Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Математика / Другие методич. материалы / Роль интернет-ресурсов в воспитании национального самосознания
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Математика

Роль интернет-ресурсов в воспитании национального самосознания

библиотека
материалов

Фаршатова Ә.Ә.


Интернет ресурстарҙың милли үҙаң тәрбиәләүҙәге роле


Бөгөнгө көн йәмғиәт мәғариф системаһына ҙур талаптар йөкләй. Уҡытыу эшсәнлегенең сифатын яҡшыртыу, яңы технологиялар ҡулланыу, сифатлы белем биреү – заман мәктәбенең төп бурысы булып тора. Бөгөнгө көн сығарылыш уҡыусыһы, алған белем һәм күнекмәләрҙән рациональ файҙаланып, яңылыҡтар ташҡыны алдында юғалып ҡалмайынса, үҙ аллы фекер йөрөтөп, дөрөҫ юл һайларға тейеш. Шәхестең танып белеү һәләте - эшлеклелек сифатының айырылғыһыҙ өлөшө. Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын дөйөм белем биреү хөкүмәт стандартының төп талаптарының береһе булып баланы шәхес итеп формалаштырыу тора. Был йүнәлештә уҡытыу эшен ойоштороу – төп талаптарҙың береһе.[Салауатова.2011,1-се б.]Уҡытыу процесында иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып, уҡыусыларҙа интеллектуаль, информацион, эҙләнеү- тикшеренеү күнекмәләрен формалаштырыу тора. Хәҙерге динамик донъяла уҡыусыларҙың белемдәр системаһын ябай ғына үҙләштереүе етмәй, ә йәш быуында үҙ аллы ижади эшсәнлеккә ынтылыш формалаштырыу һәм интеллектуаль күнекмәләрҙе үҫтереү талап ителә.

Бөгөн уҡытыусы, ижади шәхес булараҡ, күп уҡырға, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге яңылыктар менән таныш булырға ғына түгел, ә яңы педагогик технологияларҙың иң кәрәклеһен һайлап алып, үҙләштереп эшләй белергә лә тейеш. Заманса технологиялар, интернет-ресурстар файҙаланып белем биреү түбәндәге мөһим бурыстарҙы үтәргә ярҙам итә: уҡыусыла телгә ҡыҙыҡһыныу уята; уның танып белеү активлығын үҫтерә; уҡыусыларҙың ижади мөмкинлектәрен камиллаштыра; белемде тәрәнәйтә, милли рух тәрбиәләй.

[ Баһауетдинова , Йәғәфәрова.2009, 31-се б.] Шуның өсөн дә уҡытыусы үҙе интернет селтәрен оҫта файҙаланырға тейеш. Минең өсөн бөгөнгө көндә иң актуаль мәсьәлә - балаларыбыҙҙың үҙ әсә телендә аралашырға теләмәүе – барыбыҙҙы да уйландырырға тейеш. Интернет селтәрендә бик популяр булған Одноклассники.ру, В контакте.ру сайттарында бер үк мәктәп уҡыусыларының әллә нисә берләшмә-клубы эшләй, әммә уларҙың күпселегендә аралашыу рус телендә бара. Форумдар, ҡунаҡ китаптарындағы яҙмалар менән дә шул уҡ хәл. Бына шуны иҫтә тотоп үҙемдең шәхси сайтымды http://farshatova.jimdo.com/ астым. Уҡытыусының шәхси сайты - уҡыусы менән белем системаһы араһында араҙашсы, белем алыу сараһы. Сайтты ҡулланыу уҡытыу эшсәнлеген байыта, уҡытыу процесын ҡыҙыҡлы, нәтижәле һәм ижади итеп ойошторорға мөмкинлек бирә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә дистанцион эшмәкәрлек” тип аталған авторлыҡ программаһы төҙөнөм, шуның буйынса гимназияла кластан тыш эш алып барам. Уҡыусыларҙы халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады, йолалары, уның үткәне, көнкүреше менән таныштырыу милли рух тәрбиәләүҙә төп урын алып тора. Милли үҙаңды уятыу, уны артабан үҫтереү өсөн эшемдә халыҡтың этнографияһына, ауыҙ-тел ижады өлгөләренә, тарихи үткәненә, шәжәрәләргә таянам. “Милли үҙаң ул-милләттең үҙағасы,милләттең тормошо, йәмғиәттәге урынын тойоу,уның мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү, уның бөгөнгө хәлен, киләсәк яҙмышын яҡшыртыу өсөн даими хәстәрлек күреү, тарихи үткәнен йөрәгең, күңелең аша үткәреп фәһем алыу, кәрәк икән үҙ милләтең өсөн ғүмерең менән бурыслылыҡты аңлау һәм инаныу хәле.”[Аҙнағолов. 2011, 81-се б.]

Шәхси сайтымда дистанцион олимпиада, конкурстар, уҡыусыларҙың ижади эштәрен, эҙләнеү эштәрен ҡуям. Уҡыусыларҙың эштәрен “Педагогическая планета” сайтына (дистанцион конкурстар,олимпиадалар) http://planeta.tspu.ru/, “Методический центр” сайтына http://numi.ru/, Балалар ижады фестиваленә http://ujp.ru/, Халыҡ-ара балалар ижады фестиваленә http://ujp.ru/, “Социальная сеть работников образования” сайтындағы http://nsportal.ru/ “Һәләтле балалар проектына” (Проект одаренных детей “Алые паруса”) http://ap.nsportal.ru/ ҡуям. Башҡорт телендәге уҡыусыларыбыҙҙың ижад емештәрен бөтә донъя күләменә сығарып , телебеҙҙең юҡҡа сыҡмауына бына ошолай үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Сайттағы эшмәкәрлегем коллегаларым тарафынан да юғары баһалана, йәш уҡытыусыларға методик ярҙам да булып тора. Ата-әсәләрҙең, сайттағы уҡыусыларҙың эштәрен күреп, рәхмәт һүҙҙәре - минең өсөн иң ҙур баһа.

Милли үҙаңды тәрбиәләү һәм артабан үҫтереү милли мөхиткә мөнәсәбәтле. Милли мөхиттең башланғысы, тәү сығанағы –ғаилә. Нәҫел тамырын һаҡлаусы ата, нәҫел биҙәге,нәҫел ҡото, нәҫел тамырын донъяға яралтыусы ,нәҫел ырыҫы-әсә. Ғаиләлә әсә менән ата мөнәсәбәте нисек,ниндәй кимәлдә ҡуйылған,ана шунан сығып баланың рухи үҫеше билдәләнә.[Аҙнағолов. 2011, 81-се б.] Шуға ла балаһының интернет селтәрендәге эшен күреп баһалаусы, ғорурланыусы ата-әсә маҡтауға лайыҡ. Балаларға белем һәм тәрбиә биреү юлы - тыуған нигеҙгә, төбәккә, халыҡҡа, уның ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына ихтирам тәрбиәләү, бының өсөн төрлө интернет -ресурстарҙан киң һәм нәтижәле файҙаланыу, шулар ярҙамында уҡыусыларҙа юғары әхлаҡ сифаттары булдырыу, белем алыуға, сәләмәт йәшәйешкә ынтылыш уятыу, үҙ-ара һәм башҡа кешеләр менән иркен аралаша белеү күнекмәләре үҫтереү.

Заманса мәктәптең, һәр уҡытыусының төп бурысы булып уҡыусыларға белем биреү генә түгел, ә уның шәхес булып үҫешенә дөрөҫ йүнәлеш биреү, һәр баланың ижади һәләтен, фекерләүен үҫтереү, уҡыусыларҙа милли үҙаң булдырыу, телгә, тыуған халҡының тарихына, йолаларына, мәҙәниәтенә һөйөү, арҙаҡлы шәхестәр менән ғорурланыу тойғоһо уятыу, тормошта үҙ урынын дөрөҫ таба алырлыҡ шәхес тәрбиәләү тора. Яңы стандарттар буйынса төп иғтибар уҡыусының эшмәкәрлеген үҫтереүгә һәм үҙаллылығына бирелә. Башҡорт телен өйрәнеү, үҙләштереү уҡыусыларҙы ижади эшкә өйрәтә, тормошҡа әҙерләй. [Салауатова.2011, 3 –сө б.] Ике теллелек шарттарында шулай уҡ интернет ресурстар ҡулланыу башҡорт телен, уның культураһын, башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүҙә, милли үҙаң тәрбиәләүҙә ҙур мөмкинлектәр аса.


Ҡулланылған әҙәбиәт.


  1. Аҙнағолов Р.Ғ. Үҫтереүле уҡытыу методикаһына инеш. Шәхес тәрбиәләүҙең көнүҙәк мәсьәләләре- Өфө: БР ФА, “Ғилем”нәшриәте, 2011, 81-се б.

  2. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологияларҙы ҡулланыу (методик ҡулланма). – Өфө, НМЦ “Педкнига”, 2008. – 204 б.

  3. Баһауетдинова М.И.,Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу /Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап , 2009, 31-се б.

  4. Баһауетдинова М.И.,Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр (методик ҡулланма).-Өфө: Информреклама, 2003.-136 б.

  5. Дөйөм белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн башҡорт теле буйынса өлгө программалар /Төҙөүсеһе: Р.Д.Салауатова.-Өфө: Китап, 2011. (Икенсе быуын стандарттары)

  6. http://lib.podelise.ru/ (Программа .Төҙөүселәре:Ф. Ш.Сынбулатова, Г.Ә. Вәлиева)

  7. Федеральный государственный образовательный стандарт http://lib.podelise.ru/




Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Краткое описание документа:

В работе говорится какую роль играет интернет-ресурсы в воспитании детей. Я создала свой персональный сайт и через сайт провожу работу с учащимися. На сайте есть разделы как  исследовательские работы гимназистов,творчекие работы,дистанционная деятельность на уроках башкирского языка и литературы,готовимся к олимпиаде и другие.Адрес сайта:http://farshatova.jimdo.com/.Также даю развивающие домашние задания и учащиеся выполняют их с родителями вместе.Родители видят работу своих детей и интересуются .
Автор
Дата добавления 19.04.2014
Раздел Математика
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров449
Номер материала 75898041952
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх