Инфоурок География Рабочие программыКТП Башҡорт теле 4 класс

КТП Башҡорт теле 4 класс

Скачать материал

Календарь-тематик план

4-се класс

Бөтәһе 102  сәғәт                                                           

Дәрес

         Дәрестең темаһы

                 Йөкмәткеһе

     Планлаштырылған һөҙөмтә

1-2

Телмәр үҫтереү. һаумы, мәктәп.

Бикәнең, Булаттың һәм уларҙың дуҫтарының йәйге тәьҫораттары. Каникулда башҡарған эштәр

Йәйге каникул хәтирәләрен иҫкә төшөрөргә. Эшләнгән эштәр, ял тураһында диалог ҡорорға. Класташтарҙы Белем көнө менән ҡотларға

3

Фонетика. Өн һәм хәреф.

Фонетика. Алфавит. Уның әһәмиәте. Өн. Хәреф.

Өндәрҙе, хәрефтәрҙе сағыштырырға, классификацияларға. Улар тураһында белгәндәрҙе системаға килтерергә

4

Һүҙҙәргә фонетик анализ.

Тулы фонетик анализ өлгөһө. Телмәр үҫтереү. Көҙгө күренештәр, йәнлектәр тормошо. Һынамыштар.

Һүҙгә тулы фонетик анализ эшләргә өйрәнергә. Вариантлап үҙ аллы эшләргә, бер-береңдең эшен тикшерергә, баһаларға өйрәнергә

5

Һүҙҙәрҙә я, е, ё, ю хәрефтәренең яҙылышы.

Ике өндө белдергән хәрефтәр (я, е, ё, ю). Һүҙҙең өн моделен төҙөү, транскрипцияла я6ыу. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Е хәрефе менән ҡушымсалар. Уларҙы дөрөҫ яҙыу.

Я, е, ё, ю хәрефтре булған һүҙҙәрҙең әйтелешен, яҙылышын күҙәтергә, сағыштырырға. Фактик материалға нигеҙләнеп һығымта яһарға. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ  яҙылышын аңлата белергә

6

Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Ҡушма  һүҙҙәрҙең яһалышы. Уларҙың дөрөҫ  яҙылышы. Телмәр үҫтереү. Әкиәт ижад итеү

Ҡушма һүҙҙәрҙең төрлөсә яҙылыу осраҡтарын  ҡалын һәм нәҙек айырыу билдәләре менән, һыҙыҡса аша һәм ҡушылып яҙылған ҡушма һүҙҙәр   ҡарарға, сағыштырырға, һығымта яһарға. Уларҙы дөрөҫ яҙырға күнегергә

7

Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр. Т йәки ҙ  хәрефенә бөткән тамыр һүҙгә т, ҙ  хәрефенә башланған үҙгәртеүсе ялғау ҡушыу. Барлыҡҡа килгән һүҙҙе шундай уҡ тамыр һүҙ һәм уға бәйләнеп килгән ярҙамсы һүҙ  менән сағыштырыу  атта-ат та, ҡыҙҙа-ҡыҙ  ҙа һ. б.  Рус теленән һәм сит  телдәрҙән үҙләштерелгән ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр(класс, гримм, кросс һ. б.   Уларға үҙгәртеүсе ялғауҙар ҡушыу.

Күрһәтелгән конструкциялы һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға һәм тикшереү эше һөҙөмтәһендә асыҡланған дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәһен ҡулланып, дәреслектә бирелгән ҡуш тартынҡылы һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. Рус теленән һәм сит телдәрҙән үҙләштерелгән ҡуш тартынҡыға бөткән   һүҙҙәрҙе (класс, грамм, кросс һ. б.)  хәтерҙә ҡалдырырғ һәм уларға үҙгәртеүсе ялғау ҡушҡанда  дөрөҫ яҙа белергә

8

Ярҙамсы  һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы

Ярҙамсы  һүҙҙәр. Уларҙың  һөйләмдәге роле. Ярҙамсы һүҙҙәрҙе ялғауҙар менән сағыштарыу. Һүҙҙең ялғауына баҫым төшөүе һәм ҡушылып яҙылыуы, ә һүҙгә бәйләнеп килгән ярҙамсы һүҙгә баҫым төшмәүе һәм уның айырым яҙылыуы

Ялғауҙарҙы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙе сағыштырырға. Уларҙы бер-береһенән баҫым ярҙамында айырға өйрәнергә.Һүҙгә ялғауҙы ҡушып яҙырға,ә ярҙамсы һүҙҙән айырым яҙырға күнегергә

9

Диктант һәм хаталар өҫтөндә эш

Үтелгән тема буйынса белемдәрен тикшереү

Һүҙҙәрҙе дөрөҫ  яҙыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү кимәлен тикшерергә

10

Йомғаҡлау

Үтелгәнде нығытыу

Парлап йәки төркөмләп бер-берең  менән килешеп хеҙмәттәшлек итергә. Аралашыу мәҙәниәтен үҙләштерергә

11

Нимә ул һөйләм  Баш һәм эйәрсән киҫәктәр

Һөйләм тураһында белгәндәрҙе системаға һалыу. Баш һәм эйәрсән киҫәктәр. Аныҡлаусы, тултырыусы, хәл

Һөйләм тураһындағы белемдәрҙе системаға һалырға

12

Тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәр

Баш киҫәктәрҙән генә торған һөйләм  йыйнаҡ һөйләм. Баш һәм эйәрсән киҫәктәрҙән торған һөйләм тарҡау һөйләм .  Ике составлы тулы һөйләм. Бер составлы кәм һөйләм

Һөйләмдәр тейешле интонация менән уҡый белергә. Йыйнаҡ һәм тарҡау, тулы һәм кәм  һөйләмдәр айыра белергә

13

Һөйләмдең тиң киҫәктәре

Һөйләмдә һаналып килгән  һүҙҙәр. Тиң эйәләр, аныҡлаусылар, хәлдәр, хәбәрҙәр

 Һөйләмдә һаналып килгән  һүҙҙәрҙе-тиң киҫәктәрҙе айыра белергә. Уларҙы дөрөҫ интонация менән  уҡырға. Һөйләмдә тиң эйәләрҙе, аныҡлаусыларҙы, хәлдәрҙе, хәбәрҙәрҙе график билдәләй белергә

14

Телмәр үҫтереү. “Алтын көҙ”  картинаһы буйынса эш

Картина буйынса инша яҙыу. Картинаны өйрәнеү. Уның йөкмәткеһен, рәссам еткерергә теләгән төп фекерҙе асыу. Рәссамдың тәбиғәт күренешен һүрәтләү ысулдары. Композиция. Төҫтәр палитраһы

Картинаны өйрәнергә. Картинаның эстәлеген асыу өсөн һүҙҙәр тупларға. Иншаның планын  төҙөргә. Картина  йөкмәткеһе, рәссам күрһәтергә теләгән төп фекерҙе асыҡларға. Көҙгө тәбиғәт матурлығын тасуирларға

15

Һөйләмгә синтаксик анализ. “Һөйләм” темаһын өйрәнеүҙе  проектлау

Һөйләмгә синтаксик анализ. “Һөйләм” темаһын өйрәнеү  проекты. Тикшереү эше

Һөйләм темаһына әҙерләнгән схеманы  ҡулланып сығыш яһарға. Һөйләмгә синтаксик анализ эшләү күнекмәһен оҫталыҡ кимәленә еткерерг. Тикшереү  эшен башҡарып, анализ яһарға

16

Нимә ул морфология?  Нимә ул исем? 

Морфология. Исем тураһында дөйөм төшөнсә. Исемде  белдергән һүҙҙәрҙә предметлыҡ төшөнсәһе асыҡ бирелмәгән осраҡтар

Исемде белдергән һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға һәм уларға хас үҙенсәлектәр нигеҙендә һығымта яһарға. Һүҙҙәрҙе мәғәнәләре буйынса төркөмдәргә айырырға, төркөмдәрҙең төп үҙенсәлектәрен асыҡларға

17

Исем. Һөйләмдә исемдәрҙе билдәләү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең ҙур хәреф менән яҙылыуы. Атамаларҙы дөйөмләштереүсе   һүҙҙәрҙең

( уртаҡлыҡ исем)  бәләкәй хәрефтән яҙылыуы

Төркөмләү алымдары нигеҙендә күҙәтергә,  сағыштырырға, анализларға. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе айырырға өйрәнергә. Уларҙы дөрөҫ яҙырға

18

Исемдәрҙең һан менән  үҙгәреше

Исемдәрҙең берлек һәм күплек формаһы

Бирелгән тексты төркөмдә уҡыу,уға ҡарата бирелгән эштәрҙе күмәкләп кәңәшләшеп атҡарыу планын төҙөргә. Бер-берең менән килешеп, аңлашып эшләргә

19

Исемдәрҙең эйелек заты менән үҙгәреше

Исемдең эйәлек төшөнсәһен белдергән һүҙҙәр: минең, һинең, уның, беҙҙең, һеҙҙең, уларҙың

Эйәлек затының һүҙҙәрен дөрөҫ табырға өйрәнергә, һөйләгәндә  дөрөҫ ҡулланырға, һөйләмдәр төҙөргә, телмәрҙе байытырға

20

Телмәр үҫтереү. Изложение. «Иламаҫ»

Изложение яҙыу. Тексты иғтибарлы тыңлау. Уның йөкмәткеһен үҙләштереү. Текстағы төп фекерҙе, уның сюжет йөкмәткеһен яҙма рәүештә тәфсирләп яҙыу

Тексты аңлап уҡырға. Төп фекерҙе билдәләргә.Һүрәттәр буйынса өлөштәргә бүлергә. План төҙөргә. Йөкмәткеһен эҙмәҙлекле һөйләргәәфтәргә грамоталы итеп яҙырға.

21

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше

Исемдәрҙең һөйләмдәге  һүҙҙәргә төрлө ялғауҙар ярҙамында бәйләнеп килеүе. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.  Башҡорт телендә алты килеш. Төп һәм башҡа килештәге исемдәр

Исемдәрҙең төрлө ялғауҙар ҡабул итеүен

күҙәтергә, килеш һорауҙары һәм ялғауҙарын иҫтә ҡалдырырға, һөйләм төҙөгәндә  килеш ялғауҙарын дөрөҫ ҡулланырға. Төп һәм башҡа килештәге исемдәрҙең һөйләмдәге ролен билдәләргә.

22-23

Исемдәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар

Башҡорт телендә нәҙек ижекле  һүҙҙәргә нәҙек ялғау, ҡалын ижекле   һүҙҙәргә ҡалын ялғау ҡушылыуы. Башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән  һүҙҙәрҙең был ҡағиҙәгә буйһонмауы

Килеш менән үҙгәрткәндә һүҙәрҙең төрлө ялғауҙар ҡабул итеүен күҙәтергә, сағыштырырға, анализларға һәм үткәрелгән тикшереү нигеҙендә  һығымта яһарға. Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға.

24

Рус теленән ингән һүҙҙәрҙә ялғауҙар я6ылышы

-ль,- нь, -мь, -ть, -брь хәрефтәренә бөткән рус теле һәм башҡа сит телдәрҙән үҙләштерелгән  һүҙҙәр һәм уларға ялғау ҡушыу

Килеш менән үҙгәрткәндә рус теленән ингән һүҙҙәрҙең төрлө ялғауҙар ҡабул итеүен күҙәтергә, үҙ-ара сағыштырырға һәм уларҙың яҙылышы ҡағиҙәһен төҙөргә

25

Исемгә морфологик анализ яһау

Морфологик анализ яһау. Уны башҡарыу алгоритмы.

Анализды дөрөҫ эшләргә өйрәнергә

26-27

Ҡабатлау.Йомғаҡлау.

Тема буйынса ҡабатлау һәм йомғаҡлау

Үтелгәнде нығытыу буйынса өйрәнелгән темаларҙы системаға һалырға. Насар үҙләштерелгән темалар буйынса һорауҙар төҙөргә һәм уларға яуаптар эҙләргә.

28

Телмәр үҫтереү. Һүрәт буйынса инша «Ҡыш»

Картина буйынса инша. Инша яҙыу үҙенсәлектәре:

Йөкмәткене

үҙләштереү,аңлашылмаған һүҙҙе һорау,өйрәнеү,авторҙың әйтергә теләгән уй-фекерен күҙаллау,текстың  планын төҙөү,план буйынса иншаны грамоталы итеп яҙыу.

Һүрәтте иғтибарлы өйрәнергә.Бирелгән тексты«Ҡыш килде» аңлы уҡырға. Уның йөкмәткеһенең  картина менән оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын табырға, сағыштырырға. Текстың яраҡлы һүҙҙөрен, һүҙбәйләнештәрен, һөйләмдәрен ҡулланып, картина буйынса текст төҙөргә.Уны хатаһыҙ яҙырға.

29

Нимә ул алмаш? Уның

төркөмсәләре.

Һөйләмдә исемде, сифатты һ.б. һүҙ төркөмдәрен алмаштырып килгән һүҙҙәр. Алмаш төркөмсәләре.

Алмаштарҙы табырға, уларға һорау ҡуя белергә, төркөмсәләрен өйрәнергә.

30

Зат алмаштары. Эйәлек заты алмаштары

Исемде алмаштырыусы(мин, һин, ул, беҙ, һеҙ, улар) зат алмаштары. Исемде алмаштырыусы өс зат:1зат-мин, 2зат-һин, 3зат-ул.Эйәлек заты алмаштары: минең,һинең,уның

Текста алмаштарҙың ҡулланылышын күҙәтергә, ниндәй һүҙ төркөмөн алмаштырып килгәнен төшөнөргә. Алмашты килеш менән үҙгәртергә,уға һорауҙар ҡуйырға,телмәрҙә ҡулланырға өйрәнергә.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал
Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 274 399 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 29.09.2020 237
    • DOCX 24.1 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем . Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 3 года
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 3246
    • Всего материалов: 14

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой