Инфоурок / Другое / Конспекты / "Өләсәйем һандығы" конспект воспитательного занятия
Обращаем Ваше внимание, что в соответствии с Федеральным законом N 273-ФЗ «Об образовании в Российской Федерации» в организациях, осуществляющих образовательную деятельность, организовывается обучение и воспитание обучающихся с ОВЗ как совместно с другими обучающимися, так и в отдельных классах или группах.

Педагогическая деятельность в соответствии с новым ФГОС требует от учителя наличия системы специальных знаний в области анатомии, физиологии, специальной психологии, дефектологии и социальной работы.

Только сейчас Вы можете пройти дистанционное обучение прямо на сайте "Инфоурок" со скидкой 40% по курсу повышения квалификации "Организация работы с обучающимися с ограниченными возможностями здоровья (ОВЗ)" (72 часа). По окончании курса Вы получите печатное удостоверение о повышении квалификации установленного образца (доставка удостоверения бесплатна).

Автор курса: Логинова Наталья Геннадьевна, кандидат педагогических наук, учитель высшей категории. Начало обучения новой группы: 27 сентября.

Подать заявку на этот курс    Смотреть список всех 216 курсов со скидкой 40%

"Өләсәйем һандығы" конспект воспитательного занятия

библиотека
материалов

Боронғоса биҙәлгән өй. Өләсәһе ойоҡбаш бәйләй, янында ейәнсәрҙәре ултыра.

Нигматуллин Данил: Өләсәй, нимә эшләйһең ул?

Өләсәй: Һеҙгә, балаҡайҙарым, йылы ойоҡбаш бәйләйем.

Нигматуллин Данил, һандыҡ янына ултырып, һандыҡ йоҙағы менән булыша башлай.

Өләсәй: ҡуй, балаҡайым, булышма, йә йоҙағын боҙоп ҡуйырһың.

Эльза: Өләсәй, ә нишләп уны гел бикләп тотаһың?

Нигматуллин Данил: Ысынлап та, нимә бар унда, өләсәй?

Өләсәй: Иҫтәлектәр, ҡомартҡылар һаҡлайым, балам.

Нигматуллин Данил: ҡомартҡы нимә ул? Өләсәй, күрһәт әле!

Өләсәй: - ҡомартҡы ул борондан ҡалған иҫтәлекле нәмә; мираҫ, йәки кемдеңдер төҫө итеп һаҡланған иҫтәлекле нәмә.

- Йә, ярай, аҙмы-күпме ғүмерем ҡалған, һандығым серен асайым әле.

Эльза: Өләсәй, әйҙә, беҙ иптәштәребеҙҙе лә саҡырайыҡ. Һөйләһәң, ышанмаҫтар, күрһендәр әле.

Өләсәй: Ярай, ярай.

Ейәнсәрҙәр һөйөнөшөп сығып йүгерә.

Өләсәһе ҡаралтыларҙы икенсе һандыҡ өҫтөнә күсереп ҡуя.

Шул арала ҡыҙҙар, малайҙар йүгерешеп килеп инәләр.

Тимур: - Һаумыһығыҙ, Фатима инәй!

Өләсәй: Һаумыһығыҙ, Һаумыһығыҙ,балалар!

Динислам: Хәлдәрегеҙ нисек?

Өләсәй: Яҡшы, Аллаға шөкөр! Барыбыҙҙа иҫән-һау йыйылдыҡмы?

Өләсәй: - Балалар, һеҙгә мәҙәк әйтәм, яуабын белһәгеҙ, йоҙҙаҡа асҡыс табырһығыҙ.

- Ана, тәҙрәгә ҡарағыҙ әле, ике сәүкә ултыра: ҡайһыһы инә сәүкә, ҡайһыһы ата сәүкә?

Наркис: Ата сәүкә янындағыһы инә сәүкә, инә сәүкә янындағыһы - ата сәүкә.

Нигматуллин Данил: Дөрөҫ түгел! ҙурыһы ата сәүкә,бәләкәсе- инә сәүкә.

Дамир: Мин әйтәм, ҡуҡырайып ултырғаны- ата сәүкә, сырҡ-сырҡ тип өҙгөләнгәнеп ултырғаны инә сәүкә.

Өләсәй: Дөрөҫ, балалар.

Йомаҡ сиселгәс, өләсәһе һаҡҡына һандыҡты аса.

Өләсәй: - Йомаҡтың яуабын тапҡас, һандыҡты асырға тура килә инде.

  • Бына был минең камзул килен булып төшкәндә кейгән кейемем. Ошо камзулды кейеп алһам, байрамдарҙа йырлаған саҡтарым иҫкә төшә.

Григорьев Вадим: Фатима инәй, әйҙә беҙҙә йырлап алайыҡ!

Өләсәй: Әйҙәгеҙ, үҙегеҙең һәләтегеҙҙе күрһәтеп китегеҙ әле.

Файзуллин Флюр, Григорьев Вадим Аттар йырын башҡаралар.

Өләсәй: - Һай, афарин малайҙар!

  • Әсәйем, килен күренешенә, тип оло инәйҙәргә түшелдерек таратҡайны. Үҙем теккәйнем, береһен иҫтәлек итеп һаҡлайым.

Бер ҡыҙ түшелдеректе кейеп ҡарай.

Балалар:

  • Регина: ҡайһылай матур!

  • Тимур: Ниндәй күркәм!

Өләсәй: - Олатайығыҙ мәрхүмдең ҡурайы ла һаҡлана. Өҙҙөрөп уйнай ине ҡурайҙа!

- Балалар, һеҙ уйнай беләһегеҙме?

Флюр: Беләбеҙ, беләбеҙ! Егеттәр, уйнап беренсе урын алдык.

Өләсәй: - Афарин! Олатайығыҙ кеуек оҫта уйнайһыгыз икан!

  • Беҙ бәләкәй саҡта «Йәшерәм, йәшерәм яулығымды” уйынын уйнаған яулыҡ.

Динара, Динислам:- Әйҙәгеҙ, беҙҙә уйнайыҡ.

  • Вадим: Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ.

Балалар «Йәшерәм, йәшерәм яулығымды” уйынын уйнайҙар.

Йәшерәм, йәшерәм яулығымды,

Йәшел ҡайын артына.

Һиҙҙермәйсә һалып китәм,

Бер иптәшем артына.

Балалар: (Регина, Тимур) - Әһә, …… ниндәй яза бирәбеҙ?

Малайҙар (Флюр, Вадим): Бейеһен йә йырлаһын.

ҡыҙҙар берга: Юҡ, егеттәр! Үрге урамдағы Таһир бабай булып атлап күрһәтһен.

Бергә: Афарин, афарин!


Йәшерәм, йәшерәм яулығымды,

Йәшел ҡайын артына.

Һиҙҙермәйсә һалып китәм,

Бер иптәшем артына.

Балалар(Динислам, Дамир): - Әһә, ниндәй яза бирәбеҙ?

  • Флюр : Таҡмаҡ әйтһен.

Хайруллин Нәркис:

1. Алма бешкән теҙелеп,

Килеп төштө өҙөлөп.

Алма кеүек матур ҡыҙҙар,

Йырлап үтә өҙҙөрөп.

2. Бейәләйҙе, бейәләйҙе,

Бейәләйҙе кем һырлай.

Хәҙер шундай закон сыҡҡан

Кем уртала шул йырлай.

Бергә: Һай, афарин!

Өләсәй: Был төйөнсөк иң ҡәҙерлеләрҙең береһе. Хәсән олатайығыҙҙың миҙалдарын һаҡлайым. Батыр булып үлде, яуҙан ҡайтманы шул.

Өләсәй миҙалдар күрһәтә.

Өләсәй: Ә был таҡтамалды йыйында көрәшеп еңгәйне. Йыл һайын Һабантуйҙа көрәшеп бик күп бүләктәр отто.

Флюр: Вадим менән беҙҙә көрәш менән шөғөлләнә башланыҡ.

Өләсәй:Һеҙҙә үҙегеҙҙең уңыштарығыҙ менән шатландырырһығыҙ әле!


Өләсәй: - ҡымыҙ һауытын олатайығыҙ мәрхүм үҙе яһағайны. Ағас эшенә лә оҫта ине, ҡулы алтын ине.

Борон борондан башҡорттар ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ менән һыйлағандар.

Өләсәй: Килен булып төшкәндә, ҡәйнәм бүләк иткәйне был шәлде. «Шәл бәйләнем” бейеүен бейергә ярата инем.

ҡыҙҙар, әллә һеҙҙә берәй бейеү бейеп күрһәтәһегеҙме?

ҡыҙҙар, бейейҙәр.

Өләсәй. Шулай итеп, балалар, ҡомартҡы ул борондан ҡалған иҫтәлекле нәмә; мираҫ, йәки кемдеңдер төҫө итеп һаҡланған иҫтәлекле нәмә. Һандытҡың сере бик күп инде, балаҡайҙар. Йәнә бер осрашырбыҙ әле, ә хәҙер күңел асып алайыҡ.

Әйҙә әле, баҫ, баҫ,

Йырлап, бейеп күңел ас!

Халҡыбыҙҙың көйҙәре

Бер ҡасан да ялҡытмаҫ!





Самые низкие цены на курсы переподготовки

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 50% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок", но в дипломе форма обучения не указывается.

Начало обучения ближайшей группы: 27 сентября. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (10% в начале обучения и 90% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru

Общая информация

Номер материала: ДБ-357378

Похожие материалы

2017 год объявлен годом экологии и особо охраняемых природных территорий в Российской Федерации. Министерство образования и науки рекомендует в 2017/2018 учебном году включать в программы воспитания и социализации образовательные события, приуроченные к году экологии.

Учителям 1-11 классов и воспитателям дошкольных ОУ вместе с ребятами рекомендуем принять участие в международном конкурсе «Законы экологии», приуроченном к году экологии. Участники конкурса проверят свои знания правил поведения на природе, узнают интересные факты о животных и растениях, занесённых в Красную книгу России. Все ученики будут награждены красочными наградными материалами, а учителя получат бесплатные свидетельства о подготовке участников и призёров международного конкурса.

Конкурс "Законы экологии"