Башҡорт теленән 7-се
класс уҡыусылары өсөн
методик
һәм баһалау материалдары
Башҡорт
теле һәм әҙәбиәтенән методик һәм баһалау материалдары7 класта
башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү
өсөн тәғәйенләнгән. Материалдар төп дөйөм белем биреү Федераль
дәүләт стандарттары талаптары нигеҙендә төҙөлгән. Тәҡдим ителгән контроль һәм
баһалау материалдары башҡорт телен сит тел булараҡ өйрәнеү, үҙләштереү
кимәлен, практик йәһәттән ҡулланыу күнекмәләрен тикшереүгә, предмет буйынса
алған белемдәрҙең һөҙөмтәле динамикаһын күҙәтергә һәм универсаль уҡыу
эшмәкәрлеген формалашыу кимәлен билдәләргә йүнәлтелгән.
Контроль
эштәр итеп төрлө характерҙағы диктант, инша,
изложение, текстарҙы күсереп яҙыу алынған. Өҫтәлмә эштәр өсөн һүҙҙәрҙе
тәржемә итеү, һорауҙарға тулы яуап биреү, төшөп ҡалған хәрефтәрҙе, һүҙҙәрҙе
яҙыу, һөйләмдәрҙе, кескәй тексты тәржемә итеү, дөрөҫ яуапты, артыҡ һүҙҙе табыу,
һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр, текст төҙөү кеүек. төрлө
типтағы күнегеүҙәр бирелә. Эштәр һәр класҡа айырым
тәҡдим ителә. Бирелгән эш моделдәрен ижади эшләүсе уҡытыусылар кластың,
уҡыусыларҙың үҙенсәлегенән, әҙерлек кимәленән сығып,
үҙгәртә, өҫтәй алалар.
Контроль
һәм баһалау материалдары коммуникатив, ябайҙан
ҡатмарлыға принциптары
буйынса
төҙөлгән. Эштәр сиректәргә бүленгән һәм уҡыусыларға телгә, әҙәбиәткә
ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, ыңғай мотивация булдырыу
маҡсатында
йөкмәткеһе,
формаһы буйынса ҡыҙыҡлы
эш-биремдәрҙән тора.
Уҡыусыларҙың
контроль эштәрен тикшергән саҡта балл системаһын ҡулланыу тәҡдим ителә.
Балаларҙа башҡорт дәүләт теленә ҡарата ыңғай мотивация, стимул, ҡыҙыҡһыныу
булдырыу маҡсатында эштәрҙе баһалау һәм анализлау берҙәм йөкмәтке һәм
критерийҙар нигеҙендә булырға тейеш. Контроль-тикшереү материалдарын баһалау, анализлау
уҡыусыларҙың ниндәй теманы яҡшы, йәки, насар өлгәшеүен күрһәтә, динамикаһын
күҙәтергә, предмет һәм метапредмет һөҙөмтәләрҙе баһаларға булышлыҡ итә.
Башҡорт
теленән 7-се класс
уҡыусыларының
контроль эштәрен
баһалау
нормалары
Диктанттарҙы баһалау
Уҡытыусы тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан
уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп
яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.
Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә.
Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик
эш төрҙәре тәҡдим итәләр.
Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу
рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға
өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе
тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.
Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге
хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:
1) мәктәп программаһына индерелмәгән
ҡағиҙәгә яҙылыштар;
2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;
3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға
хаталар;
4) механик рәүештө бер хәреф урынына
икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).
Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар
итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты
билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе
берәүгә иҫәпләнә.
Түбәндәге хаталар тупаҫ
булмаған хаталарға инә:
1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған
хаталар;
2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ
атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;
3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен
ҡуйыу;
4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары
яҙылышына хаталар.
Әгәр ҙә өҫтәлмә эш алынмаһа, диктант
бер генә билдә менән баһалана.
«5» билдәһе тупаҫ
булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,
«4» билдәһе 4
орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик
хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында
бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға
мөмкин.
«3» билдәһе 6
орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион
хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8
пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.
«2» билдәһе 9
орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған
диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1»
билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.
Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик
эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.
Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә
алыу тәҡдим ителә:
«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер
хата булғанда,
«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге
дөрөҫ эшләнгәндә,
«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ
әшләнгәндә,
«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә
ҡуйыла.
1
– се
контроль эш.
Аласыҡ

2 – се
контроль эш.
Өфө
матур...

3-
сө контроль эш.
Яҙғы
тантатна



Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.