Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Конспект открытого урока " Творчество народного поэта Равиля Бикбаева"
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 24 мая.

Подать заявку на курс
  • Другое

Конспект открытого урока " Творчество народного поэта Равиля Бикбаева"

библиотека
материалов

hello_html_m680a31a5.gifhello_html_m2a7690f7.gifhello_html_2230dcda.gifhello_html_2230dcda.gifhello_html_2230dcda.gifhello_html_6774a076.gifhello_html_2230dcda.gifhello_html_23e19295.gifhello_html_m62e434ca.gifhello_html_23e19295.gifhello_html_2230dcda.gifhello_html_m2a7690f7.gifhello_html_23e19295.gifhello_html_2230dcda.gifhello_html_2230dcda.gifhello_html_2230dcda.gifhello_html_2230dcda.gifhello_html_2230dcda.gifhello_html_2230dcda.gifhello_html_2230dcda.gifhello_html_2230dcda.gifhello_html_m2a7690f7.gifhello_html_2230dcda.gifhello_html_23e19295.gifБӘЛӘБӘЙҠАЛАҺЫ

17-СЕ УРТА БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ

МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМИЯЛЫДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ











РАУИЛ БИКБАЕВ

«БАШҠОРТОСТАН БЫНДА

БАШЛАНА” ШИҒЫРЕН ӨЙРӘНЕҮ





8-СЕ СИНЫФ

ТУҒАН ТЕЛ ДӘРЕСЕ















УҠЫТЫУСЫ: ҒИҘҘӘТУЛЛИНА РЕЗЕДА МӨНИР

БЕРЕНСЕ КАТЕГОРИЯ







МУНИЦИПАЛЬНОЕ АВТОНОМНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ

СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА №17Г.БЕЛЕБЕЯ
МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА БЕЛЕБЕЕВСКИЙ РАЙОН

РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН









ЖИЗНЬ И ТВОРЧЕСТВО

РАВИЛЯ БИКБАЕВА



















РАЗРАБОТКА УРОКА ПО РОДНОМУ ЯЗЫКУ, 8 КЛАСС







УЧИТЕЛЬ: ГИЗАТУЛЛИНА РЕЗЕДА МУНИРОВНА

ПЕРВАЯ КВАЛИФИКАЦИОННАЯ КАТЕГОРИЯ







Маҡсат:1) Р.Бикбаевтың тормош юлын һәм ижадын өйрәнеү;

2)”Башҡортостан бында башлана” шиғырен уҡыу;

3)яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү;

4)уҡыусыларҙың халыҡ шағирына ҡарата ихтирам , ижадына ҡыҙыһыныу хисе уятыу;



Йыһаҙландырыу: Р.Бикбаевтың портреты, китаптар күргәзмәһе,Башҡортостан картаһы, фонояҙма, мультимедиа проекторы,



Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу моменты. (Таҡтаға тема, эпиграф яҙыла, В.Э.Штейнберг схемаһы

һыҙыла, Р.Бикбаевтың портреты , Башҡортостан картаһы , китаптар күргәзмәһе

ойошторола.

1-се слайд

Бөгөн беҙҙә башҡорт теле,

Яратам һине телем.

Рәхмәт һиңә һинең аша,

Алам мин яҡшы белем.

  1. Фонетик-орфоэпик күнегеүҙәр.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау, улар менән һүҙҙәр уйлау.

2-се слайд

Ә-ә-ә- әсәй, әрем, әҙер

Ү-ү-ү – үлән,үҫкән, үҙем

Ҡ-ҡ-ҡ- ҡара ҡарға ҡаҙаҡ

Ө-ө-ө- өләсәй, өлөш, өҙөк



Түбәндәге слайдты уҡып шиғырҙың исемен, авторы кем икәнлеген әйтеү.

3-сө слайд.

Башҡортостан, hин hөйөклө ғәзиз ер,

Халҡыбыҙҙың изге Ватаны.

Сал Уралдан ҡалҡа бар тарафҡа

Тыуған илдең тыныс ал таңы





-Укыусылар был йыр һезгә танышмы? Эйе , был Республикабыҙҙың гимны.

Гимн һүҙҙәрен кем яҙған?

Дөрөс, гимн һүҙҙәрен авторының береһе башҡорт халыҡ шағиры, С.Юлаев премияһы лауреаты,ғалим, күренекле йәмәғәт эшмәкәре,Рауил Бикбаев ижад иткән.

Шағирҙың ҙур юбилейы –75 йыл тулыу айҡанлы бөгөнгө дәресебеҙҙе

уның тормошона, ижадына бағышлайбыҙ.

5-се слайд.





hello_html_m1b79a9ee.png

Рәми Ғарипов

Башҡорт халыҡ шағиры, Салауат Юлаев,Рәми Ғарипов, Ғәлимов Сәләм,

Зәйнәб Биишева премиялары лауреаты, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре.

  1. Яңы материалды өйрәнеү.



1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Покров (хәҙер Переволоцкий) районында Соран йылғаһы буйындағы Юғары Ҡунаҡбай ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. 1945 йылда атаһы үлеп киткәс, ул күрше Ғәбдрәфиҡ ауылына туғандарына күсеп килә. Ошо ауылда 1953 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай.Башҡорт әҙәбиәтенә һәм мәғрифәтенә Мөхәмәтша Буранғолов, Дауыт Юлтый, Сәғит Агиш, ауылдашы Ғабдулла Амантай, нәҫелдәштәре Сәғит Мерәсев, Кәрим Иҙелғужин һымаҡ арҙаҡлы шәхестәрҙе биргән Туҡсоран ерендә Рауил бәләкәстән йыр-моңға, әҙәбиәткә ғашиҡ булып үҫә.

1953-1956 йылдарҙа Ҡаҙағстан менән Ырымбур сигендәге Аҡбулаҡ педагогия училищеһында уҡый. 1957 йылда Өфөгә килеп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Университетты уңышлы тамамлағас, 1962-1965 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһында уҡый. 1966 йылда «Хәҙерге башҡорт поэмаһы» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

  1. Ижады.

Рауил Бикбаевтың ныҡлабыраҡ яҙыша башлауы университетта уҡыған йылдарына тура килә. Шиғырҙары республика матбуғатында 1957 йылдан бирле баҫылып килә. 1962 йылда «Ағиҙел» журналында «Вокзал» исемле тәүге поэмаһы баҫылып сыҡты. 1964 йылда «Дала офоҡтары» тигән беренсе китабы донъя күрҙе.Унан һуң донъя күргән «Ҡош юлы», «Автобиография», «Ғүмер уртаһы», «Ерем балҡышы», «Яҙмышым», «Ай күргәндәй, ҡояш алғандай» һ.б. китаптары башҡорт шиғриәтенең үҫешенә тос өлөш индерҙе. Бигерәк тә замандың иң киҫкен һәм борсоулы хәлдәре хаҡында яҙылған «Халҡыма хат»,»Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!», «Система», «Баҙар балтаһы», «Башһыҙ һыбайлы», «Барокамера» тигән поэмалары киң билдәлелек алды.

Р. Бикбаев хәҙер тиҫтәнән артыҡ китап авторы. Уға «Автобиография» тигән китабы өсөн 1970 йылда республика комсомолының Ғ.Сәләм исемендәге премияһы бирелде. Уның поэзияһына тыуған халҡының тарихи яҙмышы һәм бөгөнгө бәхетле көнө хаҡында тәрән уйланыуҙар һүрәтләнә.

Рауил Бикбаев шағирлыҡ эшен әҙәбиәт ғилеме менән тығыҙ бәйләп алып бара.

Фәндәр академияһының Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында оҙаҡ йылдар әҙәбиәт секторында өлкән ғилми сотрудник булып эшләй.Р. Бикбаев тәржемә өлкәһендә лә актив эшләй, матбуғатта публицистик мәҡәләләр менән йыш сығыш яһай.

1989 йылда Р. Бикбаевҡа «Яҙмышым» китабы һәм «Һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ!» поэмаһы өсөн республиканың Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелде.

Ул Королтай депутаты, Башҡортостан языусылары союзы председателе.

(Уҡыусыларҙы китап күргәзмәһе менән таныштырыу).

Р.Бикбаевтың Башҡортостан бында башлана шиғыры өҫтөндә эшләү.

Һүҙлек эше

Офоҡ-горизонт улан-дитя

Тараф-сторона ғәрлек-позор

Ҡан тибеше-биение ҡарыш-пядь

Һырт-хребет

А)уҡытыусы шиғырҙы тасуири уҡый.

Б)шиғырҙы үҙ аллы уҡыу

В) Тексты рус теленә тәржемә итеү

Г)сылбырлап уҡыу

Шиғыр йөкмәткеһе өҫтөндә эшләү

  • Әҫәрҙә Башҡортостан нисек һүрәтләнә?

  • Был юлдарҙы һеҙ нисек аңлайһығыҙ?

Мин бит башланам һинән, унан,

Кешеләрем һеҙҙән башланам”

-“Кешем намыҫымда кер күрһәләр,

Ғәрлегемдән йөҙөм ҡарайыр» .

Был юлдар менән автор нимә әйтергә теләгән?

Шиғриәт минуттары. Р.Бикбаевтың шиғырҙарын тыңлау.

Төркөмдәр менән эш .

1-сетөркөм шиғырҙан синонимдарҙы таба . (юлдар-һуҡмаҡтар, ҡолас-

ҡуйын, уланым-улдарым)

2-се төркөм . Шиғырҙы өлөштәргә бүлеү, план төҙөү.

3-сө төркөм. Әҫәрҙе темаһын, идеяһын билдәләү.

Йөҙөгөҙ аҡ булһын,

Минең кеүек,

Минең кеүек- Башҡортостан кеүек-

Был донъяға тура ҡарарлыҡ. – тигән юлдарында автор тормошона,

ижадына тура киләме?

Рауил Бикбаевтың был шиғырендә беҙ тыуған илгә сикһеҙ мөхәббәт, уның

менән ғорурланыу хистәрен күрәбеҙ. Шағирҙың тыуған еренә бағышлап яҙған тағы ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ ( «Уралыма”, “Йәншишмәбеҙ ошо тупраҡта”)



Рефлексия.

-Уҡыусылар, ә хәҙер шағир тураһында өйрәнелгәнде дөйөмләштереп

китәйек. Р.Бикбаев тормошо һәм ижады буйынса һорауҙар.

1.Шағир уҡыған педагогия училищеһы.

2.1962 се йылда баҫылып сыҡҡан ... поэмаһы.

3. Рауил Бикбаев тыуған ауыл ...йылғаһы буйында урынлашҡан.

4.Шағирҙың яҡташы, билдәле сәсән. 2013 йылда беҙ уның 125 йыллығын

билдәләйбеҙ. Был кем?

5.Рауил Бикбаев ете йыллыҡ мәктәп тамамлаған ауылдың исеме...

6. “Вокзал” поэмаһы баҫылып сыҡҡан журнал ...

7. Шағир йәшәй торған ҡала.

8. ... поэмаһы өсөн 1989- сы йылда Салауат Юлаев премияһы менән бүләкләнә.






1







2






Т









4










И

3

О


Г


5










6






7




И

8











Әгәр яуаптар дөрөҫ тапһағыҙ, вертикаль буйынса шағирҙың Ғ.Сәләм премияһы менәнбүләкләнгән поэмаһының исемен уҡырһығыҙ.



Өй эше биреү. «Башҡортостан бында башлана” шиғырен тасуири уҡыу.

























Ғәлим



1962-1965 йыл Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт

институты аспирантура









Йәмәғәт эшмәкәре



1957-1962 йыл Башҡорт дәүләт педагогия университеты, филологияфакультеты



публицист



1953-1956 йылдар Аҡбулаҡ педагогия училищеһы







1945 Ғәбдрәфик ауылы

тәржемәсе



шағир



2003 йыл Зәйнәб Биишева

исемендәге премия лауреаты

1994 йыл Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты

Премияһы лауреаты





1993 йыл Башҡорт халыҡ шағиры

1986 “ Время. Поэт. Народ. Революция”



1985 “Звездный дом”

1985 йыл “Буразналар”

1967 йыл “Ҡош юлы”

1964 йыл “Дала офоктары”

1962 йыл “Вокзал”

1938 йылЫрымбур өлкәһе, Покровский районы, Үрге Ҡунаҡбай ауылы

Район,Үрге Кунаҡбай, ауылында тыуа.

1970 йыл “ Автобиография” поэмаһы өсөн

Ғ.Сәләм исемендәге премия лауреаты

Ғ

Ғ.с









1989 йыл “Язмышым” , “Һыуһаным –һыуҙар бирегеҙ” поэмалары өсөн

Салауат Юлаев премияһы

бирелгән



Краткое описание документа:

Конспект открытого урока , посвященного 75-летнему юбилею башкирского народного поэта Равиля Бикбаева, проведенного в 7 классе. Учащиеся знакомятся с основными этапами жизни поэта, изучают известные произведения Равиля Бикбаева. На уроке применяются гупповые формы работы, электронные ресурсы. На уроке дети выразительно читают стихи поэта, слушают произведения в исполнении мастеров слова. В конце урока дети систематизируют полученные знания, составляют схему Штейнберга, решают кроссворд. Домашнее задание выбирают сами учащиеся, оценивают работы своих одноклассников.

Автор
Дата добавления 03.12.2014
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров618
Номер материала 170809
Получить свидетельство о публикации

Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх