Яңы йыл байрамы (сценарий)
Ҡатнашалар;
Бүре,
Айыу, Төлкө,
Ҡуян,
Ат,
Ҡыш
бабай, Ҡарһылыу.
(
Балалар теҙелеп
ултыралар. Музыка уйнай. Ҡуян бүренән ҡасып йүгереп килеп инә. Ҡалтырай.
Шыршы тирәләй
йөрөп сыға).
Ҡуян:
Шыршы
янында һәр
йыл да
Балалар күңел аса,
Ә мин нисек йылынайым?
Ишеү бүренән ҡасам.
Өшөнөм (ҡалтырай)
Алып
барыусы;
-
Кемдең тауышы ишетелә? Әллә беҙгә байрамға шеш ҡолаҡ
килде инде? Балалар
ҡуян
өшөгән,
әйҙәгеҙ
йырлап бейеп алайыҡ, йылынып китер ҡуянҡай.
(
"Ап-аҡ ҡуян урманда" йыр)
Ҡуян;
Урманды биҙәп
торған иң матур шыршы ошо. Байрам ошонда булалыр моғайын.
Алып
барыусы;
Ниндәй
матур беҙҙең
шыршы
Йым-йым килеп яна ул.
Башлайбыҙ шыршы байрамын,
Ҡотло булһын яңы йыл!
(Шыршы
тирәләй
"шыршы" йыры)
1-се
бала;
Беҙ
бөгөн
шыршы янында
Әйлән-бәйлән уйнарбыҙ
Ҡыш бабайҙы ҡаршыларбыҙ
Яңы йырҙар йырларбыҙ.
2-се
бала;
Ынйы-ынйы ҡарҙар яуа,
Шундай матур көн бөгөн!
Ҡулға тотоп алғы килә
Ҡарҙың һәр бер
бөртөгөн!
3-се
бала; Бөгөн
елка-маскарад
Костюм, маска күп харап.
Төрлө-төрлө кейемдәр
Төлкө, ҡуян, тейендәр.
(Бүре килеп инә. Ухылдай.)
Бүре;
-
Шыршы ҡупшыны
эҙләй
торғас
Йөрәгем янды,
Хатта айыу ағайым да
Йоҡоһонан
уянды.
Әтегеҙсе
балалар тиҙерәк
Байрам ошонда уҙғарыламы
Миңә белергә
кәрәк!!! у-у-ууу!!!
Балалар;
эйе.
Алып
барыусы;
- Беҙгә бөгөн Ҡыш
бабай һәм
Ҡарһылыу
Ҙур байрам бүләк итте.
"Яңы йыл байрам урыны
Ошо шыршы янында",-тине.
(Бүрегә
ултырырға урын күрһәтә)
Бүре; Ярар әтеү.
Алып
барыусы;
Йәшел шыршы, баҫып
торсо
Залдың түрендә.
Килдек бергә беҙ бейергә
Һинең түрендә.
(Йыр
"Ялтыр боҙ")
(Айыу
алпан-толпан килеп инә лә, боҙга тайып йығылып китә)
Айыу;
Балҡығас
шыршы уттары
Яҡты маяҡтар төҫлө.
Аҡ парашют кеүек ергә,
Мин үҙем килеп
төштөм.
(тора)
Бүре; Айыу ағай
ауыртманымы бер ереңдә?
Айыу;
Әҙерәк бар инде.
(Төлкө
килеп инә)
Төлкө; Төлкө булғас,
хәйләләргә
Һеҙгә килдем әле.
Һунарсылап ғүмер үтә,
Байрам итәйем әле!
Төрлө хәйләләр уйлайым
Сыҡҡан саҡта һунарға
Һә, тигәнсе булдырам мин
Ҡош-ҡорттарҙы тунарға.
Төлкө; Һаумыһығыҙ
байрам шыршыһы ошондамы
Алып
барыусы; Эйе
ошонда.
Бүре;
айыухан, ҡуянҡай
Беҙҙең ҡыш бабайыбыҙ
Ниңә
оҙаҡлай
икән
Әллә инде урманда
Аҙашып
ҡалды микән
Бейеу:
(Яны йыл килэ)
Айыу;
килә
тигәс, килер, ҡыш
бабай, көтәйек.
Ана кынгырау тауышы ишетелэ. Килэлэр.
(Ҡыш
бабай менән
Ҡарһылыу
килеп керә.)
Алып
барыусы; Ҡунаҡтар киләләр
Егеп пар аттар!
Аттарына әйтерһең дә
Үҫкән ҡанаттар.
Осоп килеп туҡтанылар
Беҙҙең эргәлә
Эҙенән ынйы һибелә
Бөтә ергә лә. Ҡыш
бабай; Буран-ҡарҙар
һепереп
Мин киләм
һеҙгә.
Яңы йылды ҡаршыларға
Дуҫтарым менән
бергә.
Һаумыһығыҙ
балалар! Мине көттөгөҙмө? Мин байрамға
ашығып килеп тә еттем инде.
Ҡарһылыу;
Һаумыһығыҙ
кескәй
дуҫтарым!!!
Әйҙәгеҙ,
бөтәбеҙ
бергәләп
Баҫайыҡ
беҙ шыршы тирәләп
Байрамға бөтмәҫ
йәм
өҫтәп
Йырлашып алайыҡ
бергәләп.
Йырҙар:
("Ҡыш
бабай","Ҡарһылыу")
Бейеу:
(“Кар бортоктэре, Кыш бабай”)
Алып
барыусы;
Яңы йылға шыршы әҙер
Йымылдай сулпылары.
Байрамға йыҙың, шиғырҙың
Әҙер
иң яҡшылары.
1-се
бала;
Ап-аҡ ҡыш шаҡый тәҙерәне
Ҡарлы
ел менән
Ҡар
һәм
елдәр әйтә һымаҡ;
"Яңы йыл менән!!".
2-се
бала;
Зал түрендә
күркәм ҡунаҡ-
Йәшел
кейемдән
Ул да ҡотлай
беҙ дуҫтарҙы
Яңы йыл менән!!!!
3-се
бала; Иҫәнме, шыршы,
һаумы!
Яңы йыл килеп етте
Күңелле шыршы байрамын
Балалар күптән көттө.
4-се
бала;
Һағынып көттөк беҙ
һине
Көндәрҙе
һанап көттөк
Календар биттәренә һәм
Сәғәткә ҡарап
көттөк.
5-се
бала;
Һин килдең бөгөн кейенеп
Биҙәнеп,
матурланып.
Беҙгә кескәй дуҫтарыңа
Күңелле йырҙар алып.
6-сы
бала;
Ах, какой хороший
Добрый Дед Мороз.
Елку нам на праздник
Из лесу принес.
1-се
бала; Яңы йылдан да күңелле
Байрам бармы донъяла,
Ер шары үҙе ҡыуанып
Бейегәндәй
тойола.
2-се
бала; Көрткә сумып ҡойона шыршы
Энәһе
йәшел генә.
Йәшел ҡыңғырауҙар
тағып
Беҙгә
яңы йыл кеилә.
3-се
бала; Бар тирә- яҡ һөттәй ап-аҡ
Ем-ем итеп ҡар көлә
Көмөш ҡыңғырауҙар
тағып
Беҙгә
яңы йыл килә!
4-се
бала; Шыршыбыҙ
нурға күмелде
Нурҙа сағыла шатлыҡтар
Яңы йыл байрамы килде
Ҡотлайбыҙ һеҙҙе дуҫтар.
5-се
бала; Шыршы йәшел
энәле
Төрлө уттар яналар
Матур кейемдәрен кейеп
Бейеп йөрөй балалар.
6-сы
бала; Ҡар
бурандарын уйнатып
Яңы йыл килә
Ярһыу ат егеп санаға
Ҡыш
бабай елә.
7-се бала; Яңы йыл килде беҙгә
Түңәрәккә тор әйҙә!
Яңғырыһын шат йырҙар
Йылмайһын шаян ҡыҙҙар.
8-се
бала; Беренсе булып урмандан
Килде байрамға шыршы.
Уйынсыҡтар ҙа эленгәс,
Бөгөн ул ниндәй ҡупшы.
9-сы
бала; Күктә
йондоҙҙар
бейейҙәр
Еҙ
ҡыңғырау ай елә
Арғымаҡтарын
ярһытып
Беҙгә
яңы йыл килә.
10-сы
бала;
Һағынып көттөк Ҡыш
бабайҙы
Бына килде ул беҙгә
Ҡаршылайбыҙ
Яңы йылды
Беҙ уның менән
бергә.
11-се
бала; С новым годом поздравляем
Счастья, радости желаем,
Чтобы всем счастливым быть
Чтобы жить и не тужить.
Ҡыш
бабай; Һай афарин, бик аҡыллы зирәк икәнһегеҙ
(Бүләктәр
тараталар)
Ҡарһылыу;
Ҡыуаныслы һүҙ әйтәм-
Ҡыш
бабайҙың усында
Яңы йылдың асҡысы!
Эй, дуҫтарым, кескәйҙәр,
Ҡаршы
алышығыҙсы!
(Яңы
йыл килеп
керә)
Алып
барыусы; Һағындырып, бик көттөрөп
Килеп етте өр-яңы йыл
Тормошҡа
ла, күңелгә
лә
Һалыр өсөн өр-яңы юл.
Яңы
йыл; Беҙ
гөрләйбеҙ,
йыр йырлайбыҙ
Бөтә
ил менән
Дуҫтарға
бәхет
теләйбеҙ
Яңы йыл менән!!!
Бөтәһе
бергә; Хуш киләһең Яңы йыл!
Ҡыш
бабай; Төклө
аяғың менән!!!
Һеҙҙе
барығыҙҙы ла Яңы йыл менән тағы бер тапҡыр
ҡотлайым
Һәм ҙур
ҡыйыу батыр булып үҫеүегеҙҙе теләйем.
Балалар;
Рәхмәт, Ҡыш
бабай!
Ҡыш
бабай; Ә
хәҙер
һеҙҙең менән
Етте хушлашыр мәлебеҙ
Киләһе
йыл тағы ла
Осташырбыҙ
әле
беҙ.
Ҡарһылыу;
Һау булығыҙ йәнлектәр
Һау булығыҙ
балалар
Башҡа урындарға ла
Беҙҙең бараһыбыҙ бар.
Балалар;
Һау бул, һау бул Ҡыш бабай, Һау бул, һау бул Ҡарһылыу!
(Ҡыш бабай менән
Ҡарһылыу
сығып китәләр)
Алып
барыусы; Яңы йылды ихлас ҡотлап
Байрам итәйек
әле
Гармун уйнап, йырлап, бейеп
Хайран итәйек әле.
(
хоровод. )
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.