Инфоурок / Другое / Конспекты / Конспект урока "Рәүеш дәрәжәләре"
Обращаем Ваше внимание: Министерство образования и науки рекомендует в 2017/2018 учебном году включать в программы воспитания и социализации образовательные события, приуроченные к году экологии (2017 год объявлен годом экологии и особо охраняемых природных территорий в Российской Федерации).

Учителям 1-11 классов и воспитателям дошкольных ОУ вместе с ребятами рекомендуем принять участие в международном конкурсе «Законы экологии», приуроченном к году экологии. Участники конкурса проверят свои знания правил поведения на природе, узнают интересные факты о животных и растениях, занесённых в Красную книгу России. Все ученики будут награждены красочными наградными материалами, а учителя получат бесплатные свидетельства о подготовке участников и призёров международного конкурса.

ПРИЁМ ЗАЯВОК ТОЛЬКО ДО 21 ОКТЯБРЯ!

Конкурс "Законы экологии"

Конспект урока "Рәүеш дәрәжәләре"

Такого ещё не было!
Скидка 70% на курсы повышения квалификации

Количество мест со скидкой ограничено!
Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок"

(Лицензия на осуществление образовательной деятельности № 5201 выдана ООО "Инфоурок" 20 мая 2016 г. бессрочно).


Список курсов, на которые распространяется скидка 70%:

Курсы повышения квалификации (144 часа, 1800 рублей):

Курсы повышения квалификации (108 часов, 1500 рублей):

Курсы повышения квалификации (72 часа, 1200 рублей):
библиотека
материалов

Тема. Рәүеш буйынса белемдәрен системалаштырыу

Дәрестең маҡсаттары.

 1. Уҡыусыларҙы рәүеш дәрәжәләре менән таныштырыу, рәүеш темаһы буйынса алған белемдәрен нығытыу һәм системаға һалыу.

2.Уларҙың иғтибарҙарын һәм логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү.

          3.Спортҡа һөйөү, сәләмәт тормош алып барыуға ынтылыш тәрбиәләү.

        

Принциптары.

1) дидактик принциптар:фәннилек, күрһәтмәлелек, уҡыу – уҡытыу барышының тәрбийәүи характерҙа булыуы;

2) лингвистик принциптар:функциональ – семантик принцип (рәүештәрҙе һөйләм төҙөүҙәге роленән сығып өйрәнеү), бүлек-ара бәйләнеш принцибы (тел ғилеменең лексика, морфологогия, һүҙ яһалышы бүлектәрен бәйләп биреү);

3) методик принциптар: коммуникатив, ситуатив – тематик  принцип;

Дәрестең төрө: ҡатнаш дәрес

Дәресте йыһазлау. Интерактив таҡта, сигнал каточкалар,  картондан киҫелгән сигналдар,карточкалар, сюжетлы һүрәт


Дәрестең план - конспекты.

I. Ойоштороу.

Уҡыусылар менән иҫәнләшеү. Дәрескә әҙерлектәрен тикшереү. Уңай психологик уңай булдырыу. Дәресте башлау.

Һүҙ-ташҡын да:

Йыуып ташлай йылдар туҙанын,

Һүҙ-осҡон да:

Тоҡандыра ыҙғыш усағын.

Һүҙ-ҡаяу ҙа:

Ыуы менән һибә михнәтен,

Һүҙ-дауа ла:

Йәнгә бөркә йәшәү сихәтен.

(Ҡ.Аралбай)

-Эйе, һүҙ-үҙе бер ғәләмәт донъя, мөғжизә. Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы М.Кәрим әйтеүенсә, һүҙ - аралашыу ҡоралы ғына түгел, ул гүзәллекте аңлатыр үлсәм, күрһәткес тә. Уның ярҙамында донъяны танып беләбеҙ, аралашабыҙ.

Һүҙҙәр теҙмәһе ағыла...Иҫ китерлек бер нәмә лә юҡ һымаҡ.Ә ысынында иһә,уның аша образдар таныйбыҙ,һүҙҙең мәғәнәһен аңлатабыҙ.




II. Төп этапта буласаҡ актив эшсәнлеккә әҙерлек. Актуалләштереү

Башватҡыс сисеү.

Уҡытыусы. Уҡыусылар, беҙгә экранда башватҡыс бирелгән. Унда бер һүҙ йәшерелгән, беҙгә шуны табырға кәрәк. Һорауҙары бына ошолай:

  1. Башҡортса ла яҡшы бел,

.........   да яҡшы бел!

Икеһе лә беҙҙең өсөн

 Иң  кәрәкле, затлы тел. (русса)

  1. Әкрен түгел....( шәп)

  2. Ашыҡ- .... кейенде (бошоҡ)

  3. Йыш түгел...... (һирәк)

  4. Тау шикелле.....(тауҙай)

Беҙ шаҡмаҡтарға язған һүҙҙәр ниндәй һорауға яуап бирәләр?

(Нисек?)

  • Шулай булғас, был һүҙҙәр  ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?

(Рәүештәр).

Дәрестең маҡсаттарын билдәләйбеҙ.

Рәүештәр тураһында иҫкә төшөрөп китәйек.

Ғалимдар был турала нимә әйтте икән.

  • Телмәр аппаратына күнекмә.

III. Төп этап. Белем биреү һәм системаға һалыу.

Уҡыусылар, беҙ башватҡысты сискәндә вертикаль буйынса ниндәй һүҙ килеп сыҡты? (спорт).

Нимә ул спорт?

Ул һүҙ менән ниндәй ҙур ярыш бәйләнгән?(олимпиада)

Олимпиадала кемдәр ҡатнаша?( спортсмендар)

Кемдәр киләсәктә спортсмен булып китә? (спорт һөйөүсе балалар)

Спорт менән шөғөлләнеүҙең ниндәй файҙаһы бар? (кеше сәләмәт, көслө, ҡыйыу була).

Хәҙер уҡыусылар иғтибар менән экранға ҡарағыҙ. Һеҙҙең алда “Буласаҡ чемпиондар” исемле һүрәт. Һеҙгә рәүештәр ҡулланып һөйләмдәр төҙөргә кәрәк. (Көн ғәжәп матур. Балалар шәп итеп тауҙан шыуалар. Әсләм Тимурҙан шәберәк шыуа. Малайҙар бейек тауҙан түбәнгә табан шыуалар. Юғарыла шыршылар үҫә. Улар елдәй шыуалар.Киләсәктә шәп шыуырҙар)

Рәхмәт, бик тырышып эшләнегеҙ, афарин.


Рәүештәр тураһында иҫкә төшөрөп китәйек.

Ғалимдар был турала нимә әйтте икән.


Олимпиада спортсмендарҙың ниндәй оҫталыҡтарын тикшерә?( шәп йүгереү, оҫта йөҙөү, тура атыу, матур шыуыу, ҡыйыу булыу, етеҙ барыу)

Слайд (үҙҙәрен тикшереү)

Эйе, ә бөгөн беҙ һеҙҙең менән рәүештәрҙең тағы ла бер үҙенсәлеге менән танышабыҙ. Экранға иғтибар менән ҡарағыҙ.

Слай. Беҙҙең хоккейсылар поляктарҙан етеҙерәк уйнай.

Евгений Плющенко ғәжәп матур шыуа.

Олимпиадала Рәсәй командаһының спортсмендары башҡаларға ҡарағанда күберәк ҡатнаша.

Был һөйләмдәрҙән рәүештәрҙе табығыҙ.(етеҙерәк, ғәжәп матур, күберәк).Был рәүештәр ниндәй һүҙҙе асыҡлап килә? (ҡылымды). Улар эштең ниндәй кимәлдә үтәлеүен күрһәтә.

Эйе уҡыусылар беҙ рәүештәрҙең дәрәжәләрен таптыҡ. Уның ниндәй дәрәжәләре бар инде? (сағыштырыу, артыҡлыҡ). Тағы ла ниндәй һүҙ төркөмө дәрәжәләрҙә үҙгәрә? (сифат). Сифаттың ниндәй дәрәжәләре бар? (төп,сағыштырыу, артыҡлыҡ, аҙһытыу)

Слайд (рәүештәрҙең дәрәжәләр яһалыу юлдары )

Бергәләп уҡыу, ҡабатлау. Дәреслектән ғалимдарҙың һүҙҙәрен уҡыу.

Карточкалар менән эш

Мин һеҙгә уҡыған һөйләмдәр менән килешәһегеҙме.

-Рәүештәр исемдәр кеүек дәрәжәләрҙә үҙгәрәләр?

-Рәүештәр 3 төрлө дәрәжә алалар?

-Тиҙерәк- артыҡлыҡ дәрәжәһендәге рәүеш?

- Иң юғары- артыҡлыҡ дәрәжәһендәге рәүеш?

-Матурыраҡ- сағыштырыу дәрәжәһендәге рәүеш?

Слайд (яуаптарҙы тикшереү)

IV этап Нығытыу күнегеүҙәре

174- се күнегеү- яҙма (сағыштырыу, артыҡлыҡ дәрәжәләрендә ҡуйыу).

- Карточкалар менән эш. Төркөмдәргә бүлеп биреү.

1. Сағыштырыу дәрәжәләрен беренсе бағанаға, артыҡлыҡ дәрәжәләрен икенсе бағанаға яҙ.(оҙағыраҡ торҙолар, бик йыраҡ киттеләр, бейегерәк һикерҙе, иртәрәк торҙо, ныҡ ярата, ифрат шәп шыуа)





2. Сифат һәм рәүеш булған һөйләмдәрҙе айырып яҙ.(Бик матур сәскәләр үҫә. Альпенистар бик бейеккә менделәр. Бейек- бейек тауҙар күренә. Китаптағы һүрәттәр матур. Шәп-шәп атлап ҡайтып китте. Айыуҙай алпан- толпан атлап бара.)

3. Сифаттар һәм рәүештәр менән һөйләмдәр төҙө.

Сифаттар Рәүештәр

Матурыраҡ Матурыраҡ

Бик көслө Бик көслө

Юғарыраҡ Юғарыраҡ

4. Интерактив таҡтала эш

-Текстан рәүештәрҙе һәм улар эйәреп килгән һүҙҙәрҙе табып, яҙып алығыҙ.

-рәүештәрҙе генә ҡалдырығыҙ.

V Өйгә эш Халыҡ ижады әҫәрҙәренән миҫалдар яҙып алырға.

VIII. Йомғаҡлау һәм анализ. Рефлексия.

Спорт һүҙенә акрошиғыр уйлайбыҙ.

Уҡытыусы. Уҡыусылар, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләштек?(беҙ рәүеш дәрәжәләре тигән теманы өйрәндек) Һеҙ ниндәй яңылыҡтар алдығыҙ? Нимәгә өйрәндегеҙ? Ниндәй сифаттар үҙегеҙҙә тәрбиәләргә тырышырһығыҙ?

Һеҙгә ниндәй һорауҙарға яуап биреүе ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы?




Самые низкие цены на курсы переподготовки

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 50% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок", но в дипломе форма обучения не указывается.

Начало обучения ближайшей группы: 25 октября. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (10% в начале обучения и 90% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru

Общая информация

Номер материала: ДБ-210698

Похожие материалы