Инфоурок Другое Другие методич. материалыКӘҢӘШЛЕ ЭШ ТАРҠАЛМАҪ Класс етәкселәре өсөн методик ҡулланма

КӘҢӘШЛЕ ЭШ ТАРҠАЛМАҪ Класс етәкселәре өсөн методик ҡулланма

Скачать материал

 

СИБАЙ ҠАЛАҺЫ  МӘҒАРИФ БҮЛЕГЕ

1-СЕ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ

 

http://im3-tub-ru.yandex.net/i?id=123846012-21-72&n=21

 

КӘҢӘШЛЕ

ЭШ ТАРҠАЛМАҪ

Класс етәкселәре өсөн  методик ҡулланма

 

Илүзә Баязит ҡыҙы Насырова,

1-се урта дөйөм белем биреү

 мәктәбе уҡытыусыһы

 

 

СИБАЙ- 2016

 

 

Был методик ҡулланмаға класс етәксеһенә ярҙам итерлек эштәр: ата-әсәләр алдында сығыш яһау өсөн докладтар, тест, викторина һорауҙары, уҡыусылар өсөн ҡағиҙәләр, класс сәғәттәре өсөн файҙалы материалдар тупланды.

 

 

ЙӨКМӘТКЕҺЕ:

Юғары вазифа ул - ата булыу  (ата-әсәләр йыйылышы  өсөн доклад)…………………………………………………………………………..3

Физик һәм рухи сәләмәтлек - йәшәү  нигеҙе  (класс сәғәте) ……...….9

Шифалы үҫемлектәр  менән дауалау ысулдары (класс сәғәте)…… 18

Башҡорт йолалары  (класс сәғәте)………………………………………24

“Һылыуҡай” конкурсы (кластан тыш сара)………………………………28

 Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ (шат һәм тапҡырҙар клубы)……………...…36

Уҡыусылар өсөн ҡағиҙәләр ……………………………………………….41

Уҡыусылар өсөн тест һорауҙары…………………………………………42

Ата-әсәләр өсөн  тест һорауҙары…………………………………………43

Ата-әсәләргә  психолог кәңәштәре  ……………………………………44 

 

 

 

 

 

 

 

 

Лента: наклоненная вниз: Ата – әсәләр  йыйылышы өсөн доклад 
“ Юғары вазифа ул –ата булыу”

 

 

 

 

 

Маҡсат:

1) атайҙарҙы мәктәп һәм тәрбиә эшенә нығыраҡ йәлеп итеү;

2) атайҙар һәм балалар араһында үҙ – ара йылы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү;

3) балалар һәм йәмәғәт алдында атайҙар абруйын күтәреү.

Йыһазландырыу:

v Атайҙар тураһында гәзит.

v “Минең атайым  иң яҡшыһы” исемле  стенд.

v Атайҙар тураһында анкета,  уҡыусыларҙың  иншалары.

Класс етәксеһе атайҙар алдында доклад менән сығыш яһай.

Докладтың   йөкмәткеһе:                                                                 Слайд:

Прямоугольник: скругленные углы: Ғаилә –   һәр кеше үҫә торған бишек ул. 

 


 Ғаиләлә шәхестең бөтә сифаттары формалаша. Балалар үҫеп еткәс, үҙ ғаиләһенә ата – әсә йортонда алған бөтә ғәҙәттәре һәм сифаттары күсерә. Бала әсәһенән һәм атаһынан тормош, кешеләр менән мөнәсәбәт нормалары, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ тураһында тәүге белем ала. Беҙ, ғәҙәттә, балалар беҙҙе дауам итә, тибеҙ. Был дөрөҫ, сөнки уларҙа булған бөтә яҡшылыҡ беҙҙең хеҙмәтебеҙ һөҙөмтәһендә тәрбиәләнә. Балаларҙа булған кире сифаттар ҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙән бирелә.                                                                     

Слайд:Прямоугольник: скругленные углы: Ата булыу – бик  ауыр вазифа  ул.

 

   Был вазифаға билдәләмәйҙәр, һайламайҙар. Ата  кешегә улдарында һәм ҡыҙҙарында батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, маҡсатҡа ынтылыш һәм ныҡышмалылыҡ сифаттары тәрбиәләү бурысы йөкмәтелгән. Ата менән әсә үҙ балаларын илебеҙҙең лайыҡлы граждандары  итеп тәрбиәләү өсөн бер тигеҙ яуаплы, ләкин  практика  шуны күрһәтә: тулы  ғаиләлә балалар тураһында хәстәрлек күреү  күбеһенсә әсәгә төшә. Ҡатын – ҡыҙҙың ғына йоғонтоһо ҡайһы ваҡыт тәрбиә эшендә көтөлгән һөҙөмтәне бирмәй. Шуға күрә, был эштә ата кешенең ҡатнашыуы мөһим.

Хәҙерге аталарҙың ғаиләлә ниндәй позиция тотоуына, бала тәрбиәләүҙә  ниндәй роль уйнауына,  мәктәпкә ниндәй ярҙам күрһәтә алыуына һәм күрһәтергә тейешлегенә анализ яһап үтәйек.

Бала тәрбиәләү мәсьәләләрендә аталарҙың позицияһы күп төрлө. Ләкин һәр позиция балаларға ыңғай йоғонто яһамай.

Прямоугольник: скругленные углы: Көс ҡулланыу позицияһы.
 


 

 

Ғаиләлә ата бик уҫал, балаларҙың тыңлауына ҡаты саралар менән өлгәшә, йыш ҡына  физик көс ҡуллана. Өгөт – нәсихәт, тупаҫ мөғәмәлә балаларҙы  ситләштерә. Улар атаһынан ҡурҡа башлай. Ата кешенең асыуы ҡабарыуҙан ҡурҡҡан балалар алдашырға, хәйләләргә өйрәнә. Бындай шарттар ҡайһы  бер балаларҙа ҡурҡаҡлыҡ, ышанмаусанлыҡ, икенселәрендә асыу, киреләнеү сифаттары тәрбиәләй.  Бер ата улының тыңлауһыҙ булып үҫеүе, шуға күрә ҡайыш ҡулланыуы тураһында һөйләй. Хәҙер бала уға буйһона, сөнки унан ҡурҡа,  ә үҫә төшкәс,  уны тыңлатып булмаясаҡ. “Кемгә оҡшаған  был бала?” – тип аптырай  ата, ә  бының сәбәбе уның үҙенән булыуын аңламай. Ҡасандыр ул балаһына талапсанлыҡ күрһәтә белмәгән, шунан  һуң улар араһында  үҙ- ара ситләшеү   барлыҡҡа килгән. Был ситләшеүҙе ҡайыш ҡулланыу һәм ҡаты һүҙ менән генә бөтөрөп булмай. Ә бала әле ҡайыштан ҡурҡып илай, атаһына ҡаршылыҡ күрһәтә алмай, ә ата ҡарт көнөндә илаясағын белмәй. Был хәлдән   сығыуҙың     юлы   – бөтә йөрәгең һәм күнелең менән  улыңа яҡшылыҡ күрһәтергә тырышыу. Әгәр балалар тупаҫ мөнәсәбәтте үҙҙәренә генә түгел, шулай уҡ әсәһенә ҡарата булыуын да күрһәләр, улар уҫаллыҡ һәм ҡатылыҡ дәрестәре  лә алалар.

Был сифаттың тәьҫире уларҙың туғандары, уҡытыусылар, дуҫтары менән мөнәсәбәттәрендә күренәсәк. Ҡағиҙә булараҡ, бындай аталар мәктәп менән бәйләнеш тотмай. Был позицияның зыяны асыҡ күренеп тора.

Беҙҙә       шулай     уҡ тәрбиә мәсьәләһенән ситләшә торған аталар ҙа осрай.

Уларҙың балаларын тәрбиәләү менән шөғөлләнеү өсөн ваҡыты юҡ, ә бына ихатала домино уйнау, дуҫы менән иҫтәлекле ваҡиғаны билдәләү өсөн ваҡыт табыла. Улар үҙҙәренең эшлекһеҙлеген аҡлау өсөн әллә ниндәй теория уйлап сығаралар, бала тәрбиәләү, йәнәһе, әсәнең хәстәрлеге булып тора, тиҙәр. Әгәр ғаиләлә ғәҙәттән тыш берәй ваҡиға булһа, ир ҡатынын ғәйепләйәсәк. Ҡыҙҙың йәки улдың насар юлға баҫыуында  тик әсәй кеше генә ғәйепле булып сыға.

Бер нимәгә лә ҡыҫылмауҙың бер ниндәй ҙә зарары юҡмы һуң?

Ундай ғаиләлә балалар үҙҙәрен артыҡ кеше күреп үҫәләр. Улар йөрәгендә атаһына ҡарата үпкәһе һәм асыуы арта бара. Киләсәктә ата балаларынан иғтибар һәм ярҙам көтә алмай.

Ҡайһы бер аталар балаларын тәрбиәләүҙә ҡатнашырға тейешлеген аңлаһалар ҙа, быны ваҡыты менән уларҙың көндәлектәрен тикшереүгә генә ҡайтарып ҡалдыралар, балаларының насар тәртибе өсөн ныҡ ҡына әрләп алалар. Ата – әсәләр йыйылышында тик ҡатын – ҡыҙҙар ғына ҡатнаша, ирҙәр бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына.

Буш ваҡытты кем менән үткәреүе, кем менән фекер уртаҡлашыуы, уҡыуҙа кемдең ярҙам итеүе тураһындағы һорауҙарға уҡыусыларҙың күбеһе рухи үҫешендә аталарҙың бик аҙ ҡатнашыуы тураһында яҙалар. Иншаларҙа күпселек иғтибар әсәләргә бирелә. Ләкин бөтә балалар ҙа аталарының яҡшы булыуын теләй.

http://www.mk.ru/upload/iblock_mk/475/2e/60/db/DETAIL_PICTURE_552064.jpg

Ғаиләгә һәм башҡа кешеләргә яҡшылыҡ күрһәтеү, балаларҙы тәрбиәләүҙә әсәгә ярҙам итеү, улар менән ихлас фекер уртаҡлашыу уҡыусылар теләгән яҡшы атаның сифаттары булып тора. Яҡшы ата ни тиклем үҙ эше менән мауыҡҡан булһа ла, балаларының һорауҙарына ауап бирергә ваҡыт таба, уларҙың теләктәрен үтәргә тырыша, бер үк ваҡытта файҙалы кәңәштәр бирә, талапсанлыҡ күрһәтә белә. Слайд:

Прямоугольник: скругленные углы: Минең атайым иң яҡшыһы.

 


 

Тимәк, ғаиләлә атаның иң аҡыллы позицияһы – хеҙмәттәшлек, дуҫлыҡ, иғтибарлылыҡ, балаларҙың эштәре менән ысын күнелдән ҡыҙыҡһыныу позицияһы.

Әгәр атаның үҙ балалары менән тәүҙән үк дуҫтарса мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килһә, бала уның тормошонда бөтәһенең дә атаһы өсөн ҡыҙыҡлы булыуын белһә, аталар һәм балалар проблемаһы тыумай.

Ғаиләлә түбәндәге  шарттарҙы үтәү балалар тәрбиәләүгә уңышлы йоғонто яһай:                                                                            

 

Слайд:

ü ата – әсәләрҙең йәмғиәт һәм дәүләт алдындағы бала тәрбиәләү өсөн яуаплылығын тәрән аңлауы,

ü ғаиләлә хеҙмәт һәм үҙ – ара ярҙам,

ü балалар тормошоноң көндәлек режимы,

ü ғаиләлә өлкәндәрҙең ыңғай тәьҫире, үҙ – ара ихтирам итеү,

ü балаларҙы һөйөү һәм аҡыллы талапсанлыҡ күрһәтеү, дәртләндереү һәм яза биреү формаларын һәм методтарын һәм ысулдарын файҙаланыу,

ü балаларҙың ялын ойоштороуҙа өлкәндәрҙең ҡатнашыуы,

ü бала уҡыған класс коллективы, уҡытыусылар менән бәйләнеш тотоу һәм хеҙмәттәшлек,

ü ата – әсәләрҙең аң – белем даирәһен, педагогик белемен киңәйтергә тырышыуы.

Прямоугольник: скругленные углы: Ø	Бер атаны мәктәпкә саҡырып, улының дәрескә даими әҙерләнмәй йөрөүе, дәрестә башҡа эш менән шөғөлләнеүе тураһында әйттеләр. Был хәлгә ата: “Уҡытыу – уҡытыусыларҙың эше. Бында мин нимә эшләй алам,” – тине.

Доклад буйынса атайҙар фекер алыша. Фекер алышҡандан һуң ошондай ситуациялар    тураһында әңгәмә үткәрелә.                  Слайд:

 

 

 

 

 

Прямоугольник: скругленные углы: Ø	Ата – әсәне бәлиғ булмаған балалар эштәре буйынса комиссияға саҡырҙылар. Унда ата бөтәһе өсөн дә әсәне ғәйепләй башлай, бөтә тәрбиә эшен һин алып барҙың, ни өсөн уны тейешенсә тәрбиәләмәнең,    мин бит өйҙә һирәк булам һәм башҡалар. Бында әсә ғәйеплеме? Атаның тәрбиә эшендә ҡатнашмауы балаға  ниндәй йоғонто яһай?

Атаның позицияһын баһалағыҙ. Баланы уҡытыуҙа ғаилә мәктәпкә ниндәй ярҙам итә ала?                                                                         Слайд:

 

 

 

 

 

Ø Ата кеше генә әсәне яратырға, ихтирам итергә өйрәтә. Шулай уҡ әсә генә атаға иғтибарлы булырға өйрәтә. Быны нисек эшләргә һуң?

Ø Бала тәрбиәләү һәр ваҡытта ла яҡшы ғына бармай. Ҡайһы ваҡыт ныҡлы саралар күрергә, яза биреү сараларын ҡулланырға тура килә. Ләкин ниндәй сараларҙы ҡулланырға һуң? Бала тәрбиәләүҙә ҡайыш ҡулланырға кәрәкме?

Сығыштарҙан һуң ҡарарҙар ҡабул ителә.

Йыйылышта ҡабул ителгән ҡарарҙар:

1.     Балалар уҡыған кабинетта балалар менән парталарҙы, ултырғыстарҙы рәткә килтереү,

2.     Тәрбиәгә ауыр бирелгән балалар менән эшләү өсөн ата – әсәләр комитетына план төҙөргә,

3.     Балаларҙы   походҡа атайҙарға алып сығырға.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Лента: наклоненная вниз: ФИЗИК ҺӘМ РУХИ СӘЛӘМӘТЛЕК - ЙӘШӘҮ НИГЕҘЕ
( Класс сәғәте)

 

 

 

 

 

 


Маҡсат:

1)     Балаларға эскелеккә нәфрәт, килешмәүсәнлек уятыу;

2)     Тәмәкегә, тәмәке тартыусыларға ҡарата сирҡаныу тойғоһо тәрбиәләү, тәмәкенең кеше һаулығы өсөн зарарлы булыуын төшөндөрөү.

Йыһазландырыу:

v мәҡәлдәр,

v гәзит – журнал материалдары,

v компьютер, проектор.

Дәрес барышы

 

Уҡытыусы:

-Халҡыбыҙҙа матур йолалар бар:

Нигеҙендә ята йомартлыҡ.

 Изгелекле халҡым йолалары –

Алтындарҙан – алтын йомартлыҡ.

 

-Халҡыбыҙға тағы ниндәй һыҙаттар хас?

Ҡунаҡсыллыҡ, тыйнаҡлыҡ, иплелек, изгелеклелек, таҙалыҡ.

Беҙҙең ата – бабаларыбыҙ һаулыҡ һәм таҙалыҡ нигеҙендә ныҡлы нәҫел тәрбиәләү хәстәрен күргән, ҡулды йыумайынса аш – һыу тирәһенә килмәгән, оҙон тырнаҡтар, еткән сәс йөрөтмәгән, өҫ – баш ҡараулы, бөхтә булған. Кеше айыҡ, сәләмәт тормош алып барған. Ҙур ғаиләләрҙә татыу йәшәп, бала халыҡ йолаларын, ғөрөф – ғәҙәттәрен зиһененә һеңдереп үҫкән. Кешеләрҙең тормошона тәмәке һәм эскелек ҡайҙан килеп ингән һуң? Ошо хаҡта сәхнәләштерелгән уйын ҡарайыҡ.

(Залға алдан билдәләнгән суд рәйесе, сәркәтип, шаһиттар инә, улар өлкән синыф уҡыусылары).

http://delogazeta.ru/up/news/2011/2011-3-21-sud.jpg

 

Суд рәйесе: Ғәйепләнеүселәрҙе залға алып инегеҙ. (Сигарет һәм араҡы костюмындағы ғәйепләнеүселәрҙе индереп ултырталар). Судты асыҡ тип итәм. Бөгөн тәмәке һәм араҡының кеше һаулығына, тормошона зыяны һәм зарарлы ғәҙәттәрҙе таратыуы тураһында эште ҡарарбыҙ. Ғәйепләнеүселәрҙең кемгә лә булһа һорауы бармы?

Тәмәке: Юҡ.

Араҡы: Юҡ.

Суд рәйесе: Тәмәке һәм араҡы нимәлә ғәйепләнә? Шуны судҡа еткерегеҙ.

Суд сәркәтибе.

Араҡының тарихы ошолай: уның рецебы 8 быуатта Көнбайыш Европа алхимиктары тарафынан уйлап табыла. Уны Аква Вита – тереклек һыуы тип атағандар. Араҡы ул ваҡытта һалҡын тейеүҙән һәм башҡа ауырыуҙарҙан дауалау өсөн дарыу булараҡ ҡулланыла. XIV быуатта урыҫ сауҙәгәре   ошо дарыуҙы Рәсәйгә алып ҡайта. Урыҫтарға Аква Вита бик оҡшап ҡала. Уны табиптар ҡушҡандан күберәк һәм йыйшыраҡ ҡуллана башлай.

Көндәлек тормоштан күреп тә шундай һығымтаға киләбеҙ: эскелек арҡаһында милләтебеҙ кешелек ҡиммәттәрен юғалта, һан яғынан кәмей  һәм ҡурҡыныс деградация һәләкәте алдында тора.

Бөйөк рус яҙыусыһы Л.Н.Толстой: “Алкоголь – кешенең һаулығын бөтөрә, аҡылын ҡорота, ғаилә муллығын көлгә осора. Ә иң насары – эскесенең рухы тарҡала, нәҫеле һәләк була”, - тигән.

Биш быуат элек, 1942 йылдың 12 октябрендә Христофор Колумб Америка ярҙарына барып төшә. Ерле халыҡ уны ихлас ҡаршы ала һәм төрлө бүләктәр бирә, араһында сигаро үләне лә була. Шулай итеп, ул бөтә илдәргә, континенттарға тарала башлай.

Тәмәкесе үҙенең генә түгел, ә эргәләге кешеләрҙең дә организмын ағыулай. Папирос төтөнөндә 20 – гә яҡын ағыулы матдә, шул иҫәптән никотин бар. Әгәр 5 папиростың никотинын ҡуянға ашатһаң, ул үлә. Ә 100 папиростыҡы атты үлтерә. Тәмәке тартыусылар үпкә сире менән йыш интегә, күбеһендә яман шеш осрай, нервы һәм йөрәк – ҡан тамырҙары системаһын, ағзалар эшмәкәрлеген зарарлай, ғүмерҙе ҡыҫҡарта, хатта үлемгә алып барып еткерә. Үҫмер саҡта тәмәке тартыу тағы ла хәүефлерәк, ул төрлө ауырыуҙарға сәбәпсе булыуҙан тыш, буйға үҫеүгә тотҡарлыҡ яһай.

Әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып һәм кешенең сәләмәтлеге тураһында ҡайғыртып, күп тапҡыр хөкөм ителеп тә, енәйәт ҡылыуын дауам иткәне өсөн улар судҡа бирелә.

Суд рәйесе: Ғәйепләнеүселәр, ни өсөн хөкөм ителеүегеҙ аңлашыламы?

Тәмәке, араҡы: Эйе, аңлашыла.

Суд рәйесе: Һеҙ үҙегеҙҙе гәйепле һанайһығыҙмы?

Тәмәке: Юҡ. Мин үҙемде ғәйепле һанамайым.

Араҡы: Мин дә үҙемде ғәйепле һанамайым.

Суд рәйесе: Улайһа, суд шаһиттарҙан һорау ала башлай. Һүҙ табипҡа бирелә. Суд алдан уҡ шуны иҫкәртә: һеҙ медицина фәне иҫбатлаған ысынбарлыҡ тураһында ғына һөйләргә тейешһегеҙ. Барыһы ла аңлашыламы?

Табип: (Мониторҙа кеше организмының ағзаларына араҡының һәм тәмәкенең тәьҫирен күрһәтеү) алкоголь һәм тәмәкенең зарары: http://myjera.ru/wp-content/uploads/2011/09/-3-e1315572906450-150x126.gif

v Йөрәк– ҡан тамыры ауырыуҙары (инфаркт, гипертония, стенокардия)

v Бронхит (үпкә көпшәләренең шешеүе)

v Гастрит (ашҡаҙан тиресәһенең шешеүе)

v Ашҡаҙан язваһы (сей яраһы)

v Ауыҙ тиресәһе боҙола

v Тештәр һарғая (стоматит)

v Тештәр тиҙ серей (кариес) һәм төшә.

Был ауырыуҙар кешегә оҙайлы ғазап  алып килә, ғүмерҙе ҡыҫҡарта. Бала саҡта, үҫмер осорҙа тәмәке тартыу үтә зарарлы. Төрлө ауырыуҙарға сәбәпсе булыуҙан тыш, тәмәке кешенең буйға үҫеүен дә тотҡарлай.

Тәмәкене кеше һаулығын ғына ҡаҡшатмай, уның ағыуы эргәһендәге кешеләр өсөн икеләтә ҡурҡыныс.

Ғалимдар фекеренсә, әгәр тыуасаҡ баланың атаһы йәки әсәһе һәр ике аҙнаға бер тапҡыр араҡы эсһә, бала тыумыштан эскесе буласаҡ. Халҡыбыҙҙың алкоголгә ҡаршы тороу һәләте йылдан – йыл кәмей бара.

Бөгөнгө көндә 14 – 15 йәшлек егет – ҡыҙҙарҙың 80 проценты даими рәүештә алкоголле эсемлектәрҙе ҡуллана. Ә гендарҙы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы айыҡтырып булмай.

Беренсе шаһит. Аңлашыла. Кеше сәләмәтлегенә зыян итеүсе факторҙарҙың береһе тәмәке тартыу булһа, икенсеһе – араҡы эсеү.

Ысынлап та, кеше организмында ниндәй үҙгәрештәр була икән? Тәмәке тартыусының тештәре ҡарая, йөҙө һарғая (һүрәт күрһәтеү).

 

http://img1.liveinternet.ru/images/foto/b/3/923/32923/f_14462254.jpg

 

Түбәндәге һүрәткә ҡарағыҙ.

 

http://doma-doktor.ru/wp-content/uploads/2011/11/tuberkulez.jpg

Был – үпкәләр. Улар ярҙамында беҙ һулыш алабыҙ. Кәмәләр үпкәләргә һауа ташый. Әммә төтөн һауаға ҡарағанда көслөрәк, ул кәмәлә һәр ваҡыт беренсе булып урын биләргә тырыша. Уйлап ҡарағыҙ әле, үпкәләргә төтөн һауаға ҡарағанда күберәк инһә, нимә булыр икән? (Үпкәләр ҡарая, яман шеш сиренә һабыша). Ә яман шеш сирен дауалап булмағанлығын үҙегеҙ беләһегеҙ.

 Ә был – йөрәк. (Йөрәк һүрәте).

http://www.uvaga.biz/_images/20101001081157_trombocitbi37.jpg

Йөрәк организмда насос ролен үтәй. Ул һауа йыйылған кәмәләрҙе ҡан менән бнргә тәндең бөтә өлөштәренә лә этеп индерә. Ә төтөн ялҡау. Тәмәке төтөнө бар ағзаларҙың да эшенә ҡамасаулай. Ғалимдар фекеренсә, әгәр тыуасаҡ баланың атаһы йәки әсәһе һәр ике аҙнаға бер тапҡыр эсһә, бала тыумыштан уҡ эскесе буласаҡ. Йәштәр һыраны иң файҙалы, стилле, ҡеүәт арттырыусы һәм йәштәрсә эсемлек тип ҡабул итә. Ә беҙ уны «Алкоголизмға индереүсе ҡапҡа” тип йөрөтәбеҙ.

http://www.k-244.ru/images/images/pic_59496.jpg

Суд рәйесе: Рәхмәт, шаһит. Һүҙҙе ишек алдын йыйыштырыусыға бирәйек.

Йыйыштырыусы. Ишек алдын йыйыштырыусы кәрәкме? Әлбиттә, кәрәк. Тик эскеселәр, тәмәкеселәр тәмәке төпсөгөн, араҡы шешәһен сүп һауытына ташламайҙар, йыйыштырыусы ҡулы етмәҫ ергә ырғыталар, шунан тирә – яҡ мөхит бысрана, һүндерелмәй ташланған тәмәке төпсөгөнән янғын сыға. Штраф түләтергә кәрәк ундайҙарҙан.

http://img0.liveinternet.ru/images/foto/c/0/apps/3/908/3908850_nsw1.jpg

 

Суд рәйесе: Тағы һорауҙар бармы?

Тәмәке һәм араҡы ғаилә бюджетын да ныҡ ҡаҡшата. Һатыусыларҙың  билдәләүенсә, йәштәр күбеһенсә “Море” сигаретын ала. Үҫмер тәмәке өсөн күпме аҡса тотона?

15  көн *10 = 150 һум айына.

150 көн *12 ай = 1800 һум йылына.

Суд рәйесе: Һүҙ яҡлаусыға бирелә.

Яҡлаусы: Хөрмәтле суд. Ғәйепләнеүселәргә бик ҙур ғәйеп ташланды, күбеһе менән ризалашмайым. Дөрөҫ, тәмәке тартыу, араҡы эсеү – насар ғәҙәт, быларҙың барыһы өсөн тәмәке менән араҡы түгел, ә кеше үҙе ғәйепле.  Тәмәкене, араҡыны кеше тапҡан, шуға күрә уларҙы түгел, кешене ғәйепләргә кәрәк.

Суд рәйесе: Хөкөм ҡарары сығарыу өсөн суд кәңәшмәләр бүлмәһенә сыға.

Суд рәйесе: Хөкөм ҡарарын уҡыйым. Суд рәйесе, сәркәтип, шаһиттар, ғәйепләүсе, яҡлаусы – халыҡ сәләмәтлеген һаҡлау маҡсатынан тәмәке менән араҡының кешене ағыулауҙа, төрлө афәт, бәлә – ҡаза, янғын сығарыуҙа, тирә – яҡты сүпләүҙә һәм бысратыуҙа ғәйепләү эшен ҡараны.

Суд шаһиттар, ғәйепләүсе, яҡлаусы сығыштарын тыңлағас, тәмәке менән араҡыны ғәйепле тип тапты.

Уҡытыусы: Судта һөйләгәндәргә ҡолаҡ һалығыҙ.

Тормош – һәр кем өсөн ҡәҙерле. Тәбиғәт тарафынан билдәләнгән тормош осорон лайыҡлы, бәхетле, үкенмәҫлек, мәғәнәле, үҙен һәм йәмғиәт өсөн файҙалы итеп уҙғарыу – һәр кешенең бурысы. Сәләмәт кеше генә бәхетле була, тормошта уңышҡа ирешә. Әйҙәгеҙ бәхетле   булайыҡ, тормошта уңышҡа ирешәйек. Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, бергәләп сәләмәт тормош өсөн көрәшәйек!

 

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

*     В.Н. Ягодинский “Школьнику о вреде никотина и алкоголя”. М., “Просвещение”, 1985.

*     А.Г.Хрипкова, М.В. Антропова, Д.А. Фарбер. Возрастная физиология и школьная гигиена. М., Просвещение, 1990.

*     Ғүмәров В.З.,” Башҡорт халыҡ медицинаһы”,Өфө, БКН, 1991.

*      Гәзит- журнал материалдары.  

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Прямоугольник: скругленные углы: Шифалы үҫемлектәр һәм үлән менән
дауалау ысулы менән танышыу
(класс сәғәте)
 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


Маҡсат:

1.                 Үҫемлектәрҙең дауалау үҙенсәлектәре менән танышыу, уларҙа ниндәй витаминдар булыуын асыҡлау;

2.     Файҙалы үҫемлектәрҙе ҡуллана белергә өйрәтеү;

3.     Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:

v Үҫемлек һүрәттәре;

v С.Йәнтүрин «Үҫемлектәр донъяһына сәйәхәт»;

v Башҡортостан календары,  2008 йыл;

v М.Наумова «Башҡортостан үҫемлектәре»;

v Р. Тимершин «Теле бар, һөйләмәй».

Дәрес барышы

I. Инеш

-         Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ!

Бөгөнгө дәрестең темаһын асыҡлау өсөн, ошо һүрәттәргә иғтибар итәйек  (үҫемлек  һүрәттәре күрһәтелә). Бәпембә, мәтрүшкә, юл япрағы ниндәй үҫемлектәр?

 ( Шифалы үҫемлектәр)

- Эйе, уҡыусылар, дөрөҫ, шифалы үҫемлектәр тип атала улар. Афарин. Бөгөнгө дәрестең темаһы «Шифалы үҫемлектәр».

II. Төп өлөш:

 Башҡорт   эпостарының береһе «Ҡуңыр буға»ла былай тип яҙылған:

«Таңдысаның атаһы Өлкәр 12 –нән алып 30 йәшкә тиклем ятлап һабаҡ алған. Таһранда (Тегеранда) табиблыҡҡа уҡып ҡайтҡан ғилемле кеше. Уралдағы төрлө үләндәрҙән дауа эшләп, халыҡты дауалап, ауырыуҙарҙы йүнәлтер, һауыҡтырыр ине. Таңдыса: «Барып етһәм, ярылған табанымды, һыҙырылған балтыр, йөҙлөктәремде атайым дауалар, ярама  юл япрағы һалып, йөнтәҫ япраҡтың (йондалы үлән) ҡыҙыл-көрән һутын һығып алып дауалар ине» тип уйлай. Үҙе йырлай:

Ирәүән барҙа - ир үлмәҫ, андыҙ барҙа - ат үлмәҫ

Һыҙланыуҙан бар дауа – ҡырмыҫҡаның майы».

Хәҙерге медицинала халҡыбыҙҙың боронғо дауалау ысулдарына нығыраҡ иғтибар итә башланылар, сөнки химикаттар, төрлө препараттар кешегә зыян килтерә икән. Был хаҡта ғалим Варис Ғүмәров та яҙа. Уның яҙыуынса, халҡыбыҙ 100 төрлөгә яҡын үлән ҡулланған. Башҡортостаныбыҙҙа 200-ҙән ашыу төр дарыу үләндәре үҫә. Шуларҙың 120-һенең шифаһын медицина фәне лә өйрәнгән һәм таный. Үҫемлектәрҙең сәләмәтлек өсөн файҙалы булыуын элек үк төшөнгәндәр. Сөнки элек медицина  булмаған.

 Ә һеҙгә, уҡыусылар, олатай-өләсәйҙәрегеҙ, әсәй-атайҙарығыҙ үләндәр ярҙамында нисек дауаланырға өйрәтәләрме? Ниндәй шифалы үҫемлектәр йыяһығыҙ?  

 (Уҡыусылар яуап бирә)

II. Ә хәҙер мин һеҙҙе уларҙың бер нисәүһе менән таныштырып китәм.

v Кесерткән – С витаминына бай үҫемлек.   100 грамм кесерткән япрағында 270 млг. С витамины бар. Шулай уҡ  был үҫемлек составында баҡыр, тимер, марганец бар.

v Алоэ – составында адоин, ыҫмала, матдәләр, фитонцидтар, витаминдар бар. Алоэ үт ҡыҙҙырыусы, организмға көс биреүсе, бактерияға, һалҡын тейҙереүгә ҡаршы тороусы, аппетитты асыусы үлән. Япраҡтарының һутын баш ауыртҡанда эсәләр, бал һәм сусҡа майы менән ҡатнаштырып туберкулезды дауалау өсөн ҡулланалар.

v Ҡайын еләге – ҡан баҫымын төшөрөү, бауыр ауыртыуын баҫыу, эҫе һуҡҡанда ярҙам итеү өсөн емешен дә, япрағын да файҙаланалар.

v Бесәй тырнағы үләне – сәскә һәм япрағын йыйып, көҙөн тамырын ҡаҙып алалар. Бесәй тырнағы үләне йомшартыусы, ауыртыуҙы бөтөрөүсе, һалҡын тейгәнде еңеләйтеүсе үҙенсәлеккә эйә. 1 балғалаҡ бесәй тырнағы үләненең сәскәһен 1 стакан ҡайнар һыуға һалабыҙ, ҡайнар һыуҙа 2 сәғәт төнәтеп, һөҙөп,  көнөнә 3 тапҡыр берәр балғалаҡлап эсәләр.

III. Ә хәҙер мин һеҙгә йомаҡтар әйтәм, ә һеҙ яуаптарын табығыҙ:

v Көҙ етһә, йөнөн ҡоя, яҙ етһә йәшәрә.(ҡайын)

v Ҡышын да, йәйен дә йәшел. (ҡарағай)

v Аяҡһыҙ – ҡулһыҙ ағасҡа менә.(ҡомалаҡ)

v Яҙ килһә йәшәрә, көҙ килһә һарғая. (япраҡ)

v Һары булды, аҡ булды, өф иткәнгә юҡ булды. (бәпембә)

IV. - Уҡыусылар, кем ниндәй йондоҙлоҡ аҫтында тыуған, шуларға ғына тәғәйенләнгән дарыу үләндәре бар икән.   Әйҙәгеҙ, иң тәүҙә кем ниндәй йондоҙлоҡ аҫтында тыуғанын билдәләйек, шунан һәр йондоҙлоҡтан бер уҡыусы сығып, үҙенә  яраҡлы үләндәр тураһында уҡып ишеттерер. Мин һеҙгә үләндәрҙең һүрәттәрен күрһәтеп барырмын.

Ø 1-се уҡыусы:

Ылаҡтар өсөн ҡоро һәм әскелтем Сатурн үләндәре – әрем, наратбаш, щиңмәҫгөл, артрит, биҙҙәр ялҡынһыныуын һәм һынған урындарҙы дауалағанда файҙалы.

Ø 2-се уҡыусы:

Һыуғоярҙарҙың үләндәре – төймә (пижма), этҡолаҡ (окопник), падуб. Был үләндәр ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүенән һәм нервы ауырыуҙарынан дауаланыу өсөн ҡулланыла.

Ø 3-сө уҡыусы:

 Балыҡтарҙың  үләндәре – һыу үҫемлектәре, ҡыяр үләне, мүк. Уларҙы төрлө шештәрҙән, быуын һыҙланыуҙарынан һәм аяҡтағы төрлө тире ауырыуҙарынан дауалау өсөн файҙаланалар.

Ø 4-се уҡыусы:

Ҡуҙы – һары мәтрүшкә, күк сәскә, ҡара ҡарағат, балан. Улар ярҙамында баш, күҙ ауырыуҙары, аңҡау һәм ауыҙ ҡыуышлығының лайлалы тышсаһы шештәрен дауалай.

Ø 5- се уҡыусы:

Буға өсөн  Венераның хуш еҫле үләндәре дауалау үҙенсәлегенә эйә: миләүшә, шалфей, мәтрүшкә, ҡуҙғалаҡ, айыу баланы. Тамаҡ, ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан дауалау өсөн файҙаланалар.

Ø 6-сы уҡыусы:

Игеҙәктәр өсөн  Меркурийҙың үрмә үҫемлектәре - борсаҡ, ҡомалаҡ, эт эсәге, бесәй үләне, сельдерей дауа бирә. Уларҙың пневмония, туберкулез, астма, бронхит һәм нервы ауырыуҙарын дауалау өсөн файҙаланалар.

Ø 7- се уҡыусы:

Ҡыҫалаларға  айҙың итләс  һәм һыуһыл үҫемлектәре – ҡыяр, ҡарбуз, ҡабаҡ, ҡауын, томбойоҡ, ландыш, розмарин шифа бирә. Улар гастрит, склероз, һары һыу ауырыуҙарынан һәм шеш яраларҙы дауалау үҙенсәлектәренә эйә.

Ø 8- се  уҡыусы:

Арыҫлан  өсөн  алтынһыу, сәскә атыусы һәм бөтөнләй еҫһеҙ тиерлек үләндәр – бәпембә, үгәй инә үләне, артыш, петрушка, укроп, тырнаҡ гөл яҡшы дауа. Йөрәк- арҡа ауырыуҙарынан, аневризм һәм стенокардиянан дауалау өсөн файҙаланалар.

Ø 9-сы уҡыусы:

Ҡыҙҙар – райхан (базилик), һоло, арыш һәм баҙам индаль). Эсәк ауырыуҙарынанперитонит, эс ҡатыу, эсәктәр сыуалыуҙан файҙалы.

Ø 10- сы уҡыусы:

Үлсәүҙәр – миләүшә сәскәһе, инжир һәм цитрус емештәре менән дауалана ала. Япраҡтары диабет, бөйөргә таштар ултырғандан, нефрит һәм уремиянан файҙалы.

Ø 11- се уҡыусы:

 Саяндарға  әрем һәм райхан(базилик) кеүек Марс үләндәре сихәт килтерә. Улар гепатит, енес ағзалары ауырыуҙары, геморрой һәм эренле тәрән яраларҙы дауалағанда файҙаланыла.

Ø 12- се уҡыусы:

Уҡсы – Юпитер үҫемлектәре – дегәнәк, меңъяпраҡ,  ирәүән, ҡурай еләге, миләш, мүк еләге, кориандр, ҡыҙыл клевер, ҡыҙыл көртмәле дауа бирә.

-Белемдәрҙе нығытыу өсөн, ошо таҡталағы кроссвордты сисеп үтәйек. Мин һорауҙарҙы уҡыйым, ә һеҙ яуаптарын әйтеп барығыҙ (таҡталағы кроссвордты бергәләп сисәләр).

 

 

 

 

 

1.

М

Ә

Т

Р

Ү

Ш

К

Ә

 

2.

Э

Т

Ҡ

О

Л

А

Ҡ

 

3.

Т

Ө

Й

М

Ә

 

4.

Б

А

Л

А

Н

 

 

 

5.

Д

Е

Г

Ә

Н

Ә

К

6.

Ә

Р

Е

М

 

 

7.

Н

А

Р

А

Т

Б

А

Ш

 

 

1. Хуш еҫле үлән исеме.

2. Ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүенән һаҡлай торған үлән.

3. Нервы ауырыуҙарын дауалау өсөнҡулланылған үлән.

4. Баш, күҙ ауырыуҙарынан файҙалы емеш.

5. Юпитер үләне.

6. Ылаҡтар өсөн файҙалы үлән.

7. Ҡоро    һәм әскелтем Сатурн үләне.

- Афарин!  

 

V. Был ребустар эсендә  ниндәй шифалы  үҫемлектәрҙең   исеме йәшеренгән  икән? Йәгеҙ әле, кем  отҡорораҡ икән?

 

1) http://im8-tub-ru.yandex.net/i?id=124423887-35-72&n=21    http://sony-ericsson-new.ru/_ph/24/2/68587681.jpg, Г  Е

ҠУРАЙ ЕЛӘГЕ

 

2)1000 ъ http://img-fotki.yandex.ru/get/4611/120710424.20d/0_75ba0_e39661f5_XL

МЕҢЬЯПРАҠ

 

 

VI.

 1. Хәҙер, уҡыусылар,   ашай торған үләндәрҙе һанап яҙабыҙ, кем күберәк яҙыр икән?  

2.  Ә бында ауырыуҙан дауалаусы үҫемлектәрҙе теҙеп яҙабыҙ.

VII. Йомғаҡлау.

-Шулай итеп, уҡыусылар беҙ бөгөн ниндәй үҫемлектәр тураһында һөйләштек?  (Үҫемлектәрҙе  һанайҙар)

-Уларҙы бөтәһен бергә нисек атайҙар? (Шифалы үҫемлектәр).

-Шифалы үләндәр ни өсөн кәрәк? (Шифалы үҫемлектәр дауалау өсөн кәрәк).

-Улар ниндәй сирҙәрҙән дауалай?

-Уҡыусылар,  йәй дарыу үләндәрен йыйып ҡышҡылыҡҡа киптерһәгеҙ, ҡыш буйына бер ҙә ауырымай сығырһығыҙ. Ләкин һәр нәмәлә лә сама кәрәк. Халыҡта әйтем бар: ”Сама белеп ҡулланмаһаң, хатта бал  да бүктерә”. Бүгеү генә түгел, артыҡ ҡулланыуҙың да зыяны тейеүе ихтимал.   

-Һау булығыҙ!  Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Прямоугольник: скругленные углы: Башҡорт йолалары
(Класс сәғәте)
 

 

 

 

 

 


 

 

 

http://cs10393.userapi.com/u37401174/117997790/x_1e95fc60.jpg

 

Маҡсат:

1. Уҡыусыларға халҡыбыҙ йолаларының тәрбиә сығанағы булыуын еткереү, йолалар тураһында мәғлүмәт биреү;

2. Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;

3. Башҡорт халҡының мәҙәниәтенә һөйөү, милли ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:

v Башҡорт милли кейемдәре;

v Йолалар тураһында китаптар;

v “Йолалар – тәрбиә, әҙәплек сығанағы”,- тип яҙылған плакат.

 

Дәрес планы.

v Ойоштороу (1–2 минут);

v Инеш һүҙ (4–5 минут);

v Класты командаға бүлеп уйнатыу (20–25 минут);

v Йомғаҡлау (5–7 минут).

Дәрес барышы

I.     Ойоштороу

 Уҡытыусы: – Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!   Хәйерле көн! Тынысланығыҙ.

Яңы дәрескә әҙерләнәбеҙ. Дәресте башлар алдынан таҡталағы һүҙҙәрҙе күмәкләшеп уҡып алайыҡ . (уҡытыусы дәрес алдынан таҡтаға яҙып әҙерләй)

Надпись: Атанан күргән – уҡ юнған,  әсәнән  күргән – тун бескән.
 

 

 

 


II.   Инеш һүҙ

Йола – халыҡ ижадының бик боронғо һәм ғәжәп үҙенсәлекле төрҙәренең береһе булып тора. Башҡорт йолалары ырыу ҡоролошонда уҡ барлыҡҡа килә башлаған. Улар был осорҙағы тормош һәм хеҙмәт шарттары, боронғо кешенең донъяға ҡарашы менән билдәләнә. Йолалар кешелектең тәбиғәт менән мөнәсәбәткә инергә тырышыу кәрәклегенән килеп тыуған һәм тәбиғәт көстәренә тәьҫир итеп, уларҙы бойһондороу, тыңлатыу, хеҙмәт иттереү вазифаһын башҡарып килә. Башҡорт йолалары Совет власы осоронда тыйыла һәм күптәре йәшәүҙән туҡтай. Тик бынан бер нисә йыл элек кенә йолалар ҡабаттан тергеҙелә башланы. Республикабыҙҙың күп төбәктәрендә йолалар даими үткәрелә. Был бик ҡыуаныслы. Сөнки ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге йолаларыбыҙ тергеҙелә, йәш быуынға еткерелә.

Ә хәҙер, уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән халҡыбыҙҙың ниндәй йолалары бар икәнлеген, һеҙ уларҙы беләһегеҙме -юҡмы икәнен ҡарап үтәйек. Бының өсөн һеҙ хәҙер ике командаға бүленегеҙ. Бөгөнгө дәресте ярыш формаһында үткәрәсәкбеҙ.

III.    Төп өлөш

 Класс ике командаға бүленә,  командаларға исем ҡушыла. Уҡыусылар араһында жюри һайлана.

Уҡытыусы бер йола тураһында   һөйләм, йә ул йоланың билдәләмәһен әйтә. Һәр дөрөҫ  яуап өсөн уҡыусыларға  тәңкәләр бирелә.       

1 команда

v Яңы өй һалып сыҡтыҡ.(өй туйлау)

v Бәпес тыуҙы. (бәпес туйы)

v Июнь айында бөтә ауыл халҡы милли кейемдә урманға байрамға сыға. (ҡарға бутҡаһы)

 

 

http://cs315330.userapi.com/v315330174/562d/X32TCw2ZVGY.jpghttp://cs308324.userapi.com/v308324440/2e1a/LpGRW5ysUL0.jpg

 

v Был байрамға бер нәҫел, ырыу кешеләре йыйыла. (шәжәрә байрамы)

v Йыл ҡоро килгәндә бөтә ауыл халҡы ҡырға сығып һыу һибешә. (ямғыр теләү)

2 команда

v Өй күтәрәләр. (өмә)

v Һуғым һуялар. (һуғым ашы)

v Был байрамға ошо ауылдан сыҡҡан һәм ситтә йәшәгән бөтә кеше саҡырыла. (Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!)

v Яҙғыһын баҫыуҙа сәсеү эштәре тамамлағас үткәрелә. (һабантуй)

v Рамаҙан айында башҡарылған йола. (Ураҙа байрам)

 

1.Туй йолаһына ингән йолаларҙы һанап, исемлек төҙөргә. Ҡайһы команда нисә йола яҙа, шунса  тәңкә бирелә. Исемлек  түбәндәгесә булырға мөмкин:

 яусы ебәреү, ҡоҙалашыу, бата, ҡыҙ йәшереү, туй асыу, ҡыҙ оҙатыу, еңгә күреү, һыу башлау, һыу һатыу, килен  һөйөү  һәм башҡалар.

2. Аулаҡ өй йолаһын күрһәтеү. (сәхнәләштереү)

3.Уҡытыусы:

– Уҡыусылар, беҙҙең халҡыбыҙҙа борон-борондан килгән аулаҡ өй тигән бик матур йола бар. Ул йоланы олатай-оләсәйҙәрегеҙҙән барығыҙ ҙа ишетеп беләлер, моғайын. Ауылда  кисен ҡыҙҙар бер аулаҡ өйгә йыйылып, төрлө йырҙар, таҡмаҡтар йырлап, ҡул эштәре менән булышҡандар. Эштәрен тамамлағас, уларға егеттәр ҙә килгән.  Улар төрлө уйындар уйнап, йырлап- бейеп күңел асҡандар, ял иткәндәр. Шулай уҡ бер- береһенә төрлө таҡмаҡтар әйкәндәр. Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, һеҙ ҙә хәҙер ошо йоланың бер өлөшөн күрһәтеп ҡарағыҙ әле. (сәхнәләштереү)

4.Һеҙ  өйрәнгән ҡайһы әҫәрҙә ниндәй йолалар тураһында һөйләнелә?

Яуаптар:

Ф. Иҫәнғолов “Хәмит күпере” хикәйәһе. (6 класс)

Аталары үлер алдынан, улдарына васыят әйтә, әйберҙәр бүлеп бирә. (6 класс)

v М.Кәрим “Үлмәҫбай”поэмаһы. Туй йолаһы (7 класс)

v Таштуғай” легендаһы. Балдаҡ бирешеү йолаһы (7 класс)

5.Бирелгән һүҙҙәрҙән йолаларҙы аңлатҡан һөйләмдәр төҙөргә.

v тейеш, бәләкәй,ата-әсәһен, иң, көтөргә, улы (Иң бәләкәй улы ата-әсәһен көтөргә тейеш).

v көнө, бөтә, башланған, йома, эш (Бөтә эш йома көнө башлана).

IV.                       Йомғаҡлау.

Жюри уйынға йомғаҡ яһай,  иң күп тәңкә йыйған еңеүселәрҙе билдәләй.

Уҡытыусы: Уҡыусылар, һеҙҙең дәрес буйынса   һорауҙарығыҙ булһа, мин яуап бирермен. Әгәр ҙә һорауҙар булмаһа, дәресте йомғаҡлайбыҙ.

v Йолалар – ул  милләтең  рухи байлығы, сәнғәте һәм мәҙәниәте.

v Йолалар – тормош йәме.

v Йолалар – тәрбиә, әҙәплек сығанағы.

Улар кешеләрҙә ғорурлыҡ, яуаплылыҡ тойғоһо, мөхәббәт, әҙәплелек, татыулыҡ тәрбиәләй. Дәрт өҫтәй. Әгәр кем үҙ милләттең йолаларын белергә, һаҡларға, уларға тоғро булырға теләй, йолаларҙы белергә тейеш.

Волна: “Һылыуҡай” конкурсы
(кластан тыш сара)

“Һылыуҡай”конкурсы
(кластан тыш сара)

  

 

 

 

 

http://cs417729.userapi.com/v417729174/265/_9ghdX1rFGA.jpg

 

Маҡсат:

  Башҡорт  ҡыҙҙарының  бөтә  күркәм  сифаттарына  эйә булған,  рухлы  ҡыҙҙы билдәләү.

Бурыстар:

1.  Уҡыусыларҙа  кеше  араһында үҙҙәрен ышаныслы  тотоу күнекмәләрен булдырыу.

2.     Матурлыҡҡа,  камиллыҡҡа  ынтылыу теләге тәрбиәләү, телмәр  мәҙәниәтен үҫтереү.

 

 

Бәйге барышы

Сәхнә һәм зал матур, байрамса (төрлө төҫтәге шарҙар) биҙәлгән.

I. Ойоштороу

II. Инеш һүҙ  

Алып барыусы:

-Һылыулығың, ҡыйыулығың

Алдың кемдән?

Әсәйемдән.

http://cs417729.userapi.com/v417729174/283/Yc9Cj5Klj_4.jpg

-Отҡорлоғоң, тапҡырлығың

Һинең кемдән?

Әсәйемдән.

http://cs417729.userapi.com/v417729174/25b/7U2oStZdArw.jpg

-Тыйнаҡлығың, йыйнаҡлығың

Сере кемдән?

Әсәйемдән.

http://cs417729.userapi.com/v417729174/279/UpMLoT3V568.jpg

-Иркәлегең, егәрлегең

Күсте кемдән?

Әсәйемдән.

http://cs417729.userapi.com/v417729174/28d/qsk7kdOpZn8.jpg

III. Төп өлөш

Алып барыусы:

-Һаумыһығыҙ, хөрмәтле әсәйҙәр, оләсәйҙәр, уҡытыусылар, уҡыусылар!  Һеҙҙе яҙ байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм “Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр!” девизы аҫтында үтәсәк сараға саҡырабыҙ.

Слайд: “Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр!”

Халыҡ ижадында ҡыҙҙар һәр йәһәттән камил, һоҡланғыс итеп   һүрәтләнә. Гүзәл заттар -  һылыу, һөйкөмлө, саф күңелле, көслө рухлы  кешеләр. Ҡыҙҙарҙың матурлығы, оҫталығы, йыр- моңға маһирлығы, егәрлелеге уның һаулығы  билдәһе лә. Ә һаулығың-байлығың, сәләмәт тәндә - саф аҡыл була, һау- сәләмәт ҡатын  сәләмәт бала таба. Бала – нәҫел дауамы. Физик сәләмәтлек менән рухи сәләмәтлек тығыҙ бәйләнгән. Сәләмәтлек - ул ауырымау ғына түгел, ә кешенең тышҡы һәм эске булмышының гармонияла булыуы.Үҙ милләтеңдән айырылыу, үҙеңдең рухи тамырҙарыңдан ситләшеү ҙә ауырыуға сәбәпсе була ала.

Слайд:Ҡыҙ бала – илгә биҙәк.

Алып барыусы:

- Бөгөнгө конкурсыбыҙҙа һылыуҡайҙарыбыҙ матурлыҡ, сәләмәтлек тураһында фекерҙәрен әйтерҙәр, оҫталыҡтарын, зирәклектәрен күрһәтерҙәр. Уларҙы хөрмәтле жюри ағзалары баһалар. Бөгөнгө матур сараның жюри ағзалары менән таныштырабыҙ.

-Хөрмәтле жюри ағзалары,  һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар  теләйбеҙ.

-  Хөрмәтле тамашасылар, һеҙҙең һөйөүҙе яулаған ҡыҙҙы һайларға ярҙам итерһегеҙ.

Слайд: Һылыуҡайҙарҙың фотолары

Алып барыусы:

-Сәхнәгә һылыуҡайҙарҙы саҡырабыҙ. Рәхим  итегеҙ! (ҡатнашыусы ҡыҙҙар исемлеге)

Конкурс: Үҙ-үҙең менән  таныштырыу.

 Бейеү:”Күңелле полька”

Слайд: Сәскәйҙәрең толом- толом

Алып барыусы:

- Башҡорт халыҡ эпостарында бик тә серле   күренеш күҙәтелә - батыр егет һыу ҡыҙын ҡулынан түгел, сәсенән -толомдарынан тотоп ала.    Ғалимдар егет ҡыҙҙың сәсен тотоп,  уның көс-ҡөҙрәтен ала, тип фарыз итә. Бәпестәрҙең дә әсәһенең сәсен услап тотоп серем итеүе билдәле. Улар бәлки, шулай көс йыялыр, ҡеүәтләнәлер. Сәстәр матур булһын, өсөн ҡыҙҙарға оләсәйҙәре, әсәйҙәре ниндәй кәңәштәр бирҙе икән?

Конкурс: Сәсең матур булһын, тиһәң…

Слайд: Әсәнән  күргән-тун бескән.

Алып барыусы:

-Сәләмәтлек өсөн аш- һыуҙың да әһәмиәте ҙур. Аш еҫе, һирәк бешерелә торған аш янында байрамса йыйылышып ултырыу, күңелле һөйләшеүҙәр, әсәйҙе маҡтауҙар- бала күңеленә яҡты иҫтәлек булып һеңә. Ҡыҙҙар әсәйҙәр менән ниндәй тәмлекәстәр тәҡдим итер икән?

Конкурс: Тәмле –тәмле –тәмлекәс…

http://www.vkusedi.ru/images/stories/cooking/Baking/Chak-chak8.jpg

 

Слайд: Булһаң зирәк –әйт тиҙерәк!

Алып барыусы:

-                Халҡыбыҙ элек-электән һүҙ оҫтаһы булған,  зирәклеге, сәсәнлеге менән айырылып торған.Ҡыҙҙарҙы ла зирәклектә, отҡорлоҡта һынап ҡарайыҡ.

Конкурс: Әйт,тиҙерәк!

Алып барыусы:

-Ҡыҙҙар әҙерләнгәнсе, йыр тәҡдим итәбеҙ.

Слайд: Егәрленең ҡулы ете.

Алып барыусы:

-Ҡатындар йорт ҡаралтылары, көнкүреш әйберҙәрен иҫ китмәле зауыҡ менән эшләгән,үҙенсә биҙәгән. Уларҙы ҡәҙерләгән, сөнки эшкә күңел йылыһын, хыялын, күҙ нурын, яҡты уйҙарын ҡушып ебәргән. Шуға күрә ҡул эшенә, хеҙмәткә өйрәтеү маҡсатҡа ярашлы. Ул матурлыҡҡа  ынтылыш тәрбиәләй, ҡулланған һайын күңелгә нур өҫтәй.

Конкурс: “Балаҫ һуғыу”

http://www.ivanivanich.ru/img/disc30/11_catalog.gif

Алып барыусы:

-Ҡыҙҙарҙың эшен ҡурай моңдары аҫтында күҙәтәйек. (ҡурайҙа төрлө көйҙәр)

Алып барыусы:

-Ә һеҙ, хөрмәтле тамашасылар,  күңелегеҙгә ятҡан ҡыҙ өсөн тауыш бирегеҙ. (баллдарҙы иҫәпләү)

Слайд:Ҡыҙ күңеле –бишектәге бала.

Алып барыусы:

-Рухи сәләмәтлек тәрбиәләүҙең төп шарттарының береһе - матур уй-теләктәрҙе моңға һалып, көйләп-һамаҡлап бала күңеленә һала барыу. Көйгә һалынған теләк баланың аңына һеңеп ҡала.

Конкурс:“Бишек” йыры

Алып барыусы:

-Жюри баһалауҙарын тамамлағансы, малайҙар башҡарыуында бейеү ҡарап алайыҡ.

Слайд:Ҡотлайбыҙ!

Алып барыусы:

-Бөгөнгө матурлыҡ, гүзәллек бәйгеһенең йомғаҡтарын билдәләр өсөн һүҙ жюригә һүҙ бирелә.

Жюри рәйесе:

§  Иң мөләйем ҡыҙ номинацияһы …

§  Иң һөйкөмлө ҡыҙ номинацияһы …

§  Иң оҫта хужабикә номинацияһы …

§  Иң зирәк ҡыҙ номинацияһы….

§  Тамашасы һөйөүен яулаусы ҡыҙ номинацияһы…

§  Конкурстың еңеүсе һылыуҡайы…(таж кейҙерелә)

Алып барыусы:

хәҙер конурсанттарҙың  әсәйҙәрен дә ҡыҙҙары янына саҡырабыҙ.

Слайд: Һәр ваҡыт һау- сәләмәт, матур булығыҙ!

IV. Йомғаҡлау. Алып барыусы:

- Әсәйҙәр иң элек балалары алдында матур, ғорур, аҡыллы һәм аңлы булырға тейеш. Залда ултырыусы шундай әсәйҙәрҙең балалары тормошта һынатмаҫ, тип ышанабыҙ. Һәр саҡ шулай матур, һау- сәләмәт, гүзәл  булып ҡалығыҙ!

Бүләкләүҙәр, ҡотлауҙар.  

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Блок-схема: документ: ДУҪЛЫҠ МЕНӘН КӨСЛӨБӨҘ
(Шат һәм тапҡырҙар клубы)

 

 

 

 

 


Маҡсат:

1.                 Башҡорт һәм урыҫ халыҡ ижады тураһында белемде камиллаштырыу,

2.                 фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, төрлө милләт халҡына ихтирам тойғоһо,

3.        дуҫлыҡ хистәре тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:

*                ҡарағай- ҡыпсаҡ, үҫәргән, бөрйән, түңгәүер ырыуы уҡыусыларының үҙ шәжәрәләре,

*                һүрәттәр менән карточкалар,

*                иллюстрациялар,

*                аудиокассеталар,

*                Башҡортостан, Рәсәй карталары,

*                һорауҙар яҙылған сәскә таждары,

*                яуаптар яҙылған  карточкалар.

1-се алып барыусы:

- Уҡыусылар,   тарихтан  билдәле булыуынса, иң беренселәрҙән булып Рус дәүләтенә меңле ырыуы башҡорттары ҡушыла, унан һуң тамъян, бөрйән, үҫәргән, ҡыпсаҡ ҡәбиләләре башҡорттары Иван Грозный батша тәҡдимен ҡабул итә.  Бөгөнгө сарабыҙ рус һәм башҡорт  халҡының дуҫлығына арнала.

Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары тыңланыла.

2-се алып барыусы: Мостай Кәримдең ”Россиянмын “шиғырын уҡый.

I.                   Команданың  исеме һәм девизы менән таныштырыу.

 /5 балл/

1-се алып барыусы:

- Һәр команда үҙенә бер ырыу исемен һайларға тейеш. Шулай уҡ команданың һәр ағзаһы үҙе менән таныштырырға бурыслы. Рәхим итегеҙ, командалар, һүҙ һеҙгә.

Һәр команда ағзаһы үҙе менән таныштыра. Мәҫәлән, “Мин Бөрйән ырыуынанмын, Һаҡмар һыуын һыулайым”. /һәр команда ағзаһына бер балл/

II. Шиғыр бәйгеһе  /5 балл/

2-се алып барыусы:

Беҙҙең республикабыҙҙа йөҙҙән ашыу милләт вәкилдәре дуҫ һәм берҙәм йәшәй. Беҙ бер-беребеҙ менән рус телендә аралашабыҙ. Башҡорт һәм рус телдәре Башҡортостан Республикаһында Дәүләт теле итеп ҡабул ителгән. Хәҙер ошо ике халыҡ дуҫлығына арналған шиғыр уҡыу бәйгеһе үткәрәбеҙ. Һеҙгә Абдулхаҡ Игебаевтың “Урал тауышы” поэмаһынан өҙөк, Баязит Бикбайҙың “Рус теле”, Кәтибә Кинйәбулатованың “Дуҫтарым күп” шиғырҙары тәҡдим ителгәйне. Һүҙ сәсәндәргә.

III. Йырҙар бәйгеһе

1-се алып барыусы:  Башҡорттар Рәсәй Дәүләтенә ҡушылғас, ерҙәребеҙ ете ырыуға бүлеп бирелгәс, “Ете ырыу” йыры сығарыла. Хәҙер был йыр нисек атала? Ул  йыр халҡыбыҙ ҡаһарманлығына, ил- йортҡа тоғролоғона гимн ул. Һәр команда алдына өс йыр исеме, берәүһен һайлап күрһәтегеҙ. /”Уйыл”, “Урал”, “Салауат”/

“Урал” йырын тыңлау.

2- се алып барыусы:  Һеҙгә бер рус халыҡ йырын өйрәнеү һәм башҡарыу бурысы ҡуйылған ине. /5 балл/

 1-се алып барыусы: Хәҙер һеҙгә йырҙарҙан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ, һеҙ алдығыҙҙа ятҡан йыр исемдәренең дөрөҫөн һайлап күрһәтегеҙ. /2- шәр балл/

 

а)        ”Ҡара ҡырпыу үңдегеңде

Нағышларбыҙ юрғам.”

 

б)        ”Урал тауҙары бейек тә

Мендем аҡ күлдәк кейеп,

Колхоздарҙа беҙ эшләйбеҙ

Үҙебеҙҙеке, - тиеп.”

 

в)        “Яусыларға килгән инде

Береһе бигерәк бәләкәй.”

 

г)         ”Мәскәүгә лә индек беҙ,

Парижды ла күрҙек беҙ.”

 

2-се алып барыусы:  Рус халыҡ йырҙарын һанап бирегеҙ./ һәр атамаға 1-әр балл/

1-се алып барыусы: Йәрәбә буйынса берегеҙгә “Байыҡ” , икенсегеҙгә “Любизар” йырын сәхнәләштерергә бирелгәйне.

IV.Милли   аш-һыу серҙәре.

2-се алып барыусы: Рус һәм башҡорт халҡының милли йөҙөн билдәләүсе аш- һыуҙар бар. Берәр блюдоның рецебын яҙып - биҙәп әҙерләргә кәрәк ине. Әйҙәгеҙ, эштәрегеҙҙе яҡлағыҙ. /5 балл/

1-се алып барыусы: Ике халыҡ та ҡунаҡсыл. Быуаттар буйы аралашып торғас, “знакум”, “белеш” булып бөткәндәр. Тик уларҙың ҡунаҡ ҡаршылау йолаһы төрлөсә. Кем нимә  тәҡдим итә йыраҡтан килгән юлсыға, сәбәбе нимәлә? /5 балл/

V.Мәҡәлдәр

2-се алып барыусы: Һеҙҙең ҡарамаҡҡа мәҡәлдәр яҙылған карточкалар. Уларҙы тәржемә итегеҙ. /6 балл/

*                Не имей сто рублей , а имей сто друзей.

*                Семь раз отмерь, один раз отрежь.

*                Один в поле не воин.

*                Шило в мешке не утаишь.

*                Ил төкөрһә күл булыр.

*                Уҡығандың теле икәү.

V.                “Әкиәттәр иленә сәйәхәт” /5 балл/

1-се алып барыусы: Бала  саҡтың нурлы бер яланы ул әкиәттәр. Батырҙар тураһында әкиәт сәхнәләштерергә теләк белдергән инегеҙ. Рәхим итегеҙ. /5 балл/

VII.Фразеологик әйтемдәр

2- се алып барыусы: Һеҙгә береһенә русса, икенсеһенә башҡортса  фразеологик әйтемдәр яҙылған бер төрлө карточкалар бирелә. Тәржемәләрен табығыҙ. /5 балл/

 

*                Балтаһы һыуға төшкән.    Негде яблоку упасть.

*                Ҡыҙыл ҡар яуғас.                Молоко в губах не отсохло.

*                Танау аҫты кипмәгән.        Держи карман шире.

*                Энә төртөр урын юҡ.           Как в воду опущенный.

*                Ҡапсығыңды тот.                 После дождика в четверг.

VIII. Йомаҡтар ҡойоу

1-     се алып барыусы : Зирәклеккә, тапҡырлыҡҡа һынау ул йомаҡ ҡойошоу. Әлегәсә ишетелмәгән йомаҡтар тапҡанһығыҙҙыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Һәр команда бер- береһенә йомаҡ ҡоя. Өсәр йомаҡ. / һәр йомаҡҡа берәр балл/

IX. Сәйәхәт

2-     се алып барыусы: Хәҙер илебеҙ буйлап сәйәхәт итеп алайыҡ. Һеҙгә һорауҙар яҙылған сәскә таждары, яуапһыҙ ҡалған һорауҙарға икенсе команда яуап биреү хоҡуғы ала.

Һорауҙар:

*                 XVI быуат уртаһындағы Рәсәйҙең баш ҡалаһы.

*                Өфө ҡалаһына нигеҙ ҡасан һалынған?

*                XVI быуатта Рәсәйҙә ниндәй ҡалалар булған?

*                Башҡортостандағы ҡалаларҙы һанағыҙ?

*                Рәсәйҙең уртаһында урынлашҡан тау.

*                Башҡортостандағы иң оҙон йылға.

*                Боронғо башҡорт ерҙәре Урал тауҙарынан ниндәй диңгеҙгә тиклем йәйрәп ятҡан?

*                Өфөләге “Дуҫлыҡ монументы” нисәнсе йылда ниндәй датаға арнап асыла, авторҙары кемдәр?

*                Ырымбур ҡалаһы иң элек ҡайҙа төҙөлә башлай, хәҙер унда ниндәй ҡала?

*                Каруанһарай тураһында нимә беләһегеҙ?

*                Башҡортостан менән сиктәш республикаларҙы, өлкәләрҙе һанағыҙ.

*                Толстой һәм Чехов ҡымыҙ менән дауаланыу өсөн ҡайҙа киләләр?

*                Хәҙерге  көндә башҡорттар Рәсәйҙең ҡайһы өлкәләрендә күпләп йәшәй?

X.Таҡмаҡтар әйтешеү

2- се алып барыусы:  Һәр ике халыҡ та таҡмаҡ әйтешеүгә маһир. Таҡмаҡ кешенең кәмселектәренән юмор аша тәнҡитләй, шуның өсөн дә таҡмаҡсылар теленә эләгеүҙән бик ҡурҡҡандар. Ҡайһы команда күберәк таҡмаҡ белә икән?/ Һәр таҡмаҡҡа берәр балл/

1-     се алып барыусы:

“Пусть всегда будет солнце “  йырын ике телдә йырларға тәҡдим итәм.

Жюри йомғаҡ яһай. Бүләкләүҙәр.

 

Ҡулланылған әҙәбиәт

1.                 “Балалар әҙәбиәте антологияһы”: Өфө, 1987.

2.                 Ураҡсин З. Ғ., “Русско- башкирский фразеологический словарь”: Мәскәү,1989.

3.                 Биҡҡужина Т. Ә.,” Башҡорт теленән синыфтан тыш эштәр”: Өфө, 1997.

4.                 Әхмәтҡужина Г.,”Халҡым тарихын һалған йырҙарға”,”Башҡортостан ҡыҙы”:Өфө, 2007. 10,10- сы  бит.

5.                 “Башҡорт халыҡ ижады”, Өфө, 1972.

6.                  Хажин В.И., Вилданов Ә.Х.,” Башҡорт теле”:Өфө, 2004.

7.                 Хисаметдинова Ф.Ғ., Шарипова З.Х., Нагаева Л.И., “Родной Башкортостан”:Уфа, 1992.

8.                 Аҡманов И.Ғ., “Башҡортостан тарихынан хикәйәләр”:Өфө, 1992.

9.                 “Башҡорт халыҡ ижады”: Өфө, 2000.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Блок-схема: документ: Уҡыусылар өсөн ҡағиҙәләр
 

 

 

 

 

 


     

v Кеше әйберенә ҡағылма, үҙеңдекен һаҡлап йөрөт.

v Һораған әйберҙе биреп тор. Көсләп тартып алһалар, үҙ- үҙеңде яҡларға тырыш.

v Сәбәпһеҙ һуғышма.

v Юҡҡа- барға үпкәләмә.

v Уйынға саҡырһалар – уйна, саҡырмаһалар- үҙең ҡушыл, бының ояты юҡ.

v Уйнағанда намыҫлы, ғәҙел, ҡыйыу бул.

v Насар билдә алһаң, илама, ғорур бул. Билдә өсөн уҡытыусы менән бәхәсләшмә, уға үпкәләмә.

v Иптәштәреңде ошаҡлама.

v Әрпеш булма,быны бер кеше лә яратмай.

v Ә ”дуҫ булайыҡ”,”бергәләп уйнайыҡ”,”өйгә бергә ҡайтайыҡ” һүҙҙәрен йышыраҡ ҡабатла.

v Тәккәбер булма, һин тиҫтерҙәреңдән яҡшыраҡ та, насарыраҡ та түгел.

v Мәктәп һиңә шатлыҡтар килтерһен.

(Симон  Соловейчик  материалдары буйынса)

 

 

Блок-схема: документ: Уҡыусылар өсөн тест 			һорауҙары : 

 

 

 

 

 

 


1.     Кешеләрҙән алыҫта, япа-яңғыҙ йәшәй алыр инем.

(Эйе- 0,ҡайһы ваҡыт-1, юҡ-2)

2.     Хеҙмәт практикаһы үткәндә

(машиналар менән эшләү ҡыҙыҡлы булыр ине - 0, әйтә алмайым-1, кешеләр араһында эшләү - 2)

3. Мин үҙемдең серемде һөйләр инем… (яҡын иптәшемә-2, белмәйем-1, үҙемдең көндәлегемә яҙыр инем-0)

4. Шундай профессия һайлар  инем

(кешеләр араһында, уларға етәкселек итеп эшләй торған эш- 2, әйтә алмайым-1, архитектор -0)

5.Үҙем өсөн бик күп тап килмәгән ваҡыт булһа ла, берәй кеше менән уға уңайлы ваҡытта осрашырға килешәм.

 (эйе-2, һирәк  кенә-1, юҡ-0.)

6.Ҡайһы ваҡыт бер кем менән дә һөйләшкем килмәй.

(йыш ҡына - 0, һирәк кенә-1, юҡ- 2)

v Яуаптарығыҙ  8 баллдан күберәк булһа, һеҙ тиҙ аралашыусан кеше.

 

Прямоугольник: скругленные углы:    Ата-әсәләр өсөн  тест һорауҙары 


 

 

 

 

 

 

 

1. Балағыҙҙың характерын яҡшы беләһегеҙме? (эйе, уртаса, насар)

2. Балағыҙҙы тәрбиәләүгә күпме  ваҡыт бүләһегеҙ?  (Көнө буйы, 5-6 сәғәт көнөнә, 1-2 сәғәт)

3. Балаларығыҙ менән театрҙа ҡасан һуңғы тапҡыр булдығыҙ?(ярты йыл элек, 3 ай элек, ошо айҙа)

4. Һеҙҙең балағыҙ дәрестәргә әҙерләнгәндә художестволы әҙәбиәт,өҫтәлмә әҙәбиәт уҡыймы? (эйе, ҡайһы ваҡыт, юҡ)

5. Балағыҙҙы йыш маҡтайһығыҙмы? (эйе, ҡайһы ваҡыт, юҡ)

6.  Тәрбиә буйынса ғаилә кәңәшмәләре үткәрәһегеҙме? (Кәңәшләшеп эшләйһегеҙ, ситтән ярҙам һорайһығыҙ,  һәр кем үҙенсә тәрбиәләй)

7. Һеҙҙең балағыҙ ғаиләлә ыҙғыш, талашыуға шаһит буламы? (эйе, ҡайһы ваҡыт, юҡ)

8. Һеҙ балағыҙҙы башҡа кешеләрҙе  ихтирам итергә өйрәтәһегеҙме? (эйе, ҡайһы ваҡыт, юҡ)

 

v Класс  етәксеһе  иғтибарына: Һәр өс яуапҡа бер балл ҡуйыла, дөйөм  класс буйынса һөҙөмтә сығарыла.

 

Блок-схема: альтернативный процесс: АТА-ӘСӘЛӘРГӘ  ПСИХОЛОГ КӘҢӘШТӘРЕ
 


 

 

 

 

 


1. Баланың һорауҙарына тыныс һәм дөрөҫ яуап бирергә кәрәк. Ашыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ булмаһа ла ҡысҡыра башламағыҙ, уны ҡапыл бүлдермәгеҙ.

2. Баланың һорауҙарын етди ҡабул итегеҙ.

3. Баланың  үҙе өсөн генә айырым бүлмә булдырығыҙ.

4. Бала үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын.

 5. Баланың өҫтәлендәге тәртипһеҙлек ижади эш менән бәйле булғанда әрләмәгеҙ.   Эште тамамлағас, урынын йыйыштырып ҡуйыуын талап итегеҙ.

 6. Баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар шулай яратыуығыҙҙы  күрһәтегеҙ.

 7. Балаға ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ.

 8. Балаға үҙ пландарын төҙөргә, ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итегеҙ.

9.  Эшенең һөҙөмтәләрен яҡшыртырға булышығыҙ.

10. Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға  сәйәхәткә алығыҙ.

11. Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп, башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ.

12. Баланы кәмһетмәгеҙ.

13. Баланы үҙаллы фекер йөрөтөргә өйрәтегеҙ.

14.  Баланы китаптар, уйынсыҡтар менән тәьмин итеп тороғоҙ.

15. Баланы төрлө ваҡиғалар уйлап сығарырға, фантазияларға өйрәтегеҙ. Был эштәрҙе бергә башҡарығыҙ.

16. Баланы кесе йәштән китап уҡырға өйрәтегеҙ.

17. Баланың  ихтыяждарына иғтибарлы булығыҙ.

 

 

 

Төҙөүсеһе: Илүзә Баязит ҡыҙы Насырова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Сибай ҡалаһы, 2013.

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "КӘҢӘШЛЕ ЭШ ТАРҠАЛМАҪ Класс етәкселәре өсөн методик ҡулланма"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по сертификации продукции

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 655 586 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 27.10.2016 2299
    • DOCX 1.3 мбайт
    • 14 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Насырова Илюза Баязитовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Насырова Илюза Баязитовна
    Насырова Илюза Баязитовна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 12428
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Экскурсовод

Экскурсовод (гид)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 847 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 152 человека

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 475 человек из 69 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 324 человека

Мини-курс

Галерейный бизнес: медиа, PR и cотрудничество

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Физическая культура и спорт: методика, педагогика, психология

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 13 человек

Мини-курс

Стратегии антикризисных коммуникаций и управление репутацией в современном бизнесе

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе