Инфоурок Другое КонспектыМетодическая разработка урока по башкирскому языку " Рәми Ғарипов.Урал йөрәге"

Методическая разработка урока по башкирскому языку " Рәми Ғарипов.Урал йөрәге"

Скачать материал

. Башҡортостан  Республикаһы

Октябрьский ҡала округының

«2- се гимназияһы»

муниципаль  бюджет дөйөм белем  биреү учреждениеһы

 

 

 

 

Рәми  Ғарипов  «Урал  йөрәге».

Яңғыҙлыҡ  һәм  уртаҡлыҡ  исемдәр.

(7- се класс)

 

 

 

 

                                                   Уҡытыусы:  Фәйрузова  Светлана   Сәғит  

                                                                            ҡыҙы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

              Маҡсат: Рәми  Ғариповтың  «Урал  йөрәге»   хикәйәтенән өҙөк менән таныштырыу, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү, Башҡортостанға, Тыуған яҡҡа һоҡланыу уятыу.

Йыһаҙлау:  Интерактив таҡта, дәреслек

Дәрес барышы:

Ойоштороу моменты

Инеш  һүҙ:

          Һаумыһығыҙ,  уҡыусылар.  Беҙ бөгөн һеҙҙең менән Рәми Ғариповтың «Урал йөрәге» хикәйәтенән  өҙөк менән танышырбыҙ,  яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе ҡабатлап, Тыуған ерҙең нисек яҡын һәм ҡәҙерле булыуы тураһында һөйләшербеҙ.

Фонетик күнегеү:

   а) Ә хәҙер ошо шиғырҙы уҡып башҡорт теле өндәренә тел күнекмәләре яһап алайыҡ:

Үҙ еремдә- үҙ йортобоҙ,

Мине  һөйгән әсәм – атам.

Баҡса, мәктәп, уҡытыусым,

Башҡортостан- һөйгән Ватан.

Балалар, ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәр ниндәй  һүҙ төркөмөнә ҡарай?

(Исем)

Исем нимәне белдереп килә, һәм уның ниндәй грамматик категориялары бар?

(Исем предметты, затты белдерә)

(Килеш, тартым, зат, һан менән төрләнә)

(Һөйләмдә эйә булып килә)

Исем ике төргә бүленә: яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

Шиғырҙа бирелгән баҡса, мәктәп, уҡытыусым һүҙҙәре уртаҡлыҡ исемдәр, ә Ватан һүҙе яңғыҙлыҡ исем.

Яңғыҙлыҡ исемдәргә нимәләр инә?

(Географик атамалар)

(Газета – журнал исемдәре)

(Кеше исемдәре)

(Ҡушаматтар )

(Яңғыҙлыҡ исемдәр баш хәреф менән яҙыла)

-Эйе, уҡыусылыр дөрөҫ яуап бирҙегеҙ. Дәрестә тағы ла тулыраҡ итеп ҡабатлап китербеҙ.

     б)   - Донъла төрлө илдәр бар.Бер ил  үҙенең тауҙары,икенсеһе далалары, өсөнсөһө һыуҙары, дүртенсеһе урмандары менән дан тота. Ә Башҡортостан шуларҙың бөтәһе менән дә   данлыҡлы. Унда бейек ҡаялар, ҡуйы урмандар, таштан – ташҡа һикереп аҡҡан  һалҡын шишмәләр бик күп. Башҡортостанды  данлап  күпме йырҙар, шығырҙар ижад ителгән.  Башҡортостанда  тыуып үҫкән, ижад иткән шағирҙарҙы ла Тыуған ил темаһы битараф ҡалдырмаған.  Беҙҙә һеҙҙең менән уларҙың ижады, әҫәрҙәре менән танышып барабыҙ.    Уҡыусылар һеҙ ниндәй шағирҙарҙы беләһегеҙ?

(Мостай Кәрим,Баязит Бикбай, Зәйнәб Биишева,Кәтибә Кинйәбулатова)

Ә үткән дәрестә беҙ кемдең тормошо менән таныштыҡ.

Башҡортостандың  халыҡ шағиры Рәми Ғарипов менән.

      в) Беҙҙең ошо дәрескә викторина  һорауҙары әҙерләп килергә ҡушылғайны. Беҙгә уны Айгөл  әҙерләгән. Хәҙер ул  һеҙҙең белемдәрегеҙҙе тикшерер.

Викторина һорауҙары:

1.Рәми Ғарипов ҡасан һәм ҡайҙа тыуған?(1932 –се йылда Башҡортостандың Салауат  районы Арҡауыл ауылында).

2.Ул   ҡайҙарҙа уҡыған?(  ауылда ете  йыллыҡ мәктәптә,Өфө ҡалаһы 9- сы мәктәп, Мәскәү әҙәбиәт  институты)

3.Әҙәбиәткә  һөйөү  тәрбиәләгән  уҡытыусы?( Мәрйәм Ғималова)

4.Тәүге  китабы?( Йүрүҙән)

5.Ул ниндәй газета – журналдарҙа  эшләй?(Совет Башҡортостаны,Ағиҙел,Башҡортостан ҡыҙы)

6.Үҙе иҫән саҡта нисә китабы сыға?(7)

7.Ниндәй әҫәр өсөн Салауат Юлаев премияһына лайыҡ була?(Табыныу поэмаһы)

8. Уның музейҙары ҡайҙа бар?(Өфө, Арҡауыл).

9.Уға ҡасан Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелә?(1992- се йылда)

10.Ғаиләлә нисә бала булалар(4  бала).

11.Ата – әсәһенең исемдәре( Гөлмәрйәм, Йә ғәфәр).

12.Өфөлә  ниндәй мәктәп уның исемен йөрөтә?( Өфө ҡалаһындағы башҡорт гимназияһы).

13.Ул ҡайҙа күмелгән?( Өфө ҡалаһында) .

   Яҡшы, уҡыусылар. Рәми Ғарипо в тураһында беләһегеҙ икән.  Ә һеҙ уның  ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ?

(«Туған тел»,  «Йүрүҙән»)

Төп  өлөш:

Ә беҙ хәҙер  һеҙҙең менән Рәми Ғариповтың  «Урал йөрәге хикәйәтенән өҙөк уҡыйбыҙ.

Иң  элек  ошо  яңы һүҙҙәр менән танышабыҙ. Бирелгән  һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡырға өйрәтеү.

а)Һүҙлек эш:

  Урал  күкрәге-  на груди Урала

Тамыр- корни

Күкһелләнә- синеватый

Бәхет таңы- рассвет счастья

Ватан -  Отечество

Изге төйәгем- родной кров

Хаҡ яҙмыш- праведная судьба

б)Хәҙер  уҡыусылар ошо һүҙҙәр менән һүҙтеҙмәләр төҙөйбөҙ

Кеше тамыры, беҙҙең Ватан, бәхет таңы ата, Башҡортостан изге төйәгем,кешенең хаҡ яҙмышы.

в) Хәҙер бер нисәһе менән һөйләмдәр төҙөйөк.

       Башҡортостанда Урал  тауҙары бар. Һәр кем үҙенең изге төйәге менән  ғорурлана.  Әсәй мине маҡтағас, бәхет таңы атҡан кеүек булды. Алыҫта йылға күкһелләнә.  Уҡытыусы  дәрестә һүҙҙең  тамырын табарға ҡушты. Минең тамырым тыуған еремдә.

г)Хәҙер Рәми Ғариповтың «Урал  йөрәге » шиғырын уҡыйбыҙ.  Мин уҡыйым , ә һеҙгә уҡыусылыр ошондай һорауҙар ҡуям.

-Шиғырҙа нимә тураһында  һүҙ  бара?

а)Уҡытыусы шиғырҙы уҡый.

б)Ҡайтауаҙ  уҡыу.

в)Бер нисә уҡыусынан уҡытыу.

- Бында ниндәй тема күтәрелгән?

Тыуған яҡ менән ғорурланыу.

- Ни өсөн Башҡортостан  Уралдың йөрәге кеүек күҙ алдына баҫтырыла?

(Сөнки Башҡортостан  ошо тауҙың уртаһында урынлашҡан.)

- Ә ни өсөн Ағиҙел йылғаһы уның тамыры?

(Урал тауҙары буйҙарынан Ағиҙел йылғаһы бормаланып- бормаланып аға)

-  Автор  был  шиғыры менән нимә әйтергә теләй.?

(Һәр  кеше  өсөн  тыуған  яғы  ҡәҙерле . Кешенең яҙмышы тыуған ил менән бәйләнгән. Ул  унда үҙенең маҡсатына ирешкән)

- Хәҙер уҡыусылар  яңғыҙлыҡ һә уртаҡлыҡ исемдәрҙе лә ҡабатлап китәйек.

    - Шиғырҙа  ниндәй яңғыҙлыҡ исемдәр  бар.

(Урал, Башҡортостан,Ағиҙел, Ватан)

Беренсе рәт уҡыусылар ошо һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, икенсе рәт һөйләмдәр төҙөй.

Ғорур Урал, гүзәл  Башҡортостан, данлыҡлы Ағиҙел йылғаһы, изге Ватан.   

    Башҡортостан  Урал  тауҙары  менән  дан тота. Башҡортос-

- танда  Ағиҙел  йылғаһы аға. 

Ә хәҙер   ике яңғыҙлыҡ, ике уртаҡлыҡ исемгә морфологик анализ яһайбыҙ

 Ике уҡыусыны таҡтала эшләтеү.

     Ватан – башланғыс формаһы Ватан,  нимә?, яңғыҙлыҡ исем, төп килештә,  эйәлек заты  менән төрләнмәгән, һөйләмдә  эйә булып килә.

    Яҙмышым – башланғыс формаһы яҙмыш, нимә?  һорауына яуап була, уртаҡлыҡ исем, төп килеш, берлек һан,  эйәлек заты  менән төрләнгән,һөйләмдә эйә булып килә.

   Йөрәктең – башланғыс формаһы йөрәк,  нимә? һорауына яуап була, уртаҡлыҡ исем,эйәлек килешендә, берлек һанда,  эйәлек заты менән төрләнмәгән,һөйләмдә  аныҡлаусы булып килә.

    Ағиҙелкәйем-     башланғыс формаһы- Ағиҙел, нимә һорауына яуап бирә,яңғыҙлыҡ исем, төп килештә, беренсе затта,  эйәлек заты менән төрләнгән, һөйләмдә  эйә булып килә.

Исем төрҙәренә тағы бер күҙ һалығыҙ әле. Уларҙың ниндәй айырмалы яҡтары бар?

Яңғыҙлыҡ исемдәр  күплек һанда килмәй.

Тимәк,  ошо исемдәрҙе тикшергәндә күренеүенсә яңғыҙлыҡ исемдәр һан менән төрләнмәй.

   -   Рәми Ғарипов үҙ шиғырында Башҡортостанды нимә менән сағыштырған?

(Урал   йөрәге менән)

- Шағирҙың яҙмышы ҡайҙа?

(Тыуған илендә)

(Шағирҙың бәхет таңы ла,  тыуған илендә ата)

-Ә беҙҙең тыуған ил ниндәй ул?  

 Бер нисә уҡыусы Башҡортостан тураһында сығыш әҙерләргә тейеш ине. Хәҙер уларҙы тыңлап китәбеҙ.

     1-  се уҡыусы: Башҡортостандың тәбиғәте бик матур. Унда ҡуйы урмандар, мул һыулы йылғалар аға. Ағиҙел, Ҡариҙел ,Дим, Инйәр йылғалары- тыуған ерем биҙәктәре.  Асылыкүл, Ҡандра күл,Яҡтыкүл, Өргөн күлдәренә кешеләр ял итәргә йөрөй.

      Мин республикам менән ғорурланам.

  2- се уҡыусы:  Башҡортостан  файҙалы  ҡаҙылмаларға ла бик бай. Унда  алтын, көмөш,алмас, тимер, йәшмә, нефть һәм башҡалар инә.  Яйыҡ хәҙерге Урал йылғаһы буйында алтын табыла. Ә нефть эшкәртеү буйынса илебеҙҙә Башҡортостан беренсе урында тора.

3 – се  уҡыусы:Ә мин Янғантау тураһында һөйләп үтәм.

     Янғантау – ул  уникаль тау. Ул Салауат районында,Йүрүҙән йылғаһы буйында урынлашҡан.  Был  тау йылыһы менән кешеләрҙе дауалай. Унда ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ ҡайнар пар сыға. Ул пар кеше организмы өсөн бик файҙалы. Бында шифахана ла бар. Ул  Янғантау шифаханаһы.

Уҡыусылар, әйтегеҙ әле  иптәштәрегеҙ үҙ сығыштарында ниндәй яңғыҙлыҡ  исемдәр ҡулланғандар?

Балалар яңғыҙлыҡ исемдәрҙе атай.

Башҡортостан тураһында  видеоклип күрһәтеү.

Уҡыусылар  Башҡортостаныбыҙ ошолай матур булһын өсөн нимә эшләргә кәрәк?

-Ағастар ултыртырға.

- Урманда йәки парктарҙа йөрөгәндә сүп – сар ташламаҫҡа.

- Йылға – күлдәрҙе быҫратмаҫҡа.

Ҡош ояларын туҙҙырмаҫҡа, сөнки тәбиғәтте һаҡлауҙа уларҙың да файҙаһы күп.

   д) Борон замандарҙан уҡ кешеләр тыуған илдең ҡәҙерле икәнен белгәндәр. Шуға  күрә ул   халыҡ ижады әҫәрҙәрендә лә ҙур урын алып тора. Халыҡ электән үк тыуған ерен һаҡлап башын һалған егеттәр тураһында әкиәттәр сығарған, мәҡәлдәр ижад иткән. Һеҙ  тыуған ил тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

Ватанһыҙ  кеше – урманһыҙ һандуғас.

Тыуған илем -алтын бишек.

Алтын – көмөш сыҡҡан ерҙән тыуған – үҫкән ил  артыҡ.

 Мәҡәлдәрҙә ниндәй исемдәр ҡулланылған?

Уҡыусыларҙан  исемдәрҙе  күплек һанда  әйттереү.

Мәҡәлдәрҙе  уҡыусылар аңлатып үтә.

 -  Кеше  сит яҡтарға китһә лә ул тыуған яҡтарын  һағынып ҡайта. Сит илгә ялға барып ҡайтыу ғына күңелле.  Шуға күрә халыҡ « Алтын – көмөш сыҡҡан ерҙән тыуған- үҫкән ил артыҡ» тип әйтә торған булған.

-«Ватанһыҙ кеше – урманһыҙ  һандуғас» тип әйткәндәр. Был  мәҡәл дә дөрөҫлөккә   тура  килә.  Сөнки  Тыуған илең булмаһа һинең өйөң дә, милләтең дә, туған телең  дә юҡ. Ҡартайғас булһа ла кеше ошо ҡиммәттәрҙе аңлай башлай.

-Тыуған яғым  мине  ҡәҙерләй ҙә, көйләй ҙә, ҡуйынында ла тирбәтә.

Уның тәбиғәте лә матур, кешеләре лә яғымлы. «Тыуған яғым – алтын бишек» тип халҡым юҡҡа ғына әйтмәгән.  

- Ә тыуған ил нимә ул? Һеҙ уны нисек аңлайһығыҙ?

Тыуған ил  ул  минең   атай – әсәйем, торған өйөм, уҡыған мәктәбем, минең  дуҫтарым,минең тыуған ҡалам.

Уҡыусылар кешенең оло  һәм кесе  Ватаны була.  Беҙҙең оло   Ватаныбыҙ  -ул  Башҡортостан.  Ә кесе  Ватаныбыҙ ул нимә?

Октябрьский ҡалаһы.

Һеҙ был ҡала тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ?

-Октябрьский – нефтьселәр ҡалаһы.

-Октябрьский ҡалаһында ғына йәшәп тә белем алып була. Сөнки  бында  төрлө уҡыу йорттары бар.

-Был  ҡала  мине  дулҡынландыра, шатландыра, ниндәйҙер өмөт уята.  Мин уның урамдарында йөрөргә яратам.  Парктар, урамдар буйлап йөрөгәндә үҙемдә көс, еңеллелек тоям.

-Мин был ҡалала йәшәүемә шатмын. Мин иң яҡшы мәктәптә уҡыйым. Ә  был минең алдағы тормошомда бик ҙур роль уйнай. Сөнки ҡайҙа ғына  уҡырға керһәм дә, эшләһәмдә  мәктәптә алған белемем һәр ваҡыт ярҙам итәсәк.

- Яҡшы, уҡыусылар  үҙ йәшәгән ерегеҙ  менән  ғорурланыу  бик һәйбәт күренеш.  Тимәк  киләсәк ышаныслы ҡулдарҙа. Үҙ  тыуған ерен яратҡан патриоттар күп булһа беҙҙең ил  алға  барыр.

Дәресте  йомғаҡлау:

Уҡыусылар  бөгөнгө дәрестә нимәләр белдегеҙ?

Үҙегеҙ өсөн ниндәй йомғаҡ яһанығыҙ?

Баһалау:

Өй  эше:  Өҙөктө  ятлап килергә.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Методическая разработка урока по башкирскому языку " Рәми Ғарипов.Урал йөрәге""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Руководитель службы приёма заявок

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 848 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 06.11.2016 1436
    • DOCX 25.3 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Файрузова Светлана Минисагитовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 6846
    • Всего материалов: 9

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Менеджер по туризму

Менеджер по туризму

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 483 человека из 70 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Современные направления в архитектуре: архитектурные решения гениальных изобретателей

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Теория вероятности и комбинаторика в современной математике

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Современные методики базальной стимуляции и развивающего ухода для детей с тяжелыми множественными нарушениями развития

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе