Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Начальные классы / Другие методич. материалы / Методическая разработка на тему "Һау бул,башланғыс мәктәп!"

Методическая разработка на тему "Һау бул,башланғыс мәктәп!"

  • Начальные классы

Поделитесь материалом с коллегами:

Һау бул,башланғыс мәктәп!

Байрам үткәреләсәк залға «Һау бул,башланғыс мәктәп!», «Беҙ инде ҙур үҫтек,бишенсегә үк күстек», тигән плакаттар,газета,фотостенд эленә. Зал матур итеп биҙәлә.

Башланғыс мәктәп,беренсе уҡытыусы менән һаубуллашыу кисәһенә ата-әсәләр саҡырыла.Уҡыусыларҙын китап-дәфтәрҙәренән,ижади эшләренән,хезмәт дәресендә яһаған әйберҙәренән күргәҙмә ойошторола.

Укытыусы:

-Ҡәҙерле уҡыусылар! Хөрмәтле атай-әсәйҙәр һәм ҡунаҡтар! Беҙ бөгөн һуңғы ҡыңғырау байрамына,башланғыс мәктәп менән һаубуллашырға йыйылдыҡ. Бөгөн беҙгә күнелле лә һәм бераҙ яманһыу ҙа. Күнелле,сөнки башланғыс мәктәпте уңышлы тамамлауҙы байрам итәбеҙ,яманһыу,сөнки уҡыусыларыбыҙ мәктәп менән хушлаша.Шулай ҙа,моңайырға ашыҡмайыҡ,ҙур көс һәм дәрт менән юғарыға,ҙур белемдәргә

омтолайыҡ.Ауырлыҡтарға,һынауҙарға баш эймәйенсә алға атлағыҙ,ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ!

Ә хэзер уҡыусыларыбыҙға һүҙ бирәйек.Улар әйтер һүҙҙәрен әйтерҙәр,теләктәрен еткерерләр.

1 уҡыусы: Дүрт көҙ.дүрт ҡыш,

Дүрт яҙ,дүрт йәй,

Етештегеҙ ҡасан үтәргә?

Мәктәп менән хушлашырға вакыт,

Йыйылдыҡ беҙ бөгөн байрамға.

2 уҡыусы: Бөгөнгөләй күҙ алдымда тора

Осар ҡоштай йөрөгән саҡтарым,

Сумка тотоп,белем алырға,тип,

Борма һуҡмаҡ буйлап атлауым.

3 уҡыусы: Дәфтәрҙәр,китаптар барлайһын,

Яңы көс,яңы дәрт йөрәктә.

Һин инде уҡырға бармайһың,

Ҡынғырау саҡыра мәктәпкә.

4 уҡыусы: Сәсәкләр тотоп ҡулға,

Беҙ сыҡтыҡ матур юлға.

Һәр кем белә әлбәттә,

Беҙ барабыҙ мәктәпкә!

5 уҡыусы: Беҙҙе ҡотлай атайҙар:

-Бик дәү үҫтегеҙ!,-тиҙәр.

Өйрәтәләр әсәйҙәр:

-Һәйбәт булығыҙ,тиҙәр.

Олатай,өләсәйҙәр:

-Хәйерле юл,хуш!,-тиҙәр.


М.Кәрим һүҙҙәре,А.Ҡобағышев музыкаһы «Уҡытыусыма» йыры башкарыла.



6 уҡыусы: Беҙ, кескенә балалар,

Башлап килгәс мәктәпкә,

Ҡәләм менән әлифбаны

Тотторҙолар бүләккә.

7 уҡыусы: Әлифба, әлифба,

Беренсе битеңде

Асҡан көн хәтерҙә
Ҙур байрам шикелле.

8 уҡыусы: Иң яҡын дуҫтарың

Булдыҡ беҙ гел һинең.

Һәр хәреф йылмайып

Әйтте үҙ исемен.

9 уҡыусы: Әлифба, һин алып керҙең

Беҙҙе белем иленә.
Тырышлыҡ та,ялҡаулыҡ та

Ошо илдә беленә.


«Әлифба» йыры башҡарыла.


Уҡытыусы:

-Әйе,балалар,иң яҡын дуҫығыҙ-әлифба.Белем иленең ишеген асыусы «алтын асҡыс» булды ул.Ул һеҙҙе уҡырға һәм яҙарға өйрәтте.Ә уҡырға,яҙарға белгәс, һеҙ белем баҫҡысынан еңел генә өҫкә атлай башланығыҙ.Төрлө фәндәр уҡып,күп нәмәләргә өйрәндегеҙ.Бына бөгөн ул фәндәр,һеҙҙең белемегеҙҙе иҫбатлар өсөн,һынап ҡарарға ,тип килгәндәр.

«Математика»: Өйрәттем мин иҫәпләргә,

Мәсьәлдәр ҙә шишәргә,

Төрлө башватҡыстар менән

Күңелде күтәрергә.

Бына бөгөн дэ һеҙгә башватҡыстар алып килдем,йәгеҙ әле,тыңлағыҙ!

Нисә тай? Аяҡтары ҡырҡ дурт.

Бар да саба уйнаҡлап.

Болар нисә тай булыр?

Йәгеҙ,йәһәт,уйлап тап!

Нисә сыпсыҡ? -Хәйерле көн,ун сыпсыҡ!,

Тигән икән бер ҡарсыҡ.

Тегеләр и көлгәндәр,

Сырыҡ-сырыҡ килгәндәр.

-Беҙҙе өҫкә тапҡырлап,

Ҡушһаң ғына үҙеңде,

Ун булабыҙ,-тигәндәр.

Нисәү булған һуң улар?

Ниндәй һан? Тапҡырлаһа юҡ итә

Йөҙҙө түгел,меңде лә.

Ниндәй һан был?Үҙенә

Булмай уның бер ни лә.

«Башҡорт теле»: Дөрөҫ яҙырға өйрәттем

«Атай», «әсәй» һуҙҙәрен.

Хәрефтәр сафҡа теҙелһә,

Маҡтаным мин үҙҙәрен.

(«Башҡорт» һүҙендәге хәрефтәр менән һүҙҙәр төҙөргә.)

«Рус теле»: А я русским буду другом.

Многому я вас учил.

А теперь все грамотеи,

Спорить с вами нету сил.

(Задание такое : слово «дверь» склонять по падежам.)

«Тәбиғәт белеме»:

-Гузәл тыуған яҡтарым,

Балдай таталы һыуҙарым,

Яландарым,тауҙарым,

Еләкле болондарым,

Сәскәле туғайҙарым,

Бәшмәкле урмандарым-

Барыһын да һөйөргә,

Һәммәһен дә һаҡларға

Өйрәттем мин,дуҫтарым!

Йомаҡтарҙың яуабын кем тиҙ генә әйтә алыр,йәгеҙ әле,тыңлағыҙ!

1.Ҙур балаҫ,төбөндә йоморо ҡалас .(күк һәм ай)

2.Ул булһа,көн була.Ул бумаһа,кем була?(кояш)

3.Булмаған ере һирәк,уҙе һәр ваҡыт кәрәк.(һыу)

4.Тауҙан тыуа,диңгеҙгә кыуа.(йылға)

5.Иҙел арҡылы алтын дуға ташланым.(йәйғор)

Тәнәфес: Ҡәҙерле уҡыусыларым! Мине лә онотмағыҙ! Йәгеҙ әле,тәнәфес ваҡытын да хәтерегеҙгә төшөрөп алығыҙ! (Концерт номерлары.)


Уҡытыусы:

-Әфәрин,балалар!Бөтә фәндәрҙе лә бик һәйбәт уҙләштергәнһегеҙ.Бурысығыҙҙы төгәл үтәгәнһегеҙ.Тимәк,дүрт йыл ваҡытығыҙ заяға уҙмаған.Ҡәҙерле уҡыусыларым! Башланғыс класларда алған белемдәрегеҙ алдағы йылдарҙа һеҙгә ныҡлы нигеҙ,гүзәл башланғыстар булып ҡалһын!

Укыусылар бөтәһе бергә:

-Рәхмәт һеҙгә,рәхмәт,

10 уҡыусы: ысын күңелдән,

Беҙҙе балағыҙҙай күргән өсөн!

Беҙҙең хистәр менән янып йәшәп,

Күңелдәргә шатлыҡ биргән өсөн!

11 уҡыусы: Иҫтә әле, ҡәләм тотҡан ҡулым

Бармай ине дәфтәр юлынан.

Өйрәттегеҙ беҙҙе яҙарға һеҙ

Тотоп башта нәни ҡулдарҙан.

12 уҡыусы: Әлифбаның хәрефтәре аша

Һуҡмаҡ һалдыҡ йәшәү серенә.

Әсәйемдәй иң ҡәҙерле кеше-

Уҡытыусым күңел түрендә.

13 уҡыусы: Ышанығыҙ,һеҙҙең иҫемегеҙгә

Бер тап төшмәҫ,бына күрерһегеҙ!

Ялғыш аҙым,әгәр,яһай ҡалһаҡ,

Кәңәш һорап һеҙгә килербеҙ.

14 уҡыусы: Донъя беҙҙе алға дәшә.

Ә һеҙ беҙгә гел йәнәшә.

Тәүге хәреф танытыусым,

Рәхмәт һиңә,уҡытыусым!

15 уҡыусы: Алығыҙ һеҙ бөгөн бүләк итеп

Сәсәктәрҙең ошо бәйләмен,

Ҡаршылағыҙ тағын бик күп йылдар

Бөгөнгөләй белем байрамын.


Уҡыусылар уҡытыусыларҙы сәсәктәр биреп ҡотлай.

Йыр башҡарыла «Иң гүзәл кеше икән һеҙ» Фәнис Яруллин һүҙҙәре,Әхмәт Хәйретдинов музыкаһы.

16 уҡыусы: Айырылышыр ваҡыт етте,

Һиҙелмәне дүрт йыл үткәне.

Хуш,мәктәбем,үҙ күрҙең,

Йәшәргә көс бирҙең,

Ҡанат ҡуйып беҙҙе үҫтерҙең.

17 уҡыусы: Тырыш булырбыҙ уҡыуҙа.

Тырышты һөйә белем.

Халҡыбыҙ шатланыр беҙгә,

Ҡыуаныр тыуған илем.

18 уҡыусы: Һүҙ бирәбеҙ уҡытыусым,

Уҡырбыҙ дүрткә,бишкә.

Ең һыҙғанып өйрәнербеҙ

Өйрәткән һәр бер эшкә.

19 уҡыусы: Ошо матур,яҡты мәктәптә

Дүрт йыл буйы белем алдыҡ беҙ.

Киләсәктә ҡунаҡ булып ҡына

Хәл белешеп килеп китәрбеҙ.


Йыр башҡарыла: Ришат Төхвәтуллин «Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары»

19 уҡыусы: Еҙ ҡыңғырау! Һинең моңло сыңың

Дүрт йыл буйы ихлас тынланыҡ.

Шалтырасы тағын бер генә,

Күңелдәрҙә мәңге ҡалырлыҡ!

Беренсе класс уҡыусылары араһынан бер ҡыҙ һәм бер малай ҡыңгырау шалтыратып әйләнәләр.

Ата-әсәләргә балаларҙы ҡотлау өсөн һүҙ бирелә.

Ҡотлаулар тамамланғас һаубуллашыу вальсы башҡарыла.

Алып килгән күстәнәстәр менән сәй эсеү ойошторола.

Үрге Тәтешле районы Яңғыҙ-Нарат урта ғомуми белем мәктәбе филиалы- Иҫке Һикеяҙ башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Ғәлләмова Гөлсәсәк Әмин ҡыҙының 2014 йылда башланғыс мәктәпте тамамлаусыларға бағышлап үткәргән кисәһенән сценарий «Һау бул,башланғыс мәктәп!».

Выберите курс повышения квалификации со скидкой 50%:

Автор
Дата добавления 15.10.2015
Раздел Начальные классы
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров360
Номер материала ДВ-066621
Получить свидетельство о публикации

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх