Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Начальные классы / Конспекты / Конспект урока по предмету "Әлифба" на тему "Алфавит"
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 24 мая.

Подать заявку на курс
  • Начальные классы

Конспект урока по предмету "Әлифба" на тему "Алфавит"

библиотека
материалов

Тема: Алфавит

Маҡсат: Алфавит тураһында төшөнсә бирергә, уның ҡулланышын аңлатырға; алфавит хәрефтәренең исемдәрен дөрөҫәйтергә өйрәнергә;уларҙы иҫтә ҡалдырырға;хәтерҙәрен, фекерләү һәләттәрен, һөйләү телмәрҙәрен, матур яҙыу күнекмәләрен үҫтерергә; уҡыуғы ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләргә;

I.Психологик комфорт булдырыу.

Уҡытыусы Хәйерле иртә балалар. Тәҙрә аша тышҡа, тәбиғәткә күҙ һалайыҡ. Ниндәй матур, тыныс иртә. Эшләү өсөн һауаға,ҡояшҡа үрелеп көс дәрт алайыҡ. Беҙҙе туйҙырған ергә рәхмәт әйтәйек! Беҙҙе уҡырға, яҙырға өйрәткән Әлифбаға рәхмәт һүҙе әйтәйек.

Рәхмәт һиңә Әлифба!

II. Уңыш ситуацияһын ойоштороу.

- ә ни өсөн бөгөн беҙ уға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ? (сөнки әлифбаның һуңғы битенә еттек) Бөгөн Әлифба дәреслеген тамамлайбыҙ. Ул һеҙҙе нимәләргә өйрәтте? (балаларҙың яуабы)

- ниндәй шиғырҙар иғегеҙҙә ҡалды? (ятлап күрһәтәләр)

Һығымта

Уҡытыусы Афариндар, шиғырҙарҙы иҫтә ҡалдырғанһығыҙ. Ә хәҙер таҡталағы ҡыҫҡа ғына шиғыр юлын бергәләп уҡыйыҡ:

Башҡорттарым уҡыу кәрәк” (бергәләп уҡыйбыҙ)

Уҡытыусы –Эйе, кем күп уҡый ,шул кеше күпте беләсәк, белемле буласаҡ. Ә һеҙҙең күп нәмә тураһында белгегеҙ киләме? Тимәк һеҙгә лә күп уҡырға кәрәк буласаҡ. ә уҡырға беҙгә нимәләр ярҙам итә?

  • бында ҡарағыҙ әле. Нимәләр күрәһегеҙ?(хәрефтәре төрлө тәртиптә торған плакат)

  • Ошо хәрефтәрҙе белмәһәк уҡый алыр инекме?

Һығымта.

Һеҙ хәҙер бөтә хәрефтәрҙе лә беләһегеҙ. Тимәк, һеҙгә дөрөҫ,шыма,тиҙ уҡырға ғына ҡала.

Уйын кем тиҙерәк хәрефте таба. ә кем таба алмай ул ултыра, уның урынына икенсе уҡыусы сыға. Шулай итеп уйын дауам итә.

Уҡытыусы Йәгеҙ әле мин әйткән хәрефтәрҙе табыуы еңел булдымы?(эйе,юҡ)

  • ни өсөн ауыр булды?

III Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү

  • Кәрәкле хәрефтәрҙе тиҙ генә табыу өсөн ни эшләр инегеҙ?(балаларҙың яуабы)

  • Һеҙ классҡа килеп ингәс тә, кемдең ҡайҙа ултырғанын тиҙ генә таба алаһығыҙмы?

  • Ни өсөн?(иҫләйбеҙ, күршеләрен беләбеҙ, класста һәр кемдең үҙ урыны бар)

Дөрөҫ һәр кемдең үҙ урыны бар. ә бында хәрефтәр бер тәртиптә тормай икән.

IV.Физкультминутка.

Уҡытыусы:

  • Был нимә? (Алфавит). Алфавитта һеҙ үткән бөтә хәрефтәр ҙә бар. Башҡорт алфавитында бөтәһе 42 хәреф бар. Алфавит һүҙе грек алфавитындағы тәүге ике һүҙҙән барлыҡҡа килгән.

  • Алфавит ниндәй хәрефтәрҙән тора? (һуҙынҡы һәм тартынҡыларҙан)

  • Нисә һуҙынҡы хәреф бар?

  • Ҡайһы хәрефтәр ике өндән тора?

  • Һуҙынҡылар ниндәй ике төргә бүленә?

  • Ҡалын һуҙынҡыларҙы әйтегеҙ. (а,о,у,ы)

  • Нәҙек һуҙынҡыларҙы әйтегеҙ.(ә,ө,ү,и,э)

  • Ә тартынҡылар ниндәй ике төргә бүленә?(яңғырау һәм һаңғырау)

  • Ҡайһы хәрефтәрҙең баш хәрефе юҡ?(ң,ҫ)

Алфавиттағы хәрефтәрҙең үҙ исеме бар. Минең арттан уларҙы дөрөҫ итеп ҡабатлай барығыҙ һәи иҫтә ҡалдырырға тырышығыҙ.(китапты асып бергә уҡыйбыҙ)

V.Ғәмәли эштәр.

Ә хәҙер дәфтәрҙе асып,(ҡырҡынсы бит) беренсе эште ҡарайбыҙ:

- алфавиттан ике өндө белдергән һүҙҙәрҙе яҙып алырға. (е,ё, ю,я)

- төшөп ҡалған парлы яңғырау-һаңғырау тартынҡыларҙы яҙып ал.

VI.Йомғаҡлау.

Автор
Дата добавления 11.04.2016
Раздел Начальные классы
Подраздел Конспекты
Просмотров136
Номер материала ДБ-024267
Получить свидетельство о публикации

Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх