Инфоурок / Начальные классы / Конспекты / Урок по башкирскому языку для 3 класса «Беҙ- өсөнсөләр»
Обращаем Ваше внимание, что в соответствии с Федеральным законом N 273-ФЗ «Об образовании в Российской Федерации» в организациях, осуществляющих образовательную деятельность, организовывается обучение и воспитание обучающихся с ОВЗ как совместно с другими обучающимися, так и в отдельных классах или группах.

Педагогическая деятельность в соответствии с новым ФГОС требует от учителя наличия системы специальных знаний в области анатомии, физиологии, специальной психологии, дефектологии и социальной работы.

Только сейчас Вы можете пройти дистанционное обучение прямо на сайте "Инфоурок" со скидкой 40% по курсу повышения квалификации "Организация работы с обучающимися с ограниченными возможностями здоровья (ОВЗ)" (72 часа). По окончании курса Вы получите печатное удостоверение о повышении квалификации установленного образца (доставка удостоверения бесплатна).

Автор курса: Логинова Наталья Геннадьевна, кандидат педагогических наук, учитель высшей категории. Начало обучения новой группы: 27 сентября.

Подать заявку на этот курс    Смотреть список всех 216 курсов со скидкой 40%

Урок по башкирскому языку для 3 класса «Беҙ- өсөнсөләр»

библиотека
материалов


Тема: "Беҙ - өсөнсөләр!"

Маҡсат: а) Уҡыусыларҙы балалар шағиры С. Әлибайҙың "Өсөнсөләр" шиғыры менән таныштырыу, "Мәктәптә" темаһы буйынса өйрәнелгән һүҙҙәрҙе ҡабатлап үтеү, белемдәрҙе нығытыу, системалаштырыу, һүҙҙәрҙә -һыҙ, -һеҙ ялғауҙарын өйрәнеү.

б) Мәктәпкә, белемгә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тойғоһо
тәрбиәләү, ололарҙы ололарға, кеселәргә кеселекле булырға
өйрәтеү, ярҙамсыл, кешелеклелек кеүек матур сифаттар
тәрбиәләүгә ирешеү.

в) Тасуири уҡыу күнекмәләре булдырыу, һөйләмдәр,
диалогтар төҙөү барышында бәйләнешле телмәр үҫтереү,
уҡыусыларҙың һүҙлек запасын байытыу.
Йыһазландырыу: Шалҡан һүрәте, әкиәт геройҙары,
көҙгө, йылан һүрәттәре, һүҙлек һүҙҙәре яҙылған плакаттар,
һандыҡ, балыҡтар (йомаҡтар менән), ҡармаҡ.

һүҙлек Һүҙҙәре: Күңелһеҙ, уңған, бергә, түгел, бер туған, әйтерһең.

Дәрес барышы I.Ойоштороу мәле.

-Һаумыһығыҙ, балалар! Ултырығыҙ!

-(Башланып китте) Бик куңелле ял иттек,

Дәрес башлана хәҙер,

Беҙ инде матур итеп

Яуап бирергә әҙер!

(дәфтәргә числоны яҙыу).

-Афарин, балалар, бөгөн беҙҙең дәрес ябай түгел. Беҙгә бөгөн ҡунаҡтар килде. Беҙ уларға башҡорт теле буйынса алған белемдәрҙе күрһәтәйек әле.

Бөгөн беҙ һеҙҙең менән С. Әлибайҙың "Өсөнсөләр" шиғыры менән танышасаҡбыҙ, төрлө яңы һүҙҙәр өйрәнәсәкбеҙ, һөйләмдәр ҙә төҙөйәсәкбеҙ. Тик башта, балалар, беҙгә "Шалҡан" әкиәтендәге бабайҙың ғаиләһенә ярҙам итергә кәрәк. Уларҙы бик уҫал Мәскәй әбей бикләп ҡуйған, шалҡанға үҙе хужа булырға уйлаған. Ярҙам итәбеҙме? (Эйе).

II. -Бабайҙы саҡырыу өсөн, беҙгә Мәскәй әбейҙе ҡурҡытырға кәрәк. Ул йыландан һәм яп-ялтыр көҙгөнән ҡурҡа икән.

1) Динамик разминка (фонетик күнегеү). Йылан булып
ы
ҫылдайыҡ: ҫ-ҫ-ҫ].

Көҙгөнө таҙартайыҡ: [һо], [һо], [һо].

Был тартынҡы менән һүҙҙәр уйлайыҡ әле. (Һаумыһығыҙ, һау булығыҙ).

2) Матур яҙыу минуты.

-Дәфтәргә ошо өндөң хәрефтәрен һәм һүҙҙәрҙе матур итеп яҙып ҡуябыҙ.

Бабай һүрәте

-Бабайҙы сығарҙыҡ, тик ул бер үҙе генә шалҡанды тартып сығара алмай. Хәҙер әбейҙе сығарырға кәрәк. Уның өсөн был һандыҡты асып, эсендәге хазинаның мәғәнәһенә төшөнөргә кәрәк.

Һандыҡ

Һандыҡтың асҡыс һүҙҙәре: "33-сө бит, тәржемә ит!"

III. Яңы тема өҫтөндә эш.

  1. -һыҙ, -һеҙ ялғауҙары рус телендәге без предлогына тап килә. Ҡайһы осраҡта -һыҙ ялғауы, ә ҡайһы осраҡта -һеҙ ялғауы яҙыла? (нәҙек һуҙынҡылы һүҙҙәргә).

  2. Руссанан тәржемә итеү (Дәреслек буйынса эш) 33-сө бит, 2-се эш.

Һандыҡты астыҡ, эсендә нимә бар икән?

3) Һүҙлек эше.

Күңелһеҙ - скучный, неинтересный, невеселый.

Уңған - расторопный, деятельный, трудолюбивый.

Бер туған - родной брат или сестра.

Туған - родственник.

Бергә - вместе.

Әйтерһең - будто.

(Һүҙлек һүҙҙәрен һүҙлек дәфтәренә яҙыу).

Әбей һүрәте

Был хазинаның да серенә төшөндөк, әбейҙе лә ҡотҡарҙыҡ.

IV. (Ейәнсәрҙе сығарайыҡ).

Мәскәй әбейҙең дә беҙҙең кеүек шиғырҙар, йырҙар өйрәнгеһе килеп киткән. Әйҙәгеҙ, булмаһа, уға үҙебеҙ тураһында шиғыр уҡып ишеттерәйек.

4) С. Әлибайҙың "Өсөнсөләр" шиғыры өҫтөндә эш.

а) Уҡыу (уҡытыусының уҡыуы).

б) Тәржемә итеү.

в) тасуири сылбырлап уҡыу.

-Арынығыҙмы, балалар? Кеше ҡотҡарыу еңел эш түгел, уның өсөн беҙгә бик күп аҡыл, көс кәрәк. Әйҙәгеҙ әле, йырлап-бейеп, күңел асып, ял итеп алайыҡ.

Ғаяз Әнүәр улы баянда уйнай

5) Физминутка.

Әйтегеҙ әле, ҡыҙҙар?

Нисек һыуға баралар?

Ҡыҙҙар: Бына шулай, бына шулай,

Шулай һыуға баралар.

Әйтегеҙ әле, малайҙар,

Нисек бесән сабалар?

Малайҙар: Бына шулай, бына шулай

Шулай бесән сабалар.

Уҡытыусы: Әйтегеҙ әле, балалар,

Нисек күңел асалар?

Бергә: Бына шулай, йырлап-бейеп,

Өстәр күңел асалар.

Ейәнсәр һүрәте

-Һай, афарин! Ейәнсәрҙе лә ҡотҡарҙыҡ.

Мәскәй әбейҙе ҡурҡытып та ҡараныҡ, хазинаның

серен дә астыҡ, йырҙар менән күңелен дә күтәрҙек. Йорт

хайуандары эт менән бесәйҙе сығарыу өсөн, бәлки тамағын

туйҙырырғалыр? Был йәнлектәр нимә ярата? (балыҡ).

Ҡармаҡ, балыҡтар

V. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

"Балыҡ тотоу" уйыны.

Балыҡтар ябай түгел, уларҙың да йомағы бар.

Уҡыу әсбаптары тураһында йомаҡтар сисеү. Эт менән бесәйҙе лә ҡотҡарҙыҡ. Кем ҡалды хәҙер? (Сысҡан).

Таҡтала һәм дәфтәрҙә эш.

VI.Телмәр үҫтереү минуты. (Мәктәп тураһында һөйләмдәр төҙөү).

Уны (сысҡанды) ҡотҡарыу өсөн, Мәскәйҙе үҙебеҙҙең мәктәп менән таныштырайыҡ, һөйләмдәр төҙөйөк, бәлки уҫаллығын ташлап, ул аҡылға ултырыр.

-Беҙҙең мәктәп нисә ҡатлы? (Беҙҙең мәктәп өс ҡатлы).

-Ҙурмы, бәләкәйме? (Беҙҙең мәктәп ҙур).

-Бүлмәләре ниндәй? (Бүлмәләре иркен, таҙа).

-Һеҙ нисәнсе синыфта уҡыйһығыҙ? (Беҙ өсөнсө синыфта уҡыйбыҙ).

-Синыфта нисә уҡыусы? (Синыфта ун уҡыусы).

Сысҡан һүрәте

-Һәйбәт, балалар. Сысҡанды ла ҡотҡарҙыҡ. Бөтә ғаилә ағзаларын да ҡотҡарып бөттөк.

VII. Йомғаҡлау.

-Был әкиәттә нимә еңде? (дуҫлыҡ, тырышлыҡ, берҙәмлек).

-Дөрөҫ, балалар. Һеҙ ҙә мәктәптә бер ғаиләһегеҙ -өсөнсөләр ғаиләһе, һеҙ ҙә шулай татыу, берҙәм булығыҙ, кешеләргә ихтирамлы һәм иғтибарлы булығыҙ! Шул саҡта ғына һеҙгә гел уңыш юлдаш булыр.

VIII. Өй эше.

Шиғырҙы ятларға.

IX. Баһалау.





Самые низкие цены на курсы переподготовки

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 50% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок", но в дипломе форма обучения не указывается.

Начало обучения ближайшей группы: 27 сентября. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (10% в начале обучения и 90% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru

Краткое описание документа:

"Описание материала:

Уҡыусыларҙы балалар шағиры С.Әлибайҙың »Өсөнсөләр» шиғыры менән таныштырыу, «Мәктәптә» темаһы буйынса өйрәнелгән һүҙҙәрҙе ҡабатлап үтеү, белемдәрҙе нығытыу, системалаштырыу, һүҙҙәрҙә -һыҙ, -һеҙ ялғауҙарын өйрәнеү;

Мәктәпкә, белемгә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тойғоһо тәрбиәләү, ололарҙы ололарға, кеселәргә кеселекле булырға өйрәтеү, ярҙамсыл, кешелеклелек кеүек матур сифаттар тәрбиәләүгә ирешеү;

Тасуири уҡыу күнекмәләре булдырыу, һөйләмдәр, диалогтар төҙөү барышында бәйләнешле телмәр үҫтереү, уҡыусыларҙың һүҙлек запасын байытыу.

Общая информация

Номер материала: 29910020845

Похожие материалы

2017 год объявлен годом экологии и особо охраняемых природных территорий в Российской Федерации. Министерство образования и науки рекомендует в 2017/2018 учебном году включать в программы воспитания и социализации образовательные события, приуроченные к году экологии.

Учителям 1-11 классов и воспитателям дошкольных ОУ вместе с ребятами рекомендуем принять участие в международном конкурсе «Законы экологии», приуроченном к году экологии. Участники конкурса проверят свои знания правил поведения на природе, узнают интересные факты о животных и растениях, занесённых в Красную книгу России. Все ученики будут награждены красочными наградными материалами, а учителя получат бесплатные свидетельства о подготовке участников и призёров международного конкурса.

Конкурс "Законы экологии"