Мәҡәл һәм әйтемдәр
Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр.Ата-әсә һәм
бала тураһында.
А• Ағасына күрә алмаһы, әсәһенә күрә балаһы.
• Ағаһы барҙың һағы бар,
балаһы
барҙың ялы бар.
• Аҡылһыҙ атҡа менһә, атаһын танымаҫ.
• Алма ағасынан алыҫ төшмәй.
• Алты көн ас булһаң да, ата ғәҙәтен ҡуйма.
• Астан үлһәң дә, ата-әсәңде ташлама.
• Ата – алтын һаҙаҡ, инә – алтын ҡанат.
• Ата булмай атайың ҡәҙерен белмәҫһең,
әсә булмай әсәйең ҡәҙерен
белмәҫһең.
• Ата ғәйрәтле булһа, бала ғибрәтле була.
• Ата ҡарғышын күк күтәрмәҫ, әсә ҡарғышын ер
күтәрмәҫ.
• Атайҙар һүҙе – аҡылдың үҙе.
• Атай тапҡан малдың ҡәҙере юҡ.
• Атайым йорто һаламдыр – һарай булып күренә,
ҡайным йорто ҡабыҡтыр – тамуҡ булып күренә.
• Аталы бала – арҡалы, инәле бала – иркәле.
• Аталы баланың ҡулы уйнағанда, атаһыҙ баланың күҙе уйнай.
• Атанан йәш ҡалдым, аҡылдан буш ҡалдым.
• Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән.
• Атаны күреп ул үҫер, әсәне күреп ҡыҙ үҫер.
• Атаңа ни ҡылһаң, алдыңа шул килер.
• Атаң улы ғына булма, халыҡ улы ла бул.
• Атаң утынсы булһа, ҡулыңда балтаң булһын.
• Ата үлеп, бала ҡалһа – моратына еткәне, бала үлеп,
ата ҡалһа – бөкрәйеп үлеп киткәне.
• Ата үлеү – арҡа һыныу, инә үлеү – бәғер итең һулыу.
• Ата һөнәре – балаға мираҫ.
• Ата һүҙен тотмаған, әсә һүҙе йоҡмаған – яуға сабыр ир булмаҫ.
• Атаһыҙ ул аҫрама, әсәһеҙ ҡыҙ аҫрама.
• Атаһы дуҫтың балаһы дуҫ.
• Атаһы күрер – улы һөйләр, әсәһе күрер – ҡыҙы
һөйләр.
• Атаһы ҡолан атмағандың балаһы ҡуян атмаҫ.
• Атаһын күр ҙә – улына ҡыҙ бир.
• Атаһын күр ҙә, улын ҡос, әсәһен күр ҙә, ҡыҙын ҡос.
• Атаһын үлтергәнде улы онотмаҫ, ҡойроғон киҫкәнде йылан онотмаҫ.
• Атаһы тороп, улы һөйләгәндән биҙ, әсәһе тороп, ҡыҙы һөйләгәндән биҙ.
• Атаһы һуҡҡан ул уңыр, әсәһе һуҡҡан ул уңмаҫ.
• Ата-әсә берҙәм булһа, балалары күндәм була.
• Ата-әсәгә ҡәҙер күрһәткән бала сағынан ҡәҙер күрер.
• Ата-әсә йәше менән, улы-ҡыҙы эше менән.
• Ата-әсә ҡәҙерен балалы булғас белерһең,
ағай-эне ҡәҙерен ялалы булғас
белерһең.
• Ата-әсәнең ҡайғыһы – улда-ҡыҙҙа, улдың-ҡыҙҙың ҡайғыһы – тауҙа-ташта.
• Ата-әсәнең үлгәне – баланан хурлыҡ күргәне.
• Ата-әсәнән ҡасҡан – яманлыҡ менән күҙен асҡан.
• Атына күрә санаһы, заманына күрә балаһы.
• Атың барға ҡыуанма, атаң барға ҡыуан.
• Ахырызаман килһә, атаһы тороп – улы һөйләр, әсәһе тороп – ҡыҙы һөйләр.
Б• Бала – ата-әсәгә алтын бағана.
• Бала балаһы балдан татлы.
• Бала баҡмаҡ – йән сыҡмаҡ.
• Бала башында бер ҡайғы, ата башында мең ҡайғы.
• Бала бәләкәй сағында беләккә ауыр, үҫкәс йөрәккә ауыр.
• Балаға ике ат бер тин.
• Бала зарын әсә белер, ир ҡәҙерен ил белер.
• Бала күрмәгән – балдан ауыҙ итмәгән.
• Балалы кеше – бай кеше.
• Балалы өй – баҙар, балаһыҙ өй – тулы зар.
• Балам – бағырым.
• Балам бар тип һөйөнмә, һау тип һөйөн.
• Баланан бәхетең булһа, ҡарт көнөңдә йәш итер,
баланан бәхетең булмаһа, иртә йәштән ҡарт итер.
• Баланы баштан, талды йәштән бөк.
• Баланы бишектә, ҡатынды йәшлектә өйрәт.
• Баланы иркәләү типкеләүҙән яман.
• Баланы ҡыйнағансы, бағананы ҡыйна.
• Баланың бармағы ауыртһа, әсәнең йөрәге ауыртыр.
• Баланың ғәйебе – ата-әсәнеке.
• Баланың тинтәк булыуы – өйөнән, егеттең тинтәк булыуы – бейенән.
• Баланың тыуғанына ҡыуанма, торғанына ҡыуан.
• Баланың хәсрәте үҙе менән бергә үҫә.
• Баланың һүҙе батмандай (ауыр).
• Баланы табыу һөнәр түгел, бағыу һөнәр.
• Баланы туҡмап йыуатма, көйләп йыуат.
• Баланы яй бөкһәң – күндерерһең, ҡапыл бөкһәң – һындырырһың.
• Балаң булһа – шуҡ булһын,
шуҡ булмаһа – юҡ булһын.
• Балаңды боҙғоң килһә, маҡта.
• Балаң йомошҡа китһә, артынан үҙең бар.
• Балаң үлде – алтын бағанаң ауҙы.
• Балаң үлһә, балда ла тәм булмаҫ.
• Балаң үлһә, бер төнгө йоҡоң осор, ҡатының үлһә, бер өйөрлө йылҡың сығыр.
• Балаң яман булһа – әжәлең өйөндә.
• Бала өсөн әсәнең йөрәге, атаның беләге һыҙлар.
• Бала саҡта һөйҙөрә, үҫә-килә көйҙөрә.
• Бала табыу – бер ҡыйын,
бала
бағыу – мең ҡыйын.
• Бала – тал сыбыҡ.
• Бала – уңһа ғына бала, уңмаһа – бәлә.
• Бала үҫтерһәң, буйын ғына үҫтермә, аҡылын да
үҫтер.
• Балаһы атҡа менеп сапһа, атаһы ботон ҡыҫыр.
• Балаһыҙ кеше кеше һөйләр, балалы кеше балаһын һөйләр.
• Бала шатлығы – әсә шатлығы.
• Бал татлы, балдан бала татлы.
• Бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә ауырта.
• Башһыҙ өйҙә ата тороп, ул һөйләр, әсә тороп, ҡыҙ һөйләр.
• Бейә ҡолонон типһә лә, биртә типмәҫ.
• Бер ата туғыҙ улды аҫрар, туғыҙ ул бер атаны
аҫрамаҫ.
• Бишек балаһы – бей балаһы.
• Булыр бала биләүҙән (билдәле).
• Бурлыҡ ир балала сыбыртҡынан, ҡыҙ балала энәнән башлана.
• Бүре балаһын тоторға өйрәтһә, һарыҡ балаһын
ҡасырға өйрәтер.
• Бәхетленең балаһы ун бишендә баш булыр,
бәхетһеҙҙең балаһы утыҙҙа ла йәш булыр.
• Етем бала тип кәмһетмә: бәхете булһа, ир булыр.
И• Ике баланы бергә иҫәплә,
бер баланы юҡҡа иҫәплә.
• Инәнең һөтө – бал, баланың теле – бал.
• Инәң үлһә – йылғаң ҡороно,
атаң үлһә – таянған тауың ауҙы.
• Ир бала – ата-инәгә таяу,
ҡыҙ бала – өйгә яҡҡан буяу.
• Ир балаға ат кәрәк, ҡыҙ балаға – ҡанат.
• Ир бала – йортҡа терәк, ҡыҙ бала – йортҡа биҙәк.
• Ир бала тап, иркенләп ят.
К• Кеше малы мал түгел, атай малы йәл түгел.
• Кешене белгең килһә, ҡылығына ҡара, баланы
белгең килһә, уйынына ҡара.
• Көтә белһәң – бала, көтә белмәһәң – бәлә.
• Күлдең йәме ҡама менән, өйҙөң йәме бала менән.
Ҡ• Ҡарға ла балаһына «аппағым» тиер, терпе лә балаһына
«йомшағым» тиер.
• Ҡыҙ ҡыҙлы булмаҫ, әсә ҡәҙерен белмәһә, ул уллы булмаҫ, ата ҡәҙерен белмәһә.
Й• Йүнһеҙ бала ата йортон хурлар.
М• Мөгөҙөн һындырғанды болан онотмаҫ, атаһын хурлағанды
улы онотмаҫ.
Ә• Әсә күңеле балала, бала күңеле далала.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.