Инфоурок Классному руководителю КонспектыӘлифба байрамына сценарий конспекты

Әлифба байрамына сценарий конспекты

Скачать материал

ӘЛИФБА БАЙРАМЫ

 Мәктәп залы шарҙар, сәскәләр менән биҙәлгән.

Дәфтәрҙәр, ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолған.

Шиғырҙарҙан өҙөктәр яҙылған:

 Рәхмәт һиңә, Әлифба.     

Яҡын дуҫ һин беҙгә.      

Беҙҙе уҡырға өйрәттең

 Онотмабыҙ мәңгегә.

 

Белем – киләсәк маяғы,              Белем-сер-тылсым таяғы

Белем- матурлыҡ аллаһы,           Аңла шуны, башҡорт балаһы.

Уҡытыусы.

Ҡәҙерле ата-әсәләр! Ҡунаҡтар!Ҡәҙерле уҡыусылар!Бөгөн беҙҙә ҙур байрам -1-се класс уҡыусылары үҙҙәренең яҡын дуҫы – Әлифба менән хушлашырға йыйылдылар. Әле генә 1 сентябрь көнө тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһын атлап ингән ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ бөгөн беренсе еңеүҙәрен байрам итәләр. Хәҙер инде улар Әлифбалағы бөтә һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе, бәләкәй генә хикәйәләрҙе уҡырға һәм һөйләргә, дәфтәргә матур итеп яҙырға өйрәнделәр.

      Ҡәҙерле балалар! Һеҙҙе Әлифбаны уңышлы тамамлауығыҙ менән ҡотлайым. Киләсәктә лә шулай тырышып уҡығыҙ. Белем иленең юғары баҫҡысына күтәрелегеҙ!

   Ҡәҙерле  ата-әсәләр!Бөгөн һеҙҙең өсөн дә ҙур байрам. Балаларығыҙ өлгәшкән уңыштарҙа һеҙҙең өлөшөгөҙ ҙур. Әлифба байрамы менән һеҙҙе, ҡәҙерле ата-әсәләр!

Күскәнме бында-донъяның бар йәме,

Күңелдәр түрендә Әлифба байрамы.

Был матур байрамға ҡушыл,әйҙә һин

Донъяны гөрләтһен Әлифба байрамы.

Беренсе  класс уҡыусыларын алҡышлап ҡаршы алығыҙ! (уҡыусылар сыға).

Юлиә   Алтын   яуған көҙгө көндә

             Тыйнаҡ үттек беҙ класҡа

              Әлифбаны ҡулға алдыҡ

              Әй  һөйөндөк  шул саҡта

 

Динислам            Әлифба,Әлифба,

                             Беренсе битеңде          

                             Асҡан көн хәтерҙә

                            Зур байрам шикелле.

 

Азалия          Хәҙер  әсәй  мин  ҙур  үҫтем-

                       Уҡый-яҙа  беләмен.

                       Әлифбаның  шиғырҙарын

                       Яттан һөйләп  бирәмен

Айрат

 

 

Йыр " Учат в школе"

Уҡыуҙы, энә менән ҡойо ҡаҙыу, тиҙәр. Тимәк, беҙ һеҙҙең менән бик ҙур эш башҡарғанбыҙ. Әйҙәгеҙ әле, беҙ һеҙҙең менән нимәләр өйрәндек икәнен күрһәтәйек әле.

Ә хәҙер "Һорайым уйнап ҡына, яуап бир уйлап ҡына” уйынын уйнайбыҙ.Таҡталағы сәскәнең таждары артында һорауҙар яҙылған. Бер уҡыусы сығып уҡый, ә һеҙ  яуап бирәһегеҙ.

1.Кәзә 7 йәш тулғас ни эшләй?(8- се йәшкә китә )

2.Һыйыр ниңә ята?(ултыра алмағанға)

3.Ҡаҙ ниңә йөҙә?(һыуҙан атлай алмағанға)

4.Ҡаҙ һыуҙан сыҡҡас ни эшләй?(ярға баҫа)

5.Машинаның ниндәй тәгәрмәсе әйләнмәй?(запас)

6.Ҡара бесәй ҡасан өйгә инә ала?(ишек асыҡ булғанда)

Кире-мире”уйыны. (Балалар уҡытыусы әйткәндең киреһен әйтәләр)

Аҡ-ҡара; бейек-тәпәш; бөгөн-иртәгә; ҙур-бәләкәй; йыуан-нәҙек; матур-насар; шыма - ҡытыршы; көн-төн.

Уҡытыусы.Ә ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?(мәҡәлдәр әйттереү)

Уҡыу - энә менән  ҡойо ҡаҙыу.

Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.

Егет кешегә етмеш төрлө  һөнәр ҙә аҙ.

Егәрленең ҡулы етәү.

Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.

Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың.

Кем эшләмәй, шул ашамай.

Китапханасы (инә). 1-се класс  уҡыусылары бындамы?Һеҙгә хат алып килдем.

 “Ҡәҙерле балалар! Һеҙҙе Әлифба байрамы менән ҡотлайым!Мине  лә уҡырға онотмағыҙ.Мин һеҙгә уҡыу өсөн  һөйләмдәр  ебәрәм. Сәләм менән “Аҡбуҙат”

1)Салауат  Юлаев-башҡорт халыҡ батыры.

2)Беҙ тыныслыҡ теләйбеҙ!

3)Минең Ватаным киң.

4)Тышта йомшаҡ ҡар яуа.

5)Ҡыҙҙар коньки шыуалар.

6)Шамил  матур яҙа.

7)Ҡуян кишер ярата.

8)Азат журнал уҡый.  

Уҡытыусы. Балалар, һеҙҙе уҡырға һәм яҙырға кем өйрәтте? Әйҙәгеҙ Әлифбаны байрамға саҡырайыҡ.

 Уҡыусылар.(хор менән)Ҡәҙерле Әлифба, байрамға рәхим ит!

Әлифба. Һаумыһығыҙ, минең дуҫтарым һәм хөрмәтле ҡунаҡтарым!

Барыһы бергә. Һаумы, Әлифба!

 

Әлифба” китабы сыға:

Мин – Әлифба, таныйһығыҙмы?

Танымайым тип тормайһығыҙмы?

Юктыр, юктыр ышанам,

Һеҙҙе күреп шатланам.

Иҫемдә һәр берегеҙҙең

Күңелле йөҙҙәрегеҙ,

“Яҡшы” тигәс уҡытыусы

Йылмайған күҙҙәрегеҙ

Хәҙер инде ҙур үҫтегеҙ,

Уҡыусы булдығыҙ һеҙ

Төрлө-төрлө фәндәрҙе

Яратып уҡырһығыҙ һеҙ.

Юғалмаҫһығыҙ бер ҡасан да

Китап булһа дуҫығыҙ

Тырышлыҡ һәм сабырлыҡ

Булһа гел юлдашығыҙ.

 

Әлифба.

 Уҡый  белһәң- уңырһың,ә белмәһәң- туңырһың. Әйҙәгеҙ  йомаҡтар сисеп алайыҡ .

- Теле юҡ- үҙе аңлата (китап) 

 Кешегә биргән һайын, үҙеңдә арта бара  (аҡыл)                                           

-Аҡ  ҡағыҙҙан тегелгән         Яҙа ул, һыҙа ла                   Һүрәт яһай алмаһаң

шаҡмаҡлы була, ҡыя           Була төрлө төҫтә                ҡайғырып ҡуйма

һыҙыҡлы ла була ул             һәр эштән ҡыҫҡара             Һиңә ярҙамға килер

һан, хәреф уға һыя               сығарма шуны иҫтән           Тоғро дуҫың..( юйма)

(дәфтәр)                                     (ҡәләм)                      

-Ҡәләм дуҫы менән ул             Аҫып була арҡаға

ары ла бире һыҙа                      Ҡулда ла тотоп була

Ситкә тамсы тайпылмай          Китап, ҡәләм, дәфтәрҙәр

Туп-тура һыҙыҡ һыҙа.               Уның эсенә тула.

(линейка)                                          ( сумка)

 

 

Әлифба:

 Иҫәп белһәң -уңырһың,  ә белмәһәң-туңырһың.  Балалар, мәсьәлә   сисә беләһегеҙ микән, тикшерәйек әле.

1.Йәшәгән, ти,  бер суртан,

Саҡырған , ти, ул ҡунаҡ.

Килгән, ти  биш сабаҡ та һикерткә.

Һанап ҡара, балығы нисә?    

 

2.Торна дәрес үткәргән

һайыҫҡандар саҡырған.

Ете һайыҫҡан килгән,

Тик өсөһө дәрес белгән.

Нисә ялҡау һайыҫҡан

был дәрестә ултырған.

 

3.Ике һыйырҙың нисә мөгөҙө бар? (4)

 

4.Яуыз бүре нисә кәзә бәрәсен ашамаҡсы булған? (7)

5.Аҙнала нисә ял көнө?

6.Нисә предмет бер пар була?

7.Кешеләге парлы ағзаларҙы һана? (Кул, аяк, күҙ, ҡолаҡ, ҡаш)

8. 6 һаны барлыҡҡа килһен өсөн 2 гә нисәне ҡушырға кәрәк?

9.Һеҙҙең класта нисә тәрәҙә бар?(2)

 

Билдәләр керә: “2” “3”билдәләре

3- Бөгөн байрам икән һеҙҙә

Килдек әле беҙ ҙә бына

Ҡарағыҙ беҙ ниндәй матур,

Мин йәйә, ә мин аҡҡош

 

2- Беҙҙе алыу бик еңел,

Кәрәкмәй тырышырға.

Кәрәк ялҡау булырға,

Һәм бик насар уҡырға.

 

Уҡытыусы: Балалар, был билдәләр менән дуҫ булабыҙмы? (ЮҠ)

 

 

“2” “3”билдәләре: Киттек улайһа,  дуҫтар эҙләргә.

 

 

“4”, “5” билдәләре керә.

4- Мин дүртле – яҡшы тимәк

Тырыштар янында мин.

Минең менән дуҫлашһағыҙ –

“Бишле”гә  йырак түгел.

5- Мин “биш” ле бик көслө

Юҡҡа ғына ҡуймайҙар

Кем тырыша, көс һала

Шулар минең сын дуҫтар.

 

Уҡытыусы:

Балалар, был билдәләрҙе  дуҫ итәбеҙме?

Бергә: Эйе

 

Әлифба:

 Сын дуҫтарҙы ямандан

Айыра беләһегеҙ икән

Гел шулай зирәк булыгыҙ,

Һынатмағыҙ, алға барығыҙ.

 

Уҡытыусы:

Тыпыр-тыпыр тыпырҙашып

 Бергә баҫайыҡ әле

Уйнап-көлөп, йырлап-бейеп

  Күңел асайыҡ әле.

Бейеү «

Әлифба              

        Афарин , балалар!

        Мин- Әлифба, Әлифба

        Бөтәһенә  лә  оҫта

        “А” –нан башланып  китәм

        “Я”- ға  хәтлем  юл  үтәм.

        Һәр  хәрефем  тылсымлы-

        Төшөнә  бар  ошоно.

        Минең  менән  кем  туған-

        Шул  була  тырыш, уңған.

        Шатлығым  ҙур-  барығыҙ  ҙа

        Көр  күңелле , иҫән-һау.

        Арағыҙҙа, миҫал  өсөн,

        Юҡ,  тапманым  бер  ялҡау.

 

Уҡытыусы:  Иң  тырыш,  уңған  уҡыусыларҙы  билдәләп  үткем  килә.    

          Миҙалдар  тапшыра.

 

Азалия 1. Беренсе  китап  һин  булдың

      Әлифба  дуҫ,  хуш  инде

      Юҡ  та хуш  түгел, иҫән  бул,

      Һин  айырылмаҫ  дуҫ  инде

 

Юлия 2.Белем  һарайын  асып  керергә

      Беҙҙең  ҡулдарҙа хәҙер бар  асҡыс

      Һәр  бер  уҡыусы  бик  күп  уҡыһын

       Китап  иң  яҡын  дуҫығыҙ  булһын.

 

Динислам 3.   Рәхмәт, әлифба, һин  беҙҙе

        Әллә  күпме  үҫтерҙең

        Яңы  баҫҡысҡа  күтәрҙең

         Туған  телгә  күсерҙең

 Шул  саҡ  ишек  шаҡыйҙар . Почтальон  инә.

Балалар  һеҙгә  телеграмма  килтерҙем.  (Уҡытыусы  телеграмманы  уҡый.)

«Ҡәҙерле , балалар, Һеҙҙе  байрамығыҙ  менән  ҡотлайым. Тырышып  уҡығыҙ,  өлкәндәрҙе  тыңлағыҙ, китапты,  мәктәпте  һәм  өлкәндәрҙе,  туған  телегеҙҙе  яратығыҙ.  Һеҙгә  бүләк  итеп  туған  тел  китабын  ебәрәм.  Уны  ҡәҙерләгеҙ. Үҙем  тиҙҙән  килеп  етермен.  Туған  тел.

 

Әлифба  

   Ярай, балалар,  мин  һеҙҙең  менән  хушлашайым.

Гел  шулай  тырыш  булығыҙ

Тырышты  һөйә  белем

Халҡым  шатланһын  һеҙгә

Ҡыуанһын  тыуған  илем.

 

БАЛАЛАР :    Һау  бул,    Әлифба.

Уҡытыусы      Әйҙәгеҙ  туған  телде  саҡырайыҡ.

Уҡыусылар     Туған  тел,  бик  һағындыҡ,  тиҙерәк  кил.

Туған  тел  инә.

        Һаумыһығыҙ, балалар!

        Һеҙ  көткәнде белдем  мин

        Шуға  ашҡынып  килдем  мин.

        Алыҫ-  алыҫ  ерҙәрҙән

        Алып  килдем  һеҙгә  әкиәттәр,

        Матур-  матур  шиғырҙар,

        Дәртле  күңелле  йырҙар.

(Бүләк  итеп  Туған  тел  китаптарын  тарата).

Балалар башҡарыуында йыр, бейеү  .

Ҡыҙҙар башҡарыуында “Бишбармаҡ” бейеүе.

Уҡытыусы. Башҡортса ла яҡшы бел

Урыҫса ла яҡшы бел

Икеһе лә беҙҙең өсөн

Иң кәрәкле затлы тел.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Әлифба байрамына сценарий конспекты"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по сертификации продукции

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 626 985 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 11.12.2018 1499
    • DOCX 21.6 кбайт
    • 23 скачивания
    • Рейтинг: 1 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ахметкаримова Гульшат Рафиловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 7 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 6
    • Всего просмотров: 72180
    • Всего материалов: 21

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Организация профориентационной работы в школе

36/72/108 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 211 человек из 52 регионов

Курс повышения квалификации

Профилактика компьютерной зависимости и безопасность в сети Интернет среди детей и подростков

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 53 человека из 25 регионов

Курс повышения квалификации

Работа классного руководителя по организации взаимодействия семьи и школы

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 404 человека из 63 регионов

Мини-курс

Стрессоустойчивость и успех в учебе: практические методики и стратегии

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 40 человек из 22 регионов

Мини-курс

История классической музыки от античности до романтизма

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Искусство в контексте современности

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе