Инфоурок Классному руководителю КонспектыЛитературно-музыкальная композиция на тему "Человек и природа - единое целое" (2 класс)

Литературно-музыкальная композиция на тему "Человек и природа - единое целое" (2 класс)

Скачать материал

 Тема: «Кеше  менән тәбиғәт-бер бөтөн»

                                     (Әҙәби-музыкаль программа)

                      Авторы:   Гатауллина  Рита Фазылъяновна

 

Маҡсат: тәбиғәтте  өйрәнеүгә  ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, уның бөтә  халыҡ байлығы икәнлеген балалар аңына  еткереү, тәбиғәт матурлығына һоҡланыу тойғоһо уятыу, тыуған ергә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

 

Йыһазландырыу:  тәбиғәт тураһында күренекле кешеләрҙең фекерҙәре яҙылған плакаттар:

· « Тәбиғәттә бар нәмә гүзәл, әммә бөтә тәбиғәттең матурлығы һыу» (C.Аксаков)

 

   · “Тәбиғәтте һаҡлауҙы мин изге эш тип һанайым.   Был –Тыуған илдең матурлығын һаҡлау һәм арттырыу”. (Л.Леонов).

 

   · ”Бөтәһен дә яратырға кәрәк: йәнлектәрҙе лә, ҡоштарҙы ла, үҫемлектәрҙе лә-тормош йәме шунда» (А.Куприн)

 

Залды биҙәү:  Левитан, Шишкин һәм башҡа пейзаж оҫталарының репродукциялары биҙәй.Тәбиғи материалдан яһалған төрлө ҡул эштәре, тәбиғәткә арналған иншалар, һүрәттәр күргәҙмәһе.

 

Иртәлектең барышы:

1.     Йыр«Минең Ватаным»  Гөлнара Хәлфетдинова һүҙҙәре.

(йыр йырлағанда» Башҡортостан республикаһы” тураһында слайдтар күрһәтелә

 

1-се уҡыусы:  Сәләм, тием, сәләм

 Өр- яңы тыуған көнгә

 Сәләм, тиеп көн башлаһам,

 Шатлыҡтар ята иңгә.

 

2-се  уҡыусы:    Ҡарап тормай ара йыраҡҡа

                            Дуҫтар килгән беҙгә ҡунаҡҡа

                            Дуҫлыҡ-беҙҙең тормош үҙәге,

                            Дуҫлыҡ-беҙҙең  байрам  биҙәге.

 

3-сө уҡыусы:     Бөгөн беҙҙә оло байрам!

                             Ҡунаҡ килде! Ҡунаҡ килде!

                             Хөрмәт менән ҡунаҡтарҙы

                             Ҡаршы ала Тирмән ере.

 

4-се уҡыусы:  Тыуған яғым- Оло Ер буйҙары,

                          Ситтә йөрөһәм, ҡайтам ашҡынып

                          Кукшик тауы, Тирмән шишмәһе,

                          Ҡайтам һеҙҙе бигерәк һағынып.

Эйе, ауылыбыҙ аша  аҡҡан  Оло Ер йылғаһында балыҡ тотоп, һыу ҡойонған саҡтар, бала саҡтан аунап үҫеп килгән Ятап тауы һәр беребеҙҙең күңел түрендә.

Кеше- тәбиғәт балаһы.

Тирә-яҡ мөхиттең саҡ ҡына үҙгәреүе лә беҙҙең йәшәйешебеҙгә, һаулығыбыҙға ҙур тәьҫир яһай.

 

 Эй  сылтырап, сылтырап

   Көн-сыуаҡта йылтырап

 Ағып ята шишмәбеҙ

  Һағынып һыу эсәбеҙ.

 

5-се уҡыусы:      Хөрмәтле ҡунаҡтар,

                              Ҡәҙерле  уҡытыусылар!

 

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, тәбиғәт байлыҡтарын дөрөҫ файҙаланыу хәҙерге ваҡытта ҙур проблемаға әйләнде.Шуның өсөн дә 2013 йыл “ Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы” булараҡ үтте.

 

Музыка уйнай. Шул музыка аҫтында  текст уҡыла.

 

(1-се класс уҡыусыһы аҡ күлдәктә сәхнәгә сыға.  Сәскәнән- сәскәгә йөрөй, тәбиғәткә һоҡлана.)

«Һин тәбиғәттең гүзәл бер урынына килгәнһең. Алдыңда ынйылай емелдәшеп күҙҙең яуын алып торған сәскәләр болоно. Ә ағастарҙа аҫыл ҡоштар сут-сут һайрашалар, һиңә нимәлер әйтергә теләгәндәй бер ағастан, икенсе ағасҡа ҡунып һиңә текәлеп ҡарап торалар ҙа, төпһөҙ йыһан киңлегенә атылалар.

    Ә һин күбәләк һымаҡ сәскәнән-сәскәгә ҡунаһың. Сәскәләрҙең тәмле хуш еҫтәре танауыңды ҡытыҡлай. Биттәреңдән наҙлы ел  иркәләй, ә йомарт ҡояш  әсәләрҙәй һине йылыта.

   Яҡында ғына сылтырап аҡҡан  йылға тауышы ишетелә, һиңә шундай рәхәт, күңелле.

  Кешенең  дә, тәбиғәттең һаулығы ла беҙҙе уратып алған тирә-яҡ мөхиттән, кешенең үҙенән тора”.

                (болонда йөрөгән уҡыусы һөйләй)

 

7-се уҡыусы:    Болон буйлап киләм, ишетәм :

Ҡыштыр-ҡыштыр килә бөжәктәр.

     Урман буйлап киләм, һоҡланам:

Ҡоштар моңон тыңлай тирәктәр.

 Тәбиғәттең илаһи мөғжизәһен

  Киләм һоҡланып та ҡарарға,

 Хайран ҡалыр гүзәллек донъяһын

 Кәрәк беҙгә, кәрәк һаҡларға!

 

8-се уҡыусы: Башҡортостан тәбиғәте бик бай.

 Ләкин уның ҡалын урмандары,

 Мул һыулы йылғалары,

 Зәңгәр күлдәре яҡлауға,

  Һаҡлауға мохтаж.

 

9-сы уҡыусы:      Тәбиғәтте  ысынлап та яратҡан, киләсәк быуындар алдында яуаплылыҡ тойған һәр кеше тыуған еребеҙ күркен һаҡлау өсөн бөтә көсөн һалырға тейеш.

 

Йыр.»Белһәң ине»

 

10-сы уҡыусы:      Бына урман: сафҡа теҙелгәндәр

                                  Аҡ ҡайындар, саған шыршылар,

                                  Гөлдән-гөлгә ҡуна күбәләктәр,

                                  Мең көй йырлай ҡоштар йырсылар

 

11-се уҡыусы:   Йыл һайын миллионлаған  туристар алыҫ һәм яҡын походтарға юллана. Ял  итеүселәр йыш ҡына тәбиғәткә зыян килтерә. Туристар булып киткән ерҙәр бысранып, йәмһеҙләнеп ҡала.

 

12-се уҡыусы: Иҫеңдә тот: урман-ҡырҙарҙа һин ҡунаҡ ҡына!  Әҙәпле бул!

 

13-сө уҡыусы: Урманда  ут тоҡандырғанда һаҡ бул!  Усаҡты яҡшылап һүндерергә онотма!

 

14-се уҡыусы: Ағастарҙы һындырма! Ҡош ояларына теймә!

 

15-се уҡыусы: Юлда осраған шишмәләрҙе таҙарт! Улаҡ эшләп ҡуйһаң һыу эсер өсөн уңайлы булыр.

 

16-сы уҡыусы: Ял иткән урында полиэтилен, быяла,ҡалай һауыттарҙы ҡалдырма!

 

17-се уҡыусы:     Һай, урманым, урманым,

                               Күпте күргән урмандарым минең.

                               Һинән башҡа-ерҙе,

                               Һинән айырып-һыуҙы,

                               Үҙем һулаған һауаны

                               Күҙ алдына килтереп буламы?

                              Һин юҡ икән-ерҙең йәме-күрке юҡ,

                              Һин туплаған дым бөттөмө-йылғалар ҡорой,

                              Һин шифалы һыуыңды сәсмәнеңме-

                              Тыны ҡурылыуҙан ерҙә әҙәм заты ҡалмаҫ ине-тип Ноғман Мусин тиккә генә яҙмаған.

 

18-се уҡыусы: Ял минуты.

                           Әйҙәгеҙ беҙ ерҙең тәбиғи көстәренән үҙебеҙгә дәрт,йылылыҡ алайыҡ.

 

Бергә: Ҡулға-ҡул тотоноп тулҡын эшләйбеҙ (һыу)

   Ҡулдар аҫта(сүкәйеп)-ерҙән көс алабыҙ.

  Ҡулдар өҫтә-ҡояштан йылылыҡ алабыҙ.

Иркен итеп тын алабыҙ

  Һауа яңы дәрт бирҙе!

 

19-сы уҡыусы:  Ата-бабаларыбыҙ тәбиғәтте бик яратҡан һәм балаларын да тыуған ерен яратырға,һаҡларға өйрәткән.  Мәҫәлән:

1.     Ҡайын япрағын һындырырға, еләк-емеш өҙөргә теләһәң, иң тәүҙә был үҫемлектән рөхсәт һора, шунан ғына һындыр, өҙ.

 

2.     Миндек һындырһаң, емеш-еләк йыйһаң, сәскә өҙһәң, хәйерен бирергә онотма!

 

3.     Йәш ағасты һындырма, ғүмерең өҙөлөр. Бына ошоларҙы үтәһәң, тәбиғәт һеҙҙән риза булыр, уңышын да йәлләмәҫ тип өйрәтер булған ата-бабаларыбыҙ.

 

20-се уҡыусы:   Урман-биҙәк. Тик бер-ике йылда кейеп туҙҙырып, яңыһын алмаштыра торған күлдәк түгел ул, изге ер биҙәге.

  Ә ер-мәңгелек. Шуға  күрә уның биҙәген уңдырмау өсөн айырыуса һаҡ ҡыланырға кәрәк.

 

 

Ер шары килә.

1.     Мин-һыу, һауа, урман....

2.     Мин-сәскә, үлән....

3.     Мин-ҡош, кейек

Мин-йәшәү,тормош...

Мин-матурлыҡ...

 

1а. Мине һанламаусылар бар(һыу,һауа,урман)

2а. Мине яҡламаусылар бар(сәскә,үлән)

3а. Миңә ҡул һуҙыусылар бар ( ҡош, кейек).

 

Бергә: (шыбырлап)

  Ишетәһегеҙме-е-е-е

Кеше-лә-ә-әр?

 

26-сы: Аҡ һынлы һомғол ағас донъяла бер ерҙә лә беҙҙәге кеүек иркендә үҫмәй.  Уға күпме иркә, наҙлы һүҙҙәр бағышланған:

                                  бөҙрә лә ул,

                           баҫалҡы ла,

                           сибәр ҙә,

                           ҡупшы ла,

                           ҡайын ғына түгел, ә  ҡайынҡайым тип һөйөп әйтәләр. Әммә ул да яуыз кешеләр тарафынан рәнйетелә.

 

27-се уҡыусы:   Яҙын ҡайындарҙың олондарын

 Һис тә йәлләмәйсә тишәбеҙ,

Мөлдөрә-ә-ә-әп тә аҡҡан күҙ йәштәрен

  “Тәнгә шифа” тиеп эсәбеҙ.

  Ниңә улай итәбеҙ???

 

28-се уҡыусы:   Бигерәк тә муйыл ағасы ғазап сигә.

Сәскә атһа ла,

        Емештәре өлгөрһә лә,

  Уны ботарлап һындырып бөтәләр.

Муйылдың йәштәре тама,

 Яраһы һыҙлай.

 

29-сы уҡыусы:  -Сәскә атҡан муйылдарҙы күрһәк,

  Тәлгәштәрен өҙмәй китмәйбеҙ,

   Ҡар өҫтөндә күк күҙҙәрен асҡан,

  Бар донъяға ғәжәпләнеп баҡҡан

Сәскәгә лә теймәй үтмәйбеҙ;

 Ниңә улай итәбеҙ???

 

30-сы уҡыусы:        Һыу буйҙары, шишмә тирәләре

  Сүплек утрауына әйләнгән

   Эсер һыуыбыҙға төкөрәбеҙ,

  Әллә инде күҙҙәр бәйләнгән?

   Ниңә улай итәбеҙ???

 

31-се уҡыусы:  Дәрестәрҙә күпме һүҙ һөйләйбеҙ:

  «Тәбиғәтте кәрәк һаҡларға!»

   Ҡайтҡас киреһенсә ҡыланабыҙ,

   Был ҡылыҡты нисек аҡларға?

Ниңә улай итәбеҙ???

 

32-се уҡыусы:   Ҡарашың менән наҙла һин, 

  Томбойоҡ бойоҡҡанда.

  Күбәләкте айырып ал

 Бәләгә юлыҡҡанда.

 

33-сө уҡыусы:   Гөл-сәскә һыуға тилмерһә,

 Яуҙыр шифалы ямғыр.

Аҙашҡан аҡҡош юлында

 Өмөт шәмдәре яндыр.

 

34-се уҡыусы:   Яңғыҙ ҡайын һағышланһа,

  Йыуат һин һағышынан.

 Ыласындың ни әйтерен,

  Аңла күҙ ҡарашынан.

 

35-се уҡыусы: Урман шауын да тыңлай бел,

Тау йөрәген дә тыңла.

 Аҡ ҡайындарға ҡушылып,

Тәбиғәт йырын йырла.

 

Бергә:            Илатмайыҡ ҡайынды!

    Һындырмайыҡ муйылды!

    Һаҡлайыҡ беҙ урмандарҙы,

      Уйлап килер  быуынды!

 

36-сы уҡыусы:  Тау үҙәгендә шишмәкәй

 Бер сылтырай,бер тына.

    Уның көмөштәй һыуҙары

 Йәнгә үҙе бер дауа.

 

 37-се уҡыусы:  Беҙҙең һыу ятҡылыҡтарында бик күп төрлө балыҡ йәшәй. Балыҡтарҙы һаҡлау, үрсетеү эшендә беҙ ҙә ярҙам итә алабыҙ. Ҡыш көнө ҡалын боҙ аҫтында балыҡтар тонсоға.  Йылғала мәкеләр уяйыҡ;  Яҙ көнө-балыҡ ыуылдырыҡ сәскән мәлдә-балыҡ тотмайыҡ.

 

38-се уҡыусы: Кешенең дә, кейектең дә-һәр нәмәнең уғата матуры була.  Тик матурлыҡ ул һоҡланыу, ҡыҙығыу өсөн генә түгел, уның ҡәҙерен белергә кәрәк, һаҡлай  белергә кәрәк.

 

39-сы уҡыусы: Үләндәр беҙҙең тормошта мөһим роль уйнай. Кешеләр борондан үләндәрҙең шифаһын белгәндәр. Ләкин күп кенә үләндәр юҡҡа сығыу сигендә. Алтынбаш, умырзая, ҡыңғырау сәскәләре «Ҡыҙыл китапҡа” индерелгән.

 

40-сы уҡыусы:  Шундай» Ҡыҙыл китап “бар.  Унда Ер йөҙөндәбөтөүгә барған хайуандар ҙа индерелгән. К итаптың төҫө лә һәр кемгә сигнал бирә төҫлө;  беҙгә шуны иҫкәртә; иғтибар итегеҙ был хайуандар, үҫемлектәр бөтөүгә табан бара.  Уларҙы һаҡлайыҡ! Илебеҙҙә тәбиғәтте һаҡлау тураһында закон да бар. Уны бер кемгә лә боҙорға рөхсәт ителмәй.

 

Бергә:  Тәбиғәтте һаҡлайыҡсы, дуҫтар!

Һаҡлайыҡсы таҙа һыуҙарҙы.

 Хуш еҫ бөрккән нәфис сәскәләрҙе

                       Урмандарҙы, сикһеҙ ҡырҙарҙы.

 

41-се уҡыусы:  Моңло һандуғас,

Шаян турғай

 Күктә осҡан бөркөт

Зәңгәр күлдә йөҙгән аҡҡош-

 Беҙҙең тәбиғәттең сағыу бер биҙәге.

Дуҫтар! Ҡыш көнө ҡоштарға бик ауыр. Тағараҡтар эшләп, ем һалайыҡ! Яҙ көнө ҡош ояларына теймәйек!

 

Бергә:Ҡыш килһә асыға (атлайҙар)

 Бойоға  күгәрсен (сүгәләр)

 Турғай ҙа елкенеп (ҡул болғайҙар)

            Ем эҙләй күрәһең (әйләнәләр)

            Уларға шаярып,

            Атмағыҙ йәйәнән (бармаҡ янайҙар)

            Һаҡлағыҙ уларҙы бәләнән(ҡулдарын йәйәләр)

 

42-се уҡыусы: Эйе, Тәбиғәт-Ер –Әсәйебеҙгә һаҡһыҙ ҡағылһаң , ул емерелергә, ыуалырға ғына тора.  Шуға күрә ул беҙҙең ярҙамыбыҙға  мохтаж. Беҙ  уны күҙ ҡараһы кеүек һаҡлайыҡ, уҫалдарҙан яҡлайыҡ!

 

43-сө уҡыусы:       Күр һин йәмен тыуған ерҙең,

                                 Сафлығын зәңгәр күктең,

                                 Тыңла йырын һандуғастың,

                                 Моң- һағышын кәкүктең.

                                 Күңелеңдә тыуған ерең

                                 Гел балҡып йәйрәп ятыр,

                                 Шул саҡ булырһың һин көслө,

                                 Шул саҡ булырһың батыр.

 

44-се уҡыусы:     Беҙҙең аҡланға күпме ҡоштар, хайуандар йыйылғандар, һәм бер кем дә,бер нәмә лә бер-береһенән ҡурҡмай. Әйҙәгеҙ ҡулға-ҡул тотоношоп мәҡәл менән яуап бирәйек:

 

Бергә: “Кеше менән тәбиғәт- бер бөтөн”

 

45-се уҡыусы:      Һәр кеше өсөн Тыуған ил, тыуған тәбиғәт менән бәйле.  Йылғалар, күлдәр, иген баҫыуҙары, ҡайынлыҡтар, яландар, туғайҙар-былар бөтәһе лә:

 

Бергә:                Беҙҙең тыуған ил!

                           Уны беҙ һаҡламаһаҡ кем һаҡлар?

 

Земля в иллюминаторе йыры аҫтында (призентация)

Эмблема эшләнә ( йыр ваҡытында күсеп баҫалар)

 

47-се уҡыусы:     Хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡытыусылар!

 “Кеше менән тәбиғәт-бер бөтөн” исемле иртәлегебеҙ

 тамам.  Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Литературно-музыкальная композиция на тему "Человек и природа - единое целое" (2 класс)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Юрист

Получите профессию

Фитнес-тренер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Литературно - музыкальная  композиция  на  тему  "Человек  и  природа  - единое  целое!" 

Разработка посвящена природе, призыват детей бережному отношению к природе, любить и понимать ее. Также  посвящена к "Году окружающей среды". В презентации показаны творческие работы учащихся, рисунки, фотографии. Перед тем как разработать конспект мероприятия мною проведены классные часы, экскурсии в лес, разучили песни, загадки, изучили приметы погоды, все вместе разработали правила охраны  природы.

     Красива наша Земля! Здесь  текут  быстрые и медленные реки. Зеленеют  поля и леса.  На  разные голоса поют птицы.  Шумит  морской прибой. Голубая планета Земля- наш общий дом. Будем  её беречь!

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 663 839 материалов в базе

Скачать материал

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 24.01.2015 901
    • DOCX 27.6 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Гатауллина Рита Фазылъяновна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Гатауллина Рита Фазылъяновна
    Гатауллина Рита Фазылъяновна
    • На сайте: 9 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 9182
    • Всего материалов: 4

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Экскурсовод

Экскурсовод (гид)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Актуальные вопросы взаимодействия образовательной организации с семьями обучающихся

72/108 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 42 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 87 человек

Курс повышения квалификации

Разговоры о важном: организация и обеспечение внеурочной деятельности

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 782 человека из 73 регионов
  • Этот курс уже прошли 3 991 человек

Курс повышения квалификации

Работа классного руководителя по организации взаимодействия семьи и школы

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 410 человек из 64 регионов
  • Этот курс уже прошли 3 542 человека

Мини-курс

Интерактивные материалы на печатной основе

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 58 человек из 25 регионов
  • Этот курс уже прошли 31 человек

Мини-курс

Детская нейропсихология: особенности, диагностика, исследования

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 119 человек из 43 регионов
  • Этот курс уже прошли 55 человек

Мини-курс

Современные подходы к преподаванию географии: методика, технологии и практика

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе