Инфоурок Другое Другие методич. материалыКТП по гос.башкирскому языку 6 класс

КТП по гос.башкирскому языку 6 класс

Скачать материал
библиотека
материалов

Календарь- тематик план



Башҡортостан (белешмә) З.Биишева «Башҡортостан». Р.Ғарипов «Дан һиңә,дан, Башҡортостан!».

Башҡорт теле буйынса алдағы синыфта үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Яңы тема

Ҡатнаш



Башҡортостан картаһы,портреттар

2

Ә.Усманов «Башҡорттарҙың ғәскәри хеҙмәте» (тарихи белешмә). Фонетик күнегеүҙәр.

Әңгәмә




3

Ҡолой кантон.(Башҡортхалыҡйыры). Һүҙ төркөмдәре тураһында төшөнсә.

Анализлау



Фонояҙма

4


Ғ.Хөсәйенов “РудасыИсмәғилТасимулы» повесы. Исем тураһында төшөнсә.


Яңы тема

Анализлау




5

М.Ғафури «Беҙҙең нәмәләрҙе һатҡанда» әҫәре. Фонетик күнегеүҙәр.

Биографикбелешмә, ижады.



Слайдтар

6

Инша. Көз килде.

Телмәр үҫтереү




7

М.Иҙелбаев «Хушлашыу» әҫәре. Фонетик күнегеүҙәр.


Биографик белешмә, әҙәби әҫәргә анализ.





8

Фонетик күнегеүҙәр. Р.Бикбаев «Салауат ҡылысы»


Нығытыу



Дидактик материалдар

9

Контроль диктант. Көҙ биҙәктәре.

Белем тикшереү




10

С.Злобин «Салауат Юлаев» (романдан өҙөк). Хаталар өҫтөндә эш.




Анализ




11


Ғ.Ибраһимов «Кинйә» романының идея-тематик йөкмәткеһе. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.




Биографик белешмә, ижады.

Йомғаҡлау




12

Рус-француз һуғышы бәйете. Фонетик күнегеүҙәр.


Анализ



Фонояҙма

13

Исемдәрҙең һан, эйәлек килеш һәм хәбәрлек категориялары.Я.Хамматов «Төньяҡ амурҙары» әҫәре.

Биографик белешмә



Һүҙлек

14

Ҡаһым түрә (риүәйәт). Бәйет тураһында төшөнсә. Исемдәрҙең күплек категорияһы

Анализлау



Фонояҙма

15

Контрль диктант. Кыш башы.

Белем тикшереү




16

Р.Солтангәрәев «Осто Бөркөт…». Хаталар өҫтөндә эш.

Биографик белешмә, ижады




17

Р.Бикбаев «Уралыма». Исемдәрҙең хәбәрлек категорияһы.

Анализлау




18

Я.Хамматов.Ғәйҙулла әҫәре . Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреше, уларҙың мәғәнәләре.

Биографик белешмә




19

Башҡортостан йылғалары.

Башҡорт халыҡ йыры «Йәмле Ағиҙел буйҙары».Исемдәр буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Ҡабатлау



Дидактик материалдар

20

Башҡортостан йылғалары.

Башҡорт халыҡ йыры «Йәмле Ағиҙел буйҙары»

Йөкмәткеһен үҙләштереү



Башҡортостан картаһы

21

Изложение.Ҡурай моңо.

Телмәр үҫтереү




22

Р.Бикбаев «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ». Ағиҙел менән Яйыҡ (риүәйәт).Сифат.

Анализ




23

Сифат дәрәжәләре. Өфө (белешмә). Р.Янбулатова «Гүзәл Өфөм-баш ҡалам».

Яңы тема.



Таблица

24

Изложение. Яҙ күренештәре.

Телмәр үҫтереү




25

А.Ҡобағошов «Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?». Т.Ҡарамышева «Кәкүк сәйе». Исемдәрҙең сифат урынында килеүе


Яңы тема

Йөкмәткеһен үҙләштереү.




26

Контроль диктант. Сәскә-тормош йәме.

Белем тикшереү




27

С.Агиш «Ҡунаҡ һәм намыҫ». Хаталар өҫтөндә эш.


Анализлау.

Әңгәмә







28

Милли аштар (белешмә).Ҡ.Даян  «Башҡорт ҡымыҙы». М.Өмөтбаев «Башҡорт ҡорото». В.Власов «Башҡорт балы». Н.Сафин«Бишбармаҡ».Алмаш.

Яңы тема аңлатыу

Әңгәмә





29

Алмаш төркөмсәләре. Башҡорт теле (белешмә).З.Биишева «Башҡорт теле».«Яҡшы һүҙ – йән аҙығы» (Башҡорт халыҡ әкиәте)

Яңы тема





30

Ә. Вахитов «Һүҙ хаҡында баллада»

Һандар. Һан төркөмсәләре

Яңы тема




Таблица

31

Р.Насиров «Ил балаһы Шакирйән» Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы

Яңы тема аңлатыу






Фонояҙма

32

Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. «Урал батыр» (башҡорт халыҡ әкиәте).

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм йомғаҡлау.

Яңы тема аңлатыу

Әңгәмә




Видеояҙма

33

Контроль диктант. Файҙалы үтһен ялың!


Белем тикшереү



Диктанттар йыйынтығы

34

Хаталар өҫтөндә эш. Башҡортостан халыҡ яҙыусылары, шағирҙары.

Яңы тема




35

Башҡортостан халыҡ яҙыусылары, шағирҙары.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм йомғаҡлау.

Ҡабатлау һәм йомғаҡлау



Дидактик материалдар

















Яҙма эштәрҙең күләме һәм уларҙы баһалау нормалары

Башҡорт теленән контроль эштәрҙең һаны 6-сы класта түбәндәгесә:

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 6-сы класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

контроль диктант – 4

изложение – 2;

инша – 2.

Диктанттарҙы баһалау

Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.


Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

 1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.


Диктант бер генә билдә менән баһалана.

 «5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.    

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

 Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.


Иншаларҙы  һәм изложениеларҙы баһалау

Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә иншалар алдан ныҡлы әҙерлек менән үткәрелә. Изложение һәм иншалар ярҙамында уҡыусыларҙың йөкмәткене аса, кәрәкле тел сараларын темаға ярашлы һайлай һәм, шулай уҡ, уларҙың грамматик нормаларҙы һаҡлап, орфографик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡуллана белеү һәләтлеге тикшерелә. Шуға күрә инша ике билдә менән баһалана. Билдәләрҙең тәүгеһе – эштең йөкмәткеһе һәм теле өсөн ҡуйылһа, икенсеһе грамоталылыҡ кимәлен билдәләй

Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:

  1. теманы  аса белеүе, тел сараларын  инша йәки изложениеның  темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы аңлай белеүе,

  2. яҙғанда,грамматик нормаларға һәм дөрөҫ  яҙыу ҡағиҙәләренә  таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла,изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла.Беренсе билдә менән – уларҙың  йөкмәткеһе  һәм  телмәр  төҙөлөшө, икенсе билдә  менән  грамоталылыҡ кимәле баһалана.

1.Яҙма эштең  йөкмәткеһе  тулыһынса темаға тура килһә,

2. Фактик хата булмаһа,

3.Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ),

4. Эш  лексик яҡтан бай  булыуы менән  айырылып торһа,

5.Эш  темаға  һәм төп фекерҙе  аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа, телмәре  тасуири булһа,

Иҫкәрмә. Бер генә  телмәр  хатаһы  һәм  бер  генә  йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә  1 орфографик, йәки 1 пунктуацион, йәки 1 грамматик хата (тимәк,бөтәһе 1 генә хата) булһа,

«5» билдәһе  ҡуйыла

  1. Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, темаға тура килһә (теманан ситкә китеү  бик  аҙ  булһа),

  2. Йөкмәтке, нигеҙҙә, дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ  булһа ла, фактик хаталар осра3а,

  3. Төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа,

  4. Яҙма эш, нигеҙҙә,синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа,

  5. Эш бер төрлө стилдә я6ылыуы һәм тасуири   булыу менән айырылып торһа,

Иҫкәрмә.  Яҙма эштең телмәр хаталары өҫтөндә, йөкмәткеһендәге хаталар  икенән  дә артмаһа,уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма  эштә  2  орфографик  һәм  2  пунктуацион  хата, йәки1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа, йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән  һәм  грамматик хаталары 2-нән артмаһа,

«4» билдәһе ҡуйыла

  1. Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа,

  2. Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа, әммә эштә  фактик  хаталар ебәрелгән булһа,

  3. Айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,

  4. Яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа,һүҙлеге ярлы,һүҙҙәрҙе ҡулланыуға хаталар булһа,

  5. Эш тема һәм уны аңлатыу (асыу)талап  иткән бер төрлө стилдә  яҙылмаһа,

Иҫкәрмә.  Яҙма эштәге телмәр хаталары  5-тән, йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә, эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙмаэштә  орфографик һәм 4пунктуацион хата,йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа, шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә,

«3» билдәһе ҡуйыла

  1. Яҙма эш темаға тура килмәһә,

  2. Фактик хаталар күп булһа,

  3. Эштең бөтә өлөштәрендә  фекер аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,планға ярашһыҙ  булһа,

  4. Һүҙлегелеге  ғәҙәттән тыш ярлы булһа,эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы  ҡыҫҡа  һөйләмдәрҙән  торһа һүҙҙәр  ҡулланышында  ла  хаталар осраһа,

  5. Эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,

Иҫкәрмә. Яҙма  эштәге телмәр хаталары 7-нән, йөкмәткеһендәге   хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә лә, уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Орфографик хаталары 7-нән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар ҙа 7-нән артһа,

«2» билдәһе ҡуйыла









Контроль диктанттар

I.Көҙ биҙәктәре.

Маҡсат:башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен нығытыу, уларҙы яҙыуҙа дөрөҫ ҡуллана белеү, дәрестә алған белемдәрҙе дөйөмләштереү, системаға һалыу.

Салт аяҙ, йәйге кеүек үк йылы көн. Ағиҙел буйының һирәк-һаяҡ һары, ҡыҙыл таптар эҙ һалдырған урмандары, Ҡуштирәктең баҡсалары йоҡомһорап ултыралар. Бушап ҡалған баҫыуҙар, һөрөлгән ерҙәрҙең киң таҫмалары өҫтөндә сәүкә көтөүҙәре йөрөй. Унан ары ужым баҫыуҙары осһоҙ-ҡырыйһыҙ зәңгәрһыу алыҫлыҡтарға назлы йәм биреп тора. Арыраҡ тағы ҡамыл төбө, тағы һөрөлгән ерҙең ҡара таҫмаһы, тағы ужым…

II.Ҡыш башы.

Маҡсат:башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен яҙыуҙа дөрөҫ ҡуллана белеү, орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе нығытыу, дәрестә алған белемдәрҙе дөйөмләштереү, системаға һалыу.

Ҡарағайлыға ҡыш ҡапыл килде. Кис ваҡ ҡына ямғыр яуып торҙо. Ел һалҡын түгел ине.

Төндә һыуытып ебәрҙе. Дымлы ер өҫтө шыҡырлап туңды. Төньяҡтан һалҡын ел иҫте. Ул көсәйҙе, ас бүре кеүек олоно.

Таң алдынан буран күтәрелде. Ер менән күк бергә тоташҡандай булды. Хатта күрше йорттарҙы ла күрерлек түгел ине.

Кешеләр аптырап ҡалды. Ярты метрҙан артыҡ ҡар яуған,һырындылар өйөлгән. Бына шулай ҡыш башланды.



III.Сәскә – тормош йәме.

Маҡсат:башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен яҙыуҙа дөрөҫ ҡуллана белеү, орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе нығытыу, дәрестә алған белемдәрҙе дөйөмләштереү, системаға һалыу.

Ергә яҙ килде. Ҡар ирей, гөрләүектәр аға, йылғалар таша, боҙҙар китә. Беҙ яҙ матурлығын йәшеллектә, ҡоштар моңонда, сәскәләрҙә күрәбеҙ. Иң беренсе булып үгәй инә үләне сәскәләнә. Унан умырзая беҙҙе ҡыуандыра.

Яҙҙың тәүге сәскәләре бик күп: баллыҡай, күк умырзая, кәкүк емеше, кәзә һаҡалы, сибәкәй, ҡарлуғас үләне, ҡаҙ йыуаһы, һары умырзая. Был сәскәләр йылдан-йыл аҙая бара.Сәскә атҡанда кеше уларҙы самаһыҙ күпләп йыя, тәбиғәттең йәмен ебәрә.

Сәскә – тормош йәме. Бөтәбеҙ ҙә уға ҡарап һоҡланайыҡ, һаҡлайыҡ. ( 76 һүҙ.) (Башҡортостан календарынан.)



IV.Файҙалы үтһен ялың!

Маҡсат: орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе нығытыу, дәрестә алған белемдәрҙе дөйөмләштереү системаға һалыу.

Йәй минең иң яратҡан миҙгелем. Бөтә ер иҫ киткес матурлыҡҡа төрөнә. Урманға барһаң, серле тәбиғәт донъяһы асыла. Унда ниндәй генә сәскәләр, үләндәр үҫмәй, ниндәй генә ҡоштар һайрамай.

Йәй матур, әлбиттә. Ләкин мин матурлыҡҡа һоҡланып ҡына йөрөмәйем. Каникулымды файҙалы үткәрергә тырышам. Әҙәби китаптар, газета-журналдар уҡыйым.

Йәй көнө мин әсәйемә ярҙам итергә тырышам: өй йыйыштырам, баҡсала емеш-еләккә һыу ҡоям, утайым; ҡоймаҡ ҡоям, торт бешерәм. (65 һүҙ.)









Изложениелар

Ҡурай моңо.

Маҡсат:дәрестә өйрәнгән орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡуллана белеү, бәләнешле телмәр өҫтөндә эшләү,

уҡытыусыны тыңлай белергә өйрәтеү.

Борон заманда бик данлыҡлы бер ҡурайсы йәшәгән, ти. Үҙ ғүмерендә бик күп туйҙарҙа, күп йыйындарҙа ҡурай уйнап,бөтә Уралда дан алған кеше булған, ти, был. “ Атайҙан күргән – уҡ юныр, әсәнән күргән – тун бесер», тигәндәй, бының ике улы ла оҫта ҡурайсы булғаи, ти. Бер ваҡыт ҡарт ҡурайсы, әжәл етеп килгәнен һиҙеп, улдарын саҡырып алған да былай тигән:

  • Балаҡайҙарым, мин күп йәшәнем, күпте күрҙем. Ҡурайым менән ҡайғылының күңелен астым, моңһоҙҙо моңландырҙым, дәртһеҙҙе дәртләнләндерҙем, бәхетленең бәхетен бүлештем.

  • Шулай, атай, шулай,- тиештеләр, ти, улдары.

  • Ҡайҙа барһам да, урыным түрҙә булды. Донъя ҡыуманым. Бына атай-олатайҙар янына оҙон юлға сығырға ваҡыт етте. Һеҙгә бүлеп ҡалдырыр малым да юҡ. Башҡалар һымаҡ, бай мираҫ ҡалдыра алмайым. Ғәйеп итмәгеҙ, балалар. Хоҙай тәүфик бирһен үҙегеҙгә...

Кинйә моңло итеп бер көй уйнап ебәрҙе, ти. Шул моңдо тыңлап ятып, ойоғандай итте лә, ти, ҡарт ҡабат китмәҫ ергә китте, ти.



Яҙ күренештәре.

Маҡсат:текстың темаһын, төп фекерҙе асыҡлау, грамматик нормаларҙы дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеү, бәләнешле телмәр өҫтөндә эшләү, уҡытыусыны тыңлай белергә өйрәтеү.

Яҙ ҡояшы ерҙе нығыраҡ йылытты. Тау түбәләре, аҡландар ҡарҙан әрселде. Йырғанаҡтар сылтырап аҡты, күләүектәр йыйылды.

Көтмәгәндә аҡландағы сыбыҡтар өйөмө аҫтында нимәлер ҡыштырланы. Был – терпе ине. Ул ҡышҡы йоҡоһонан уянғайны. Терпе яй ғына аяҡтарына баҫты, еҫкәнде һәм тирә-яғына ҡаранды. Уның энәләренә ҡоро япраҡтар һәм үләндәр йәбешкәйне.

Терпе осло энәләрен сүптән таҙартырға тотондо.Уның аяҡтары ҡыҫҡа, шуға арҡаһын таҙартыу ҡыйын булды. Унан һуң терпе уңайлабыраҡ ултырып ҡорһағын ялай башланы. Ул шулай йыуынды, таҙарынды һәм аҙыҡ эҙләргә йүгерҙе. (Г.Скребицкий буйынса.)






  • Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.
    Пожаловаться на материал
Курс профессиональной переподготовки
Педагог-библиотекарь
Курс повышения квалификации
Курс профессиональной переподготовки
Специалист в области охраны труда
Скачать материал
Найдите материал к любому уроку,
указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:
также Вы можете выбрать тип материала:
Проверен экспертом
Общая информация
Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Курс профессиональной переподготовки «Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе»
Курс повышения квалификации «Правовое обеспечение деятельности коммерческой организации и индивидуальных предпринимателей»
Курс профессиональной переподготовки «Управление персоналом и оформление трудовых отношений»
Курс повышения квалификации «Методика написания учебной и научно-исследовательской работы в школе (доклад, реферат, эссе, статья) в процессе реализации метапредметных задач ФГОС ОО»
Курс повышения квалификации «Педагогическая риторика в условиях реализации ФГОС»
Курс повышения квалификации «Экономика и право: налоги и налогообложение»
Курс повышения квалификации «Организация практики студентов в соответствии с требованиями ФГОС педагогических направлений подготовки»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности по подбору и оценке персонала (рекрутинг)»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности помощника-референта руководителя со знанием иностранных языков»
Курс повышения квалификации «Мировая экономика и международные экономические отношения»
Курс профессиональной переподготовки «Управление информационной средой на основе инноваций»
Курс профессиональной переподготовки «Организация системы менеджмента транспортных услуг в туризме»
Курс профессиональной переподготовки «Метрология, стандартизация и сертификация»
Курс профессиональной переподготовки «Теория и методика музейного дела и охраны исторических памятников»

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.