Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Научные работы / МАН "Башҡорт әҙәбиәтендә тыуған йорт образы" 7 класс

МАН "Башҡорт әҙәбиәтендә тыуған йорт образы" 7 класс



Осталось всего 2 дня приёма заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)


  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:















Башҡортостан республикаһы

Өфө ҡалаһы округы хәкимиәтенең мәғариф идаралығы

Өфө ҡалаһы округы Совет районының 94-се лицейы муниципаль

Бюджет дөйөм биреү учрежденияһы





Башҡорт әҙәбиәтендә тыуған йорт образы













Инеш

Тыуған йорт бик күп кешелек культуралары өсөн фундаменталь образ булып тора. Йортло булыу, нигеҙ ҡороу, тыуған йортоңдо юғалтыу, атай йортонан сығып китеү һәм уға кире әйләнеп ҡайтыу, юл буйындағы яңғыҙ йорт – былар бөтәһе лә поэзияла киң сағылыш тапҡан мотивтар.

Йорт ул кеше тормошоноң башланған һәм тамамланған урыны. Ул быға тиклем йәшәгән быуындар тураһында хәтирәләр һаҡлай.

Күп мәғәнәлелек – образдағы төп үҙенсәлектәрҙең береһе. Тыуған йорт образы ла үҙенең күп мәғәнәлеккә эйә булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә.

Һәр бер шағир ижадында тыуған йорт образы ниндәйҙер символик мәғәнәгә эйә. Сөнки бала саҡҡа, тыуған нигеҙгә бәйле һәр бер яҙыусының күңелендә үҙенә генә хас хәтирәләр йәшәй.

Шағирҙар ижадын байҡағанда йорт образының төрлө йөкмәткегә эйә булғанлығын күрергә мөмкин. Башҡорт шиғриәтендә тыуған йорт образы, уның нидәй мәғәнәгә эйә булыуын, был образдың динамикаһын, ваҡыт, арауыҡ категориялары, башҡа образдар менән бәйләнешен өйрәнеү хәҙерге көндә актуаль мәсьәлә булып ҡала.

Минең эшемдең маҡсаты башҡорт шағирҙары ижадында йорт образының ниндәй символик мәғәнәгә һәм йөкмәткегә эйә булыуын асыҡлау.

Был маҡсатҡа ярышлы рәүештә түбәндәге бурыстар билдәләнде:

  1. Тыуған йорт образының башҡа образдар менән бәйләнештәрен билдәләү.

  2. Тыуған йорт образының башҡорт шиғриәтендә динамикаһын күрһәтеү.

Эшем инештән, бер бүлектән, йомғаҡлауҙан һәм библиографиянан тора.













Тыуған йорт, ер, нигеҙ образдарының тарихи ерлеге

Башҡорт әҙәбиәтендә тарихи-мифологик дәүерҙәрҙән бирле һаҡланып килгән, халыҡ тормошон, уның фәлсәфәһен сағылдырған образ симводар бик күп. “Йорт –нигеҙ” образы иһә, ана шундай архетип образдар рәтенә керә.

Боронғо кеше аңында йорт төшөнсәһе төп урынды алып тора. Ул кешенең холоҡ-фиғеленә, менталитетына йоғонто яһаған, уратып алған донъя менән бәйләнешен билдәләгән.

Өй-ҡаралты, кәртә-ҡура, нигеҙ- тупһа ҡотона ышаныу башҡорттарҙа көслө булған. Быны өй ҡото, өй ҡотлау, нигеҙ ҡото, тупһа ҡото, ҡотло урын кеүек һүҙбәйләнештәр ҙә иҫбатлай. Икенсенән, элегерәк берәй өйҙә кеше йыш ауырыһа, үлем-ҡаза йышайһа, мал-тыуар әленән-әле тәләфләнһә, өй хужаһы нигеҙ алыштырған. Бында ла ҡотһоҙ нигеҙ, ҡотһоҙ өй яманлыҡтарына ышаныу сағыла. Нигеҙ, өй ҡотло булһын өсөн, ҡотло урын һайлауҙан тыш, нигеҙгә, өрлөк башына көмөш тәңкә, йөн һалыу йолаһы әле лә бар.

Ышаныуҙар буйынса, көмөш тәңкә, йөн (төн) ҡот тота икән: “Төклө аяғың менән! Ҡотло аяғың менән!” тигән килен ҡаршылағанда әйтелә торған синоним һөйләмдәр килен төшөргәндә йәки йортҡа мал ингәндә әйтелгәндә ырыҫ, ҡот, бәхет мәғәнәһендә ҡулланыла.

Ҡотло, бәхетле нигеҙ ҡороу өсөн Дим башҡорттары Нигеҙ бутҡаһы тигән йола үткәрер булған. Был йола шунан ғибәрәт: яңы өйгә нигеҙ һалған кешегә ауылдаштары төрлө ризыҡ-тәғәм килтергән. Әүәлге, исеме күрһәткәнсә, был ризыҡ тик бутҡа булыуы ихтимал. Башҡорт традицияһында бик боронғо ҡарға бутҡаһы йолаһы булыуын иҫкә алһаҡ, нигеҙ бутҡаһы ла, уның семантикаһы ла халҡыбыҙ тарихының төпкөлөнә барып тоташа.

Нигеҙ ҡороусыға килтерелгән ризыҡты бергәләп, күмәкләп ашау мотлаҡ булған. Ашағандан һуң, уҡый белгәне – доға уҡыған, белмәгәне ҡот, бәхет теләгән; ҡалған бутҡаны, башҡа ризыҡты нигеҙгә һалғандар, шунан ғына нигеҙ ҡора башлағандар. Нигеҙ ташына килтерелгән ашамлыҡ ҡалдығын һалыу йолаһы бәғзе ерҙе лә һаҡлаған”

Яңы өй һалып ингәс, өй ҡотлау йолаһы үткәрелә. Был йоланың тамырҙары ла бик боронғо осорҙарға барып тоташа. Ҡотлаусылар ғәҙәттә ҡот тота торған бүләктәр – яҫтыҡ, мендәр, кейеҙ, балаҫ, таҫтамал, янсыҡ, йәғни төклө һәм көмөш (тәңкә, ҡалаҡ, һауыт) әйберҙәр бүләк иткәндәр.Өй ҡотлаусылар мотлаҡ “Өйөгөҙ ҡотло булһын, нигеҙегеҙ ҡотло булһын” тигән һүҙҙәрҙе лә әйтергә тейеш. Бында инде “төклө” әйбер, көмөш тәңкә, ҡалаҡ менән бер рәттән, өйҙө ҡотайтыу өсөн дә унда- бында йөн төйөнсөктәре, ҡаҙ, өйрәк ҡанаты, мамығы эленеп ҡуйылған.

Йорт образы фольклор әҫәрҙәрендә лә йыш осрай. Күп осраҡта өй персонаждар йәшәгән һәм төрлө ваҡиғалар барған урын булараҡ сығыш яһай. Ул күберәк әкиәттәрҙә осрай һәм һөйләнелгән хәл-ваҡиғаларҙың, күренештәрҙең ысынбарлыҡта булыу эффектын тыуҙырыуҙа мөһим роль уйнай. Мәҫәлән:

Борон- борон заманда бар ине, ти, бер ауыл. Ул ауылдың бер яҡ осонда ғына, башҡа өйҙәрҙән айырым, тәҙрәһе ҡарындыҡ, башы һалам менән ябылған бер тупалаҡ ҡына өй бар ине, ти (“Умыс” әкиәте).

Йәки:

Сәфәр, Зөләйхаһы менән хушлашып, бер үҙе генә юлға китә. Бик оҙаҡ барғандан һуң, бер йәшел өйгә инә, бөтә булған нәмәләрҙе ҡарап сыға. Бер яҡ ситтә бер йәшел таяҡ, йәшел сәкмән, йәшел эшләпә, йәшел сабата элеүле торған була (“Сәфәр”әкиәте).

Йыш ҡына әкиәт геройы, бәхет эҙләп, йыраҡ юлға сыға һәм, төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп, кире тыуған йортона әйләнеп ҡайта. Тимәк, йорт һәм юл образдарының бәйләнеше халыҡ ижадынан уҡ килә.

Батырҙар тураһындағы әкиәттәрҙә егет тәүҙә ике-өс башлы дейеү урлап алып килгән, баҡыр йортта көн иткән ҡыҙҙы ҡотҡара, уның менә ирле-ҡатынлы булып бер аҙ торғас, юлын дауам итә. Алты башлы дейеүҙе алышта еңеп, көмөш йорттағы ҡыҙ менән туй яһап, байтаҡ ваҡыт тора.Шунан туғыҙ башлы дейеүҙе юҡ итеп, алтын йорттағы иҫ китерлек һылыуҙы яҡын итә. Һуңынан егет баҡыр, көмөш һарайлы ҡыҙҙарҙы иптәштәренә йәиһә ағаларына ҡатын итеп бирә, үҙенә алтын һарайлы һылыуҙы ала.Күккә тейеп торған баҡыр,көмөш, алтын йорттар ҡороп ебәрәләр, донъяны шаулатып туй яһайҙар, бергәләп бөтмәҫ байлыҡтарына күмелеп йәшәйҙәр”.

Ҡайһы бер башҡорт халыҡ эпостарында тыуған ерҙе, йорт-илде һағыныу мотивы үҙәккә ҡуйыла. Халыҡ аҡылынса алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ. Борон кендек ҡаның аҡҡан, ҡанбабалар ғүмер иткән ерҙә түл йәйеп, байман табып йәшәү, ырыуыңдың, ил-йортоңдоң именлеген һаҡлау хуш күрелгән, изге йола һаналған. Урал батыр мәңге үлмәҫ төҫ алһын өсөн Йәншишмә һыуын йәнтөйәгенә һибә. Халыҡ торлаҡ ҡороп, бер- береһенә йөрөшөп, бергә уйнап, көлөшөп, именлектә көн итә.

Аҡбуҙат”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпостарында ла батырҙар үҙ тыуған илен, йорт – ерен һыу аҫты донъяһына, алтын һарайҙарға алмаштырмай, һыуһылыуҙарға өйләнеп, мал эйәртеп ергә ҡайта. Әлбиттә, ҡыҙҙарҙың егеттәрҙе үҙ илдәрендә ҡалдырырға ла уйы юҡ түгел. Нәркәс Һәүбәнгә былай ти:

Егет, һүҙең һүҙ булһын,

Һиңә антым бирмәйем,

Үҙеңде алып илемә,

Атам торған еремә,

Ҡан – яу асмай арала

Һоҡтанғаның бирмәйем.

Алтын һарай эсендә

Мамыҡ түшәп йәшәйем,

Ни теләһәң алырға,

Һарағаның бирәйем.

Һарайымда ҡалырһың,

Беҙҙә толҡа тапмаһаң,

Илем аралап йөрөрһөң,

Бар һарайҙы күрерһең.

Һарай ҡыҙҙары йырлап – йырлап ҡунаҡ итһә лә, Һәүбән сит мөхиттә толҡа тапмай, бойоға, Аҡбуҙат менән Уралына, йорт – иленә ҡайта. Һуңынан Нәркәс тә буй бирә, һөйгәне менән тиң ғүмер һөрөргә риза була.

Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосында ла Заятүләк, Асылыкүл төбөндә сихри донъяла сибәрлектә тиңдәше юҡ һөйгән Һыуһылыуы менән бер мохтажһыҙ байманлыҡта йәшәүенә ҡарамаҫтан, тыуған илен, ер тормошон һағына. Кейәүенең һарғайып һағыуының күреп, һыу батшаһы: Заятүләк, һин ер улы, ерһеҙ йәшәй алмаҫһың. Һин – бөгөндән үк үҙ иркеңдә, бында көсләп тотмайым. Балҡантауыңа ҡайтып донъя көтөгөҙ. Һыуһылыу һинең менән барыр: ир ҡатын артынан йөрөмәй, ҡатын ир артынан йөрөй. өйөрөмдән Аҡбуҙ толпарҙы ал. Донъя ҡороп ебәреү өсөн мал бирәм”, ти. Заятүләк Аҡбуҙ толпарға атланып, Һыуһылыуҙы алдына ултыртып, һыу батшаһы менән хушлашып, күлдән





сығып китә, Балҡантауға юл тота.

Кеше ҡайҙа ғына бармаһын, ҡайҙа ғына йөрөмәһен, тыуған тупраҡ, йорт ил һәр ваҡыт үҙенә тарта, уның туҙаны ла ҡәҙерле, әреме лә хуш еҫле.

Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосында йорт образына ҡағылышлы ошондай юлдар бар:

Урал- атым тыуған йорт,

Урал- атым үҫкән йорт,

Йылҡыһы мал тулған йорт;

Бейә һауған һөтлө йорт;

Ҡымыҙ эскән ҡотло йорт;

Ынйы-мәрйен таҡҡан йорт;

Аҡбуҙ толпар юлынан

Урал тауы тыуған йорт;

Яйыҡ, Иҙел батырҙар,

Бары шунда булған йорт

Уларҙан тыуған балалар

Үҙ ырыуын йәйгән йорт

Ҡыпсаҡ, Ҡатай, Тамъяндар,

Юрматыһы, бүтәндәр

Ет ырыуын йыйған йорт.

Аңлашылыуынса, башҡорт эпостарында йорт образы ил, халыҡ, тыуған ер, дәүләт мәғәнәһендә килә

Эпостарҙа урын алған тыуған ерҙе, тыуған йортто һағыныу мотивы бәйеттәрҙә лә үҫтерелә. Мәҫәлән:

Ҡәләм алам ҡулыма,

Яҙам сәләм өйөмә.

Был хеҙмәтте бөтөрөп,

Ҡайтҡым килде өйөмә.

(“Сәлмән еҙнәмдең бәйете ошолор”).

Фольклор әҫәрҙәрен төпсөү борон борондан башҡорт халҡымдың тыуған йортҡа булған ҡарашын, уның рухи донъяһын тоҫмалларға мөмкинлек бирә.

Урын төшөнсәһе булараҡ, йорт образы халыҡ ижадында әһәмиәтле роль уйнай. Ул күп осраҡта персонаждарҙың йәшәү урыны булып тора. Ваҡиғалар ҙа йыш ҡына өй эсендә бара. Был инде йорт образының боронғо дәүерҙә үк кешенең тормош-көнкүренешендә үҙәк урынды алып тороуын күрһәтә.

Бөгөнгө башҡорт шиғриәтендә таралған тыуған ерҙе, тыуған йортто һағыныу мотивы ла ауыҙ-тел ижадына барып тоташа. Тыуған ер, тыуған йорт кешене һәр ваҡыт үҙенә тарта. Боронғолар аматынса, алтын-көмөш яуған ерҙән тыуып-үҫкән ил артыҡ. Ай, ҡояш кеүек, донъяла тыуған нигеҙ ҙә бер генә.































Йомғаҡлау

Башҡорт әҙәбиәтендә тыуған йорт образы күп кенә шағирҙар ижадында сағылыш тапҡан. Сөнки бер генә шағир ҙа үҙенең тәү аяҡ баҫҡан еренә, ғәзиз йортона битараф түгел. Ҡарап үтелгән шиғырҙар беҙҙе ҡыҙыҡлы һығымталарға алып килде.

Тыуған илде йорт тип атау халыҡ ижадынан баш ала. Сөнки “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосын да уҡ Уралды йорт тип әйткән юлдар бар.

Тыуған йорт һәм юл образдарының бәйләнеше лә башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадынан юл ала. Әкиәт батырҙары һәр ваҡыт бәхет эҙләп юға сыға. Бөгөнгө башҡорт шиғриәтендә лә лирик герой, донъя күрер, илгә хеҙмәт итер өсөн, оло юлға сыға. Әкиәт геройы ҡабат тыуған йортона әйләнеп ҡайтҡан кеүек, лирик герой ҙа, һағыныуы сиктән ашҡан саҡта, күңеленә йыуаныс, йәненә тыныслыҡ табыр өсөн тыуған усағына әйләнеп ҡайта. Йәғни юл һәр ваҡыт түңәрәктең әйләнеү траекторияһы кеүек тыуған яҡҡа кире борола.































Ҡулланылған әҙәбиәт

  1. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6 томда. 6-сы том/Төҙ.Байымов Р.Н., Бикбаев Р.Т., Хөсәйенов Ғ.Б., - Өфө: Китап, 1996

  2. Бикбаев Р.Шағир һүҙе – шағир намыҫы. - Өфө: Китап, 1997

  3. Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт теорияһы.- Үҙгәрешле 3-сө баҫмаһы. - Өфө: Китап, 2003

  4. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6 томда.5-се том/ Төҙ. Байымов Р.Н., Бикбаев Р.Т., Хөсәйенов Ғ.Б. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1993

  5. Бәҙретдинов В.Хәҙерге башҡорт поэзияһында гражданлыҡ лирикаһы// Ватандаш.- 2007

  6. Хисаметдинова Ф.Ғ. Башҡорт мифологияһы: Белешмә - һүҙлек. - Өфө: Ғилем, 2002

  7. Бәҙретдинов С. Эпостарҙа һәм риүәйәттәрҙә ғаилә ҡороу рәүеше// Ватандаш.- 2007

  8. Хисаметдинова Ф. Башҡорт мифологияһында ҡот // Ватандаш. – 2002





























57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)


Автор
Дата добавления 27.09.2016
Раздел Другое
Подраздел Научные работы
Просмотров38
Номер материала ДБ-216793
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх