Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Конспект урока "ҡушма һүҙҙәр". 5 класс

Конспект урока "ҡушма һүҙҙәр". 5 класс

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Дәрестең темаһы:

ҡушма һүҙҙәр һәм уларҙың дөрөҫ яҙылышы.


Дәрестең маҡсаты:

1.ҡушма һүҙҙәрҙең яһалыш юлдарын нығытыу,уларҙың дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү,

2.ололарҙы ихтирам итеү,хөрмәтләү,тыуған еребеҙгә,республикабыҙҙың тәбиғәт мөғжизәләренә һөйөү,һоҡланыу тәрбиәләү,

3.тексты йөкмәткеһенә ҡарап өлөштәргә бүлә белеү,төп фекерҙе билдәләй һәм әйтеп бирә белеү,үҙләштерелгән белемде асыҡ итеп әйтә алыу.


Йыһазландырыу:дәреслек,дидактик материал китабы,республикабыҙҙың тәбиғәт мөғжизәләре төшөрөлгән һүрәттәр,картиналар,проектор һәм Башҡортостандың тәбиғәт мөғжизәләре һүрәтләнгән,ҡушма һүҙҙәрҙән төҙөлгән топонимик атамаларҙы күрһәтеүсе слайдтар.


Дәрес барышы:

1.Уҡыусылар менән танышыу,был ғәҙәти булмаған дәрескә кемдәр килгәнлеген ҡушма һүҙҙәр ярҙамында әйттерергә:мәктәп уҡысылары,мәктәп уҡытыусылары,ҡатын-ҡыҙҙар,ир-егеттәр һ.б.

ҡағиҙәләрҙе нығытыу маҡсатында һүҙлек диктанты башҡарыу.


2.Һүҙлек диктанты.Асылыкүл, ашҡаҙан,генштаб, дөйәғош,бирьяҡ/

баш ҡатырғыс,баштан аяҡ,тимер юлы,күп милләтле ,баш ҡала/аңҡы-тиңке,бары-юғы,ағалы-һеңлеле,аң-белем, алан-йолан.

Өйгә эшкә бирелгән 220-се күнегеү буйынса 15 һүҙҙе уҡыусылар бағаналап яҙа,дәфтәрҙәрендәге эштәрен парталаштары тикшерә,һүҙҙәрҙең орфограмма өлөшөндә хата булһа -0,һүҙ дөрөҫ яҙылһа 1 мәрәй ҡуялар.15-14 балға”5”- ле,13-12 балға-“4”,11-10 балға “3”ҡуйыла. Тәүге бағанала ҡушыу юлы,икенсеһендә бәйләү һәм өсөнсөһөндә парлау юлы менән яһалған һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы буйынса һығымта яһарға.


3.Таҡтала схема ярҙамында һүҙьяһалыш(тамыр,яһалма,ҡушма),ҡушма һүҙҙәрҙең яһалыу юлдарын схема (Ҡ,Б,Ҡ,П,Ҡ)рәүешендә хәтерҙә ҡалдырырға тәҡдим итергә.1-се ҡушымталағы ҡағиҙәне ҡулланырға мөмкин.


4.Артабан уҡыусылар дәфтәрҙәренә число һәм көн исемен яҙып ҡуялар.Теманы теркәйҙәр,уҡытыусы дәрестең маҡсаты менән таныштыра.

5.Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын күрһәтеүсе таблицаны(3-сө ҡушымта) тултыралар.Ҡағиҙәне файҙаланырға мөмкин(2-се ҡушымта).Күмәкләшеп эштең дөрөҫлөгөн тикшерәләр ,1-се слайд.


6.Артабан Бөрйән районы территорияһынан ҡушма һүҙҙәр эҙләйҙәр,топонимик атамаларҙы һанау аша республикалағы тәбиғәт мөғжизәләрен ҡарайҙар(улар ҡушма исемдәр булырға тейеш),атамаларын ҡысҡырып уҡыйҙар , 1-10-сы слайдтар.


7.Артабан уҡыусылар дәфтәрҙәренә уҡытыусы таратып биргән төҫлө картиналар буйынса һәм ундағы текстарҙан 3 минутта ҡушма һүҙҙәр күсереп яҙалар.Һәр кем үҙенең эшен уҡый.


8.Дәрестең йомғаҡлау өлөшөндә ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы буйынса уҡыусыларҙан теманы үҙләштергәндә ниндәй ауырлыҡтар менән осрашыуҙары тураһында һорашыу, аңлашылмаған өлөштәренә яңынан туҡталыу.


9.221-се күнегеүҙең дөрөҫ эшләнеүен аңлатырға:3 абзацты күсереп яҙырға һәм ҡушма һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙып өҫтөнә ниндәй юл менән яһалғанын яҙырға кәрәклеген төшөндөрөү.


10.Дәрестәге әүҙемлектәре буйынса һәм яуаптарҙың дөрөҫлөгө буйынса уҡыусыларға баһа ҡуйырға.


11.Өйгә эш:221-се күнегеү.


Ҡушымта.

1.Ҡушма һүҙҙәр .

Ике йәки бер нисә тамыр һүҙҙән яһалып, бер генә мәғәнә аңлатҡан һүҙҙәр ҡушма һүҙ тип йөрөтөлә.

Башҡорт телендә ҡушма һүҙҙәр түбәндәге юлдар менән яһала:

1. Һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән: ашъяулыҡ, көнсығыш, төньяҡ, айғолаҡ, ҡултамға, аҡҡош, телекамера, ярғанат.

2. Һүҙҙәрҙе парлау юлы менән: ҡатын-ҡыҙ, ир-ат, ата-әсә, тирә-йүн, тимер-томор, һауыт-һаба, дөбөр-шатыр, белә-күрә, бата-сума

3. Һүҙҙе ҡабатлау юлы менән: берәм-берәм, тиҙ-тиҙ, төрлө-төрлө, ваҡыт-ваҡыт, матур-матур, һөйләнә-һөйләнә.

4. Һүҙҙәрҙе бәйләү юлы менән: тимер юл, бал ҡорто, ялан аяҡ, йөҙ түбән, сарыф итеү, Мәғариф министрлығы һ.б.

5. Һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу юлы менән: БР — Башҡортостан Республикаһы, АҠШ — Америка Ҡушма Штаттары, БМО — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, БДУ — Башҡорт дәүләт университеты.

2.Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.


Айырып яҙыу:

Ҡушма һүҙҙәр түбәндәге осраҡтарҙа айырым яҙыла:

1) тәүге һүҙ аныҡлаусы мәғәнәһен һаҡлағанда: бала саҡ, тимер юл, аҡ айыу, баш ҡала;

2) ике һүҙҙән тороп, һүңғыһында эйәлек ялғауы булһа: айыу көпшәһе, ҡайын еләге, күгәрсен күҙе, энә ҡарағы, ҡаҙ үләне;

3) һүҙҙәрҙе бәйләү юлы менән яһалған ҡушма һүҙҙәр: ҡот осҡос, бер туған, күп милләтле, Башҡортостан Республикаһы;

4) ҡушма һандар: ун бер, егерме алты, утыҙ өс;

5) ҡушма ҡылымдар: хайран ҡалыу, хөрмәт итеү, килеп етеү.


Ҡушып яҙыу:

Ҡушма һүҙҙәр түбәндәге осраҡтарҙа ҡушып яҙыла:

1) тәүге һүҙе аныҡлаусы мәғәнәһен юғалтып, икеһе бергә бер атама булып киткәндә: айғолаҡ, йыланбалыҡ, аҡһаҡал, ҡарағас, хужабикә, ҡарағат, ҡарағош;

2) ике һүҙ араһындағы мәғәнә мөнәсәбәте юғалып, бер һүҙ берәмегенә әүерелгәндә: барыбер, быйыл, бөгөн, берүк;

3) кеше исемдәре һәм хайуан ҡушаматтары: Аҡйегет, Миңлеғәли, Еҙтырнаҡ, Аҡтүш.


Һыҙыҡса аша яҙыу:

Ҡушма һүҙҙәр түбәндәге осраҡтарҙа һыҙыҡса аша яҙыла:

1) ҡабатланып килгән һүҙҙәрҙән, шулай уҡ парлы һүҙҙәрҙән төҙөлгән осраҡта: тиҙ-тиҙ, йүгерә-йүгерә, арлы-бирле, мал-тыуар, юҡ-бар;

2) ике атаманан ҡушарлап яһалған топонимдар, ике өлөшө лә ҙур хәреф менән башланып, һыҙыҡса аша яҙыла: Ҡаңны-Төркәй, Еҙем-Ҡаран, Ҡырғыҙ-Миәкә;

3) ике сик араһын белдергән һүҙҙәр һәм һандар һыҙыҡ аша яҙыла: Өфө—Мәскәү поезы, 1976—1980 йылдар, 4—5 метр.













3.Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы




1

2

3

4

5

1

Һүҙҙәрҙең яҙылышы

айы-

рым

ҡу-

шып

һы-

ҙыҡса

миҫалдар

2

тәүге һүҙ аныҡлаусы мәғәнәһен һаҡлағанда

+



бала саҡ, баш ҡала

3

ике һүҙҙән тороп, һуңғыһында эйәлек ялғауы булһа

+



ҡайын еләге,

күгәрсен күҙе

4

һүҙҙәрҙе бәйләү юлы менән яһағанда

+



ҡот осҡос, бер туған,

5

ҡушма һандар һәм ҡылымдар

+



ун бер,

хайран ҡалыу

6

тәүге һүҙе аныҡлаусы мәғәнәһен юғалтып, бер атама булып киткәндә


+


аҡһаҡал, ҡарағат,

7

ике һүҙ араһындағы мәғәнә мөнәсәбәте юғалғанда


+


барыбер, быйыл, бөгөн, берүк

8

кеше исемдәре, хайуан ҡушаматтары


+


Миңлеғәли,Аҡтүш

9

ҡабатлау,парлау юлы



+

йүгерә-йүгерә, арлы-бирле

10

ике атаманан ҡушарлап яһалған топонимдар(ер-һыу атамалары)



+

Ҡаңны-Төркәй

Ҡырғыҙ-Миәкә;


11

ике сик араһын белдергән һүҙҙәр һәм һандар араһында



+

Өфө-Мәскәү поезы,

4-5 метр.







Выберите курс повышения квалификации со скидкой 50%:

Автор
Дата добавления 11.02.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров315
Номер материала ДВ-441680
Получить свидетельство о публикации

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх