Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015

Опубликуйте свой материал в официальном Печатном сборнике методических разработок проекта «Инфоурок»

(с присвоением ISBN)

Выберите любой материал на Вашем учительском сайте или загрузите новый

Оформите заявку на публикацию в сборник(займет не более 3 минут)

+

Получите свой экземпляр сборника и свидетельство о публикации в нем

Инфоурок / Начальные классы / Конспекты / Башҡорт теле дәрестәрендә ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр һәм дидактик уйындар аша уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 24 мая.

Подать заявку на курс
  • Начальные классы

Башҡорт теле дәрестәрендә ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр һәм дидактик уйындар аша уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.

библиотека
материалов


Заһитова Р.Ф.

3-сө лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы


Башҡорт теле дәрестәрендә ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр һәм дидактик уйындар аша уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.


Бөгөнгө көндә урыҫ телле балаларҙы башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеү, уларҙың һүҙлек запасын арттырыу һәм үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе актив ҡулланырға өйрәнеү бик актуаль мәсьәлә. Уҡыусыларҙың лингвистик аң-даирәләрен киңәйтеп, телгә һөйөү, уны өйрәнергә ынтылыш тәрбиәләү, һөйләгән һәм яҙған саҡта һүҙ өсөн яуаплылыҡ хисен тойорға күнектереү, фекере аңлайышлы, күңеләге хистәрҙе матур һәм үтемле итеп бирә белеү, ижади эшләү барлыҡ мәҙәниәтле кеше өсөн дә кәрәкле икәнлеген төшөндөрөүһәр уҡытыусы алдында торған бурыстар. Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыусы эш алымдарының береһе – дидактик уйындар. Тема буйынса һайлап алынған дидактик уйындар баш6орт теле дәрестәрен ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, отошло итә, уҡыу материалын үҙләштереүҙе яҡшыртып, ыңғай һөҙөмтә бирә. Насарыраҡ уҡыған уҡыусылар ҙа уйындарҙа үҙ командаһын артта ҡалдырмаҫ өсөн ҙур теләк менән ҡатнаша, ҡушылып китә.

Уйындың ҡағиҙәһе балаларға таныш, аңлайышлы булырға тейеш. Шунан сығып уҡыусылар ҡағиҙәнең иғтибар, тәртип, ғәҙеллекте талап иткәнен белеүҙәре мотлаҡ. Уйнап уҡыусылар йомаҡтар, тиҙәйткестәр, әәҡәлдәр ятлайҙар, башҡорт халыҡ ижады өлгөләре менән танышалар, фонетик, лексик, һәм грамматик материалды нығыталар.Ҡыҫҡаһы, уйындар балаларҙа коллективизм, дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләй, уларҙың уйын барышында фекерләүе, эшсәнлеге, активлығы үҫә, тормош тәжрибәләре байый.

Мәҫәлән: «Бер хәреф уйыны». Һәр уҡыусы үҙенә бер хәреф 3айлап ала. Уйынды алып барыусы һорауҙар әҙерләй.

Беренсе уҡыусы Икенсе уҡыусы

Һинең исемең нисек?

Әлфиә Булат

- Фамилияң нисек?

Әйүпова Батыршин

- Ҡайҙан килдең?

Әлшәйҙән Бөрйәндән

- Ҡайҙа киттең?

Әбйәлилгә Борайға

-Һине унда кем көтә?

Әсәйем Батыр

- Һин уға күстәнәскә, бүләккә нимә алдың?

Әфлисун Барабан

«Шаҡмаҡтарҙы тултыр» уйыны.

а






а







а







а







а







а

а




а

а


а




а




а


а


а




а

аласыҡ абаға

башмаҡ табаҡ

стакан ярата

бағана ҡалаҡ

бармаҡ астра

тартма

Сифат темаһын өйрәнгәндә, «Мин башлайым, һин дауам ит» уйынын уйнарға мөмкин.

Уҡытыусы төрлө рәсемдәр күрһәтә, уҡыусылар ниндәй икәнен асыҡлай.

Мәҫәлән: ҡыяр һүрәте.

Уҡыусылар: йәшел, ҙур, тоҙло, тәмле, әсе.

У6ытыусы: алма.

Уҡыусылар: ҡыҙыл, һары, һутлы, шәрә1тле, тәмле.

Уҡыусылар ребустарҙы ла, грамматик башватҡыстарҙы ла бик теләп сисәләр.

Мәҫәлән: «Т» менән башланһам,

Хайуанды белдерәм.

«К» менән башланһам,

Йылмайтам, көлдөрәм. ( төлкө – көлкө).

«Ҙ»-ға бөтһәһанарһың, « Н»-а бөтһә – яғырһың. ( утыҙ - утын).

Тәүге ижегем – ҡалҡыу ер,

Икенсеһе – бер йылға.

Уларҙы һин бергә ҡушһаң,

Йөрөр ихатала. ( тау + ыҡ).


Бер ижегем әйтеп тора

Ниндәй төҫтә икәнен.

Икенсеһе «ҡош» тиһәгеҙ,

Күрерһегеҙм осоп киткәнен. ( аҡ + ҡош).


Йомғаҡлап әйткәндә, дидактик уйындар балаларҙың уйлау, фекерләү, эҙләнеү һәләттәрен асырға ҙур мөмкинлек бирә. Тик был эштәрҙе системалы эшләгәндә генә, уҡытыусы оло маҡсаттарға ирешә ала.


Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. Ф.Ғ. Хисаметдинова, М. Эрсен-Раш, З.Ғ. УраҠсин. Башҡорт теле. Рәхим итегеҙ!

"Өфө. «Китап», 2000.

  1. «Башҡортостан уҡытыусыһы» №7, 2004.

  2. «Башҡортостан уҡытыусыһы» №9, 2008.








































Беҙҙең Сәлих ауылына Дәүләкән районы Суйынсы ауылынан килеүселәр урынлашҡан. 1924 йылда иң беренсе Сәлиховтар күсеп килә. Элекке урыны әлеге Сәй күле янында булған. Унда ҡар һалыу сәбәпле өҫкә күсеп ултырғандар.

Беҙҙең туғай ҡараңғы ҡалын урман ине. Оло күлдән һыуға батҡан ағастарҙы ат менән тартып сығарғандар.Тиҙәк менән бергә ҡушып яҡҡандар.

Тау башына күсһәләр ҙә һаман да ҡар баҫып китә ине. Беренсе күсеп ултырыусылар Сәлиховтар. Утар булып ултырғандар. Унан һуң Шәмсетдиновтар, Ғәлиевтар,Нафиҡов Абдрахман бабай Татарстандан Минзәлә ҡалаһынан килгәндәр. Ул бик бай булған. Өршәк буйында тирмәне булған. Ғатиндар, Хисмәтуллиндар, Ғафаровтар, Иҙиәтуллидар,Ғиниәтуллиндар, Зиннәтуллиндар, Сибәғәтуллиндар төп Сәлих ауылынан.

Һуғышҡа хәтле Нефароща ауылынан украинецтар күсеп килделәр. Михайло,Семен, Терентий, Анна һ.б. Һуғышҡа киткән украинецтар береһе лә ҡайта алманы.Ғаиләләре яңынан кире ҡайттылар. Улар һуғыш ваҡытында бында эшләнеләр, дуҫ- татыу йәшәнек.

Хәҙер ” Ирек” колхозы тураһында иҫтәлектәргә күсәбеҙ. Колхоз төҙөүсе Гәрәй ағай Сәлихов урынына эште алып барырлыҡ ир- егеттәр ҡалмаған. Һуғыштан яраланып ҡайтҡан Ғәниев Зөфәр ағай колхоздың һуғыш осрондағы ауыр йылдарҙа колхоз председателе булды. Ғәлива Фатима нәнәйемдең өйҙәрен колхоз кәнцеләрийе иткәндәр. Колхоз йыйылышы булған. Һандығы сейф урынына, шкафы ла бар ине. Колхоздың һыйыр, ат, һарыҡ, тауыҡтары бар. Һәр береһенең айырым айырым һарайы.булған. Игендән тыш кәбеҫтә ултыртҡандар, ҡауын, ҡарбуз, көнбағыш, бәрәңге үҫтергәндәр. Урам аша колхоз келәттәре бар ине. Бөтә иген шунда һаҡланды. Колхоздың көсө ат, ҡул көсө булған. Элеваторға игенде Дәүләкәнгә бричкалар менән ташығандар. Колхоз һәр ваҡыт алдынғы булды.. Бөтә ерҙә беренселәр булып иген тапшырҙылар.

Ауылдың ирҙәре , егеттәре бөтәһе һуғышҡа киттеләр: Хәким, Вәли, Фәрит, Әхмәт ағайҙар. Бик күптәре кире әйләнеп ҡайтманы. Иҫән – һау ҡайтҡандар колхозды күтәрергә ең һыҙғанып эшкә тотондолар. Халыҡ эшләне лә, ял да итә белде. Байрамдар үткәргәндә берҙәм, ҡунаҡ саҡырышыуҙар дәррәү булды. Ситтән килгән ҡунаҡтарҙы саҡырып алыу кеүек йолалар яңырҙы. Һәр бер байрамға, демонстрацияға Төрөмбәт ауылына йөрөнөләр.

Туғайҙың матурлығын, ундағы емеш ағастарын һындырмайынса йыйыу тәртипкә һалынған булған. Урамды, ишек алдын һәр ваҡыт тырматып, һепереп тотҡандар. Мал- тыуар ҙа көтөүҙә генә йөрөгән.

Шул бәләкәй генә ауылдан тырыш, белемле, юғары урындар биләгән, үҙ эштәрен яратҡак, халыҡҡа тоғро хеҙмәт иткән кешеләр сыҡтылар.

Ауылдың матурлығын, тәбиғәтенең гүзәллегәнә һоҡланып яҙыусы Сәғит Ағиш һәр йыл йәй көнө берәр ай ауылда йәшәп киткән. Эх, был Сәлих ауылы һауаһын икмәккә ҡушып ашар инем, тип шаярта торған. Ул ҡунаҡсыл ғаиләгә уҡытыусы Рузыя апай Нафиҡоваларға килеп йөрөгән. Сәлихте үҙенең хикәйәләрендә данлаған, ҙурлаған…

Сәлих ауылы ҡыҙы Иҙиәтуллина Миниса Ярулла ҡыҙының хәтирәләре.








Туған тел


Мин яратам ап-аҡ ҡайындарҙың

Әкрен иҫкән елгә бөгөлгәндәрен.

Алтын көҙҙәр еткәс тыуған ергә,

Һары япраҡтарҙың һибелгәндәрен.


Шулай үҙ телендә улар ҙа бит

Бер- береһе менән серҙәр һөйләшә

Ҡайын телендә лә һәр бер япра

Тыуған ергә рәхмәт өләшә.


Ҡайындарға ҡунған ҡоштар ҙа бит

Ҡош телендә матур һайраша.

Улар үҙҙәренсә йырҙар йырлап,

Моңдар аша ғына аңлаша.


Ер йөҙөндә бөтә кешеләр ҙә

Туған телен яҙын күрәләр

Тәбиғәттә булған һәр бер зат та

Туған телен яҡшы беләләр.


Туған телһеҙ йәшәп булмай ерҙә

Әсә телен һәйбәт белегеҙ!

Әсә телен хөрмәт иткәндәргә

Еңел булыр йәшәү, ғүмрегеҙ



Яҙҙы: 3-сө лицейҙың 9-сы А класы уҡыусыһы Тимербаева Раксана.


















Салауат Юлаевтың биоргафияһы

Салауат Юлаев 1754 йылда Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Шайтан-Күҙәй волосының Тәкәй ауылында — хәҙер Башҡортостандың Салауат районында тыуған.

Уның атаһы Юлай Аҙналин бик аҡыллы һәм ҡыйыу кеше булған. Ул башҡорттарҙың бер нисә ихтилалында ҡатнашҡан, төрлө хәрби походтарҙа, һуғыштарҙа йөрөгән. 1756—1763 йылдарҙа прустарға ҡаршы ете йыллыҡ һуғышта Юлай башҡорт отрядтарына етәкселек иткән һәм батырлыҡтар күрһәткәне әсән миҙал менән бүләкләнгән. Күп йылдар буйы ул үҙ улусында старшина булып торған, аҙаҡ улы Салауат менән бергә Пугачев етәкселегендәге восстаниеға актив ҡатнашып киткән.

Юлай Аҙналин улында ла батырлыҡ, ҡыйыулыҡ сифаттары тәрбиәләргә ты­рышҡан. Салауат үҙе лә йәштән үк батыр булған, һыбай йөрөргә, ҡорал менән оҫта эш итергә өйрәнгән.

Салауат көс, ғәйрәт эйәһе генә түгел, заманына күрә уҡымышлы һәм талант­лы кеше лә булған. Салауат йәштән үк гүзәл тәбиғәтте, тыуған ерен ныҡ яратҡан, халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһынған. Оҙаҡламай ул үҙе лә йырҙар, шиғырҙар сығарған.

Салауат йәштән үк башҡорт халҡының ауыр тормошон, рус колонизаторҙары­нан, үҙ байҙарынан аяуһыҙ иҙелеп йәшәүен күреп үҫкән. Йәберләтелгән туған халҡының ауыр яҙмышы Салауатта иҙеүселәргә ҡарата ҡаты асыу һәм нәфрәт тойғолары уятҡан.

1773 йылдың көҙөндә Яйыҡ (Урал) йылғаһы буйында Пугачев етәкселегендә ихтилал башланып киткәс, рус колонизаторҙарына һәм башҡорт байҙарына ҡарата аяуһыҙ үс һаҡлап килгән башҡорт халҡын Салауат яуға күтәргән.


Замандаштарының раҫлауы буйынса, Салауат Юлаев урта буйлы, еңел хәрәкәтле, һомғол кәүҙәле булған. Урыҫ һәм төрки телдәрен һәйбәт белгән. 1771— 1772 йылдарҙа Шайтан-Күҙәй улусы старшинаһы вазифаһын башҡара. 1773 йылдың ноябрендә ихтилалға ҡушыла, Пугачев уны отрядтар ойоштороу әсән Башҡортостандың Төньяҡ-Көнсығышына ебәрә. Салауат Юлаев ихтилалсылар көрәшенең иң мөһим алыштарына (Красноуфимск һәм Көңгөр тирәләре) етәксе­лек итә, Өфө һәм Көңгөр халҡы араһында Пугачев саҡырыуҙарын тарата, ихти­лалсыларҙың Баш ғәскәрҙәрен «аҡса ҡаҙнаһы», аҙыҡ-түлек, ҡорал менән тәьмин итә, яугирҙар туплау менән шөғөлләнә. Үҙен һәләтле хәрби начальник итеп таны­та, Пугачев 1773 йылдың декабрендә Салауатҡа полковник, ә 1774 йылдың ию­нендә бригадир дәрәжәһе бирә. Салауат Юлаев өс тапҡыр яралана (Ырымбур, Көңгөр һәм Уса) эргәһендәге бәрелештәрҙә ихтилал баҫтырылып, Пугачев ҡулға

hello_html_m2108c828.gifалынғандан һуң да хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы көрәшен дауам итә. 1774 йылды: 25 ноябрендә Шайтан-Күҙәй улусының Миндәш ауылы янында әсиргә алына Өфөлә, Ҡазанда, Мәскәүҙә, Ырымбурҙа һәм йәнә Өфөлә оҙаҡ тикшеренеүҙәрҙән һуң, 1775 йылдың 15 июлендә хөкөм ҡарары буйынса атаһы менән бергә ҡамсы менән һуҡтырылыуға (175 тапҡыр), танау япраҡтарын ҡырҡыуға һәм маңлай менән сикәләренә ҡыҙҙырып «З», «Б», «И» тамғаларын («енәйәтсе», «боласы» «хыянатсы» — «злодей», «бунтовщик», «изменник») баҫыуга дусар ител е 1775 йылдың 2 октябрендә Рогервикка ғүмерлек каторгаға (һөргөнгә) ебәрелә. Са лауат Юлаев 1800 йылдың 26 сентябрендә үлә.

Салауат Юлаев ижады мираҫынан 500-ҙән ашыу шиғыр юлдары билдәле «Яу», «Уҡ», «Егеткә» шиғырҙарында иҙеүселәргә ҡаршы көрәшкә өндә яңғырай. «Уралым», «Тыуған ил», «Һандуғас» шиғырҙары батырҙың тыуған ере өҙөлөп һөйөү хистәрен, «Зөләйха» шиғыры ҡатын-ҡыҙға ҡарата оло мөхәббә тойғоларын сағылдыра. Салауат Юлаев образы башҡорт һәм урыҫ халыҡ ижг дында, урыҫ, башҡорт, ҡаҙаҡ, татар, сыуаш, мари яҙыусыларының әҫәрҙәрендә башҡорт милли операһында, драмаларҙа, һынлы сәнғәт һәм скульптурал мәңгеләштерелгән.

Башҡортостанда район, ҡала, урамдар, мәҙәниәт ағартыу учреждениеларь: күп остошмалар Салауат Юлаев исеме менән атала. Салауат районы Малаяҙ ауылында Салауат Юлаев музейы, Әлкә ауылында ошо музейҙың бүлеге асылғаь 1967 йылда әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсө БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы (1992 йылдан алып Бап ҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһь булдырылды.

















Сочинение,

посвященное творчеству

Мустая Карима










Выполнила

Лукина Анастасия, 6 класс

МБОУ «Лицей № 3»

Руководитель Латыпова И.Ю.













«Дети видят и слышат то, чего не видят и не слышат взрослые».

Мустай Карим




Не так давно я открыла для себя удивительный мир – творчество Мустая Карима. Произошло это так. На уроке внеклассного чтения по литературе мы изучали рассказ В.Белова «Скворцы», и для того, чтобы сравнить чувства героев – мальчиков, учитель причитал нам стихотворение М. Карима «Прилетай же!». Меня поразило насколько по-своему и в то же время так похоже писатели передают чувства ребенка, ожидающего наступления весны.

Почему так происходит? Наверное, потому, что вечные понятия любовь и верность, совесть и скромность, бескорыстие, отзывчивость и милосердие волнуют поэтов и писателей, независимо от времени, национальности, страны, в которой они живут.

После того урока литературы я пошла в библиотеку и взяла произведения М. Карима. Я прочитала много стихотворений и великолепную повесть «Радость нашего дома». Мне стало понятно, что М.Карим очень любил писать о детстве и о детях. «Детство я сравнил бы с порой весенних теплых дождей. Чем дольше стоит солнечная весна, тем щедрее расцветет летом земля,» – говорил он. М. Карим считал, что все хорошее (и плохое) в человеке закладывается в детстве, и это он удивительно тонко показывает в своих произведениях.

Например, в стихотворении «Зима пришла» лирический герой – мальчик, забывший про собственные тревоги, проявляет искреннюю заботу о мерзнущем на морозе одиноком гусе:

Ветер ледяной

Вьется сединой.

Высунешь ли нос

В этакий мороз!


Во дворе гусак –

Может, он больной?

Мама, у гуся

Нет ноги одной…

Это небольшое стихотворение, но с очень большим смыслом, потому что оно о милосердии и сострадании.

В другом стихотворении «Прилетай же!» мальчик, как чуда, ждет прихода весны. И настолько сильны ожидания ребенка, что он как бы приближает наступление весны построенным для скворца домом:

Милый скворушка-скворец,

Прилетай же наконец!

Для тебя я дом построил,

Не скворешня, а дворец!

Я думаю, что именно детская душа способна так живо и непосредственно почувствовать всю прелесть мира, откликнуться на каждое, казалось бы, незначительное событие.

М. Карим показывает, что дети воспринимают жизнь как чудо.

Говорят, что детство – это утро,

Свет зари, плывущей над тобой.

Мне сдается детство – это вечер

Сказочный, прозрачный, голубой.

Мне бы очень хотелось, чтобы каждый человек помнил этот «голубой вечер» своей жизни, и тогда на Земле станет больше добра. Разве не это завещал нам замечательный поэт и писатель Мустай Карим!?










« Ил батыры- Салауат”



Ил батыры- Салауат,

Ир аҫылы- Салауат,

Ил аҡылы- Салауат,

Ер яҡлаусы- Салауат.


Һинән өлгө алабыҙ,

Батырлыҡтар ҡылабыҙ,

Салауат һүҙен ишетһәк,

Ғорурланып ҡалабыҙ.


Һин беҙҙең батырыбыҙ

Башҡорттоң арыҫланы.

Илебеҙгә, халыҡҡа

Азатлыҡ яулағаны.


Халҡыбыҙ хәтерендә

Салауат исеме йәшәһен!

Яҙғы аяҙ күгебеҙҙә

Йәшен кеүек йәшнәһен!


Егеттәрҙе уятһын,

Йөрәктәрен елкетһен,

Ауаз булып ул ҡайтһын!

Ергә бәхет килтерһен!

Дан һиңә, Салауат!


Яҙҙы 3-сө лицей, 9-сы класс уҡыусыһы ТимербаеваРаксана




Бөйөк шағир М.С. улы Қəримов и жадына арналған кроссворд.


Түңəрəк əйлəнəһе буйлап:

  1. Бөйөк шағир тыуған йыл. 3. «Айгөл иле» драмаhында барған ваkиғалар йылы. 5. Балалар өсөн «Сыйырсығым, kошсоғом» шиғыры нисəнсе йылда яҙылған? 7. Ташлама утты ,Прометейтрагедияһының яҙылыу йылы. 9. Бөйөк шағирҙың «Ватан алдында хеҙмəттəре өсөн» III дəрәжәле орден менəн наградланған йыл. 11. Дуçлыk, татыулыk темаhын сағылдырған «Өс таған» повесы яҙылған йыл 13. Бал kорттары hымаk, йыйылдылар

Баш йортома бөгөн башkорттарым, «Ҡоролтайға kотлау» шиғыры нисәнсе йылда яҙылған? 15. Ирек hәм азатлыk проблемаларын күтәргән «Салауат» трагедияhы яҙылған йыл. 17. «Ишеткәндәр, күргәндәр» циклына ингән «Икебеҙ ҙә ун өстә булhаk…» яҙмаhында нисәнсе йыл hүрәтләнә? (kытлыk йылы). 19. Иртә тимәй, көндөҙ, кисен тимәй. Төшә аҙаштырғыс томандары…. Был шиғырҙан өҙөк Мостай Қәримдең улы Илгизгә арналған. Ул нисәнсе йылда яҙылған? 21.Тормаш юлдашы, терәге булған Рауза апайға арналған “Алтын шәүләлегендаhын яҙған йыл? 23. Бөйөк ил ағаhын юғалтkан йыл.


Түңəрəк үҙәгенә табан:

2. «Өсөнсө көн тоташ kар яуа» шиғыры яҙылған йыл. 4. Бөйөк шағирҙың Ленин ордены менән бүләкләнгән йыл. 6. «Яңғыҙ kайын» драмаhында hүрәтләнгән осор. 8. «Мөхәббәтең дурт миҙгеле» исемле йыйынтығы баҫылып сыkkан йыл. 10. Был йылда Башkортостандың халыk шағиры тигән юғары исем бирелә. 12.Европа Азия исемле шиғырҙар циклын тамамлаған йыл. 14. Шағир нисәнсе йылда в РСФСР-ҙың К.С. Станиславский исемендәге премияhы лауреаты исемен ала. 16. Ейәне Тимербулатkа арналған «Мылтыkтан атмаҫка» әкиәте нисәнсе йылда яҙылған? 18.«Беҙҙең өйҙөң йәме» повесының яҙылыу йылы. 20. «Ай тотолған төндә» трагедияһын тамамлаған йыл. 22. «Ҡунаk беснәк», «Ике hандуғас», «Баkа менән бәрәс», «Һаkсы hайыҫkан», әкиәттәрен автор «Аkбуҙат» журналында баҫтыра башлай. Нисәнсе йыл? 24. М.С. Қәримовты «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн»II дәрәжә ордены менән бүләкләгән йыл.










Краткое описание документа:

       Бөгөнгө көндә урыҫ телле балаларҙы башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеү, уларҙың һүҙлек запасын арттырыу һәм үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе актив ҡулланырға өйрәнеү бик актуаль мәсьәлә. Уҡыусыларҙың лингвистик аң-даирәләрен киңәйтеп, телгә һөйөү, уны өйрәнергә ынтылыш тәрбиәләү, һөйләгән һәм яҙған саҡта һүҙ өсөн яуаплылыҡ хисен тойорға күнектереү, фекере аңлайышлы, күңеләге хистәрҙе матур һәм үтемле итеп бирә белеү, ижади эшләү барлыҡ мәҙәниәтле кеше өсөн дә кәрәкле икәнлеген төшөндөрөү – һәр уҡытыусы алдында торған бурыстар. Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыусы эш алымдарының береһе – дидактик уйындар. Тема буйынса һайлап алынған дидактик уйындар баш6орт теле дәрестәрен ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, отошло итә, уҡыу материалын үҙләштереүҙе яҡшыртып, ыңғай һөҙөмтә бирә. Насарыраҡ уҡыған уҡыусылар ҙа уйындарҙа үҙ командаһын артта ҡалдырмаҫ өсөн ҙур теләк менән ҡатнаша, ҡушылып китә.     Уйындың ҡағиҙәһе балаларға таныш, аңлайышлы булырға тейеш. Шунан сығып уҡыусылар ҡағиҙәнең иғтибар, тәртип, ғәҙеллекте талап иткәнен белеүҙәре мотлаҡ. Уйнап уҡыусылар йомаҡтар, тиҙәйткестәр, әәҡәлдәр ятлайҙар, башҡорт халыҡ ижады өлгөләре менән танышалар, фонетик, лексик, һәм грамматик материалды нығыталар.Ҡыҫҡаһы, уйындар балаларҙа коллективизм, дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләй, уларҙың уйын барышында фекерләүе, эшсәнлеге, активлығы үҫә, тормош тәжрибәләре байый.      Мәҫәлән:  «Бер хәреф уйыны». Һәр уҡыусы үҙенә бер хәреф һайлап ала. Уйынды алып барыусы һорауҙар әҙерләй.              Беренсе уҡыусы                 Икенсе уҡыусы  Һинең исемең нисек? Әлфиә                                                  Булат  - Фамилияң нисек? Әйүпова                                                  Батыршин  - Ҡайҙан килдең? Әлшәйҙән                                               Бөрйәндән  - Ҡайҙа киттең? Әбйәлилгә                                               Борайға  -Һине унда кем көтә?  Әсәйем                                                   Батыр  - Һин уға күстәнәскә, бүләккә нимә алдың? Әфлисун                     Барабан «Шаҡмаҡтарҙы тултыр» уйыны. а             а             а             а             а             а а       а         а   а       а       а   а   а       а аласыҡ                       абаға башмаҡ                      табаҡ стакан                        ярата бағана                        ҡалаҡ бармаҡ                       астра тартма  Сифат темаһын өйрәнгәндә, «Мин башлайым, һин дауам ит» уйынын уйнарға мөмкин.    Уҡытыусы төрлө рәсемдәр күрһәтә, уҡыусылар ниндәй икәнен асыҡлай.    Мәҫәлән: ҡыяр һүрәте.    Уҡыусылар: йәшел, ҙур, тоҙло, тәмле, әсе.    У6ытыусы: алма.    Уҡыусылар: ҡыҙыл, һары, һутлы, шәрә1тле, тәмле.  Уҡыусылар ребустарҙы ла, грамматик башватҡыстарҙы ла бик теләп сисәләр. Мәҫәлән:  «Т» менән башланһам,         Хайуанды белдерәм.         «К» менән башланһам,                 Йылмайтам, көлдөрәм.  ( төлкө – көлкө). «Ҙ»-ға бөтһә – һанарһың, « Н»-а бөтһә – яғырһың.  ( утыҙ - утын).  Тәүге ижегем – ҡалҡыу ер,  Икенсеһе – бер йылға.  Уларҙы һин бергә ҡушһаң,  Йөрөр ихатала.          ( тау + ыҡ).     Бер ижегем әйтеп тора   Ниндәй төҫтә икәнен.   Икенсеһе «ҡош» тиһәгеҙ,   Күрерһегеҙм осоп киткәнен.  ( аҡ + ҡош).     Йомғаҡлап әйткәндә, дидактик уйындар балаларҙың уйлау, фекерләү, эҙләнеү һәләттәрен асырға ҙур мөмкинлек бирә. Тик был эштәрҙе системалы эшләгәндә генә, уҡытыусы оло маҡсаттарға ирешә ала.    Ҡулланылған әҙәбиәт: 1.     Ф.Ғ. Хисаметдинова, М. Эрсен-Раш, З.Ғ. УраҠсин. Башҡорт теле. Рәхим итегеҙ!    «Өфө. «Китап», 2000. 2.     «Башҡортостан уҡытыусыһы» №7, 2004. 3.     «Башҡортостан уҡытыусыһы» №9, 2008.      
Автор
Дата добавления 10.04.2014
Раздел Начальные классы
Подраздел Конспекты
Просмотров3129
Номер материала 65796041043
Получить свидетельство о публикации

Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх