- Учебник: «Окружающий мир (в 2-х частях)», Вахрушев А.А., Данилов Д.Д., Бурский О.В., Раутиан А.С.
- Тема: Глава I. Как работает организм человека
- 04.02.2018
- 690
- 3

Тема: 1812 йылғы Ватан һуғышы.
Маҡсат: 1. 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында мәғлүмәт биреү.
2. Тарихи факттар аша уҡыуҙың танып- белеү активлеген үҫтереү;
Рәсәй тарихында булған ваҡиғаларға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу;
үҙ аллы фекерләргә, белем алырға йүнәлеш биреү.
3. Уҡыусыларҙа тыуған илгә, милли геройҙарға ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Слайдтар, видеояҙма, бейджиктар: тарихсы, йылъяҙмасы;
таблицаны тултырыу һәм белемдәрен тикшереү өсөн карточкалар.
План.
I . Психологик инеш.
I I. «Уңыш» ситуацияһы тыуҙырыу. Слайдта.(уҡыусы уҡый)
Скажи-ка,
дядя, ведь недаром,
Москва, спалённая пожаром
Французу отдана?
Ведь были ж схватки боевые
Да, говорят, ещё какие!
Недаром помнит вся Россия
Про день Бородина.
Уҡытыусы. Шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара?
Уҡыусы. Бородино яланындағы бәрелеш тураһында һүҙ бара.
Уҡытыусы. Дәресте ни өсөн шиғыр менән башлап ебәрҙек икән, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Уҡыусы йә тарихсы. Бородино яланындағы һуғыш тарихта тәрән эҙ ҡалдырған
бәрелештәрҙең береһе, Был бәрелешкә быйыл 200 йыл тула.
Уҡытыусы. Был һуғыш ниндәй илдәр араһында булған ? (уҡыусылар яуап бирә.)
III. Маҡсатҡа сығыу.
Уҡытыусы. Эйе,балалар! Бөйөк рус шағиры М.Ю. Лермонтов «Бородино» шиғырында 1812
йылғы хәрби ваҡиға тураһында яҙған. Бөгөн дәрестә ошо ваҡиға тураһында
һөйләшәсәкбеҙ.
Дәрестең темаһы : 1812 йылғы Ватан һуғышы.
Уҡытыусы. Дәрестең маҡсатын үҙегеҙ әйтерһегеҙ. Бының өсөн таблицаға иғтибар итәйек.
Мин нимә беләм? |
Нимә белергә теләйем? |
Хәҙер нимә белдем? |
Уҡытыусы. «Бородино» шиғырынан нимә белдек? ( таблица тултырыла бара)
Уҡыусы. 1. Француздар Мәскәүҙе алған.
2. Рус һәм Франция ғәскәрҙәренең Бородино яланындағы ҡаты бәрелеше.
Уҡытыусы. Таблицаның икенсе пунктына иғтибар итәйек. Дәрес темаһы буйынса тағы ним
белергә теләр инегеҙ?
Уҡыусы. 1. Һуғыштың башланыу сәбәбе.
2.Ғәскәрҙәр менән кем етәкселек иткән?
3.1812 йылғы һуғышта кем еңгән?
IV . Маҡсатты хәл итеү.
Уҡытыусы. Һуғыштың башланып китеү сәбәбен белер өсөн китаптың 112-се битендәге 1-се
абзацты уҡыйыҡ . (төркөмдәрҙә эш)
Уҡытыусы. Һуғыштың башланып китеү сәбәбе нимәлә?
Уҡыусы. Наполеон бөтә донъяны үҙенә буйһондорорға теләгән.
Уҡытыусы. Кем һуң ул Наполеон? Һүҙҙе тарихсыларға бирәйек.
Тарихсы. (Слайд)…Наполеон Бонапарт бер үҙенсәлекле кеше булған. Ул дворян ғаиләһендә тыуған. 16 йәшендә генә хәрби академияны тамамлаған, 24 йәштә генерал булған, ә 35 йәштә Францияның императоры, йәғни батшаһы итеп тәғәйенләнгән. Хәрби рухлы Наполеон идара иткән осоронда бер туҡтауһыҙ һуғыштар алып барған. Ул бәләкәй саҡтан уҡ хәрби еңеүҙәр тураһында хыялланған. Наполеон бер яҡтан бөйөк полководец булһа, икенсе яҡтан баҫып алыусы, ҡалаларҙы, ауылдарҙы емереүсе, ҡан ҡойоусы, күҙ йәштәре түктереүсе, һыҙланыуҙар алып килеүсе тиран булған. Ул Европалағы бик күп илдәрҙе үҙенә буйһондорған. «3 йылдан һуң бөтә донъя менән хакимлек итәсәкмен, Рәсәй генә ҡалды, ә мин уны ер менән тигеҙләйәсәкмен,» - тип хыялланған.
Уҡытыусы. Шулай итеп һеҙ икенсе һорауға яуап бирә алаһығыҙ.
Уҡыусы. Француз армияһының баш командующийы Наполеон Бонапарт булған.
Уҡытыусы. 1812 йылда Наполеон Рәсәйгә баҫып ингән һәм илдә һуғыш башланған. Наполеон
үҙенең планын нисек тормошҡа ашыра башлағанын белер өсөн йылъяҙмасыларға мөрәжәғәт
итәйек .
Йылъяҙмасы. 1812 йылда француз армияһы Рәсәйгә баҫып инә.Наполеон тиҙ һәм еңел еңеүгә өмөтләнгән. Ул бер нисә алыштан һуң, Рәсәй армияһы һуғышты туҡтатып, үҙе баш эйер тип уйлаған. Әммә Наполеон уйлағансы килеп сыҡмаған. Рәсәй халҡы дошманға бөтә ил менән күтәрелгән. Бик ҡаты бәрелештәр булған. Халыҡ сәсеүлектәрен яндырып, малын үҙе менән ҡыуып алып киткән. Дошман ғәскәре яндырылған, бушап ҡалған территория буйлап килгән.Наполеондың исеме Рәсәйҙә ҡурҡыныс янаған исем булып таралған. Шуға күрә халыҡ дошманға баш эйгәнсе, уға ҡаршы һуғышта үлем яҡшыраҡ тип иҫәпләгән.
Уҡытыусы. Наполеон үҙенең планын тиҙ генә тормошҡа ашыра алдымы? Ни өсөн?
(балалар яуап бирә)
Уҡытыусы. Һуғыш оҙайлы ваҡытҡа һуҙылған. Француздар һөжүме ныҡ көслө булған, рус ғәскәрҙәре дошманға ҡаршы тора алмаған һәм ул туҡтауһыҙ сигенгән. Смоленскиҙы алғандан һуң да дошман һөжүмен дауам иткән. Мәскәүгә 100 саҡрымдай ҡалғас, 6 августа, армияның баш командующийы итеп Кутузов тәғәйенләнгән.
Кем һуң ул Кутузов? Тарихсыларға мөрәжәғәт итәйек.
Тарихсы. (слайд) Данлыҡлы рус полководецы Василий Илларионович Кутузов та дворян ғаиләһенән сыҡҡан. 16 йәшендә генә офицер, ә 17 йәшендә полк командиры булған. Бик күп яуҙарҙа ҡатнашып, ауыр яралар алған. Шундай ҡаты бәрелештәрҙең береһендә ул бер күҙенән яҙа, икенсе бәрелештә пуля муйынынан үтә сыға. Ошо ауыр яраларҙан тере ҡалғас, докторҙар аптырауҙа ҡалғандар һәм : « Хоҙай Кутузовты ,моғайын, алда буласаҡ яуҙарға һаҡлайҙыр ул,» - тигәндәр. Кутузовтың батырлығын Наполеон яҡшы белгән, уны «ҡарт төлкө» тип атаған. 67 йәшендә , Рәсәй өсөн ауыр ваҡытта, Бородино һуғышы алдынан , талантлы полководец Кутузов рус армияһының баш командующийы итеп тәғәйенләнгән.
«Нисек инде ошондай баһадирҙар менән француздарҙы туҡмамайһың?!»- һалдаттарҙы күреү менән баш командующийҙың һүҙҙәре шул булған. Тегеләре лә яуапты тиҙ тапҡан: “ Кутузов француздарҙы туҡмарға килә!”
Уҡытыусы. Шулай итеп Рәсәй армияһы менән кем етәкселек иткән?
(балалар яуап бирә, таблица тултырыла бара)
Уҡытыусы. Кутузов хәл иткес һуғышҡа әҙерләнә башлаған. Ул алыш Мәскәүҙән 110 км алыҫлыҡта урынлашҡан Бородино ауылы эргәһендәге киң һәм иркен яланда 1812 йылдың 26 авгусында булған.
( Интернеттан Бородино һуғышы тураһында видеотаҫма ҡарау,113- сө битте уҡыу).
Уҡытыусы. Ҙур юғалтыуҙар арҡаһында Кутузов ғәскәрҙәренә сигенергә бойорған. Рус командованиеһы алдында ауыр һорау килеп тыуған: Мәскәү стеналары янында тағы бер һуғышырғамы әллә, Мәскәүҙе дошманға ҡалдырып, ғәскәрҙе һаҡлап ҡалырғамы? Төндә полководец, Филе ауылында хәрби кәңәшмә үткәрә һәм , ҡыйын булһа ла, сигенергә ҡарар ҡабул итә.(слайд)
Уҡытыусы. Наполеон Мәскәүгә ингән. Ләкин бөтәһе лә ул уйлағансы килеп сыҡмаған. Уны бушап ҡалған ҡала ҡаршы алған. (слайд) Европаның башҡа илдәрендә бындай хәл булмаған, уға баш һалған ҡалаларҙың асҡыстарын хөрмәт менән килтереп биргәндәр. Еңелеүҙе белмәгән яулап алыусы үҙен ышанысһыҙ һәм хәүефле тойған. Бер айҙан ул Мәскәүҙе ҡалдырған.
Хәҙер рус армияһы дошманды эҙәрлекләй башлаған. Сигенеүсе француз армияһына партизандар – дошман баҫып алған ерҙәрҙә һуғышсылар – бик күп зыян килтергән.
Тиҙҙән баҫҡынсылар беҙҙең тыуған Рәсәй еренән ҡыуылған (слайдта карта) . Ә рус армияһы 1814 йылда Парижға тиклем барып еткән. Француздарҙың 600 меңләп армияһынан 30 мең һалдат тороп ҡалған. Наполеон Парижға ҡайтҡас, унан армияһы тураһында һорашҡандар. Ул: ”Армия юҡ”,- тип яуап биргән.
Шулай итеп , 1812 йылғы һуғышта кем еңеү яулаған?
(балалар яуап бирә, таблица тултырыла бара)
Уҡытыусы. Ни өсөн һуғыш Ватан һуғышы тип атала?
(уҡыусыларҙың яуаптары)
Уҡытыусы. Башҡорттар ҙа бөтә ил менән бергә тыуған илен һаҡларға күтәрелгән. Башҡорт-
тарҙың ҡаһарманлығы тураһында йылъяҙмасылар һөйләп ишеттерер.
Йылъяҙмасы. Рус армияһы менән бергә башҡоттар ҙа ҡулдарына ҡорал тотоп, Ватан һағына баҫа. Башҡорттар 28 полктан торған атлы ғәскәр туплап яуға оҙата. Бородино яланындағы 1 – се башҡорт полкы, Өфө йәйәүселәр полкы батальондары ҡаһармандарса һуғыша. Күп кенә башҡорт полктары Наполеонды Рәсәйҙән ҡыуыуҙа ҡатнаша, ә ҡайһы берҙәре партизан армияһы отрядтарында була. Кузов башҡорт яугирҙарының батырлығын бик юғары баһалай: ” Сигенеүсе дошманға башҡорттарҙың ниндәй дәрт һәм шатлыҡ менән ташланыуҙарын, уларҙы ниндәй ҡаһарманлыҡ менән юҡ итеүҙәрен күрһәгеҙ ине!”- тип яҙа ул.
Башҡорт һыбайлылары 1813-1814 йылдарҙа Наполеонды вропа буйлап ҡыуыу яуында ла ҡатнаша. Күп кенә башҡорт полктары Польша, Германия территорияһында француздар менән ауыр һәм көсөргәнешле һуғыш алып бара.
Башҡорт ғәскәрҙәре француздарға ҡаршы һуңғы һөжүмдә лә ҡатнаша һәм иң тәүгеләрҙән Парижға барып инә. Ошо һуғыштағы еңеү шатлығы “Любизар” исемле башҡорт халыҡ йырында асыҡ сағылған: (йырҙы тыңлау)
Мәскәүгә лә керҙек беҙ,
Парижды ла күрҙек беҙ,
Француздарҙы еңгәндә,
Ер емертеп йөрөнөк беҙ,
Любезники, любизар,
Маладис, маладис!
1812 йылғы Ватан һуғышында күпләп ҡатнашыуҙары менән башҡорттар һәр саҡ хаҡлы рәүештә ғорурланды. Бының менән улар Ватанға тоғро булыуҙарын иҫбат иттеләр.
V.Өйгә эш.
Яҡташыбыҙ Әнүәр Әсфәндиәровтың “Олатайҙарҙың да бар тарихы” китабынан яугир яҡташтар
тураһында белешмә алырға.
V. Синтез таблицаһын тултырыу.
Уҡытыусы. Һеҙҙең алдағы карточкаларҙа 1812 йылғы һуғыштың биш ваҡиғаһы яҙылған, шуларҙы хронологик тәртиптә (алдарына 1,2,3,4.5 һандарын ҡуйып) урынлаштырығыҙ.
Бородино һуғышы |
|
Наполеон ғәскәре Рәсәй сиктәрен үтеп инә |
|
Кутузов Мүскәүҙе ҡалдыра |
|
Рәсәй армияһы туҡтауһыҙ сигенә |
|
Рәсәй армияһы Парижды ала |
|
Уҡытыусы. (слайдта ) Яуаптарҙы тикшерегеҙ
Бородино һуғышы |
3 |
Наполеон ғәскәре Рәсәй сиктәрен үтеп инә |
1 |
Кутузов Мүскәүҙе ҡалдыра |
4 |
Рәсәй армияһы туҡтауһыҙ сигенә |
2 |
Рәсәй армияһы Парижды ала |
5 |
VI. Үҙ-үҙеңде тикшереү.
“5” билдәһе – бөтә яуаптар ҙа дөрөҫ.
“4” билдәһе – бер хата ебәрелһә.
“3” билдәһе - ике хата ебәрелһә.
VII. Рефлексив анализ.
Уҡытыусы . (Уҡыусылар һөйләмде тултырып әйтәләр)
Мин …. белдем.
Мин …. өйрәндем.
Миңә … оҡшаны.
Мин тағы ….. белергә теләр инем.
- Дәрес башында ҡуйылған маҡсаттарға ирештекме?
- Дәрес тамам. Рәхмәт.
Ҡушымта №1
( Дәрес барышында тултырылған таблица)
Мин нимә беләм |
Нимә белергә теләйем |
Хәҙер нимә белдем |
1. Француздар Мәскәүҙе алған. 2. Рус һәм Франция ғәскәрҙәренең Бородино яланындағы ҡаты бәрелеше |
1. Һуғыштың башланыу сәбәбе.
2.Ғәскәрҙәр менән кем етәкселек иткән.
3. 1812 йылғы һуғышта кем еңгән.
|
1.Наполеон бөтә донъяны үҙенә бойһондорорға теләгән. Француз армияһының баш командующийы Наполеон Бонапарт булған. Рәсәй армияһының баш командующийы М.И. Кутузов булған.
Рәсәй армияһы еңеү яулаған. |
Ҡулланылған әҙәбиәт: 1.“Начальная школа” газетының № 48, 2004 й. “Уроки по родной истории”
2. “Башҡортостан тарихынан хикәйәләр” 5-се класс. И.Ғ. Аҡманов. Өфө: Китап,1996.
3. “Һаҡмар” газетаһының 31-34-се һандары, 2012й. “Башҡорт яугирҙары Рәсәй һағында” Ә. Сәйғәфәров, крайҙы өйрәнеүсе.
В.Ә. Нөғәмәнова
Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай
урта мәктәбенең башланғыс
кластар уҡытыусыһы
Настоящий материал опубликован пользователем Нугаманова Велера Ахметдиновна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт
Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.
Удалить материалФайл будет скачан в формате:
Настоящая методическая разработка опубликована пользователем Макаренко Полина Игоревна. Инфоурок является информационным посредником
В данной методической разработке к уроку Окружающего мира в 3 классе по теме "Бактерии и грибы" представлен конспект урока, в который входят: дидактическая цель, задачи, планируемые результаты, описание каждого этапа урока. Также представлены идеи для воплощения на уроке
Курс повышения квалификации
Еще материалы по этой теме
Смотреть
Рабочие листы
к вашим урокам
Скачать
7 023 147 материалов в базе
«Окружающий мир (в 2-х частях)», Вахрушев А.А., Данилов Д.Д., Бурский О.В., Раутиан А.С.
§ 15. Короли, президенты и граждане
Больше материалов по этой темеВам будут доступны для скачивания все 182 272 материалы из нашего маркетплейса.
Мини-курс
2 ч.
Мини-курс
3 ч.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.