Инфоурок Другое КонспектыКонспект урока по башкирской литературе "Урал тураһында ҡобайыр"

Конспект урока по башкирской литературе "Урал тураһында ҡобайыр"

Скачать материал

ЖӘЛИЛ КЕЙЕКБАЕВ. «Урал тураһында ҡобайыр».

Маҡсаттар:

1.  «Урал тураһында ҡобайыр» әҫәренең йөкмәткеһен үҙләш­тереү.

2.  Ҡобайыр жанрын дауам итеүселәр менән таныштырыу.

3.  Урал образына хөрмәт һәм һөйөү, ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү.

Уҡыусылар эшмәкәрлегенең төп эш төрҙәре.

Жәлил Кейекбаевтың биографияһын һөйләү. Уның бөйөк телсе, башҡорт теленең фәнни фонетикаһына нигеҙ һалыусы икәнлеген таныу. «Урал тураһындағы ҡобайыр»ҙы тасуири итеп уҡыу. Ҡобайыр жанрының дауам ителеүенә иғтибар итеү.

Дәрес барышы

I. Өйгә бирелгән эште тикшереү.

1.  «Эш дәфтәре»ндә бирелгән биремдәрҙең үтәлешен тик­шереү һәм баһалау.

2.  Хикәйәт ни өсөн «Салауат ташы» тип йөрөтөлә? Йөк­мәткеһен һөйләтеү.

   Халыҡ риүәйәттәренә таянып яҙылған был әҫәрҙең ҡай­һы урындары ысынбарлыҡ менән уртаҡ йәки уға тап кил­мәй?

   Бындай әҫәрҙәрҙе әҙәбиәттә жанры буйынса нисек тин йөрөтәләр?

I.   Яңы тема.

1.  — «Урал» темаһына күп сәсәндәр ҡобайырҙар ижад иткән. Шундай шәхестәрҙең береһе — күренекле телсе, Урал- Алтай лингвистикаһына нигеҙ һалыусы ғалим Жәлил Кейекбаев. Бөгөн беҙ уның тарафынан ижад ителгән «Урал тура һында ҡобайыр» исемле әҫәр менән танышырбыҙ. Хәҙер Жәлил Кейекбаевтың ҡыҙыҡлы биографияһы тураһында.

Яҙыусы һәм тел ғалимы профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев 1911 йылдың 25 октябрендә Башҡортостандың хәҙер ге Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1926 йылда Сәйетбаба ауылында башлангыс мәктәпте тамамлағас, Маҡар ауылында колхозсы йәштәр мәк­тәбендә уҡый.

1932 йылда Өфөлә Башҡорт педагогия техникумын тамам­лай. Бер үк ваҡытта ул «Аллаһыҙ» журналының яуаплы сек­ретары вазифаһын да башҡара. 1932—1937 йылдарҙа Мәскәү­ҙә Сит телдәр педагогия институтында уҡый һәм герман филологияһы бүлеген уңышлы тамамлап сыға. Бер йыл Мәскәү өлкәһе Рошаль ҡалаһында урта мәктәптә уҡытыусы булып эшләгәндән һуң, Өфөгә ҡайтып, педагогия институтының сит телдәр факультетында уҡытыусы, өлкән уҡытыусы, уҡытыу бүлеге мөдире, кафедра мөдире булып эшләй. 1942—1945 йылдарҙа Жәлил Кейекбаев Ғафури районы Сәйетбаба урта мәктәбенең директоры була. Бер йылға яҡын китап нәшри­әтендә баш мөхәррир булып эшләгәндән һуң, Мәскәүҙә Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтында аспирантурала уҡый. 1946—1949 йылдарҙа Өфө авиация институтында немец теле уҡытыусыһы булып эшләй, кафедра мөдире вазифаһын да башҡара. 1948 йылда ул филология фәндәре кандидат­лығына диссертация яҡлай. 1949 йылдан алып тәүҙә Баш­ҡорт педагогия институтында, һуңынан дәүләт университе­тында доцент, профессор — башҡорт тел ғилеме кафедраһы мөдире, бер ни тиклем ваҡыт сит телдәр факультеты деканы, 1057 йылдан 1961 йылга тиклем университеттың проректоры Оулып эшләй. 1960 йылда Жәлил Кейекбаев филология фәндәре докторлығына, башҡорт интеллигенцияһынан иң беренсе булып, диссертация яҡлай.

Жәлил Кейекбаев утыҙынсы йылдарҙың башында шиғырҙары менән матбуғат биттәрендә йыш күренә башлай. Уның күп кенә шиғырҙарын Ж. Табын имзаһы менән газеталарҙа, журналдарҙа осратырға була. Мәскәүҙәге Сит телдәр институ­тымда уҡығанда, ул немец теленән башҡорт теленә тәржемә эше менән ныҡлап шөғөлләнә. Жәлил Кейекбаев ике телдең дә нескәлектәрен белә, тел культураһы талаптарын яҡшы тоя. Шуға  күрә тәржемә иткәндә әҫәрҙең оригиналдағыса яңғырауына ирешә. Бөйөк Гете, Г. Гейне кеүек шағирҙарҙың шиғырҙарын, Эрих Вайнерт, Вилли Бределдең шиғыр һәм хикәйәләре, Фр. Вольфтың «Доктор Мамлюк» драмаһы, бер туған Гримдарҙың айырым китап булып сыҡҡан әкиәттәре оригиналдың, стиле, дөйөм эске һулыштары һаҡланыу менән әһәмиәтлеләр. Был осорҙа әле рус теленән тәржемә эше лә түбән була ә инде башҡа сит телдәрҙән туранан-тура тәржемә итеү тағы ла һирәк ине.

Жәлил Кейекбаев Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында төрлө темаға ҡобайырҙар, очерк һәм хикәйәләр ижад итә. Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов тураһында очерк, Александр Матросов (Шакирйән Мөхәмәтйәнов) тураһында шиғырҙар яҙып, шул уҡ иҫемдәрҙә башҡорт һәм рус телдәрендә баҫтырып сы­ғара.

Ватан һуғышынан һуңғы йылдарҙа ул, юғары уҡыу йорт­тарында уҡытыусылыҡ һәм ғилми эштәр алып барыу менән бергә, балалар әҙәбиәтендә даими эшләп килә. Уның халыҡ әкиәттәре ерлегендә яҙған әҫәрҙәре айырым йыйынтыҡтарға тупланып та сыға. Яҙыусының «Туғандар һәм таныштар» ро­маны ҙур популярлыҡ яуланы.

Жәлил Кейекбаев республикала Н. К. Дмитриев башлап ебәргән башҡорт теле ғилеме фәнен дауам иттереүсе һәм артабан уңышлы үҫтереүсе, ошо фәнде югары талаптарға яуап бирерлек хәлдә ойоштороусы. «Башҡорт теленең фонетика­һы» тигән ҙур монографик тикшеренеүе буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң, профессор Жәлил Кейек­баев тирәһендә башҡорт теле фәнен өйрәнеү буйынса һәләтле йәш ғалимдар мәктәбе ойоша һәм белгестәр әҙерләүҙә әһә­миәтле эштәр башҡарыла. Күп тә үтмәй, ул «Урал-алтай тел­дәренең сағыштырма грамматикаһы» тигән ҙур хеҙмәтен та­мамлай. Жәлил Кейекбаевтың бөтәһе илленән ашыу ғилми хеҙмәте бар. Шулар араһында етеһе айырым китап булып сыҡты. Ул башҡорт теленән урта мәктәптәр, педучилище һәм юғары уҡыу йорттары өсөн яҙылған байтаҡ дәреслектәрҙең авторы ла.

Жәлил Кейекбаев ундан ашыу филология фәндәре канди­даттарын әҙерләне, илебеҙҙең төрлө ҡалаларында ғилми учреж­дениеларҙың эштәрендә булышлыҡ итә ине, башҡа универ ситеттарҙың һорауы буйынса лекциялар менән сығыш яһаны.

Ғалим-яҙыусы республикала йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашты. Азия һәм Африка илдәре теләктәшлек Совет ко митеты ағзаһы, БАССР Верховный Советы депутаты булды.

Күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Ленин һәм «Почет Билдәһе» ордендары менән наградланды, «Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән исемгә лайыҡ булды.

2.  Ҡобайырҙы уҡытыусы үҙе тасуири итеп уҡый. Ҡайһы бер өҙөктәрен уҡыусыларҙан уҡыта.

Йөкмәткеһен үҙләштереү буйынса түбәндәге һорау

Был әҫәрҙе ни өсөн ҡобайыр тип әйтәбеҙ? Унда ҡоба­йыр жанрына хас стилдәрҙең һаҡланыуын күрһәтеп иҫбат ите­геҙ.

   Ҡобайырҙа беҙҙең Башҡортостандың иҫ киткес байлығы тураһында әйтелгән юлдарҙы табып уҡыгыҙ.

   Ҡобайырҙа ниндәй тарихи ваҡиғалар тураһында һүҙ ба­рыуын әйтегеҙ.

   Ҡобайырҙа халыҡ азатлығы өсөн көрәштә үҙҙәрен күр­һәткән ниндәй батырҙар тураһында әйтелә?

   Боронғораҡ ижад ителгән ҡобайырҙар менән сағышты­рып, оҡшаш һәм айырмалы яҡтарҙы әйтеп ҡарағыҙ.

   Әгәр ҙә иғтибар итһәгеҙ, тәҡдим ителгән ҡобайырҙың теле иҫ киткес бай, унда ниндәй генә сағыштырыуҙар, башҡа тасуири саралар ҡулланылмай. Әйҙәгеҙ, ошо тасуири саралар тураһында һөйләшәйек.

Урал образын һүрәтләгәндә шағир бер үк һүҙҙең мәғәнә­һенә бер нисә метафора файҙалана. Шул метафораларҙы та­бып дәфтәрегеҙгә яҙығыҙ:

Уралдың битләсендә, Уралдың ҡосағында, Уралдың итә­гендә, Урман ҡуйынында.

   Ҡобайырҙа образлы итеп әйтелгән эпитеттар бар. Шу- нарҙы табып уҡып күрһәтегеҙ. (Сая туп, ҡорос ҡая)

II. Рефлексив анализ, баһалау.

III.                       Өйгә эш.

1.  «Эш дәфтәре» буйынса бирелгән биремдәрҙе эшләргә.

2.  «Урал тураһында ҡобайыр»ҙы тасуири уҡырға, йөкмәткеһен һөйләргә әҙерләнергә.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект урока по башкирской литературе "Урал тураһында ҡобайыр""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Хранитель музейных предметов

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 609 615 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 10.10.2016 1499
    • DOCX 29.8 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Естехина Регина Робертовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Естехина Регина Робертовна
    Естехина Регина Робертовна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 4
    • Всего просмотров: 12549
    • Всего материалов: 9

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 455 человек из 66 регионов

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 279 человек из 66 регионов

Мини-курс

Методология физического воспитания

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Влияние внешних факторов на психологическое развитие личности

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Введение в инвестиции и инвестиционный процесс

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе