Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015

Опубликуйте свой материал в официальном Печатном сборнике методических разработок проекта «Инфоурок»

(с присвоением ISBN)

Выберите любой материал на Вашем учительском сайте или загрузите новый

Оформите заявку на публикацию в сборник(займет не более 3 минут)

+

Получите свой экземпляр сборника и свидетельство о публикации в нем

Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Ат - кешенең дуҫы.
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 24 мая.

Подать заявку на курс
  • Другое

Ат - кешенең дуҫы.

библиотека
материалов

Дәрестең технологик картаһы


Дәрес темаһы


Ауыл тормошо. Башҡорт аты. Ат кешенең дуҫы.



Дәрес төрө


Яңы материалды өйрәнеү.


Дәрес маҡсаты

Белем биреү маҡсаты: тема буйынса уҡыусыларҙың белемдәрен арттырыу, аттарҙың төҫ- ҡиәфәтен айырырға өйрәтеү;

Үҫтереүсе: тема буйынса бәйләнешле телмәр күнекмәләрен үҫтереү, өйрәнгән һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу;

Тәрбиәүи: тәбиғәткә, йәнлектәргә һаҡсыл ҡараш, матурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.


Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, уларҙы бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып белеү: өлгө буйынса эш итә белеү, һүҙҙәрҙән дөрөҫ һөйләмдәр төҙөргә өйрәнеү (төркөмләү, файҙалыһын һайлау);

в) коммуникатив: темаға ҡарата бәйләнешле текст төҙөй белеү, үҙ-ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү.

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: аттарға ҡарата мауыҡтырыу хисе уятыу, аттарҙың матурлығы, сыҙамлығы, тәбиғи көсө менән һоҡланыу тәрбиәләү.


Йыһазландырыу

Мультимедиа проекторы, М.С. Дәүләтшина. “Башҡорт теле”. 4 класс уҡыусылары өсөн дәреслек, аудиояҙма, һүрәттәр, слайдтар








Дәрес этаптары

Уҡытыусы

эшмәкәрлеге

Уҡыусылар

эшмәкәрлеге


I.Ойоштороу моменты.

Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу

I.- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар !


  • Хәйерле иртә!

  • Кәйефегеҙ шәпме?

  • Хәлдәрегеҙ нисек?

  • Дуҫтарығыҙ күпме?

  • Башлайыҡмы дәресте?

  • Беҙҙең девиз:











II. Фонетик-орфоэпик күнегеүҙәр

- Башҡорт телендә таҙа һөйләшеү өсөн телебеҙҙе шымартып алайыҡ.


1)

- Ә - Әсәһе Әнисәгә әкиәт һөйләй.

- Ө - Өмөгөлсөм бейәләй бәйләй.

- Ҡ - Ҡасим ҡурай һыҙғырта.

- Ғ - Ғата уҡ ата.

- Һ - Һәҙиә һыйыр һауа.

- Ү - Үлмәҫбай ат ҡарай.








2) Топ-топ-топ итә,

Тауға менһә, һоп итә.

Үҙе бик шәп елдерә,

Бар ергә лә өлгөрә.

(Ат).



Бергәләп яуап бирәләр.


- Һаумыһығыҙ !

- Хәйерле иртә !

- Шәп.

- Яҡшы.

- Күп.


Биш” ле билдә, “биш”ле билдә

Биш” ле билдә бик шәп шул.

Бик тырышып уҡығандар

Гел “биш”легә уҡый шул.


Уҡыусыларҙы эшкә

әҙерләү. Ыңғай психологик фон (климат, комфорт) тыуҙырыу.



Уҡыусылар башҡорт теленең һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрен, һүҙҙәрҙе уҡытыусы артынан ҡабатлайҙар.

















Уҡыусыларҙың

хор менән йомаҡты уҡыуы,

яуап биреүе


















II.Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу (белемдәрҙе актуалләштереү)

  • Йә, нимә була ул?

  • Ә һеҙ аттарҙы яратаһығыҙмы?

  • Ни өсөн?

  • 2014 йыл гороскоп буйынса ниндәй

йыл?

Уҡыусыларҙың яуап биреүе.


- Таҡтаға балаларҙың яуабын яҙыу





III. Уҡыу мәсьәләһен

(проблемаһын) ҡуйыу

  • Дәрестә нимә тураһында

һөйләшербеҙ?

  • Дөрөҫ, ат тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, был бөгөнгө теманы өйрәнеү беҙгә кәрәкме ул?

  • Беҙҙең дәрестән нимә көтәһегеҙ? (мои ожидания)


- Дәрес аҙағында ҡарарбыҙ, был һеҙҙең көткән нәмәләр (өмөттәр) аҡланырмы, юҡмы

Аттар тураһында һөйләшәсәктәре тураһында әйтәләр.



  • Дәфтәргә число,

теманы яҙыу.


(Бер нисә уҡыусыны тыңлау)



IV. Яңы материалды өйрәнеү.

Уҡыу проблемаһын сисеү.


1) 272 – се күнегеү 167 – се бит.


- Был шиғырҙы С.Әлибай яҙған. С.Әлибай – балалар шағиры. Ул Өфөлә йәшәй. Бик күп балалар өсөн шиғырҙар, пьесалар, әкиәттәр авторы. Г. Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара премия лауреаты.


а) Шиғырҙы уҡытыусы уҡыуы.


б) - Шиғырҙа ниндәй таныш һүҙҙәр бар?


в) Ә ниндәй һүҙҙәр таныш түгел?



  1. Һүҙлек эше:


(Уҡытыусы һүҙҙәрҙе таҡтаға яҙа һәм һәр бер һүҙҙе уҡыусылар менән бергә тәжремә итә.)


а) Һүҙҙәрҙе хор менән уҡыу.

б) Шиғырҙы хор менән уҡыу.

в) 1-2 уҡыусының тасуири уҡыуы

г) Һорауҙарға яуаптар биреү.


3) Әңгәмә.


-hello_html_m2a7690f7.gif Ат. Элек - электән башҡорт атты үҙенең күп төрлө хужалыҡ эштәрендә файҙаланған. Һуғыш йылдарында ла ул яугирҙың уң ҡанаты булған.

- Аттар элек аттар ниндәй булғандар һуң? Хәҙерге аттарға оҡшағандармы?

- Ә улар ниндәй булғандар һуң?

- Нисек иҫбатлай алаһығыҙ?


4) Дәреслектәге

271 – се күнегеү менән эш.


а) Хикәйәне уҡытыусы уҡыуы.

б) һүҙлек эше

в) һорауға яуап

- элек аттар ниндәй булғандар?










(Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау.


- Балалар башҡорт халҡы үҙенең аты тураһында нимәләр ижад иткән?













Уҡыусылар һүҙлек дәфтәренә һүҙҙәрҙе яҙып баралар.






















  • Юҡ, оҡшамаған.








Уҡыусыларҙың аттың ниндәй булыуы тураһында яуап биреүе

Дәфтәргә яҙып барыу.

(Ҙур булғандар, бейеклеге 30 см, оҙон ҡойроҡло, ҡыҫа йыуан муйынлы, өс бармаҡлы аттар, унан һуң тояҡлы аттар барлыҡҡа килгән һ.б яуаптар.)


Бер уҡыусы ат тураһында русса мәғлүмәт бирә.


Уҡыусылар уҡытыусының һорауына яуап бирәләр һәм әңгәмәлә ҡатнаша.


Уҡыусыларҙың яуаптары.



V. Ял минуты



Ял итеп алайыҡ.


(Йыр: “Шайморатов генерал.”)


Уҡыусылар йырҙы бергәләп йырлайҙар


VI. Белемде нығытыу (Яңы белемде практикала ҡулланыу)













































Йомғаҡлау.









  • Әйтеүебеҙсә башҡорттар элек – электән ауылда ат тотҡан.

Ат тотоу нимәһе менән файҙалы.

  • Ҡымыҙ тураһында нимәләр беләһегеҙ?

  • Балалар аттарҙы бер – береһенән нисек айырырға мөмкин?


  • Эйе, хәҙер һеҙгә шундай эш.


  • Слайдтағы тексты уҡығыҙ. Аттың нинәй төҫтәрҙә булыуын белербеҙ.


(Ике уҡыусы таҡта алдында эшләй)


ала

hello_html_7a06a6e8.gifhello_html_592f4a5e.gifбурыл сыбар саптар

hello_html_33d6c96a.gifhello_html_m6cb76752.gif

hello_html_mdb4861d.gifhello_html_7a4c3d18.gifбүртә ҡола

ат


hello_html_45b80b.gifкөрән

hello_html_610886fc.gifhello_html_m7e056333.gifhello_html_m2df47aa7.gifhello_html_57fd0fcc.gifһары

ерән ҡара күк



  • Шулай итеп, ошо схемаға ҡарап

һеҙ нимә әйтә алаһығыҙ?



Ат- кешенең тоғро дуҫы һәм ярҙамсыһы. Элек-электән кеше атты үҙенең күп төрлө хужалыҡ эштәрендә файҙаланған. Һуғыш йылдарында ла ул яугирҙың уң ҡанаты булған. Боронғо күсмә тормош шарттарында ир-егеттәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һыбай йөрөгән.

Атта йөрөү бөгөнгө көндә спорттың киң таралған төрө булып һанала. Бындай ярыштарҙың ҡайһы берҙәрендә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнаша.

Ҡыҙҙарға атта йөрөргә ярамай тигән һүҙҙең, медицина күҙлегенән ҡарағанда, бер ниндәй фәнни нигеҙе юҡ. Күңелегеҙ теләй икән, рәхәтләнеп йөрөгөҙ.

(Мәктәп календарынан).



АТ тураһында халыҡ мәҡәлдәр

ҙә ижад иткән. Һеҙ ниндәй

мәҡәлдәр беләһегеҙ?


Уҡыусыларҙың яуаптары.



(Төҫтәре,

тышҡы ҡиәфәттәре, холоҡтары һ.б. яуаптар. )





Башҡорт аттарына күп төҫлөлөк хас. Туры (гнедой),, ҡара ат (вороной), ҡола (саврасый), аҡ ҡола (буланый), һары ат (соловый), ерән ат (рыжий), көрән (бурый), күк ат (серый), саптар (игреневый), сысҡанһырт (мышастый) ала ат (пегий), сыбар ат (чубарый), бурыл ат (чалый).















Һығымта яһау




(Аттар төрлө төҫтә була.)






«Арғымаҡ менгән арымаҫ»,

«Аты барҙың ҡанаты бар»,

«Йылҡы – малдың батшаһы»,

«Тай атҡа еткерер,

ат моратҡа еткерер».



























VII. Өйгә эш


1) Шиғырҙы ятлау.

2) 274 – се күнегеү (күсереп яҙыу)



VIII. Дәресте йомғаҡлау.

Эшмәкәрлеккә рефлексия.

  • Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?

  • Нимәгә өйрәндегеҙ? Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарға ирештекме?

  • Алған белемдәрегеҙ тормошта кәрәк булырмы?


Уҡыусыларҙы баһалау.

  • Дәрестә алған белемдәрегеҙҙе тормошта ла ҡулланырһығыҙ, тип ышанам.


  • Дәрес бөттө. Һау булығыҙ.



Уҡыусыларҙың яуаптары.

Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр.





Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарҙы иҫкә төшөрөү, үҙҙәренә баһалар ҡуялар.





Краткое описание документа:

Дәрес темаһы:   Ауыл тормошо. Башҡорт аты. Ат кешенең дуҫы.Дәрес маҡсаты: Белем биреү маҡсаты: тема буйынса уҡыусыларҙың белемдәрен арттырыу, аттарҙың төҫ- ҡиәфәтен   айырырға өйрәтеү; Үҫтереүсе: тема буйынса бәйләнешле телмәр күнекмәләрен үҫтереү, өйрәнгән һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу; Тәрбиәүи: тәбиғәткә,  йәнлектәргә  һаҡсыл  ҡараш,  матурлыҡ  тойғоһо тәрбиәләү.Планлаштырылған һөҙөмтәләр: Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, уларҙы  бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу. Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре: а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау; б) танып белеү: өлгө буйынса эш итә белеү,  һүҙҙәрҙән  дөрөҫ  һөйләмдәр төҙөргә өйрәнеү (төркөмләү, файҙалыһын һайлау); в) коммуникатив: темаға ҡарата бәйләнешле текст төҙөй белеү, үҙ-ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү.Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: аттарға  ҡарата мауыҡтырыу хисе  уятыу,  аттарҙың  матурлығы,  сыҙамлығы,  тәбиғи  көсө  менән  һоҡланыу  тәрбиәләү.Йыһазландырыу:Мультимедиа проекторы, М.С. Дәүләтшина. “Башҡорт теле”. 4 класс уҡыусылары өсөн дәреслек, аудиояҙма, һүрәттәр, слайдтар
Автор
Дата добавления 29.09.2014
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров1079
Номер материала 187617092920
Получить свидетельство о публикации

Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх