Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Математика / Конспекты / Таһир Кусимов
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 24 мая.

Подать заявку на курс
  • Математика

Таһир Кусимов

библиотека
материалов
  1. Ойоштороу моменты

Уҡытыусы:

  • Һаумыһығыҙ!

Уҡыусылар:

  • Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

  • Һаумы, дуҫым.

Мин сәләмәт, мин матур,

Салауат кеүек батыр!

Уҡытыусы:

  • Матур ҡыҙҙарҙы һәм батыр малайҙар күреүемә бик шатмын.

II Дәрестең төп өлөшө

Уҡытыусы:

  • Батыр һүҙен нисек аңлайһығыҙ?

Уҡыусының яуабы:

Уҡытыусы: - Ә бына һүҙлектә былай тип әйтелә: Ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу. Эш, тормошта тәүәккәл, ҡыйыу. Ҡыйыулығы, көсө менән танылған кеше. СЛАЙД.(бер бала һүҙлектән, ә ҡалғандар слайдтан) Дәрес барышында батыр һүҙенә бәйле Он-лайн китап та туплаясаҡбыҙ.

Уҡытыусы: - Батыр һүҙенә ниндәй синонимдар беләһегеҙ?

Уҡыусылар: СЛАЙД Синоним: баһадир, азамат, ҡаһарман, ҡыйыу, тәүәккәл, баҙнатлы, баҙнатсыл, баҙымсаҡ, йөрәкле.

Антоним: ҡурҡаҡ

Ә хәҙер әйткән мәғлүмәтте лә китапсыҡҡа ебәрҙек

Уҡытыусы: Батыр һүҙе икенсе телдәрҙә нисек тәржемә ителә?

Рус – храбрый, сильный

Төрөк –

Инглиз –

Немец –

Уҡытыусы: ә бына күрәһегеҙме бер һүҙҙең күпме тәржемәһе бар.

  • Ниндәй әкиәт батырҙарын беләһегеҙ?

(Аҡъял батыр, Урал батыр, Ҡамыр батыр, Тау батыр, Урман батыр һ.б) Ә Башҡорт халҡының иң мәшһүр, бөйөк әҫәре нисек атала әле?

Уҡыусыларҙың яуабы: “Урал батыр” эпосы. Китапсыҡҡа был мәғлүмәтте лә ебәрәйек

  • Ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

Уҡытыусы: Һеҙҙең әйткәндәргә өҫтәп, тағы бер мәҡәлде слайдта ҡарап үтәбеҙ.

  • Батыр егет – ил күрке. (СЛАЙД)

  • Был мәҡәлде нисек аңлайһығыҙ?

  • Күрке – матурлығы, биҙәге – ошо мәҡәл дәресебеҙҙең булһын.

  • Әйткәндәрегеҙҙе Он-лайн китапҡа индерҙем

Уҡытыусы: - Ә хәҙер бөгөнгө дәрестең темаһын белер өсөн текст менән танышайыҡ.

Текст:

Өфөлә, күкһел Ағиҙелдең текә ярында, Еңеү паркында, ғорур һәйкәл тора. Бейек мәрмәр һәм гранит бағана башында алтын йондоҙ яна. Аҫтараҡ ике батыр яугирҙың бюсы ҡуйылған. Шунда уҡ уларҙың батырлығын күрһәтеүсе һын төшөрөлгән, автоматлы һалдат дошман утын үҙ йөрәге менән ҡапларға уҡталған.

Был – Советтар Союзы геройҙары Александр Матросов менән Миәкә батыры лейтенант Миңлеғәле Ғөбәйҙуллинға һәйкәл. Батырҙар беҙҙең менән ҡалыр, исемдәре йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк. Беҙ уларҙың үлемһеҙ подвигын онотмаясаҡбыҙ.

Ғ.Рамазанов

Ниндәй һәйкәл тураһында һүҙ бара

Бюст тигән һүҙҙең мәғәнәһен һүҙлектән ҡарай алаһығыҙ, һүҙлек һеҙҙең алдығыҙҙа. Александр Матросов – башҡорт егете, ысын исеме Шакирйән Мөхәмәтйәнов

Тексттағы һүрәтләнгән һәйкәлде күргәнегеҙ бармы?

Өфө ҡалаһында иң матур һәйкәлдәрҙең береһе.

Был әйткәндәрегеҙ Он-лайн китапсыҡ өсөн бик мөһим

  • Уҡыусылар, яңынан текстҡа иғтибар итәйек. Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнән бирелгән?

Уҡыусыларҙың яуабы: ҡылым

  • Дөрөҫ. Ни өсөн ҡылымдарҙың ялғауҙары төрлө?

  • Уҡыусыларҙың яуабы: Сөнки эш-хәл, хәрәкәт төрлө ваҡытта башҡарыла.

  • Ҡылымдар нимәлә үҙгәргәндәр?

  • Уҡыусыларҙың яуабы: заман, (зат һәм һанда)

  • Тимәк, бөгөнгө темабыҙ: Ҡылымдарҙың заман, зат һәм һан менән үҙгәреше.

  • Асығыҙ дәфтәрегеҙҙе, яҙып ҡуйығыҙ бөгөнгө көндөң датаһын һәм темаһын.

  • Уҡыусылар, дәресебеҙҙең маҡсатын кем әйтер – ҡылымдарҙың заман, зат һәм һан менән үҙгәреше тураһындағы белемдәрегеҙҙе иҫкә төшөрөү һәм нығытыу, шулай уҡ, Он-лайн китапсыҡ булдырыу.

  • Тексттағы һөйләмдәге ҡылымды тамырын табып, уны заманда һәм затта үҙгәртәйек.



Хәҙерге заманда.(СЛАЙД)(ИКЕШӘР БАЛА СЫҒЫП ЭШЛӘЙ)

Берлектә күплектә

I зат. Мин тор... Беҙ. Тор...

II зат Һин тор... Һеҙ тор...

III зат Ул тор... Улар тор...

Үткән заманда

Берлектә күплектә

I зат. Мин тор... Беҙ. Тор...

II зат Һин тор... Һеҙ тор...

III зат Ул тор... Улар тор...



Киләсәк заманда

Берлектә күплектә

I зат. Мин тор... Беҙ. Тор...

II зат Һин тор... Һеҙ тор...

III зат Ул тор... Улар тор...

Беҙ үҙгәрткән ҡылым, ниндәй формала килгән? (барлыҡ)

САҒЫШТЫРЫУ ӨСӨН ИКЕ ҠЫЛЫМДЫ ӘЙТЕП КИТӘМ:

Мин торам, тормайым, торасаҡмын, тормаясаҡмын(ЮҠЛЫҠ ФОРМАҺЫ)

Ошо миҫалдарға ҡарап, ҡағиҙә сығарайыҡ.

Уҡыусыларҙың яуабы: (Ҡылымдар өс заманда киләләр. Үткән. Хәҙерге, киләсәк заманда. Ҡылымдар затта, һанда үҙгәрә ала, барлыҡта юҡлыҡта була.)

  • Шулай итеп, телмәрҙә ҡылымдарҙың заман, затта һәм һанда үҙгәреше ни өсөн кәрәк?

  • Уҡыусыларҙың яуабы:

Был эштәрегеҙ менән китапсығыбыҙҙы тулыландырайыҡ

  • Эш-хәрәкәттең кем тарафынан, төрлө ваҡытта үтәлгәнен белер өсөн. (Алда уҡыусыларға әйтеп ҡуйырға кәрәк)

  • Ял минуты. Күҙҙәрҙе йомабыҙ, шул йырҙағы ваҡиғалар мәленә сәйәхәт ҡылырға саҡырам.(МУЗЫКА)

Ҡылыс ҡынының осона ҡарап, күҙҙәргә ял ойошторабыҙ. Ял минуты тамамланды, уҡыусылар арҡаларҙы төҙәйтеп, матур итеп, ултырығыҙ.

Бөгөнгө теманы нығытыу өсөн 196-сы биттәге, 261-се күнегеүҙе телдән эшләйбеҙ. Дәреслектәге текст – алдығыҙҙа.

Һөйләмдең мәғәнәһенә ҡарап, һыҙыҡтар урынына беренсе вариант белешмәләге тейешле Ҡылымдарҙы хәҙерге заманда, ә икенсе вариант үткән заманда өҫтәп яҙа.(балаларға алдан әйтеп ҡуйырға)

  • Уҡытыусы: Тексттағы ҡылымдар нисәнсе затта бирелгән?(өсөнсө)

  • Белемебеҙҙе баһалар өсөн ошондай өс төрлө эш тәҡдим итәм.

  • 5” билдәһен алыр өсөн йәшел карточкалағы эштәр,

  • 4” билдәһен алыр өсөн һары карточкалағы эш,

  • 3” билдәһенә зәңгәр карточкалағы эш.

Баһалау: уҡыусылар, эштәрегеҙҙе алмаштырығыҙ, дөрөҫ яуапҡа ҡарап баһалама ҡуйығыҙ, кемдәрҙең биш баҫығыҙ, ҡалай күмәкһегеҙ.Ә быға ҡарап нимә әйтә алаһығыҙ? Дүрткә эшләгәндәр баҫығыҙ, һеҙҙә күмәкһегеҙ икән, ә һеҙ нимә әйтә алаһығыҙ. Кемдәр үҙ баһаһы менән риза түгел. Төҙәтергә мөмкин. Бөгөнгө дәрескә ҡағылышлы ниндәй мәғлүмәт өҫтәй алаһығыҙ.

Уҡытыусы: Аңлағанығыҙҙы иҫбатлар өсөн бирелгән схеманы тултырайыҡ.

  • Ҡылымдар нимәләр менән үҙгәрә?

  • Ҡылымдар үҙ аллы һәм ярҙамсы була, ул теманы киләһе дәрестә үтәсәкһегеҙ. Ә хәҙер өйгә эште яҙып алығыҙ. Һәр кем үҙ теләгәненән сығып эш төрөн һайлап ала.

Бәләкәй генә Он-лайн китапсыҡ киләсәктә ҙур китап булыр, һәр кем үҙ батырлыҡтарын ошо китапҡа яҙыр.

Һығымта: Минең теләгем һеҙгә шул уҡыусыларым: Ҡараһаҡал, Салауал Юлаев, Таһир Кусимов, Муса Гәрәй, Зөбәй Үтәғолов, Муса Мортазин кеүек батырҙарыбыҙҙың рухы һеҙҙе лә киләсәктә – матурлыҡҡа һәм батырлыҡҡа әйҙәһен.

Краткое описание документа:

Дәрес барышы лингвокультурологик методикага таянып яҙылған. Был методика һәр кеше  таныштыр тиеп иҫәпләем. Сөнки телде был лингвокультурологик методикага таянып өйрәнһәң һәр балаға төплө белем биреп була. методика үҙенең эсенә айырым һүҙҙе алып өйрәнеүгә ҡайтып ҡала, әммә һәр һүҙҙән сығып төрлө һүҙҙәрҙе белергә мөмкин. Был дәрес өлгөмдә һеҙгә батыр һүҙен тәҡдим итәм. Дәрес өдгөһөн Рита Ласын ҡыҙы Кинйәлбаева төҙөнө. Һорауҙарығыҙ булһа рәхим итегеҙ
Автор
Дата добавления 15.04.2014
Раздел Математика
Подраздел Конспекты
Просмотров525
Номер материала 70570041550
Получить свидетельство о публикации

Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх