1942 йылдың 2 июль иртәһендә, ниһайәт, дошман ғәскәренә ҡаршы баҫа. Башҡортостан яугирҙары Дон буйынан алып Эльба ярҙарына тиклем меңәрләгән саҡрым һуғышсан юл үтә. Дивизияға 1943 йылдың 21 сентябрендә, башҡорт атлылары азат иткән кала хөрмәтенә, Чернигов исеме бирелә. Ул Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов һәм 2-се дәрәжә Кутузов ордендары менән бүләкләнә. Баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә башҡорт яугирҙары хөрмәтенә 15 тапҡыр салют бирелә.

Башҡорт дивизияһында Миңлеғәли Шайморатовтың абру­йы әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур була. Һалдаттар һәм офицерҙар уның етәкселегендә һуғышыуҙы үҙҙәре өсөн оло мәртәбә тип иҫәп­ләй. Фронттағы иң ауыр шарттарҙа ла ул яугирҙар тураһында хәстәрлек күрергә тырыша, бүтән командирҙарҙан да шуны талап итә.

Дивизия Сталинград фронтында танкылар, самолеттар ме­нән ҡоралланған фашист ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышып, тиҫ­тәләрсә ауыл-ҡалаларҙы азат итә. 1943 йылдың 23 фев­ралендә дошман тылына үткәрелгән рейдта халыҡ геройы ил азатлығы хаҡына яу ҡырында батырҙарса һәләк була.

Генерал Шайморатовтың иҫ киткес батырлығына арнап, Ҡа­дир Даян «Шайморатов генерал» тигән шиғырын ижад итә, ә һуңынан күренекле композитор Заһир Исмәғилев уның һүҙ­ҙәренә көй яҙа. Шулай итеп был йыр халҡыбыҙҙың, бигерәк тә уҡыусы балаларҙың яратҡан йырына әүерелде. Ә хәҙер ҡыҫ­ҡаса ғына уның авторы Ҡадир Даян хаҡында бер нисә һүҙ.

2.  Ҡадир Хәким улы Даянов 1910 йылдың 14 февралендә Силәбе әлкәһенең хәҙерге Ҡоншаҡ районы Ҡоншаҡ ауылын­да крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

Әммә Ҡадир Даян поэзияһының төп стихияһы — йырҙа. Ҡадир Даян йырҙарының поэтик көйө һәм халыҡсанлығы башҡорт халыҡ поэзияһының иң гүзәл традицияларына та­мырланып һәм шунан һут алып, шағирҙың үҙ поэтик һәләте­нә ҡушылыу аша тәрән мәғәнәле һәм бай тойғоло булып етешеүендә.

Ҡадир Даян йырҙарының оҙон һәм ҡыҫҡа йыр, таҡмаҡтар, романстар,дуэттар тигән әллә ни хәтле жанр биләмәләре бар.

Ҡ. Даян халыҡ араһында ҙур популярлыҡ ҡаҙанған шун­дай йырҙары менән башҡорт поэзияһының йыр репертуарын байыҡтырҙы.

 

3.                  Әйҙәгеҙ хәҙер “Шайморатов генерал” йырын тыңлап үтәйек.

-         Йыр көйө һеҙҙә ниндәй хис-тойғолар уята

 

4.                  Артабан шиғырҙы уҡыуға күсәләр.

Иң алда уҡытыусы үҙе уҡып күрһәтә, һуңынан бер нисә уҡыусы тасуири итеп уҡый. Шиғырҙың йөкмәткеһе буйынса һорауҙар бирелә.

   Шиғырҙа ниндәй ваҡиға тураһында һөйләнелә?

   Шиғырҙа кемдең образы тураһында һүҙ бара?

Генерал Шайморатов образын сағыу итеп күҙ алдына баҫ­тырыу өсөн Ҡадир Даян бик күп һүрәтләү сараларын ҡулла­на. Әйҙәгеҙ, шуларҙы билдәләп ҡарайыҡ.

Оҙатып калды күк Урал, дошман ҡырҙы. (Метафора)

Утлы дауыл. (Эпитет)

Утта янмай, һыуҙа батмай. (Сағыштырыу)

 

Уҡытыусы ошо тасуири һүрәтләү сараларына коммента­рий бирә, ни өсөн ҡулланылғанын аңлата.

III.            Рефлексив анализ, баһалау.

   Кавалерия дивизияһы тураһында нимә беләһегеҙ?

   112-се Башҡорт атлы дивизияһының музейы ҡайҙа урын­лашҡан?

   Шайморатовтың ҡайһы райондан икәнен беләһегеҙме?

   Һеҙҙең ауылдан 112-се Башҡорт атлы дивизияһында ҡатнашыусыларҙы беләһегеҙмә.

   Бына улар: Вәлиев Гәлим Вәлий улы, Вәлиев Хәмидулла Вәлий улы, Сәитхужин Хәмидулла Сәтихужин улы, Сәйфетдинов Зәйнетдин, Хәтипов Хәирзаман, Хужин Хәирзаман Хужай улы.

   Уҡыусылар, бәлки һеҙҙең аранан кемдер «Шайморатов генерал» йырын йырлап күрһәтергә теләр? Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, класс менән ошо йырҙы йырлап ҡарайыҡ.

IV.                        Өйгә эш.

«Эш дәфтәре» буйынса һорауҙарға яуап әҙерләргә.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект урока по башкирской литературе "Минигали Шаймуратов""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Управляющий рестораном

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 610 429 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 10.10.2016 3269
    • DOCX 30.3 кбайт
    • 21 скачивание
    • Рейтинг: 1 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Естехина Регина Робертовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Естехина Регина Робертовна
    Естехина Регина Робертовна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 4
    • Всего просмотров: 12551
    • Всего материалов: 9

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Фитнес-тренер

Фитнес-тренер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 279 человек из 66 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

4920 руб. 2950 руб.
Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 455 человек из 66 регионов

Мини-курс

Цифровая трансформация в бизнесе: аспекты управления и развития

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Копирайтинг: от пресс-портрета до коммуникаций

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Сенсорные системы и развитие нервной системы

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 50 человек из 23 регионов