Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Методическая разработка урока побашкирскому языку на тему:"Времена года. Имена прилагательные"

Методическая разработка урока побашкирскому языку на тему:"Времена года. Имена прилагательные"


  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:



Тема: Ф Мөхәмәтйәнов. Дүрт миҙгел.

Кеше сифаттары.

( Рус м9кт9бене4 4-се класында бирелг9н д9рес 5лг585,

М.Буран1олов исеменд9ге баш3орт лицейы у3ытыусы8ы !9зимуллина З9ри9 Салауат 3ы2ы т525н5)


Маҡсат: Уҡыусыларҙы Ф. Мөхәмәтйәновтың “Дүрт миҙгел” шиғыры менән таныштырыу.

Ижади фекерләү ҡеүәһен арттырыу; һөйләмдәр төҙөү нигеҙендә бәйләнешле телмәр үҫтереү; һүҙлек запасын байытыу.

Тыуған илгә, тәбиғәткә һөйөү, үҙеңдә ыңғай сифаттар тәрбиәләүгә ирешеү.

Йыһазландырыу: 4 миҙгел төшөрөлгән һүрәттәр, интерактив таҡта, компьютер, проекттар.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу мәле.

(телефондан һөйләшеп инәм.)

Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ.

Уҡыусылар, “Аҡбуҙат” журналы “Йылдың дүрт мөғжизәһе” тигән конкурс иғлан иткән. Миңә һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк.

  1. Дәрес маҡсаты менән танышыу.

Йыл миҙгелдәренә арнап статья-проекттар әҙерләйәсәкбеҙ.

  1. Артикуляцион күнегеү.

  2. Яңы тема өҫтөндә эш.

а) Ф. Мөхәмәтйәнов менән танышыу.

Был проекттарҙы башҡарып сығыу өсөн беҙгә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, шағир Файыҡ олатай Мөхәмәтйәнов ярҙамға килә. Ул 1921 йылдың март айында донъяға килә Быйыл уға 89 йәш тула. Балалар өсөн шиғырҙар яҙа ул.

б) Һүҙлек эше.

Алдан ошо һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен аңлатып китәйек.

Ярһыу – пылкий

Дыуамал – шальной

Йыуаш – смирный, кроткий

Йомарт – щедрый

Шифалы – целебный

Илаҡ - плакса

в) Шиғыр өҫтөндә эш.

- Уҡытыусының өлгөлө уҡыуы.


- Шиғырҙы рус теленә тәржемә итеү.

- Эстән уҡыу.

- Ҡысҡырып уҡыу.

- Шиғыр буйынса һорауҙарға яуап биреү.

- Өй эше. Шиғырҙы ятлап килергә.

5. ФИЗМИНУТКА.

Ел иҫә, иҫә, иҫә -

Ағастарҙы һелкетә.

Ел тыма, тыма, тыма –

Аҡастар үҫә,үҫә.

  1. Дәреслек буйынса таҡтала эш. 114 – се бит

ҠЫШ

ЯҘ

ЙӘЙ

КӨҘ

Ҡар яуа

Ҡоштар ҡайта

Ҡояш ҡыҙҙыра

Япраҡтар ҡойола

Ҡар бәрешәм

Тамсы тама

Һыу инәм

Картуф йыям

Саңғы шыуам

Кәмәләр ағыҙам

Сүп утайым

Еләк йыям

Ҡар көрәйем


Һыу һибәм


Битем туңа


Еләк йыям



  1. Үҙ аллы эш. 167 – се күнегеү.

( интерактив таҡтанан тикшереү).

  1. Йомғаҡлау.

Ә хәҙер миңә эштәрегеҙҙе күрһәтегеҙ инде. Статья – проекттар әҙерме? Сөнки журналды баҫтырырға бик аҙ ваҡыт ҡына ҡалды.

8. Эштәрҙе баһалау.



Автор
Дата добавления 02.11.2015
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров156
Номер материала ДВ-116849
Получить свидетельство о публикации

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх