Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / КВН - Клуб весёлых и находчивых, текст.
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

КВН - Клуб весёлых и находчивых, текст.

библиотека
материалов

Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы

УПББ ДБМУ Мәләүез механика – технология техникумы


Дәрес планы

Дата 2015 й. 611 – се, 621-се төркөмдәр 6-сы дәрес

Дисциплина: Башҡорт теле

Тема: Теле юҡтың ғына иле юҡ.

1. Ойоштороу мәле (1 – 2 мин.)

- иҫәнләшеү;

- студенттарҙы барлау;

- аудиторияның торошон тикшереү;

- эш урындарын, студенттарҙың тышҡы ҡиәфәтен, дәрескә әҙерлеген

тикшереү;

- иғтибар йәлеп итеү.


2. Дәрестең маҡсаттары:

белем биреүсе студенттарҙың алған белемдәрен нығытыу һәм

системалаштырыу;

үҫтереүсе студенттарҙың фекерләү ҡеүәһен, һөйләү телмәрен

үҫтереү, яңы һүҙҙәр менән байытыу;


тәрбиәүи алған белемен дөрөҫ ҡулланыу һәләтенә эйә булған,

хаталаныуҙан ҡурҡмай, ышаныслы эш иткән, үҙ ҡарашы

һәм фекере булған шәхес тәрбиәләү.


3. Белем биреүҙең планлаштырылған һөҙөмтәһе:

студент компетенцияларға эйә булырға тейеш: шарадаларҙы һәм грам –

матик мәсьәләләрҙе сисә; мәҡәлдәрҙең дауамын, һүҙҙәрҙең антонимдарын

әйтә, һүҙҙәр төҙөй;


студент белергә тейеш: шарадаларҙы, грамматик мәсьәләләрҙе, мәҡәлдәр –

ҙе, башҡорт әҙәбиәтен, Башҡортостандың географияһын, антонимдарҙы,

яһаусы ялғауҙарҙы.


4. Дәрестә ҡулланыласаҡ яңы төшөнсәләр: шарада, грамматик мәсьәлә.

5. Дәрес тибы: дәрес - КВН.


6. Дәрестә ҡулланыласаҡ төп методтар: информацион – үҫтереүсе:

һөйләү, аңлатыу, репродуктив.


7. Йыһазландырыу: мультимедия, ноутбук, карточкалар.

8. Бәйләнештәр:

- предмет - ара: башҡорт әҙәбиәте, география.

- предмет эсендәге: Тема 4.1, 5.1.


Дәрестең эш режимы:


1. Белем контроле (6-7 мин.):

1.1. Телдән һорау (6-7 мин.)

Яттан шиғыр һөйләү йәки йыр йырлап ишеттереү .



2. Яңы теманы иғлан итеү, дәрестең маҡсаттарын билдәләү (1-2 мин.):

Тема: Теле юҡтың ғына иле юҡ.

Маҡсат: беҙ бөгөнгө дәрестә алған белемдәребеҙҙе нығытасаҡбыҙ.

3. Танып – белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү.

Репродуктив, күргәҙмәлелек.


5. Материалды нығытыу ( 55-60 мин.):

5.1. Алып барыусыларҙың һүҙе.

5.2. Сәләмләү.

5.3. Шарадаларҙы сисеү.

5.4. Ниндәй һүҙҙәр йәшеренгән? (һүҙҙәр төҙөү).

5.5. Грамматик мәсьәлә.

5.6. Капитандар ярышы.

5.7. Кем күберәк һүҙ яһар?

5.8. Викторина.

5.9. Мәҡәлдәрҙе дауам ит.

5.10. Әҫәрҙәрҙең авторын тап.

5.11. Һүҙ эсендә - һүҙ.

5.12. “Тере” мәҡәлдәр.


6. Дәресте йомғаҡлау (5-8 мин.)

6.1. Жюри һүҙе. Ҡотлау.

6.2. Алып барыусыларҙың һүҙе.

6.3. Рефлексия.

6.2. Баһалар ҡуйыу.


7. Өй эше: (1-2 мин.) Туған тел һәм Тыуған ил тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр яҙырға.



Уҡытыусылар: Әлимғолова Р. С.,Дауытова Ә.Ф.

Дәрес барышы:


1. Ойоштороу мәле (1 – 2 мин.)

1-се уҡытыусы: Кемдәр шаян һүҙ ярата,

Кем ярата көлөргә,

Шулар бөгөн йыйылдылар

Уйын – көлкө күрергә!

2-се уҡытыусы: КВН! КВН!

Бик ҡыҙыҡлы был уйын.

КВН! КВН!

Башланды ҡыҙыҡ уйын!

1-се уҡытыусы: Һаумыһығыҙ хөрмәтле ҡунаҡтар һәм студенттар! Бөгөн беҙҙә байрам. Ниндәй байраммы? Хәҙер табышмаҡтың яуабын әйтһәгеҙ, ниндәй байрам икәнлеген белербеҙ.

2-се уҡытыусы: Здравствуйте уважаемые гости и студенты! Сегодня у нас праздник. А какой праздник? Об этом узнаем, отгадывая следующую загадку: Көйҙөргән дә ул,

Һөйҙөргән дә ул,

Иң әсе лә ул,

Иң татлы ла ул,

Ул нимә? (Тел.)

1-се уҡытыусы: Эйе, табышмаҡтың яуабы – тел. Тимәк, бөгөнгө дәрестең темаһы: Теле юҡтың ғына иле юҡ. (1-се слайд.) 21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө. Был көн 2000 йылдан башлап, ЮНЕСКО ЮНЕСКО ҡарары нигеҙендә билдәләнә башланы. Әсә теле бер була. Бөгөнгө дәрәсебеҙ туған тел көнөнә бағышлана, ә донъяла 6 меңдән артыҡ телдә һөйләшәләр.

Беҙҙең туған телебеҙ – башҡорт теле. Был телдә ата-әсәләребеҙ, ата-бабаларыбыҙ һөйләшкән. Бөйөк шағирыбыҙ Ғ. Туҡай “Туған тел” шиғырында нәҡ ошо турала әйтә: “ Эй туған тел, эй матур тел, ата-әсәмдең теле”. Туған телдә халҡыбыҙҙың күңел байлығы, аҡылы, тормош тәжрибәһе тупланған. Тел йәшәһә, милләт тә йәшәй.

Туған телебеҙ – башҡорт теле йәшәһен өсөн, беҙ туған телебеҙҙе өйрәнергә, туған телебеҙҙә һөйләшергә тейешбеҙ. Тимәк, бөгөнгө дәрестең маҡсаты – туған телебеҙҙе тағы ла нығыраҡ өйрәнеү.

2-се уҡытыусы: 21 февраля – Международный день родного языка, провозглашённый Генеральной конфренцией ЮНЕСКО 17 ноября 1999 год, отмечается с 2000 года ежегодно 21 февраля с целью содействия языковому и культурному разнообразию и многоязычию.

Дата для Дня была выбрана в знак памяти событий, произошедших в Дакке (ныне – столица Бангладеш) 21 февраля 1952 года, когда от пуль полицейских погибли студенты, вышедших на демонстрацию в защиту своего родного языка бенгали, который они требовали признать одним из государственных языков страны.

Языки являются самым сильным инструментом сохранения и развития нашего материального и духовного наследия. По оценкам ЮНЕСКО, половина из примерно 6 тысяч языков мира могут в ближайшее время потерять последних носителей.

21 февраля 2003 года по случаю Международного дня родного языка Генеральный директор ЮНЕСКО К. Мацуура отметил: “ Почему столько внимания удиляется родному языку? Потому что языки составляют неповторимое выражение человеческого творчества во всём его разнообразии. Как инструмент коммуникации восприятия и размышления, язык также описывает то, как мы видим мир, и отражает связь между прошлым, настоящим и будущим.

Родные языки уникальны в том отношении, какой отпечаток они накладывают на каждого человека с момента рождения, наделяя его особым видением вещей, которые никогда на самом деле не исчезнут, несмотря на то, что в последствии человек овладевает многими языками. Изучение иностранного языка - это способ познакомиться с другим видением мира, с другими подходами.

Бөгөнгө дәрестә алған белемдәребеҙҙе нығытасаҡбыҙ; шарадалар, грамматик мәсьәләләр сисәсәкбеҙ; хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙөйәсәкбеҙ, үҙебеҙҙең таланттарыбыҙҙы күрһәтәсәкбеҙ. Ғөмүмән, ярышасаҡбыҙ! (1-се слайд.)

1-се уҡытыусы: Бөгөнгө ярышта 2 команда ҡатнаша: “Телһөйәрҙәр” һәм “Илһөйәрҙәр”. Бер-береһен сәләмләү өсөн һүҙ командаларға бирелә. (Командалар бер – береһен сәләмләй.)

2-се уҡытыусы: Һеҙгә беренсе шарада тәҡдим ителә. (2-се слайд.) Шарада йомаҡ формаһында була. Тик яуабын ижекләп табабыҙ.

Киң һүҙенең киреһе

Булыр тәүге ижеге;

Икенсеһен уйлап тап:

Ҡырҙа йөрөй уйнаҡлап;

Бергә ҡушһаң, ҡош булыр –

Уйлап тапҡан сос булыр. (Тартай.)

1-се уҡытыусы: Бер өлөшө, ай-һай , әсе,

Икенсеһе төҫ була...

Бергә ҡушып, ҡороп ҡуйғас,

Ҡуян эләгеп ҡуя. (Тоҙаҡ.)

2-се уҡытыусы: Бер өлөшө бик тәмле,

Икенсеһе – бер йәнлек,

Бергә ҡушһаң: һуғылған,

Түргә йәйеп ҡуйылған. (Балаҫ.)


1-се уҡытыусы: Бары өс хәрефтән торам,

Ҡаплайым ерҙең өҫтөн.

Йәнә бер хәреф өҫтәһәң,

Табырһың ҡарға төҫөн.

Шуға тағы ижек ялға –

Ҙур ағас баҫыр алға. (Ҡарағай.)

2-се уҡытыусы: Өй эше һеҙгә тел тураһында шиғыр һөйләргә йәки йыр йырлап ишеттерергә ине. “Телһөйәрҙәр” командаһына һүҙ бирелә. “Илһөйәрҙәр” командаһы сығыш яһай.

1-се уҡытыусы: “Ниндәй һүҙҙәр йәшеренгән?” конкурсы. (7-се слайд күрһәтелә.) Бирелгән хәрефтәрҙән өҙмәйенсә һүҙҙәр төҙөү. Кем күберәк һүҙ яҙыр?

2-се уҡытыусы: Грамматик мәсьәлә.

1-се командаға: Берәр хәрефен алыштыра барып, балды тоҙға

әйләндерегеҙ.

2-се командаға: Ташты һыуға әйләндерегеҙ. Алыштырғанда һүҙ һәр

ваҡыт мәғәнәле булһын. (8-се слайд күрһәтелә.)

1-се уҡытыусы: Капитандар ярышы. Бирелгән һүҙҙәрҙең антонимдарын

табырға. (9-сы слайд күрһәтелә.)

Тар - ... яп - ...

бейек - ... сәс - ...

шәп - ... кил - ...

эре - ... ят - ...

матур - ... таҙарт - ...

аҡ - ... мен - ...

йәш - ... йыйыштыр - ...



2-се уҡытыусы: “Кем күберәк һүҙ яһар?” конкурсы. Бирелгән һүҙҙәр менән яһаусы ялғауҙар ярҙамында яңы һүҙҙәр төҙөү. (10-сы слайд.)

1-се командаға: эш,

2-се командаға: яҙ.



1-се уҡытыусы: Викторина. Капитандар ярышы.

  1. Борон башҡорттар ҡайҙа уҡығандар?

2-се уҡытыусы: “Мәҡәлдәрҙе дауам ит”. (12-се слайд.)

  • Телең менән һөйләгәнсе, ҡулың менән...

  • Тел осо татлы, төбө ...

  • Теленә һалынған, эшендә ...

  • Илем өсөн тыуғанмын, илем өсөн ...

  • Ил яҙмышы - ...

  • Терелткән дә тел, ...

  • Сит илдә солтан булғансы, ...

  • Алтын-көмөш яуған ерҙән ...

  • Илен һөйгән - ...



1-се уҡытыусы: “Әҫәрҙең авторын тап!” (13-сө слайд.)

«Беҙҙең өйҙөң йәме» ----------- З. Бишева

«Оло эйек буйында» ---------- М. Кәрим

«Ырғыҙ» --------------------------- Д. Юлтый

«Ҡан» --------------------------- Һ. Дәүләтшина

 

2-се уҡытыусы: “Һүҙ эсендә – һүҙ”. “Башҡортостан” һүҙендәге хәрефтәр менән һүҙҙәр төҙөргә.

1-се уҡытыусы: “Тере” мәҡәлдәр” конкурсы. Карточкалар ярҙамында мәҡәл төҙөп, сәхнәлә күрһәтеү. (15-се слайд.)

Белгән, алтыла, әсә, онотолмаҫ, телең, алтмышта ла.

Ҡәҙерләгән, туған, халыҡ, булыр, ҡәҙерле, телде.

2-се уҡытыусы: Капитандар ярышы

1-се команда өсөн һорауҙар.

1.Борон башҡорттар ҡайҙа уҡығандар?(мәҙрәсәлә)

2.Хәлле кеше?(бай)

3.Йор һүҙле,бәйетсе,фекер эйәһе?(сәсән)

4.Башҡорттар йәшәгән йорт?(тирмә)

5.Ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәйге еңел кейеме?(елән)

6.Һөт ризығы,аҙығы?(Ҡорот)

7.Башҡорттарҙың баш кейеме?(башлыҡ)

8.Европа менәнАзияны бүлгән тау?(Урал)

1-се уҡытыусы:

1.Башҡортостандың милли геройы?(Салауат Юлаев)

2.Республика флагында ниндәй үҫемлек төшөрөлгән?(ҡурай)

3.Ҡурай сәскәһе нимәнең символы?(дуҫлыҡ)

4.Бөйөк Ватан һуғышы геройы Александр Матросов батырлығын ҡабатлаусы?(М.Ғөбәйҙуллин)

5.Егет өйләнгәндә ҡыҙ өсөн түләү(ҡалым)

6.Башҡортостан ниндәй федераль округта урынлашҡан?(Волга буйы федераль округы)

7.Башҡортостандың иң ҡоро районы?(Хәйбулла)

8.Башҡортостандың иң көньяҡ районы?(Ейәнсура)

Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе:

Студенттар!Һеҙ бик актив эшләнегеҙ.Афарин!Өйҙә ата-әсәйҙәрегеҙ,туғандарығыҙ менән башҡортса һөйләшегеҙ,күберәк үҙ телебеҙҙә аралашырға тырышығыҙ.Телебеҙҙе яратығыҙ,хөрмәт итегеҙ,бер ҡасан да онотмағыҙ,киләсәктә балаларығыҙға ла өйрәтегеҙ.Һеҙ туған телебеҙҙе киләсәктә алып барыусылар.





























Яуаптар:

Шарадалар: 1) тартай; 2) балаҫ; 3) тоҙаҡ; 4) ҡарағас.

Грамматик мәсьәлә: 1) бал – тал –таҙ – тоҙ; 2) бал – баҙ – боҙ – тоҙ.

  1. таш – тау – тыу – һыу; 2) таш – тыш – тыу – һыу.

Кем күберәк һүҙ яһар: эш, эшле, эшсән, эшлекле һ.б.;

яҙ, яҙма, яҙыу, яҙыусы һ.б.



Мәҡәлде дауам ит:

1.Телең менән һөйләгәнсе, ҡулың менән...(эшл1)

2.Тел осо татлы, төбө.(ҡортло).

3.Теленә һалынған, эшендә...(абынған).

4.Илем өсөн тыуғанмын, илем өсөн...(үлермен).

5.Ил яҙмышы-ир...(яҙмышы).

6.Терелткән дә тел ,...(үлтергән дә тел).

7.Сит илдә солтан булғансы,...(үҙ илеңдә олтан бул).

8.Алтын-көмөш яуған ерҙән...(тыуып-үҫкән ил яҡшы).

9.Илен һөйгән -...(ир булыр).

Әҙәрҙең авторын тап: М. Кәрим. «Беҙҙең өйҙөң йәме».

З.Биишева. «Оло эйек буйында».

Һ. Дәүләтшина . «Ырғыҙ».

Д. Юлтый. «Ҡан».

 “Тере” мәҡәлдәр: Алтыла белгән әсә телең, алтмышта ла онотолмаҫ. Туған телде ҡәҙерләгән халыҡ,ҡәҙерле булыр.
























Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 01.12.2015
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров226
Номер материала ДВ-216668
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх