Инфоурок Другое КонспектыКонспект урока"Мәжит Гафури хеҙмәткә һәм халыҡҡа дан йырлаусы шағир"

Конспект урока"Мәжит Гафури хеҙмәткә һәм халыҡҡа дан йырлаусы шағир"

Скачать материал

Башҡортостан Республикаһының  Мәғариф министрлығы

БР Тәтешле районы муниципаль районы хакимиәте

мәғариф бүлеге муниципаль учреждениеһы

Үрге Тәтешле 2-се һанлы муниципаль бюджет урта дөйөм белем биреү мәктәбе

 

 

 

Мәжит Ғафури –

халыҡҡа һәм хеҙмәткә дан йырлаусы                        шағир

/әҙәбиәттән асыҡ дәрес конспекты/

 

 

                                                              Әҙерләне һәм үткәрҙе:

                                                                          башҡорт теле һәм әҙәбиәте

                                                                             уҡытыусыһы Муллаярова Э.Р.

 

 

Үрге Тәтешле

2015

Мәжит Ғафури –

халыҡҡа һәм хеҙмәткә дан йырлаусы                        шағир

(1880-1934)

 

Маҡсат: Башҡортостандың халыҡ шағиры - М.Ғафуриҙың биографияһынан  белешмә  биреү; ижадындағы идея-тематикаһы сағылышын; “Гөлдәр баҡсаһында” шиғырының мәғәнәһен асыҡлау; уҡыусыларҙа матурлыҡ, туған халҡына, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү .

 

Йыһазландырыу: дәреслек, интерактив таҡта, яҙыусының портреты, китаптары, карточкалар.

Дәрес барышы

I.Ойоштороу мәле. Балаларҙы сәләмләү.

II. Инеш.

(Уҡытыусының  музыкаға шиғырҙан өҙөк һөйләүе)

                                            Бер көн шулай гөлдәр баҡсаһында

                                            Сәскәләрҙе ҡылдым тамаша.

                                            Хуш еҫтәре менән йән шатлана,

                                            Нурҙарынан күҙҙәр ҡамаша.                                                                     

- Ошо шиғри юлдарҙы кем яҙған, тип уйлайһығыҙ?

- Эйе, Мәжит Ғафури. Тимәк, бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһын билдәләп үтәйек. Кем әйтер?

 - Уҡыусылар, һеҙ был әҙиптең тағы ла ниндәй әҫәрҙәрен уҡып беләһегеҙ?

- Бына һеҙҙең алдығыҙҙа бөйөк әҙибебеҙҙең йәшәгән йылдары. Ә хәҙер ул тере булһа, уға нисә йәш булыр ине?

- Дөрөҫ, афарин, балалар. Математиканы ла бик яҡшы беләһегеҙ икән.

2. Уҡытыусының дәрес темаһын, маҡсатын билдәләүе.

 - Дәрестә беҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Ғафуриҙың биографияһы һәм ижады менән танышасаҡбыҙ. 

III. Төп өлөш. Төркөмдәрҙә эшләү.

- Хәҙер мин һеҙгә ошондай эш тәҡдим итәм: таратҡан карточкаларҙа М.Ғафури тураһында мәғлүмәт тупланылған. Һеҙгә 3 минут эсендә уҡып һәр берегеҙгә бүленгән координатаны тултырырға кәрәк. Ә һуңынан үҙегеҙҙең координаталағы мәғлүмәтте интерактив таҡтаға яҙасаҡһығыҙ.

- 1-се төркөмгә - “Биография” координатаһы, 2-се төркөмгә - “Исемен мәңгелләштереү”, 3-сө төркөмгә - “Ижады” һәм 4-се төркөмгә - “Маҡтаулы исем”.

(Балалар эшләгән ваҡытта талғын ғына көй ишетелә)

(Интерактив таҡталағы координатаны тултырыу )

- Ә хәҙер һәр төркөмдән бер уҡыусы үҙ координатаһын яҡлаясаҡ.

       Шиғыр һәм хикәйәләрендә Мәжит Гафури тормоштағы ғәҙелһеҙлектәр тураһында яҙҙы. Хеҙмәт кешеләрен яҡланы, уларҙы ирекле һәм бәхетле итеп күрергә теләне.

      М.Ғафури 1923 йылда яҙыусыларҙан беренсе булып Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән оло исемен алды. Ул классик яҙыусы. Сөнки ул заман һынауҙарын үтә алырлыҡ, халыҡ күңеленә уйылып керерлек йөкмәткеле әҫәрҙәр яҙған кеше һәм ул башҡорт әҙәбиәтен нигеҙләүсе.

 М. Ғафури 1934 йылда Өфөлә үлде. Ә ижады уның үлемһеҙ.

( Презентация буйынса ҡарау.)

IV. Артабан шағирҙың иң матур шиғыры буйынса эш.

     ”Гөлдәр баҡсаһында” шиғырын уҡыу.

    а) шиғырҙы дискынан тыңлау (XI А класы уҡыусыһы Шәйнуров Нияз);

- Уҡыусылар, шиғырҙы тыңлаған ваҡытта китаптан күҙәтергә мөмкин.

    б) Һүҙлек эше.

          Ҡылдым тамаша – наблюдал

          Күҙҙәр ҡамаша – глаза разбегаются

          Хайран ҡалыу -удивляться

          Ҡара эсле – злой, коварный

     в) шиғырҙы балаларҙан тасуири уҡыттырыу. 

6. Шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһенә туҡталыу.

а) Шағир был шиғыры менән нимә әйтергә теләй?

  Уҡыусылар яуабы.

 б) Шиғырҙа тәбиғәт нисек сағылдырыла?

 в) Кешеләргә хас матурлыҡты нисек кәүҙәләндерә?

 г) Уҡыусылар, ә сәскәләр һөйләшә  беләме?

 ғ) Шиғырҙа сәскәләргә ҡарата ниндәй һорау һөйләмдәр бар? Уҡып          күрһәтегеҙ.

  д) Шиғырҙың 4-се куплеттағы һөйләм менән нимә аңлайбыҙ? Йәки унда ниндәй мәғәнә ята?

- Эйе, эшләгән кешеләрҙе саф күңелле итеп күрергә теләүҙәрен аңлата, эшләгән кеше генә хөрмәткә лайыҡ тигәнде иҫкәртә.

 д) Ә сәскәләр үҙҙәренә кемдәрҙе тиң түгел тип ҡарай?

 е) Тимәк,  сәскәләр нимәнең, ниндәй күренештең йәки төшөнсәнең күсмә мәғәнәһе, йәғни символы итеп бирелгән? (Сәскәләр  нәфислектең, ғәҙеллектең символы итеп бирелгән.)

   - Эйе, сәскәләр матурлыҡ, сафлыҡ, ғәҙҙеллек символы. Символ күсемә мәғәнәле һүҙ була.

       “Гөлдәр баҡсаһында” шиғырын автор эш һөйөүсән, тырыш хеҙмәт кешеләренә бағышлаған. Шиғыр хеҙмәткә, эшсән кешеләргә  гимн булып яңғырай.            

V. Ә хәҙер бөгөн өйрәнгәндәргә байҡау - телдән тест эшләү.

Тест һорауҙары.

1.Мәжит Ғафури ҡайҙа тыуған ? Нисәнсе йылда?

   а) Тәтешле районы, 1870;

   б) Өфө, 1901;

   в) Ғафури районы,1880.

2. Башҡорт халыҡ шағиры исеме бирелеү датаһы.

  а) 1923 йыл 3 июлдә;

  б) 1921 йыл 1 майында;

  в) 1924 йыл 5 июнендә.

3. Мәжит Ғафури ҡайҙарҙа белем ала?

  а) Мәҙрәсәләрҙә;

  б) Мәктәптәрҙә;

  в) Университеттарҙа.

4. Ниндәй урындар һәм ойошмалар Мәжит Ғафури исемен йөрөтә?

  а) Мәктәп, китапхана, ауыл;

  б) Йорт-музей, ял паркы, Башҡорт академия драма театры;

  в) Урам, музей, ҡала.

5. Эш һөйөүсән,тырыш хеҙмәт кешеләренә бағышланған шиғыры нисек атала?

   а) “Ҡыҙыл байраҡ”.

   б) “Гөлдәр баҡсаһында”.

   в) “Бир ҡулыңды!”

6. Хеҙмәт кешеһенә дан йырлаусы әҫәрҙәре нисек атала?

    а) ”Бир ҡулыңды”, “Эшсе”.

    б) ”Гөлдәр баҡсаһында”.

    в) ”Бай”, “Мин ҡайҙа?”

 

VI. Йомғаҡлау.

(Тәүҙә уҡыусылар сығышы.)

- Эйе, беҙ бөгөн Мәжит Ғафури ижадын өйрәнә башланыҡ. “Гөлдәр баҡсаһында“ шиғырын уҡыныҡ, идея-тематик йөкмәткеһен өйрәндек, ә алдағы дәрестәстәрҙә был шиғырҙың тулы анализына туҡталырһығыҙ. Мәжит Ғафури  кеүек үҙ телебеҙҙе, илебеҙҙе, халҡыбыҙҙы яратайыҡ!

VII. Өй эше:

1)     “Гөлдәр баҡсаһында” шиғырын ятларға.

2)      Координаталар системаһындағы мәғлүмәттәрҙе файҙаланып, М.Ғафури тураһында һөйләргә.

3)     “Матур тормош йәме – хеҙмәттә” тигән темаға газета өсөн мәҡәлә яҙырға.       

VIII. Баһалау.

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект урока"Мәжит Гафури хеҙмәткә һәм халыҡҡа дан йырлаусы шағир""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Инженер по охране окружающей среды

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 980 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 25.11.2015 2571
    • DOCX 189.5 кбайт
    • 10 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Муллаярова Эльвира Рифовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Муллаярова Эльвира Рифовна
    Муллаярова Эльвира Рифовна
    • На сайте: 8 лет и 9 месяцев
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 115134
    • Всего материалов: 89

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Менеджер по туризму

Менеджер по туризму

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Дизайн интерьера: от спектра услуг до эффективного управления временем

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Цифровая трансформация в управлении и информационных технологиях

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Методы маркетинговых исследований в интернете

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 27 человек из 20 регионов