Урок по башкирской литературе

Предпросмотр материала:

Тема: М.Кәрим «Ҡайын япрағы тураһында».

Ма6саттар: - халыҡ шағирының тормошо һәм ижады менән

            таныштырыу;

          - уҡыусыларҙы тасуири уҡырға һәм фекерләүгә

            өйрәтеү;

          - тыуған ергә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу: дәреслек, М.Кәримдең портреты, китаптары

               буйынса күргәҙмә.

Дәрес барышы

I.             Ойоштороу мәле.

Уҡытыусы: - Һаумыһығыҙ уҡыусылар.

Уҡыусылар: - Һаумыһығыҙ, хәйерле көн.

II.           Артикуляцион күнегеү.

Уҡытыусы: - Яңы темаға күсеп китер алдынан телмәребеҙҙе шымартып алайыҡ. Таҡтала яҙылған дүрт юллыҡ тиҙәйткескә ихтибарыбыҙҙы йүнәлтәйек.

Таһир, Тәлғәт, Тәнзиләләр

Табышмаҡ табышалар.

Табылмаҫтай табышмаҡтар

Табырға тырышалар.

- уҡыусының тасуири уҡыуы.

- уҡысыларҙың үҙ аллы уҡыуы

- хор менән уҡыу

- тиҙ итеп уҡыу.

III. Яңы тема өҫтөндә эш.

Уҡытыусы: - беҙ бөгөн дәрестә М.Кәримдең «Ҡайын япрағы тураһында» тигән шиғыры менән танышасаҡбыҙ.

- Кем һуң ул М.Кәрим уҡыусылар?

Уҡыусы: Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург.

- Һеҙ М.Кәримдең ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?

- «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Ос таған», һ.б.

- Уның балалар өсөн яҙылған ниндәй әҫәрҙәрен уҡығанығыҙ бар?

- «Беҙҙең өйҙөң йәме», һ.б.

ҡытыусы күргәҙмәгә ҡуйған китаптары менән уҡыусыларҙы таныштыра).

Уҡытыусы: - М.Кәрим Башҡортостандың иң матур төбәктәренең береһендә Шишмә районы Келәш ауылында 1919 йылдың 20 октябрендә донъяға килә. Башта ауыл мәктәбендә белем ала, шунан Офөлә рабфакта уҡый (рабочий факультет тигәнде аңлата, йәғни юғары уҡыу йортона инергә әҙерләй торған факультеттың ҡыҫҡартылған исеме). 1937-1941 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый.

     Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, илебеҙҙе һаҡлау өсөн һуғышҡа китә. М.Кәрим һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

     Тәбиғәт М.Кәримгә һирәк осрай торған яҙыусылыҡ  һәләте бүләк иткән. Ул бер үк ваҡытта шағир ҙа, драматург та, прозаик та. Ул балалар өсөн дә бик күп ижад иткән. М.Кәрим 1979 йылда Андерсен исемендәге халыҡ – ара премияға лайыҡ булған.

     М.Кәрим Баш6ортостандың халыҡ шағиры, Социалистик хеҙмәт Геройы, Башҡортостандың С.Юлаев, СССР һәм РФСФР дәүләт премиялары лауреаты.

     - М.Кәрим хаҡында дәреслектә яҙылғандарҙы уҡып сығайыҡ.

     (уҡыусыларҙың дәфтәрҙәренә ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр яҙҙырып ҡуйырға).

Уҡытыусы: - Бөгөн беҙ уның «Ҡайын япрағы тураһында тигән» шиғыры менән танышасаҡбыҙ. Был шиғырҙа һеҙгә таныш булмаған һүҙҙәр осрауы мөмкин. Шуға күрә әйҙәгеҙ тәүҙә һүҙлек эше эшләп алайыҡ.

(Һут, өммәт, көрлөк, хазина, төпкөл, сәмле тарих, тоҡ, ҡаһарман кеүек һүҙҙәр өҫтөндә һүҙлек эше эшләнә).

Уҡытыусы: - Ә хәҙер шиғырға күсәйек. Тәүҙә мин уҡып сығам иғтибар менән тыңлап барығыҙ. Ни өсөн шиғыр «Ҡайын япрағы тураһында» тип атала икән? Ошо һорауға яуап уйлап ултырығыҙ.

 (уҡытыусы уҡып сыға)

- Ә хәҙер үҙ аллы эстән уҡып сығығыҙ.

ҡыусылар үҙ аллы эстән уҡып сығалар.)

(сылбыр буйынса уҡытыу)

Уҡытыусы: Ни өсөн шиғыр «Ҡайын япрағы тураһында» тип атала инде?

Уҡыусылар: Автор Башҡортостанды 6айын япрағы менән сағыштыра. Шуға шиғырҙың исеме «Ҡайын япрағы тураһында» тип атала.

  IV. Нығытыу.

Түбәндәге һорауҙарға яуаптар алына.

- Шиғырҙағы Башҡортостанға янаған ел, йәшен, ҡырау, ҡорт образдарын асыҡлағыҙ.

Яуап: (ниндәй елдәр иҫһә лә, ниндәй йәшен уйнаһа ла, ниндәй ҡырау төшһә лә, нисә төрлө ҡорт һырыһа ла Башҡортостан бирешмәгән, ныҡ булған тигәнде аңлатырға теләгән автор ел, йәшен, ҡырау, ҡорт, образдары менән.)

- «Бөгөнгө яҙ килде илгә

Елдәр, дауылдар аша.

Ҡайындың шат япраҡтары

Тыңла нисек шаулаша!»- тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?

 

Яуап: (Башҡортостан бер ниндәй ҙә ауырлыҡтарға бирешмәй, бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығып бөгөндә сәскә ата)

- Башҡортостандың тәбиғәте, хазиналары, киңлектәре тураһында шиғырғың йөкмәткеһенән сығып һөйләгеҙ.

Яуап: (Башҡортостандың матурлығына мин хайран ҡалам ти. Ошо бер япраҡ саҡлы ғына еремдә ниҙәр генә юҡ. Бейек – бейек тауҙарға бай, һыуҙары көмөш, тупрағы алтын. Бөтә байлыҡтарҙан да киңерәк халҡым бар ти.)

 

V. Йомғаҡлау.

- М.Кәрим нисәнсе йылда һәм ҡайҙа тыуған?

      ( уҡыусыларҙың яуаптары)

- Ҡайҙарҙа уҡыған?

      (уҡыусыларҙың яуаптары)

- Ниндәй премияларға лайыҡ булған?

     (уҡыусыларҙың яуаптары)

- Башҡортостан тураһында тағы ла ниндәй шиғырҙар беләһегеҙ?

      (уҡыусыларҙың яуаптары).

VI. Ой эше биреү.

М.Кәримдең «Ҡайын япрағы тураһында» тигән шиғыренән йәнләндереү, сағыштырыу, метафора кеүек һүрәтләү сараларын табып дәфтәрҙәргә яҙып алырға.

   VII. Баһалау.

         Уҡыусыларға баһалар ҡуйыу.

 

 

 

 

 

 

 

 

Краткое описание материала

Урок по башкирской литературе

    DOCX

Файл будет скачан в формате:

    DOCX

Краткое описание материала

Автор материала

Гарифянова Элена Фаниловна

  • На сайте: 9 лет и 7 месяцев
  • Всего просмотров: 2464
  • Подписчики: 0
  • Всего материалов: 2
  • 2464
    просмотров
  • 2
    материалов
  • 0
    подписчиков

Настоящий материал опубликован пользователем Гарифянова Элена Фаниловна.
Инфоурок является информационным посредником. Всю ответственность за опубликованные материалы несут пользователи, загрузившие материал на сайт. Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете на материал.

ИИ для создания материалов

Создавайте материалы с ИИ

Если готовые материалы не подошли — помогут нейросети

Конспекты, тесты, презентации, рабочие листы и другие материалы по ФГОС — под ваш урок, класс и цели занятия за пару минут.

Попробовать бесплатно

Выберите инструмент

~160

Нейросети могут ошибаться. Обязательно проверяйте ответы.

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы: