Выдаём удостоверения и дипломы установленного образца

Получите 5% кэшбэк!

Запишитесь на один из 793 курсов и получите 5% кэшбэк стоимости курса на карту

Выбрать курс
Инфоурок Родная литература Другие методич. материалыМетодическая разработка урока. "Яҡшылыҡ"

Методическая разработка урока. "Яҡшылыҡ"

Скачать материал
библиотека
материалов

                               Класс сәғәте

                              7 класс

Тема. Яҡшылыҡ эшләргә ашыҡ.

Маҡсат. Шәхестә яҡшылыҡ, мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек сифаттары тәрбиәләү.

Йыһазлау. Сағыу ҡояш төшөрөлгән плакат; яҡшылыҡ тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр; китаптар күргәҙмәһе; мультимедиа проекторы, интерактив таҡта.

1.Ойоштороу.        Донъяла мәңге ҡалыр эш-

                              Ул да булһа яҡшылыҡ.

           Күккә осор – яҡшылыҡ.

          Һыуҙа ла батмаҫ – яҡшылыҡ.

           Телдән дә төшмәҫ яҡшылыҡ.

                       “Урал батыр” эпосынан.

2.Уҡытыусының кереш һүҙе. Балалар, бөгөн беҙ дәрестә яҡшылыҡ, изгелек эшләү, кешеләр араһында нисек яҡшы мөнәсәбәт булдырыу тураһында һөйләшәсәкбеҙ. ”Башҡалар һинең менән яҡшы мөнәсәбәттә булыуын теләһәң, үҙең дә улар менән яҡшы бәйләнештә бул”. Әгәр һеҙ ошо аҡыллы кәңәшкә ҡолаҡ һалһағыҙ, бер ваҡытта ла яңылышмаҫһығыҙ.

        Һорау. Һеҙ беренсе сиратта башҡаларҙан ни көтәһегеҙ? ( Иғтибар, йылылыҡ, яҡшылыҡ, хәстәрлек, аңлау, мөхәббәт.)

        Яҡшылыҡ эшләү ул батырлыҡ та, бурыс та түгел. Бер-береңә ярҙам ярҙам итеү, терәк таяныс, булыу – ул кешеләр араһында аралашыуҙың тәбиғи көндәлек нормаһы. Кешенең ашарға, эсергә, йоҡларға ихтыяжы булған кеүек, яҡшы эштәр ҡылыуға ла ихтыяжы булырға тейеш.

       3. Ә хәҙер хикәйәнән өҙөк тыңлағыҙ.

       “Сабир урамда уйнап йөрөгәндә газонда матур уйынсыҡ машина күреп ҡалды. Ошондай уйынсыҡ тураһында ул күптән хыяллана ине. Ул уны алырға уйланы. Шул ваҡыт яҡында ғына бер баланың илаған тауышы ишетелде. Сабир икеләнеп ҡалды. Уның ҡулында машина ине. Ниһайәт ул дөрөҫ ҡарарға килде…”

         Һорау. Балалар, ул ниндәй ҡарарға килгән? Ни өсөн ул башҡаса эшләй алмаған? Нимә һуң ул яҡшылыҡ?

4. “Яҡшылыҡ”  һүҙенә аңлатма биреү.   ( Моделен төҙөү).

Уҡытыусы. Балалар, хәҙер инде беҙ яҡшылыҡтың нимә икәнен беләбеҙ. Әйҙәгеҙ, уға ҡағылышлы әйтем, мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрәйек.

Яҡшы ата балаһы – яҡшы тундың яғаһы.

 

Яҡшыға эйәргән ялпайған, яманға эйәргән ҡартайған.

 

Яҡшылыҡҡа йылан да баш эйә. (Яҡшылап ҡына әйтһәң, кеше һөҙөмтәле эшләй башлай.)

 

Яҡшы хужа юҡты бар итер, яман хужа барҙы юҡ итер.

 

Яҡшы һүҙ – йән аҙығы, яман һүҙ – тән ҡаҙығы.

 

Яҡшылыҡ тора, яманлыҡ юғала.

 

Әҙәпле бул,  халыҡ һөйөр.

 

Әҙәмде әҙәм иткән – әҙәп.

5. “Ҡабырсаҡ” уйыны.

Һорау. Балалар, әгәр кеше үҙен генә ҡайғыртһа, үҙ файҙаһын ғына күҙәтһә, үҙен генә яратһа, кешеләр менән ниндәй мөнәсәбәттә була? (Ул бер үҙе генә була, дуҫтары, ауыр саҡта ҡайғыһын уртаҡлашыусы булмай.)

Һорау. Яҡшылыҡ ҡылған кеше ниндәй була? (Һөйкөмлө, матур, ундай кешегә кешеләр ылыға.)

 Һорау. Яҡшы булыр өсөн ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк? (Яҡшы эштәр эшләргә, кеше хәленә инә белергә, шәфҡәтле, мәрхәмәтле, ярҙамсыл булырға).

 Һорау. “Яҡшылыҡ” һүҙен ишетеү менән күҙ алдығыҙға нимәләр килеп баҫа? (Әсәй, күк, ҡояш…)

 Уҡытыусы. Әйҙәгеҙ  әле, “яҡшылыҡ”  һүҙенең моделен төҙөйөк. Нигеҙен  ҡояш итеп алайыҡ, сөнки ҡояш  - шатлыҡ, яҡтылыҡ, йылылыҡ билдәһе.

Интерактив таҡтала уҡыу.

Мәрхәмәтлелек                                                                         шәфҡәтлелек

 

 

 


Изгелек                                                                   Киң күңеллелек

 

 

 


Йылмайыу                             Яҡшы һүҙле булыу

  5.Төркөмләп эшләү.

  1-се төркөм. Яҡшылыҡ эшлә.

         “Витяға көсөк бүләк иттеләр. Көсөк ҡап-ҡара күҙле ине. Ул бүлмә буйлап йүгерә лә шатланып шаяра, ҡыҙыҡ итеп сыйылдарға тотона.

-   Ниндәй тәртипһеҙ,- тип уйланы Витя, сөнки көсөк ултырғыстың бер аяғын кимерә  ине. Витя көсөктө тәрбиәләргә булды. Ул уға төрлө командалар бирҙе, өйрәтте, ә тыңламаһа, бау менән туҡманы. Ваҡыт үтте, көсөк ҙур һәм уҫал булып үҫте…”

         Һорауҙар. Балалар, ни өсөн эт уҫал булып үҫкән? Витяның эшләгән ҡылығын нисек баһаларға? Этте нисек тәрбиәләргә кәрәк ине?

 2-се төркөм. Ярзамсыл бул.

 Һорау. Ярҙамсыл кеше ниндәй була?

 Яуап. Ярҙамсыл кеше ауыр ваҡытта һәр ваҡыт кешенең хәленә инергә әҙер тора. Халыҡта “Яҡшылыҡ эшләү кешенең үҙен маҡтай” тигән мәҡәл бар.Яҡшылыҡ эшләгәндән һуң бер ваҡытта ла рәхмәт көтөп тормағыҙ. Әгәр ҙә һеҙ ярҙамсыл булһағыҙ, дуҫтарығыҙ ҙа күп булыр. Ошо оло рәхмәт түгелме ни?

3-сө төркөм. Шәфҡәтле, мәрхәмәтле бул.

Һорауҙар. Ниндәй кешене шәфҡәтле, мәрхәмәтле, игелекле тиҙәр? Беҙ кемдәргә ҡарата итәғәтле булырға тейешбеҙ? (Кешеләргә, тәбиғәткә, хайуандарға)

Уҡытыусы. Һалҡын иртәлә турғай һәм ҡарабаш турғайҙар тәҙрә төбөнә һипкән икмәк валсыҡтарын нисек ҡәнәғәтләнеп сүпләйҙәр? Йәш япраҡтар, сәскәле туғайҙа бешкән ер еләге менән беҙ нисек  һоҡланабыҙ? Беҙҙең арала ярҙамға мохтаж ҡарт һәм ауырыу кешеләр күпме? Ваҡыт үтеү менән беҙ ҙә улар йәшенә етәсәкбеҙ.

Һорау. Беҙ оло йәштәге кешеләргә ҡарата ниндәй эштәр башҡара алабыҙ?

(Балаларҙың яуаптары тыңлана.)

 4-се төркөм. Ғәфү итә бел йәки миһырбанлы бул.

            Беренсе булып кешене үҙегеҙ ғәфү итә белегеҙ.(миҫалдар килтерергә)

5-се төркөм. Яҡшы һүҙ.

         Тикшеренеүселәр ике төркөм  сысҡанды бер төрлө йәшәү шарттарына урынлаштырғандар. Ләкин тик бер генә айырма булған: бәрәүҙәрен көн һайын һыйлағандар, иркәләгәндәр, ә икенселәрен – юҡ. Һөҙөмтәлә, иркәләнгән сысҡандар ҙурыраҡ, нығыраҡ, хатта ауырыуҙарға бирешмәүсән булып үҫкәндәр.

         Был осраҡта ниндәй мәҡәл тура килә?

 “Яҡшылыҡҡа йылан да баш эйә”, -тип халыҡ тиккә генә әйтмәгән.

        Бәғзе ата-әсәләр балаларының шаярыуына, боларыуына күнә алмай, һуҡҡылып та ала. Баланы туҡмау файҙаға түгел. Киреһенсә, уға ипле генә өндәшеп, туҡтатып була.

Был  осраҡта ниндәй мәҡәл әйтер инегеҙ?

 “Яҡшы һүҙ  - йән аҙығы, яман һүҙ  - тән ҡаҙығы”, тип белмәй әйтмәгән боронғолар.

          Йылмайыу.

        Яғымлы булығыҙ, йышыраҡ йылмайығыҙ! Шул саҡта барлыҡ уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашыр, һеҙгә, эргәләге кешеләргә күңелле булыр, дуҫтарығыҙ күп булыр.

 6. Уҡытыусы яттан шиғыр һөйләй.

             Дуҫ-туғандар, һеҙгә әйтәм,

             Ҡылмағыҙ һеҙ яуызлыҡ.

             Ҡылығыҙ һәр саҡ яҡшылыҡ,

             Кешеләр һоҡланырлыҡ,

             Барыһы таң ҡалырлыҡ.

            Ҡара төндө яҡтыртырлыҡ

             Нур һибегеҙ һеҙ ергә.

             Эшләгән эшегеҙ менән

             Дан ҡаҙанығыҙ илдә,

              Эҙ ҡалдырығыҙ ерҙә.

 7. Йомғаҡлау.

8.Өйгә эш. Яҡшылыҡ, яуызлыҡ тигән темаларға инша яҙырға.

  • Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.
    Пожаловаться на материал
Курс повышения квалификации
Курс повышения квалификации
Курс профессиональной переподготовки
Учитель русского языка и литературы
Скачать материал
Найдите материал к любому уроку,
указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:
также Вы можете выбрать тип материала:
Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Курс повышения квалификации «Методика написания учебной и научно-исследовательской работы в школе (доклад, реферат, эссе, статья) в процессе реализации метапредметных задач ФГОС ОО»
Курс профессиональной переподготовки «Клиническая психология: теория и методика преподавания в образовательной организации»
Курс повышения квалификации «Специфика преподавания конституционного права с учетом реализации ФГОС»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности экономиста-аналитика производственно-хозяйственной деятельности организации»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности по подбору и оценке персонала (рекрутинг)»
Курс повышения квалификации «Правовое регулирование рекламной и PR-деятельности»
Курс повышения квалификации «Психодинамический подход в консультировании»
Курс повышения квалификации «Методы и инструменты современного моделирования»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности помощника-референта руководителя со знанием иностранных языков»
Курс профессиональной переподготовки «Разработка эффективной стратегии развития современного ВУЗа»
Курс повышения квалификации «Актуальные вопросы банковской деятельности»
Курс профессиональной переподготовки «Уголовно-правовые дисциплины: теория и методика преподавания в образовательной организации»
Курс профессиональной переподготовки «Организация и управление процессом по предоставлению услуг по кредитному брокериджу»
Курс профессиональной переподготовки «Стандартизация и метрология»

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.