Инфоурок Другое Другие методич. материалыМетодическая разработка на тему "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә компьютер технологиялары ҡулланыу"

Методическая разработка на тему "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә компьютер технологиялары ҡулланыу"

Скачать материал

Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының

«3-сө гимназия» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

 

 

 

 

 

БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ КОМПЬЮТЕР ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫН ҠУЛЛАНЫУ

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 ЭШЛӘНЕ: «3-сө гимназия» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте

                                           уҡытыусыһы Кәримова Айгөл Ирек ҡыҙы

 

 

 

 

              XXI быуат уҡытыусыһы яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыр өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу методикаһында заманса технологиялар, инновацион алымдар ҡулланырға тейеш.

         Шуға күрә, башҡорт теле дәрестәрендә компьютер технологияларын ҡулланыу – актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Бындай технологияларҙың өҫтөнлөгө – күргәҙмәлелек, мәғлүмәттәрҙең график һүрәтләнеш, стереотауыш, анимация берлегендә бирелеүе. Технологияның принцибы – компьютерҙа, Интернет селтәрендә айырым бер программа менән эшләү генә түгел, ә мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереү өсөн бер нисә программа ҡулланыу. Уларға яңы формалары һәм методтары ла, уҡытыу процесына яңыса ҡараш та инә.

          Башҡорт теле дәрестәрендә электрон ресурстарҙы ҡулланыу түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота:

-        уҡыу сифатын күтәреү;

-        уҡыусыларҙы үҙ аллы эшләргә өйрәтеү;

-        башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

         Уҡытыусы алдында ошондай бурыстар тора:

- яңы электрон ресурстарҙы үҙләштереү;

- уҡыусылар менән электрон белем биреүҙең мөмкинлектәрен файҙаланыу;

- белем биреү процесын мауыҡтырғыс итеп үткәреү.

        Дәрестәрҙә үҙем өсөн  ошондай компьютер  технологияларын ҡулланыу мөмкинлектәрен билдәләнем:

А) компьютерҙың уҡытыусының һәм уҡыусының дәрескә әҙерләнгәндә ҡулланылыуы;

Б) дәрестә яңы тема үткәндә  презентациялар күрһәтеү; лексиканы өйрәнеү (компьютер һүҙлектәр файҙаланыу), дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә эш (электрон дәреслектәрҙе, тауыш яҙыу программаларын файҙаланыу); орфографик күнегеүҙәр (орфографик һүҙлекте һәм компьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланыу);  грамматик күренештәрҙе үҙләштереү (тестар ярҙамында); эҙләнеү процесында яңы мәғлүмәттәр алыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, һөйләмдәр һәм текстар төҙөү, редакторлау) һ.б. ҡулланыу.

       Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә   компьютерҙы ҡулланыу түбәндәге эш төрҙәрен үҙ эсенә ала: яңы материал аңлатҡанда, компьютер ярҙамында күп мәғлүмәт бирергә, төрлө фото, портреттар, картиналар, һүрәттәр, күргәҙмә әсбаптар, (яҙыусылар, шағирҙар, тураһында фоторәсемдәр, видиофильмдар, видеороликтар күрһәтеү, әҙиптәр үҙе уҡыған шиғырҙарҙы тыңлатыу, биографияларына ҡағылышлы видеоматериалдарҙы күрһәтеү, тасуири уҡыу күнекмәләре булдырыу, әҙәби әҫәр мотивтары буйынса төшөрөлгән спектакль- кинофильмдарҙан өҙөктәр күрһәтеү), уҡылған әҫәр буйынса  ижади эштәр башҡарыу, компьютер презентациялары әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, ҙур класта йәнһүрәттәр, видеофильмдар төшөрөргә, уйындар  эшләргә мөмкин.

        Дәреслек уҡыусыларҙың индивидуаль эшенә нигеҙләнеп төҙөлгән, һәр бала үҙаллы эшләй, үҙенең мөмкинселектәренән сығып, уңайлы тексты һайлай. Электрон дәреслеккә төп информация, контроль һорауҙар һәм үҙ-үҙеңде тикшереү өсөн яуаптар һалынған. Дәреслек менән эшләгәндә һәр уҡыусы, шул иҫәптән насарыраҡ өлгәшкәне лә, үҙаллылыҡ һәм әүҙемлек күрһәтә ала. Башҡорт телен өйрәнеүсе балаларға электрон дәреслек ҙур ярҙам күрһәтә, ҡыҙыҡһыныу уята. Сөнки сағыу күргәҙмә материалдар, ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр уҡыусылар күңеленә ятышлы.

           Мәҫәлән, беҙ 1-се, 2-се кластар менән дәрес башында артикуляцион күнегеү алдынан башҡорт алфавитын иҫкә төшөрөр өсөн “Башҡорт алфавиты» видеояҙмаһын тыңлап алабыҙ. Ҡара алдынан уҡыусылар алдына ошондай бурыстар ҡуйыла:

1.       рус теленән  башҡортсаға тәржемә ителмәгән һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырырға;

2.       башҡорт хәрефтәренә башланған һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырырға;

3.       кем күберәк һүҙҙәр иҫтә ҡалдыра.

           Бындай эш төрө  уҡыусыларҙың уйлау һәләтен, һүҙлек байлығын үҫтерә.

          Шунан Хисамитдинова Фирҙәүес Ғилметдиновна авторлығындағы    «Башҡорт теле” электрон дәреслегендәге аудияҙманы тыңлайбыҙ. Бында башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен тыңлап, хор менән ҡабатлайбыҙ.

              Башланғыс кластарҙа «Балҡортостан иле”, «Әлифба” электрон дәреслектәре ҡулланыуҙа  бик уңайлы, ҡыҙыҡлы һәм уңышлы.

            7-8 – се кластарҙа мин ошо кластарға тәғәйенләнгән электрон дәреслектәрҙе ҡулланам. Мәҫәлән,

           Электрон дәреслектәрҙән тыш, интернет ресурстарҙы ла файҙаланабыҙ. Дәрестә темаларға тура килтереп “Башҡорт телен өйрәнәм” телетапшырыуын ҡарыйбыҙ, онлайн гәзиттәр, журналдар уҡыйбыҙ. Уҡыусылар онлайн һүҙлектәр менән дә бик әүҙем эшләй. Был һүҙлектәр өй эшен эшләгәндә лә уларға оло ярҙам булып тора.

В) шулай уҡ компьютер технологияларын үткән материалды ҡабатлағанда һәм нығытҡанда ла ҡулланып була:

- электрон дәреслектәр менә эш;

- электрон тестар эшләү;

- уҡыусыларҙың үтелгән темалар буйынса  презентациялар эшләүе,             сығыштар яһауы, интернет селтәренән тапҡан мәғлүмәттәр буйынса рефераттар яҙыуы.

Г) белемде баһалағанда;

Д) ял минуттарында

- аудио һәм видеояҙмаларҙан йырҙар тыңлау, йырлау;

- һүрәттәрҙә ҡулланылған төрлө анимациялар буйынса хәрәкәттәр эшләү дәрестә йылы атмосфера тыуҙыра.

Е) төрлө конкурстарға, олимпиадаларға әҙерләнгәндә лә компьютер технологияларын файҙаланырға мөмкин һ.б.

- интернет селтәренән өҫтәлмә материалдар табыу, “Башҡорт теле грамматикаһы һәм фонетикаһы”, “Башҡорт теле”, “Башҡорт телен үҙ алдыңа өйрәнеү» электрон дәреслектәре менән эшләү, электрон тестар сисеү.

        Һәләтле уҡыусылар менән беҙ «ИнтеллектУм”  дистанцион саралар үҙәгендә Бөтә Рәсәй олимпиадаларында лә әүҙем ҡатнашабыҙ. Был да үҙ сиратында башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята, белемдәрҙе нығыта.

          Үҙемдең фекеремде йомғаҡлап  В.А. Сухомлинскийҙың һүҙҙәрен иҫкә төшөрәһем килә: “Дәрес – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”, - тигән. Шул осҡондо тоҡандырыу, балала телде ҡыҙыҡһыныу, теләк менән өйрәнһен өсөн уҡытыусыға һәр дәресендә ғәжәпләнеү, һоҡланыу тойғолары уятырлыҡ заманса технологиялар, уҡытыу методтары ҡулланыу талап ителә.

          Дәрестә компьютер технологияһын ҡулланыу эмоцияға ла йоғонто яһай,  мәғлүмәтте тулыраҡ һәм нығыраҡ үҙләштерергә мөмкинселек бирә. Балаларҙың күрмә хәтерен нығытыуҙа ла был иң уңышлы сараларҙың береһе һанала.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Методическая разработка на тему "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә компьютер технологиялары ҡулланыу""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Редактор

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 663 528 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 25.11.2016 1165
    • DOCX 18.3 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Каримова Айгуль Ирековна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Каримова Айгуль Ирековна
    Каримова Айгуль Ирековна
    • На сайте: 8 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 7202
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Современные информационные технологии и информационная безопасность

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Эффективное управление электронным архивом

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Судебные процессы и их особенности

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 37 человек из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 13 человек