Инфоурок Математика Другие методич. материалыБашҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә башҡорт халыҡ ижады.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә башҡорт халыҡ ижады.

Скачать материал

 

 

   Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә башҡорт халыҡ ижады.

 

    Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады – бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазина. Уны күңел күҙе менән күрергә, йыйырға һәм ҡулланырға күнектереү – уҡытыусыларҙың бурысы. Дәреслектәрҙә халыҡ ижадына ҙур ғына иғтибар бирелә. Уларҙа халыҡ йырҙары һәм әкиәттәре, көләмәстәр һәм тиҙәйткестәр, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр, йомаҡтар байтаҡ ҡына урын алып тора.

     Башланғыс кластарҙан уҡ башҡа әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу менән бер рәттән, әкиәт тыңларға, һөйләргә, йомаҡ ҡойорға,уҡығанды мәҡәл, әйтемдәр нигеҙендә дөйөмләштерергә өйрәтелә. Халыҡ ижадын үтеү, уға анализ яһау балаларҙа халыҡтың поэтик ижадын күҙәтеү даирәһен киңәйтә .

    Әкиәттәрҙе уҡыу балаларға халҡыбыҙҙың үткән тормошон, уларҙың уйҙарын, хыялын белергә ярҙам итә.

    Бала әкиәтте тасуири уҡый һәм тормошсан итеп һөйләр өсөн ундағы ваҡиғаларға, геройҙарҙың эшенә һәм ҡылыҡтарына баһа бирергә тейеш.

    Мәҡәл өҫтөндә эшләгәндә уның мәғәнәһен асыу һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр менән эш итеү бурысы ҡуйыла.Мәҫәлән, «Сысҡанға – үлем, бесәйгә – көлкө» кеүек мәҡәлдәрҙә «Ни өсөн сысҡанға – үлем?»,  «Ни өсөн бесәйгә – көлкө?» тигән һорауға яуап алыу аша төп фекер асыла.

Мәҡәлдәр өҫтөндә эшләгәндә, беренсенән, уларҙың мәғәнәһен аңлатыу аша баланың тормош тураһындағы аңын байытыу булһа, икенсенән, мәҡәлдәрҙе хәтерҙә ҡалдырыу аша халыҡ теленең яҡшы үрнәктәрен үҙләштереү маҡсат итеп ҡуйыла. Мәҫәлән, «Кешене хурлама, үҙеңде ҙурлама» (маҡтанма),  «Өс таған таймаҫ» (үҙ-ара ярҙам) һәм башҡалар.

    Мәҡәлдәр ниндәй темаға бәйләнешле өйрәнеүгә ҡарап, уларға таянып, телдән хикәйә төҙөү, яҙма инша үткәреү өсөн дә файҙаланырға була.

     Тел  дәрестәрендә мәҡәлдәрҙең башын биреп аҙағын дауам итеү, нөктәләр урынына тейешле һүҙҙәр ҡуйып яҙыу кеүек күнегеүҙәр эшләү бик отошло.

      Йомаҡ – боронғо традицион жанр. Унда үтә ябай нәмә лә образ дәрәжәһенә күтәрелеп күрһәтелә: «Өйөм башы ҡырсынташ» һ. б.

     Йомаҡтар өҫтөндә эш ике төрлө юл менән башҡарылырға мөмкин:

      а) йомаҡтың яуабын бала үҙе эҙләп таба. Был осраҡта йомаҡтың ниндәй өлкәнән икәне әйтелә;

       б) йомаҡтың яуабы бирелә, ә балаға уның ни өсөн һүрәтләнеүен асырға ҡала.Мәҫәлән, «Ағас түгел – япраҡлы, тун түгел – тегелгән, кеше түгел - һөйләй» тигән йомаҡ бирелгәс, яуабына тап килгән  нәмә һәр партала бар, тип әйтелә. Яуапты табыу өсөн уҡыусыға йомаҡтағы һәр метафораның мәғәнәһен асырға ҡушыла:

            Йомаҡта ниндәй япраҡтар тураһында һүҙ бара?

            Ни өсөн ул тегелгән?

            «Кеше түгел - һөйләй» һүҙҙәрен нисек аңларға?

    Йомаҡтар уҡыусыны образлы һөйләргә өйрәтә, күсмә мәғәнәлә ҡулланылған һүҙҙәрҙең мәғәнәһен табырға ярҙам итә.

    Йомаҡтар өҫтөндә эшләгәндә уҡыусыларҙың үҙҙәренән йомаҡ ҡойҙорорға кәрәк. Был эш баланы ижад итергә өйрәтә.

    Халыҡ ижадының күп өлгөләре хор менән һөйләтеү өсөн яйлы. Ә

хор менән әйтеү рус телле балаларҙың башҡорт өндәрен, һүҙҙәрен әйтеүҙәге  психологик ҡыйынлыҡты кәметә төшә, бала хаталаныуҙан ҡурҡмай, өндәрҙе һәм һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнә.

    Халыҡ ижадында йәш быуынды тәрбиәләү тәжрибәһе – халыҡ педагогикаһы тупланған. Әкиәттәрҙә һәм ҡобайырҙарҙа, мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә, йырҙарҙа һәм көләмәстәрҙә әхләҡ нормаларын сағылдырған.Миҫал өсөн ҡобайырҙан бер өҙөк:

                              Һигеҙ тигәс тә ни яман?

                             Һикһән йәшлек ҡарт әсәң,

                             Һуҡыр күҙен секерәйтеп,

                            Ҡатҡан билен бөкөрәйтеп,

                            Һыу ташыһа шул яман.     

     Был юлдарҙа халҡыбыҙҙың изге ғәҙәте – олоно ололау, уны ихтирам итеү, хәстәрлек күреү сағылыш тапҡан.Бындай өлгөләр ижадта меңдәрсә. Ошоларҙы бәләкәй йәштән, шул йолаларҙың тормошта ғәмәлгә ашыуын күреп үҫкән бала итәғәтле, кселекле, нескә күңелле була.

      Халыҡ ижады әҫәрҙәре изгелекте – яуызлыҡтан, батырлыҡты – ҡурҡаҡлыҡтан, дөрөҫтө ялғандан айырырға өйрәтә, балаларҙы намыҫлы, изгелекле, тоғро, батыр итеп тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.

      Халыҡ ижады – сәнғәт һәм әҙәбиәт үҫешендә иҫ киткес сығанаҡ булды һәм булып ҡала.                       

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә башҡорт халыҡ ижады."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Руководитель страховой организации

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады – бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазина. Уны күңел күҙе менән күрергә, йыйырға һәм ҡулланырға күнектереү – уҡытыусыларҙың бурысы. Дәреслектәрҙә халыҡ ижадына ҙур ғына иғтибар бирелә. Уларҙа халыҡ йырҙары һәм әкиәттәре, көләмәстәр һәм тиҙәйткестәр, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр, йомаҡтар байтаҡ ҡына урын алып тора.      Башланғыс кластарҙан уҡ башҡа әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу менән бер рәттән, әкиәт тыңларға, һөйләргә, йомаҡ ҡойорға,уҡығанды мәҡәл, әйтемдәр нигеҙендә дөйөмләштерергә өйрәтелә. Халыҡ ижадын үтеү, уға анализ яһау балаларҙа халыҡтың поэтик ижадын күҙәтеү даирәһен киңәйтә .

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 663 793 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 28.04.2014 3105
    • DOCX 14.9 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Букетова Филюза Ильдусовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Букетова Филюза Ильдусовна
    Букетова Филюза Ильдусовна
    • На сайте: 8 лет и 9 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 3572
    • Всего материалов: 2

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Секретарь-администратор

Секретарь-администратор (делопроизводитель)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Развитие элементарных математических представлений у детей дошкольного возраста

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 183 человека из 43 регионов
  • Этот курс уже прошли 1 061 человек

Курс повышения квалификации

Развитие функциональной грамотности у обучающихся средствами математики

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 208 человек из 53 регионов
  • Этот курс уже прошли 864 человека

Курс повышения квалификации

Методические и практические аспекты развития пространственного мышления школьников на уроках математики

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 45 человек из 27 регионов
  • Этот курс уже прошли 124 человека

Мини-курс

Литературные пути: от биографий к жанрам

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Развитие детей: сенсорика, самостоятельность и моторика

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 23 человека из 13 регионов
  • Этот курс уже прошли 13 человек

Мини-курс

Детское развитие: ключевые моменты взаимодействия с детьми и подростками

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 307 человек из 68 регионов
  • Этот курс уже прошли 169 человек