Инфоурок Классному руководителю КонспектыЭссе. Мин - Уҡытыусы! Бала күңеленә осҡон һалыусы!..

Раскраска с интерьером: эпоха Мин

Файл будет скачан в формате:

  • png
19
07.05.2025
«Инфоурок»
Скачать: Раскраска с интерьером: эпоха Мин

Эссе. Мин - Уҡытыусы! Бала күңеленә осҡон һалыусы!..

Скачать материал

Мин – Уҡытыусы! Бала күңеленә

Йәшәйештең асылын һалыусы!..

Ҡалын көрттө яра-яра, бер һын алға бара...Тирә-яҡты ялмап алған ыжғыр буран да ҡамасау түгел уға. Ә һыуыҡ ағай уның һайын ҡоторона: услап-услап уның йөҙөнә, яурындарына, башына ябынған аҡ мамыҡ шәленә ҡар туптарын бәрә, итәк-салғыйҙарын йән-яҡҡа тартҡылай. Сасҡау ҡышҡы иртә, гүйә, Ер менән Күкте тоташтырған: ҡайҙа донъя сиге – белеп тә булмай!..

Бәй, бая һын тигәнебеҙ ҡуйынына кескәй генә баланы ҡыҫып күтәргән түгелме һуң?! Эйе, эйе, ҡар дауылы бирешеберәк ҡалған арала ул туҡтап алды, сабыйҙы ипләберәк күтәрҙе лә тағы йәһәннәмгә ынтылды. Ҡайҙа бара һуң был икәү? Яҡшы әҙәм этен дә сығармаҫ көндә?!...

Талсыбыҡтай нәфис һын бара торғас туҡтап ҡалды. Сүгәләй биреп, баланан бушаған ҡулы менән шәлен төҙәтте, ҙур сумкаһын һул ҡулына ҡыҫыбыраҡ тотто ла тағы тороп китергә әҙерләнде. Шул саҡ әсәһенә һыйынған бала, әллә үҙенең ауырлығын тойоп, әллә күтәрелеп барыуҙан арып, ҡатындың ҡулынан шыуып төштө лә баҙнатһыҙ ғына бер-ике аҙым атланы, ул да булмай, ҡар диңгеҙенә сумды. Әллә, бәпескәй, тәү аяғына баҫа инде?!... Әсә, көтөлмәгән хәлдән ярһып, сабыйына ынтылды:

-         Балам, Әлфиәм, ҡайҙа киттең?..

...Тертләп, күҙҙәремде асам. Өнөммө, төшөммө был? Асыҡ тәҙрәнән төшкән яҡтылыҡ көҙгөнө төрлө нурҙарға мансый... Ирәбеләнеп, ҡуҙғалмай, ята бирәм... Сәғәт нисә икән?! Эшем!!! Һикереп торам. Күҙем шунда уҡ тышҡа төшә.

Ә унда, ҡояш, ғашиҡ булған һылыу ҡыҙҙай, ихлас йылмая, шаярып, миңә күҙ ҡыҫа. Үәт, йәнәһе, иркәбикә, минең тәүге нурҙарымда ҡойонаһы урынға наҙланыуҙан бушамай... Оҙон ҡыш буйына ҡалын ҡар аҫтында ятып йонсоған ҡарағат, ҡурай еләге ҡыуаҡтары ла, талсыҡҡан ботаҡтарын кинәнеп яҙа, рәхәтләнеп тын ала, ун-ун биш көндән бына йәм-йәшел япраҡтарға ла төрөнә...

Сәғәт ни бары алты ғына икән... Яйлап, ҡабаланмай, йыйынырға мөмкин.

-         Һаумы, Иртә, һаумы, Сафлыҡ! – тиеп,

Өндәшәмен Ысыҡ-тамсыға...

Иренемә тейгән шул тамсынан

Балдай ғына шәрбәт тәм сыға...

Бөгөн дәресте  ошо шиғри юлдарҙан башларға кәрәк. Матур килеп сығасаҡ!..

Күңел йырлай. Әле генә ыжғыр буран даръяһында сумып йөрөгәнмен тип уйламаҫһың да!.. Әсәкәйем минең! Берҙән-берем! Минең иң беренсе Уҡытыусым, Остазым! Үҙең бит һәр саҡ хикәйәт итеп һөйләй инең: “Ҡыҙым, һин бит мәктәптә тәпәй баҫҡан бала. Һиңә тыумыштан уҡытыусы ҡаны һеңгән!...” Ә хәҙер инде үҙе уҡытыусы булған ҡыҙыңды ҡурсалап һәр иртә төшөмә керәһең...

Мин татлы йылмайып ҡуям...”Йоҡо әбейен” ситкә ҡыуып, һыуыҡ һыу менән битемде йыуам. Ә хәтер ебе тағы тәгәрәй ҙә тәгәрәй...

- Хәйерле көн, балалар! – Мөләйем йылмайып бүлмәгә килеп ингән уҡытыусыны уҡыусылар аяғүрә баҫып ҡаршы алды.

- Бөгөн беҙ боронғо матурлыҡ өлгөһө – сигеүҙәр менән танышасаҡбыҙ. -  Уҡытыусы дәресте тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, фәһемлерәк итеп дауам итте…

Ә мин, әсәйемдең һәр һүҙен йотоп алырҙай булып, бөтә иғтибарымды уға йүнәлткәнмен. Ул мине, ҡурсаҡтарымды алдыма өйөп һалып, мөйөшкә ултыртып ҡуйған, миңә апайҙарҙы уҡытырға ҡамасаулайһың, ти ул. Мин иламайым, тәтәйҙәрем менән булышып, ултыра бирәм. Сөнки өлкән апай-ағайҙар мине тәмлекәстәр менән дә һыйлай, ҡәләмдәрен бирәләр; аҡбурҙы микрофон итеп тоттороп, йыр йырлаталар… Эй күңелле ул мәктәп!...

Әле булһын, әсәйемә оҡшатып, толомдарымды икенән үрергә тырышам. Мәктәптә лә үҙемдең класс ҡыҙҙарын сәстәрен йыйып, ыҫпай йөрөргә өйрәтәм. Миңә оҡшарға тырышып тороуҙары һиҙелеп тора: бер ҡыҙыҡайым, оялып күҙлек кеймәй ине. Мин эшкә күҙлек тағып йөрөй башлағас, икенсе көнөнә үк әсәһенә: “Әлфиә Миратовна ла күҙлек кейә икән, миңә лә алып бир,” – тигән. Әсә кешенең нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ ине!..

Мәтрүшкәләр… Кипкән мәтрүшкәләр…

Әсәй йыйып, миңә ебәргән… Әллә ҡайҙан бөгөн күңелгә йыр артынан йыр килә, моң урғыла. Хуш еҫле мәтрүшкә сәйен тәмләп уртлайым. Бөгөн һуңға тиклем дәрестәр. Улар нисек үтер? Кисәнән әҙерләп ҡуйған уй-хыялдарымды уҡыусыларыма еткерә алырмынмы? Әсәйем дә шулай уйланғанмы икән? Хафаланған, борсолғанмы икән?!..Белергә ине лә бит!..

Йыйынып бөттөм. Көҙгөлә һул битенең уртаһы күҙ ҡаралай миңләнгән йәш уҡытыусы йылмайып ҡарай. Алданыраҡ барып әҙерләнер өсөн иртәрәк эшкә барырға сығам. Бейек күтәрмәле туфлийым да ҡамасау түгел. Тыҡ-тыҡ…Тыҡ-тыҡ… Яратам асфальтта тыҡылдата баҫып, осоп барырға. Балитәкле күлдәгем дә үҙемә оҡшай. Сәсем дә матур килеп сыҡты. Тағы уҡытыусылар “Әлфиә Миратовна, Һеҙгә мәктәп коридорында түгел, ә сәхнә түрҙәрендә генә йөрөргә кәрәк!” – тип әйтер инде. Татлы йылмаям…Әйтһендәр!.. Мин бит – Уҡытыусы, мин һәр саҡ матур, өлгө булырға тейешмен!..

Тыҡ-тыҡ…Тыҡ-тыҡ…Мәктәп тын әле. Иртә. Яратам мин иртә таңда мәктәбемә килергә. Иң беренсе булып эҙ һалырға, иң беренсе булып тынлыҡты боҙорға, иң беренсе булып балаларымды ҡаршы алырға…

Беренсе дәрес. 2-се һәм 4-се кластарҙа бөгөн. Минең кескәй һәм шул аҡ ваҡытта иң ғәҙел, талапсан, шуҡ тыңлаусыларым. Уларҙы бер нисек тә алдап, ҡурҡытып тотоп булмай. Мин - уларҙы, улар мине һынай, өйрәнә, ярата, һағына...

Бөгөн дәрестә ғаилә тураһында һөйләшәбеҙ. Улар яратҡан йырҙы ла йырлап алабыҙ. Балалар миңә үҙҙәренең иң яратҡан ғәзиз кешеләре тураһында һөйләй... Дәрес һуңында шуны аңланым – минең бар бәхетем ошо кескәйҙәрҙең ҡулында. Уларҙың йөҙөндәге йылмайыу, наҙ, иркәлек, балалыҡ миңә ҡанаттар үҫтерә, икенсе дәрестәргә көс бирә...

Һуңғы дәрес – 8-се класта. Балаларса бер ҡатлылыҡ, һаман да үҙҙәренә эйәреп йөрөгән шуҡлыҡ, әллә күпме һорауҙар менән бергә битарафлыҡ, вайымһыҙлыҡ һиҙәм... Тулҡынланам... Мин ошо икеләнеүҙәрҙе еңергә, үҫмер үҙгәрештәре кисергән күҙҙәргә осҡон һалырға, күңелдәрендә ҡыл ҡыбырлатырға тейешмен!..

Был дәрес тә үтте. Күңелемде нимәлер һыҙа. Ташып торған йәш йөрәк тулап-тулап үҙенә ярлыҡау талап итә... Тик аҡыл килешмәй. Тимәк ниндәйҙер ҡуҙың бөгөн янып бөтмәне, Әлфиә! Ҡарашыңдың уғы барып етмәне балаларыңа!..

Балаларыңа... Ҡыҙыҡ... Үҙемде йыш ҡына бер уйҙа тотоп алам: мин уҡыусыларымды һәр саҡ “минең балаларым” тип йөрөтәм... Ә үҙемдең буласаҡ сабыйҙарым киләсәктә кем булырҙар икән? Минең кеүек, ҡыҙым да уҡытыусы һөнәрен һайлаһа? Уға ла ҡандан бирелһә?..

Тынғыһыҙ уйҙар менән ҡайтырға сығам. Юҡ, юҡ, кем булһа ла үҙе хәл итер. Ә мин һәр саҡ янында – фәрештәһе булырмын.

Тыҡ-тыҡ... Бәхетлемен! Эйе, эйе, бәхетлемен, донъя! Яратҡан эшем бар, ишеген асып инер тупһам бар. Телем, һүҙем бар, шул телде йотлоғоп тыңлаған уҡыусыларым бар!

Был шөғөлдө һайлағанмын икән,

Онотамын тыныс тормошто.

Үрнәк булып сабый  алдында

Тапҡыр үтәм һәр боролошто!

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Эссе. Мин - Уҡытыусы! Бала күңеленә осҡон һалыусы!.."
Смотреть ещё 6 054 курса

Методические разработки к Вашему уроку:

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Мәктәпкә килеп инеү менән мине балаларым уратып ала, һәр береһе, орсоҡтай өйөрөлөп, янымда урала. Саяраҡтары килеп, хатта, ҡосаҡлап ала, шымыҡайҙары, мөләйем йылмайып, ҡараштары менән оҙатып ҡала…Илаҡ көҙҙөң ямғырҙарынан һыуланып, сасҡау ҡыштың ыжғыр бурандарынан  бармаҡ остары иҫ белмәй туңып килеп ингән кеше, кескәйҙәреңдең күңел йылыһынан, бер ауыҙ һүҙенән иреп китәһең, улар түңәрәгендә класс бүлмәһенә барып инәһең, мөлдөрәп ҡарап торған егерме биш пар күҙгә тигеҙ иғтибарыңды, йылыңды бирергә ашығаһың…Ә уларҙың һөйләр һүҙе шундай күп, әле береһе, әле икенсеһе, берен-бере бүлдерә-бүлдерә хәбәрҙәрен ҡоя, үҙ-ара сыр-сыу киләләр. Беренсе ҡыңғырау шылтырау менән йүгерешеп урындарына таралалар, китап-дәфтәрҙәрен сығарып, һинең күҙҙәреңә әллә ниндәй ҙур өмөттәр бағлап, яңы белемдәр алырға ынтылып йотлоғоп бағалар… Ошондай саф күҙҙәр алдында ни намыҫың етеп, ике йөҙлө булырһың да, ни оятың етеп алдарһың? Юҡ, улар өсөн мин – һәр саҡ үрнәк, һәр саҡ тәртипле, уңған, өлгөр, көслө, һәр һорауҙары өсөн яуап бирер Уҡытыусымын!..

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

7 365 564 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

Скачать материал
    • 05.12.2014 1598
    • DOCX 43.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Сатлыкова Альфия Миратовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Сатлыкова Альфия Миратовна
    Сатлыкова Альфия Миратовна

    учитель башкирского языка и литературы

    • На сайте: 10 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 4
    • Всего просмотров: 61870
    • Всего материалов: 25

    Об авторе

    Шиғри әҫәр – мең йәшәр. Хәтеремдә, Әлфиә менән тәүге танышҡан саҡта, “Ә һинең исемең ниндәй мәғәнә аңлата?” – тип һораным. Ул, яғымлы йылмайып: “Минең исем матур мәғәнәгә эйә. “Шиғри әҫәр – мең йәшәр” тигәнде аңлата,” – тип яуапланы… Халыҡта исеме есеменә тап килеп тора, тиҙәр ҡайһы саҡта. Әлфиәгә ҡарата ла мин ошо уҡ һүҙҙәрҙе әйтер инем. Ысынлап та ул ижад кешеһе. Беҙҙең уҡыу йортона килгән көндән уның моңло тауышын ишетеп күптәр һоҡланды. Ошо уңайҙан да мин, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, тағы һорай ҡуйҙым: “Әлфиә, ә ниңә һин сәнғәт юлынан китмәнең? Теләгең булманымы?” Ҡыҙыҡай, уйсан күҙҙәрен миңә төбәп былай тип яуап бирҙе: “Сәнғәт – минең күңелемдә… Әлбиттә, яратҡан йырымды мин күңелгә ятҡан шөғөл булараҡ ҡына түгел, ә профессиональ кимәлдә бик теләп өйрәнер инем, тик уҡытыусылар “затынан” булыуым үҙенекен итте…” Уҡытыусы һөнәрен дә бер ҙә юҡҡа һайламаған ҡыҙ. Уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып, ҡанат нығытып, артабан ошо юлдан китеүе үкенеү тойғоһо түгел, ә ғорурлыҡ һәм ихтирам уята. Күптәр уны “Аҡмулла ейәнсәре” тип белә. Бөйөк остазыбыҙ Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған кисәләрҙә саф аҡтан кейенеп, думбыра сиртеп, мөнәжәт әйтеү генә түгел, ә ҡыҙҙың күңелендәге сәсәнгә ҡарата йәшәгән оло һөйөүе, уларҙың, нисектер, сәсән менән оҡшаш булыуы, Аҡмулла тип янып тороуы ошо ҡараш тыуҙырҙы… Аҡмулла юлдары уны хатта Ҡаҙағстан тарафтарына ла алып барҙы, Халыҡ-ара конференцияла ҡатнашып, почетлы грамота менән бүләкләнде. Һанай китһәң, ҡыҙҙың уңыштары бер бының менән генә бөтмәй әле. Студенттар араһында үткәрелгән “Йәш уҡытыусылар” мәртәбәле конкурсында еңеүе лә Әлфиәнең бөгөнгө юлды һайлап яңылышмауын тағы бер тапҡыр дәлилләй. “ Кешенең эске донъяһы иҫ китес бай һәм күркәм дә, фәҡир һәм хәшәрәт тә!..Унда фәрештәләргә лә, изге ниәттәргә лә – һәммәһенә лә урын табыла. Бер теләгем бар: Яҡшылыҡ унда мыҫҡаллап түгел, ә өйөп-өйөп йыйылһын ине! Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ, тип йырлаһалар ҙа, һәр кем үҙ тормошон үҙе биҙәп ҡора. Ниндәй биҙәктәр һалыуы ғына һәр кемдең үҙенән тора…” – ти Әлфиә. Әлбиттә, уйҙарың хаҡ, Әлфиә. Ғүмерең сағыу биҙәктәргә бай булһын тип кенә теләргә ҡала.

Оформите подписку «Инфоурок.Маркетплейс»

Вам будут доступны для скачивания все 356 181 материал из нашего маркетплейса.

Мини-курс

Современные информационные технологии в библиотечно-информационной деятельности

2 ч.

699 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Визуальные искусства: анимация и фотография

2 ч.

699 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 22 человека

Мини-курс

Технологии инклюзивного образования и семейного сопровождения детей с нарушениями зрения

2 ч.

699 руб.
Подать заявку О курсе
Смотреть ещё 6 054 курса