Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Минең мәғариф инициативам Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә проблемалы уҡытыу технологияһы аша телмәр үҫтереү

Минең мәғариф инициативам Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә проблемалы уҡытыу технологияһы аша телмәр үҫтереү



Московские документы для аттестации!

124 курса профессиональной переподготовки от 4 795 руб.
274 курса повышения квалификации от 1 225 руб.

Для выбора курса воспользуйтесь поиском на сайте KURSY.ORG


Вы получите официальный Диплом или Удостоверение установленного образца в соответствии с требованиями государства (образовательная Лицензия № 038767 выдана ООО "Столичный учебный центр" Департаментом образования города МОСКВА).

ДИПЛОМ от Столичного учебного центра: KURSY.ORG


библиотека
материалов


Башҡортостан Республикаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округы Калинин районының

70 –се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы






Минең мәғариф инициативам



Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә проблемалы уҡытыу технологияһы аша телмәр үҫтереү





Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Исхаҡова Гөлнара Данияр ҡыҙы










Өфө – 2014

Йөкмәтке


  1. Инеш. ..........................................................................................................2

II. Төп өлөш:

1. Проблемалы уҡытыуҙың төп төшөнсәләре...........................................8

2. Проблемалы уҡытыуҙың төп формалары.............................................10

3. Проблемалы ситуациялар тыуҙырыуҙың төп ысулдары.....................11

4. Проблемалы уҡытыуҙың урыны...........................................................14

III. Йомғаклау...............................................................................................15

IV. Ҡулланылған әҙәбиәт..............................................................................21

Ҡушымта .....................................................................................................22


Инеш

Уҡыу процесының сифатын күтәреүсе бер йүнәлеш — практик уҡытыу. Ул уҡыусыларҙағы аҡыл көсө үҫешен, танып белеү активлығын, һөйләү телмәрен һәм ижади фекерләүҙе үҫтереү кеүек ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә әһәмиәтле сараларҙың береһе булып һанала.

Проблемалы уҡытыу, исеменән үк күренеүенсә, уҡыусылар уҡытыу процессындағы үҙҙәре проблемаларҙы хәл итеүҙә төп ролде башҡара.

Проблемалы уҡытыу - был яңы педагогик күренеш түгел. Уның элементтарын Сократтың эвристик әңгәмә­ләрендә, Жан Жак Руссоның дәрес хеҙмәттәрендә, шулай уҡ К.Д. Ушинский хеҙмәттәрендә күрергә мөмкин.

Проблемалы уҡытыуҙың идея һәм принциптарына ҡараған фәнни-тикшеренеү эштәре фекерләүҙең психологияһы йүнәлешендә С.Л. Рубинштейн, Д.Н. Богоявленский һәм Н.А. Менчинский тарафынан эшләнгән. Ә мәктәп уҡытыу системаһында уны ҡулланыу тураһында М.А. Данилов һәм М.Н. Скаткин кеүек педагогтар яҙып сыҡтылар, педагог-ғалимдар М.И. Мәхмүтов, И.Я. Лернер был теманы ныҡлы өйрәнделәр. Был өлкәләге фәнни-тикшеренеү эштәре хәҙер педагогика фәненең башҡа вәҡилдәре тарафынан алып барыла. Проблемалы эшләүҙә Польша ғалимдары ла билдәле бер өлөш индерҙеләр.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында баҫылып сыҡҡан мәҡәләләрҙән һәм конференцияларҙа яңғыраған сығыштарҙан башҡа башҡорт теле дәрестәрендә проблемалы уҡытыу методтарын ҡулланыу буйынса фундаменталь хеҙмәт әлегәсә юҡ.

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының лингвистик фәндәрҙе уҡытыу методикаһы кафедраһы доценты, педагогия фәндәре кандидаты М.С.Дәүләтшинаның “Башҡорт телен уҡытыу методикаһы” хеҙмәтендә проблемалы уҡытыуға ярайһы урын бирелгән. Артабан да үҫтерелер тигән өмөттәбеҙ.

Бына был хеҙмәттәр проблемалы уҡытыу технологияһына нигеҙ һалдылар.

Белем биреүҙең Федераль дәүләт стандартында ҡабул ителгәнсә, бөгөнгө көндә уҡыусыларҙа белем, оҫталыҡ, күнекмә урынына төрлө компетентлыҡтар формалаштырыу ҡаралған.

Компетентлыҡты үҫтереү - белем биреүҙең практик көсәйтеү. Был бигерәк тә теоретик белемгә ҡағыла, улар баланың башында “буш багаж” булыуҙан туҡтап, тормошта килеп тыуған хәл-ваҡиғаларҙы, проблемаларҙы хәл итеү сараһына әйләнергә тейеш.

Шулай итеп, проблемалы мәсьәләләрҙе сисеү мәктәптә актуаль инновацион процесс ҡына түгел, ә тормошта мотлаҡ кәрәк булған сифат, тип һанайым.

Ошоларҙан сығып, эшемдең маҡсаты:

Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүҙә проблемалы уҡытыу технологияһын ҡулланыу.

Был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн түбәндәге бурыстар билдәләнде:

  • эштең темаһы буйынса төрлө педагогик, ғилми-методик әҙәбиәтте өйрәнеү һәм анализлау;

  • белем биреү процессында проблемалы уҡытыу технологияһын ҡулланыу буйынса алдынғы тәжрибәләр менән танышыу;

  • уҡыусыларҙың ныҡлы һәм тәрән белем алыуын проблемалы уҡытыу технологияһы аша тәьмин итеү юлдарының эффектлылығын билдәләү; (диагностика, анкетирование)

  • эштең һөҙөмтәһен анализлау.

Был бурыстар башҡорт телен уҡытыу методикаһының төп принциптарына таянып тормошҡа ашырыла:

  • һәр баланың интеллекты, фекерләүе, шәхес булараҡ үҫеүе өсөн шарттар булдырыу;

  • ижади эшмәкәрлеккә өйрәтеү;

  • күсәгилешлек;

  • проблемалылыҡ;

  • заман талаптары менән бәйләп уҡытыу.

Проект гипотезаһы. Әгәр башҡорт теле дәрестәрендә килеп тыуған мәсьәләләрҙе һәм ситуацияларҙы сисеү юлдарын табып, күнектереп барһаҡ, уҡыусыларҙы төрлө яҡлап үҫешкән шәхес итеп тәрбиәләп була.

Был тема өҫтөндә эш 3 йылға планлаштырылды.

Дата

Эш төрҙәре

Өҫтәлмәлек

1


2012-2013 уҡыу йылы


Теманың фәнни нигеҙен өйрәнеү (ғалимдар, методистар хеҙмәте).


2

Белем биреү процесында проблемалы уҡытыу технологияһын ҡулланыу буйынса алдынғы тәжрибәләр менән танышыу


3

Инеш диагностикаһы үткәреү (анкетирвание, тестирование)


4

Проблемалы уҡытыуҙың элементарының дәрес этаптарына индереү.


1

2013-2014 уҡыу йылы


Икенсе диагностикаһы үткәреү.


2

Проблемалы технологияны педагогик практикала ҡулланыу, (асыҡ дәрестәр үткәреү, дидактик материалдар туплау).


1


2014-2015 уҡыу йылы


Йомғаҡлау диагностика үткәреү.


2

Эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу:

  • мәктәп методик берекмәһендә сығыш яһау;

  • мәктәп уҡытыусылары алдында оҫталыҡ дәрестәре үткәреү:

  • йыл уҡытыусыһы конкурсында ҡатнашыу;

  • эш тәжрибәһе буйынса мәҡәлә яҙыу.



Төп өлөш

Шәхестә ижади сифаттар һәм һөйләү телмәрен формалаштырыу - фәнни-теоретик һәм социаль прогрестың шарты һәм талабы булып тора. Телмәр нигеҙендә дөйөм аҡыл һәләте беренсе урында тора, сөнки тасуири телмәр өсөн тиҙ генә дөрөҫ йүнәлеш һайлау, зирәклек, тапҡырлыҡ, үҙаллылыҡ талап ителә.

Ниндәй эшмәкәрлек тасуири һөйләү тип һаналырға мөмкин?

Тасуири телмәр:

  • тел күренештәрен белеү һәм аңлау;

  • төрлө ситуацияларҙа дөрөҫ итеп телмәр ҡороу оҫталығы;

  • ошо тел ярҙамында кешеләр менән төрлө шарттарҙа аралаша белеү, тел саралары ярҙамында проблемаларҙы сисеү.

Тасуири телмәрҙең төп төрҙәренә характеристика шуны күрһәтә, уны тормошҡа ашырыу өсөн кешелә фекерләү үзенсәлеге уйлап табыусанлыҡ, проблеманы күрә белеүсәнлек, тиҙ генә бер йүнәлеште һайлап ала белеү, маҡсатҡа ирешеү теләге, тапҡырлыҡ һәләте, алдан һиҙә белеү (интуиция) кеүек шәхес өсөн үҙенә бер айырым сифаттар булырға тейеш.

Был сифаттар фекерләүҙең үзенсәлекле характеристикаһын — кешенең дөйөм интеллектуаль һәләттәренең үҫеш дәрәжәһен дә күрһәтеп торалар.

Шулай итеп, төп ике фекерҙе айырып күрһәтергә кәрәк: шәхестең тасуири телмәрен үҫтереү мәсьәләһе — был йәмғиәт үҫешенең законлыҡтарынан килеп сыға торған объектив зарурлыҡ; уны хәл итеүҙә өйрәнеүселәрҙең барыһы ла ҡатнашырға тейеш.

Был мәсьәләне хәл итеү уҡытыуҙы яңыса ойоштора, уның методикаһын камиллаштырыу юлы менән, өйрәнеүсенең күп төрлө һәләттәрен үҫтерә торған һорау һәм эштәр ярҙамында алып барыла.

Проблемалы уҡытыу уҡыусы алдына яңы стандарт булмаған бурыстарҙы йәки тормошта кәрәк булған әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысын ҡуя. Был уҡыусыла аҙ ғына ваҡыт эсендә дөрөҫ йүнәлеш ала белеү, эҙләнеү өсөн үҙеңдә булған белем һәм күнекмәләрҙе туплай алыу, ышаныслы һәм дөрөҫ юл һайлай белеү кеүек сифаттарҙы формалаштыра.

Шулай ҙа проблемалы уҡытыу нимә һуң ул? Традицон уҡытыуҙан ул нимә менән айырыла?

Уҡыусылар эшмәкәрлегендә танып белеү эшмәкәрлегенең үҙенсәлеге.

Традицион уҡытыуҙа (аңлатмалы-иллюстратив) уҡытыусы уҡыусыларға әҙер белем бирә —ул яңы материалды аңлата, төп йүнәлештәрҙе күрһәтә, уларҙы миҫал һәм мәсьәләләр менән нығыта һ. б.

Уҡыусылар аңлатҡанды ҡабул итә, хәтерҙә ҡалдыра.

Проблемалы уҡытыуҙа уҡытыусы белемде әҙер бирмәй, ә уҡыусылар алдына бурыс ҡуя, уны ҡыҙыкһындыра, хәл итеү өсөн айырым саралар табыу теләге уята.

Проблемалы уҡытҡанда дәрес биреү һәм үҙләштереү түбәндәгесә башҡарыла:

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

Һорау, тәжрибә һ. б. формаларында уҡыусылар алдына проблемалы бурыс ҡуя;

ҡуйылған бурысты хәл итеү өсөн уҡыусыларҙың фекер йөрөтөүен ойоштора;

бурысты хәл итеү өсөн тәҡдим ителгән варианттың дөрөҫлөгөн иҫбатларға ҡуша;

әгәр уҡыусының фараз итеүе дөрөҫ булһа, үҙләштергән белеме тураһында һөҙөмтә яһарға ҡуша:

фараз итеү яңылыш булһа, хатаны та­бырға тәҡдим итә;

уҡыусыларҙың бурысты хәл итеү тураһында фекерҙәрен дөйөмләштерә, уңыштарҙы маҡтай йәки эҙләнеү процессын камиллаштырыу өсөн ысулдар күрһәтә;

яңы белемде нығытыу маҡсатында һорауҙар бирә;

белемде практикала ҡулланыу буйынса күнегеүҙәр эшләргә бирә.

Бурысты үҙенә ала, уны хәл итеүҙең мөмкинселек юлдарын эҙләй, фекерләй башлай;

был бурысты хәл итеүҙең мөмкин булған варианттарын әйтә;

бурысты хәл итеү варианттарының береһенең нигеҙле булыуын иҫбатлай;

яңы алынған белемдәрҙе дөйөмләштерә һәм һөҙөмтә яһай;

бурысты дөрөҫ хәл итеү юлын эҙләй;

тема буйынса шаҡтай күләмле дөйөмләштереүҙе үҙләштерә;

алынған белемдәрҙе, һөҙөмтәләрҙе ҡабатлау үҙ контроль юлы менән бара;

алынған белемдәрҙе практикала ҡулланыу буйынса күнегеү һәм биремдәр эшләй.

Материалды проблемалы һөйләп аңлатыу варианты ла бар. Аңлатыу барышында уҡытыусы үҙе һорауҙар ҡуя, һөйләү барышында уҡыусыларға үҙенең фекерҙәрен белдерә, дөйөмләштерә һәм һөҙөмтә яһай, өйрәнгәндәрҙе ҡулланыу мөмкинлектәрен күрһәтә. Бында уҡыусылар бик үк актив булмайҙар, улар уҡытыусының фекерен тыңлай, уның менән бергә бурысты хәл итеүҙең мөмкин булған юлдарын эҙләй, уның һүҙендә үҙенең фекерен һәм һөҙөмтә раҫлау таба.

Уҡытыуҙың проблемалы төрөндә материалдың эстәлеге махсус рәүештә тыуҙырылған проблемалы ситуацияны хәл итеү процессында үҙләштерелә. Был осраҡта иң әһәмиәтле булып уҡытыуҙың эҙләнеүле-проблемалы методы тора.

Проблемалы уҡытыуҙа иң әһәмиәтле өлөш - интеллектуаль ҡыҙыҡһындырыу. Уҡыусы үҙе ҡыҙыҡһынып, кәрәкле белем алыу юлдарын эҙләй, үҙ аллы рәүештә тапҡан уңыш уларҙа ҡәнәғәт хисе тыуҙыра.

Проблемалы уҡытыуҙың төп төшөнсәләре.

Проблемалы уҡытыуҙың төп төшөнсәһе — проблемалы ситуация. Проблемалы ситуация кешегә ниндәй булһа ла уйлау, йәки ниндәй ҙә булһа эш башҡарыу өсөн белемдәр, аныҡ эш ысулдары етешмәгәндә, белем һәм етешмәгән күнекмәләр араһында ҡаршылыҡтар тыуғанда барлыҡҡа килә. Проблемалы ситуация уҡыусының барлыҡҡа килгән ҡаршылыҡтарҙан, ҡыйын ситуацияларҙан сығыу теләге тыуҙырғанда ғына һөҙөмтәле була. Был теләк һәр проблемалы ситуацияла барлыҡҡа килмәй. Ул барлыҡҡа килһен өсөн ике төрлө шартты һаҡларға кәрәк. Ситуацияның эшсәнлеге уҡыусыға аҙмы-күпме ҡыҙыҡлы, көсө етәрлек булырға, ул уны эшләй алыуын һиҙәргә, еңеп сығарлыҡ белем булыуына ышанысы булырға тейеш.

Ниндәй проблеманы хәл итеү теләге тыуҙырыу, ниндәйҙер ҡыҙыҡлы яңылыҡты белергә теләү һәм уны хәл итәргә алыныу— проблемалы уҡытыуҙың төп әһәмиәтлеһе тап шул.

Проблеманы хәл итергә алыныу һәм уны планлаштырыу, билдәлене билдәһеҙҙән айырыу, проблемалы бурысҡа әүрелә, был бурысты хәл итеү барышында етешмәгән белемдәрҙе табыу һәм үҙләштереү башлана.








Пhello_html_344ba74b.gifhello_html_m3a8e9a74.gifhello_html_63a0ead2.gifhello_html_1955f4b4.gifроблемалы ситуациялар



проблемалылыҡ дәрәжәһе


(бик киҫкен ҡаршылыҡтар, уртаса, йомшаҡ йәки аныҡ булмаған ҡаршылыҡтар)


фәнни белемдәр


(физика, математика, педагогика һ. б.)







эстәлегенең төрө үҙенсәлекле яҡтары буйынса тыуған ҡаршылыҡтар

(көнкүрештәге күҙаллыуҙар һәм фәнни бе­лемдәр, көтөлмәгән факттар һәм уларҙы аңлата белмәү һ. б.).


белеп бөтөрмәгән яңылыҡтарҙы эҙләү йүнәлеше

(яңы белемдәр, хәл итеү осраҡтары, яңы шарттарҙа билдәле булған белем һәм хәл итеү ысулдарын ҡуллана алыу мөмкинлеген асыҡлау)








Барлыҡ уҡыу бурыстары ла проблемалы булып тормай. Проблема - стандарт булмаған юл менән хәл ителә торған, йәғни схема, өлгө һәм алгоритмдар буйынса сиселмәй торған бурыстар. Шуға күрә проблема — уны хәл итеү өсөн етешмәгән белемдәрҙе эҙләүгә йүнәлтелгән, эҙләнеүҙе талап итә торған бурыс. Был уҡытыу процесында шундай бурыс булып тора: уны хәл итеү өсөн яңы белемдәр кәрәк һәм улар шул процеста үҙләштерелергә тейеш.

Проблемалы һорау ғәҙәти йәшертен ҡаршылыҡ булыуы, уның бер төрлө генә булмаған яуаптарҙың бер яҡлы ғына хәл ителмәй торған һөҙөмтәләрен асыуы, күрһәтелгән биремдәрҙә элекке тәжрибәләргә таянып эшләп була торған әҙер сисеү системаларының булмауы менән айырыла. Уҡытыуҙа проблемалылыҡ тыуҙырыу, һәр ваҡыт яңы белемдәрҙе үҙләштереүгә ихтыяж тәрбиәләү уҡыусыла икеләнеү, ҡуйылған һорауға яуап бирә белмәү, аптырашта ҡалыу һәләтен бөтөрөү маҡсаттарын ҡуя.

Проблемалы уҡытыуҙың төп формалары

Проблемалы уҡытыуҙың төп формалары


hello_html_1ed588d6.gifhello_html_4742a535.gifhello_html_m7f4716c8.gif

hello_html_m1be18c1f.gifhello_html_478cd415.gifhello_html_m79a7bff7.gif





Уҡыусыларҙың иң аҙ танып белеү үҙ аллы рәүештә проблеманы һөйләп аңлатыу ваҡытында була: яңы материалды аңлатыу уҡытыусының үҙе тарафынан башҡарыла, ләкин уҡыусылар актив фекерләү эшсәнлегенә тартыла. Мәктәптә ул лекция, һөйләү һәм әңгәмә формаһында бара, ә юғары уҡыу йортонда- лекцияларҙы проблемалы уҡыу аша ғәмәлгә ашырыла.

Был осраҡта проблемалылыҡ нисек барлыҡҡа килә һуң? Ул алда күреп үткән алымдар ярҙамында тыуҙырыла: уларҙың маҡсаты — уҡыусыларҙа "бергәләп уйлау" һәм "бергәләп кисереү" хистәре булдырыу, улар алдында торған проблеманы хәл итеүҙең бөтөн барышы менән ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Проблемалы һөйләп аңлатыу уҡытыусынан ҙур методик оҫталыҡ талап итә. Башта материалдың ниндәй ҙә булһа бер өлөшөнә, шаҡтай үҙгәртеүҙәр өҫтәп, проблема һәм бурыстарҙы аңлатырға кәрәк, ә уларҙы эш барышында сисеү, хәл итеү уҡытыусының үҙе тарафынан башҡарыла.

Мәҫәлән, башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусылар менән һөйләмгә синтаксик анализ эшләйбеҙ. Эйә менән хәбәрен таптыҡ, ә ҡалған һүҙҙәр нимә була? Проблемалы ситуация тыуҙырҙыҡ, уҡыусылар үҙҙәре уйлана һәм эҙләнә башлай.

Өлөш менән эҙләнеү эшсәнлеге шарттарында ла уҡытыусы тарафынан йүнәлеш бирелә. Уҡыусыны үҙ аллы фекерләүгә һәм яуапты актив эҙләүгә этәрә торған махсус һорауҙар бирелә. Мәҫәлән, "Был проблема менән осрашһағыҙ, һез уны нисек хәл итер инегеҙ?", "Был ҡараштың дөрөҫлөгөн нисек тикшерер инегеҙ?", "Түбәндәге хәлдәргә иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ...", "Был юлдарҙы уҡып аңлағыҙ..." һ. б.

Мәктәптә был төр эште материалды аңлатҡанда ҡулланыла. Ул эвристик әңгәмә формаһында уҡытыусы тарафынан белеп ҡуйылған һорауҙар менән яҡын уҡыусыларҙың күҙәтеүҙәренә анализ яһауҙан торған "асыштар"ға таянып алып барыла.

Тикшеренеү эшсәнлеге тулыһынса уҡыусы тарафынан үҙ аллы эҙләнеү формаһында хәл ителә. Ул бирелгән проблемалы һорауға яуап табыу, яҙыусыларҙың ижады буйынса докладтар, рефераттар яҙғанда, мәктәптең айырма ниндәй ҙә булһа мәсьәләләрҙе хәл иткәндә, уҡытыусы етәкселегендә үткәрелә торған үҙ аллы эштәрҙә ҡулланыла.

Уҡыусыларҙың барлык яуаптары анализлана, нигеҙләнә һәм дөрөҫ һөҙөмтәгә баҫым яһала.

Проблемалы ситуациялар тыуҙырыуҙың төп ысулдары

Проблемалы ситуациялар тыуҙырыуҙың төп ысулдары




hello_html_ma331be.gifhello_html_2596a535.gifhello_html_3930a492.gif



Мәсьәләләрҙең төп асылы, үҙенсәлеге тураһында күҙаллау тыуҙырыу

уҡыусыны туранан-тура фәнни һәм ижади түңәрәктәр ҙә ҡатнаштырып, бөгөнгө фән алдында торған проблемаларҙы тикшеренеүгә тарта

Оҫталыҡҡа ирешеүҙә һорауҙар ҡуя белеү







Бында тикшерелә торған ысулдар өлөшсә эзләнеү эшсәнлеге юлы менән ҡуйылған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын табыу йүнәлешендә уҡытыусының уҡыусылар менән күберәк класта эшләү формалары тураһында бара.

Мәктәп практикаһында хәҙер был йүнәлештә эҙләп табылған шул тәжрибә һәм табыштарын һөйләү, презентациялау киң ҡулланыла, уларҙың ниндәй фәнни асыштарға килтереүе күрһәтелә.

Теге ҡағиҙәләрҙе беренсе тапҡыр аңлатҡанда ла, ҡаршылыҡлы фекерҙәр менән уҡыусыларҙы ҡурҡытабыҙ тип, йә уҡытыусы үҙе яҡлаған бер фекерҙе аңлатҡанға, ҡайһы берәүҙәр быға ҡаршы сығалар. Ләкин бында бөгөнгө уҡыусыға баяғы биреп еткермәү сағыла. Әгәр уҡытыусы ниндәй ҙә булһа бер фекергә ҡарата уларҙың үҙ фекерҙәрен, мөнәсәбәттәрен әйтергә ҡушһа, уҡыусылар быға бик теләп риза булалар.

Төрлө ғалимдар араһындағы теге йәки был фактҡа булған фекер айырымлыҡтарын күрһәтеү ҙә уҡыусыларҙың доньяға ҡарашын формалаштырыуға, фекерләү һәләтен үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.

Проблемалылыҡ мөмкин булған сиселештәренең бер нисә вариантын, бирем һәм ситуацияларҙың дөрөҫ яуабын һайлап алыуға ҡараған һорауҙарҙы дәрестә актив ҡулланырға мөмкинселек бирә.

Дәрестә тикшерелә торған һорау һәм проблемаларға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсаты менән, уҡытыусы һөйләү барышында, айырыуса ҡыҙыҡлы темалар тураһында әйтеп, был мәсьәләләрҙең төп асылы, үҙенсәлеге тураһында күҙаллау тыуҙыра. Ҡыҙыҡлы материалдарҙы тулыһынса һөйләмәйсә, уның әһәмиәтле бер өлөшөн генә әйтеп үтә һәм уларҙы тағын да тулыраҡ өйрәнеүҙе уҡыусыларҙың үҙҙәренә ҡалдыра. Яңы теманы өйрәнә башлағанда, уға ҡарата айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн, уҡытыусы айырыуса ҡыҙыҡлы урындарҙы уҡып күрһәтә йәки дәресте китаптан хикәйә, берәр ҡыҙыҡлы миҫал йәки күнегеүҙәр эшләп түгел, ҡыҙыҡһыныусы уҡыусылар үҙҙәре сисеп бөтөрөргә тейеш булалар.

Проблемалы уҡытыуҙың бер ысулы — уҡыусыны туранан-тура фәнни һәм ижади түңәрәктәр ҙә ҡатнаштырып, бөгөнгө фән алдында торған проблемаларҙы тикшеренеүгә тарта. Тикшереүҙәрҙе дәрес шарттарында ла ойоштырырға мөмкин. Уҡытыусы шундай ситуация тыуҙыра: уҡыусылар проблеманы үзҙәре күреп ала, формалаштыралар, уны хәл итеүҙең фараз ҡыла — алдан уйлап ҡарау юлдарын эҙләйҙәр, практикала эшләп ҡарайҙар һәм үҙҙәре сиселеште табалар. Бындай осраҡта проблемалы уҡытыуҙың барлыҡ элементтары уҡыусыларҙа үҙ аллы тикшеренеү эшсәнлегенә, танып-белеү активлығының иң юғары дәрәжәһенә күтәреләләр. Бындай элементтарға түбәндәгеләрҙе индерәләр:

проблеманы күреп алыу (уны "күреү"),

шарттарға анализ, уларға баһа биреү, билдәләрен билдәләүҙән айырыу,

фараз итеү — алдан уйлап ҡарауҙарҙы күрһәтеү,

хәл итеүҙең планын эшләү (бер якҡа бер нисә вариантта),

һайлап алған планды үтәү,

эш-хәрәкәттәрҙең, алынған һөҙөмтәне дөрөҫлөгөн тикшереү.

Тормошта, практикала берәү ҙә кешеләр алдына әҙер проблемалар ҡуймай, уны хәл итеү өсөн иң әһәмиәтле, уйлап һайланған мәғлүмәттәр ҙә тәҡдим итмәй.

"Проблеманы күреп алыуға өйрәнеү әле формалашып етмәгән ҡайһы ситуацияларҙы күреп алыуҙан уҡ башланырға мөмкин.

Оҫталыҡҡа ирешеүҙә һорауҙар ҡуя белеү әһәмиәтле. Бының өсөн мәсьәләләрҙе алдан биреп, уларга һорауҙарҙы уҡыусы үҙе ҡуйырға тейеш. Дөрөҫ формалаштырылған проблеманы конкрет һорау һәм бурыс итеп ҡуйһаң, эҙләнеү өлкәһе шунда сикләнә, билдәле мәғлүмәттәр уны хәл итеү шарттарын айырып алырга ярҙам итә. Тейешле һәм мәжбүри шарттарға ҡуйылған уҡыу, танып белеү бурыстарының үзҙәренә генә ҡараған ҡыйынлыҡтары бар. Тормошта белгестәр алдында торған бурыстарҙы хәл итеү өсөн бөтөн шарттар булмай, уларҙы үҙеңә булдырырға кәрәк, йәки, киреһенсә, бик күп мәғлүмәттәр араһынан иң әһәмиәтле булғандарын күреп, һайлап алырға кәрәк. Проблемалы ситуация шарттарында ла шуға оҡшаш йүнәлеш тотоу зарурлығын психологтар ҙа билдәләп үтә.

Бөтөн шарттар анализлау, проблеманы хәл итеү өсөн тейешле мәғлүмәттәр һайлау, фараз итеүҙәрҙе һайлап алырға һәм уны хәл итеү планын эшләргә мөмкинселек тыуҙыра. Башланғыс этапта хәл итеүҙең бер нисә вариантын күрһәтергә, уларға анализ яһарға, практик рәүештә һынап ҡарарға мөмкинселектәр тыуа.

Иң әһәмиәтлеһе: башта уҡ хәл итеүҙең варианттарын сикләргә кәрәк, асыҡланған элемтәләргә таянып һәм хәл итеү юлын интуитив рәүештә күреп, бер ышаныслы сиселеш вариантына туҡтарға кәрәк.

Проблемалы уҡытыуҙың барлыҡ төрҙәрендә проблеманы хәл итеүҙең бөтөн процесс башынан аҙағына ҡәҙәр уҡытыусы тарафынан эшләнеп ҡуйылған була. Уҡытыусының эше был материаль проблемалы ситуация тыуҙыра аламы тигән һорауҙы хәл итеүҙән башлана. Уны тыуҙырыуға зарурлык бармы? Проблеманың теүәл формулировкаһын һайлауҙан алып, хәл итеүҙең дөрөҫлөгөн тикшерә торған ысулдарҙы ла алдан һайлап ҡуйырға кәрәк.

Айырыуса тулы формалағы проблемалы уҡытыу булғанда, уҡытыусының эшсәнлеге түбәндәгеләрҙән тора:

  • проблеманы табыу һәм проблемалы ситуация тыуҙырыу;

  • проблемалы ситуацияны хәл итеүҙең айырыуса һөҙөмтәле ысулдарын табыу;

  • проблеманы күреп, тойоп алыуға етәкселек этабы;

  • проблеманы формалаштырыуҙы асыҡлау;

  • шарттарҙы анализлауҙа ярҙам итеү;

  • хәл итеүҙең планын һайлау;

  • хәл итеү процессында консультация биреү;

-үҙ контроль ысулдарын табыуҙа ярҙам итеү;

- хата ебәреүселәрҙең айырым хаталарын тикшереү;

- проблеманы коллектив тикшереүҙе ойоштороу.

Проблемалы уҡытыуҙың урыны

Проблемалы уҡытыуҙы (проблемалылыҡты кертеү) ниндәй методтар ҡулланыу үҙенсәлегенән сығып, уҡытыуҙың бөтөн этаптарында ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, яңы белемдәр алыу этабында ул проблемалы һөйләү, әңгәмә, лекция; нығыту этабында - өлөшсә эзләнеү эшсәнлеге формаһында була. Тулыһынса тикшеренеү эшсәнлеге уҡытыуҙың бөтөн этаптарын да үҙ эсенә ала.

Проблемалы уҡытыу башҡа методтар структураһында ҡулланғанлыҡтан, уны укытыуҙың махсус методы, укытыуҙың ниндәйҙер яңы системаһы итеп ҡарарға кәрәкмәй. Уны уҡыусының танып белеү эшсәнлеген ойоштороу үзенсәлегенә яңыса яҡын килеү тип билдәләү дөрөҫөрәк булыр.

Әлбиттә, теләһә ниндәй материал проблемалы ситуация тыуҙыра алмай. Барлыҡ конкрет информациялар, факттар, даталар, атамалар, өлгө буйынса сиселә торған мәсьәләләр, алгоритмдар проблемалы бурыстар була алмайҙар.

Проблемалы уҡытыуҙы төшөнсә, ҡағиҙә, закондар, эҙләнеүле-сәбәпле һәм башка логик бәйләнештәр кеүек дөйөмләштергән белемдәрҙе үҙләштереүҙә ҡулланырға була. Ул уҡыусыларҙы эҙләнеү бурыстары аша мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм белем алыуҙың махсус алым һәм ысулдарына өйрәнеү кәрәк булғанда ҡулланыла.

Әҙер информацияларҙы күрһәтеп һөйләүгә ҡарағанда, белем алыуҙың проблемалы юлы вакытты күп сарыф итеү менән бәйләнгән, шуға күрә проблемалы уҡытыуға күсеү тураһындағы мәсьәләне айырып ҡуйырға ярамай.

Проблемалы уҡытыуҙы берҙән-бер һәм өҫтөнлө уҡытыу формаһына әйләндерергә ярамай, ул уҡытыуҙың башҡа күптән урынлашҡан формалары менән бәйләнештә ҡулланылырға тейеш.

Уҡытҡанда һәр вакыт кешенең бөтөн тормошонда кәрәк була торған белемдәрҙе ҡабатлап, иҫкә төшөрөп торорға кәрәк. Бары тик сағыштырмаса аҙ күләмдәге белемдәр генә үҙең эҙләп табыу формаһында булырға тейеш, сөнки үҙеңдән эҙләнеү эшсәнлеге уҡыу ваҡытының күп өлөшөн ала. Шулай ҙа, әгәр материал мөмкинселек бирһә, уны ҡулланыуға зарурлыҡ булһа, әңгәмә һәм һөйләм барышында проблемалылыҡ элементтарын күберәк ҡулланыу мөһим һәм кәрәкле нәмә.

Йомғаҡлау

Проблемалы уҡытыуҙың үзенсәлектәрен һәм асылын тикшереү шуны күрһәтә: ысындан да уны дөрөҫ ойошторғанда, ул уҡыусыларҙың аныҡ көсө ижади үҫешекә ярҙам итә (ҡаршылыҡтар уйланырға, ҡыйынһыныу ситуацияһынан, проблемалы ситуациянан сығыу юлын эҙләргә мәжбүр итә); үҙ аллылыҡҡа өйрәтә (проблеманы үҙ аллы күреп алыу, проблемалы һорауҙы формалаштырыу, проблемалы ситуацияны хәл итеүҙең планын үҙ аллы һайлау һ. б.), ижади фекерләүҙе үҫтерә (белемдәрҙе үҙ аллы ҡуллана алыу, хәл итеү ысулдарын табыу, үҙеңдән стандарт булмаған хәл итеү юлдарын эҙләүен; ул ижади эшсәнлеккә әҙерлекте формалаштырыуға, танып белеү активлығын үҫтереүгә, белемдәренең аңлылығына этәрә, формализм барлыҡҡа килеүҙе киҫәтә. Проблемалы уҡытыуҙың файҙаһы - үҙләштерелгән белемдең ныҡлығы (үҙ аллы табылған һөҙөмтә яҡшыраҡ үҙләштерелә һәм оҙаҡ ваҡытҡа онотолмай); аналитик фекерләүҙе үҫтерә (эш шарттарына анализ яһала, хәл итеү варианттарының мөмкинлеген үҫтерә); логик фекерләүҙе арттырыуға (һайланған сиселешенең, аргументтарының дөрөҫлөгөн иҫбатларға өйрәтә); уҡыусылар өсөн ныҡ ҡыйын, ләкин сисергә мөмкин булған ҡыйынлыҡтарҙы хәл итеү менән бәйләп, уҡыу эшсәнлеген мауыҡтырғыс итеп ойоштырырға, белемдәрҙе комплекслы файҙаланыуға ҙур ярҙам итә.

Эште башлар алдынан контроль һәм эксперементаль кластар һайланды. Эксперементта 4а, 4б, 4в кластар ҡатнаша. Бөтәһе 36 бала. Инеш һәм диагностика үткәрелде. Диагностика һөҙөмтәләре таблицала.

Диагностика һөҙөмтәләре

Инеш диагностика

2012-2013 уҡыу йылы

Икенсе диагностика

2013-2014 уҡыу йылы

Йомғаҡлау диагностика

2014-2015 уҡыу йылы

Класс

Балалар һаны

Өлгәш

сифат

Класс

Балалар һаны

Өлгәш

сифат

Класс

Балалар һаны

Өлгәш

сифат





4 а

8

100%

50,1%

5 а

8

100%

50,2 %

6 а

8



4 б

15

100%

56,2%

5 б

15

100%

71 %

6 б

15



4 в

13

100%

53,8%

5 в

13

100%

68%

6 в

13




hello_html_m73c81539.gif



Проблемалы уҡытыу технологияһын ҡулланып, мин шундай һөҙөмтәләргә ирештем:

Һуңғы өс йылда уҡыу өлгәше 100 % , уҡыу сифаты таблицала бирелә.

Уҡыу йылы

Класс

Уҡыу

сылар

һаны

Белем сифаты

Класс

Уҡыу

сылар

һаны

Белем сифаты

Класс

Уҡыу

сылар

һаны

Белем сифаты

2012-2013

4 а

8

44

4 б

15

69

4 в

13

62

2013-2014

5 а

8

51

5 б

15

77

5 в

13

68

2014-2015

(беренсе сирек)

6 а

8

62

6 б

15

78

6 в

13

77



hello_html_m3960a319.gif

Олимпиада

Уҡыусының фамилияһы, исеме

класс

Олимпиада

Кимәле

Урыны

2012-2013 уҡыу йылы

1

Виноградова Кристина

10 а

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән регион ара олимпиада

Район

Ҡала

республика

Еңеүсе

Еңеүсе

призер

2

Бурмистрова Екатерина

6 а

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән регион ара олимпиада

район

призер

2013-2014 уҡыу йылы

1

Дусеева Ангелина

8 б

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән регион ара олимпиада

Район

Ҡала

Еңеүсе

ҡатнашыусы

2

Краснов Данил

6 а

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән регион ара олимпиада

Район

3 урын

3

Виноградова Кристина

10 а

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән регион ара олимпиада

Район

Ҡала

республика

Еңеүсе

Еңеүсе

ҡатнашыусы

2014- 2015 уҡыу йылы

1

Бурмистрова Екатерина

8 а

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән регион ара олимпиада

район


2

Паппе Олеся

5 в

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән регион ара олимпиада

район


3

Нуриахметова Карина

8 а

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән регион ара олимпиада

район



Конкурстар

Уҡыусының фамилияһы, исеме

класс

Конкурстар

Кимәле

Урыны

2012-2013 уҡыу йылы

1

Виноградова Кристина

10 а

Илһам”

Район

Ҡала

Еңеүсе

призер

2013-2014 уҡыу йылы

1

Виноградова Кристина

11 а

Илһам”

Район

Ҡала

Еңеүсе

ҡатнашыусы

2

Дусеева Ангелина

8 б

Фәнни-ғәмәли конференция

район

ҡатнашыусы


Шулай итеп, башҡорт теле уҡытыу процесында үҙ аллы эшмәкәрлек һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе проблемалы уҡытыу технологияһын ҡулланыу башҡорт телен уҡытыуҙың сифатын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Проблемалы уҡытыу технологияһын ҡулланыу балаларҙы башҡорт телендә күберәк аралашырға, уҡырға өйрәтергә, һүҙлек эшен, уҡыу һәм яҙыу күнекмәләрен әүҙемләштерергә коммуникатив маҡсатҡа тиҙерәк ирешергә мөмкинлек тыуҙыра. Шулай уҡ дәрестәрҙә проблемалы уҡытыу технологияһы аша үҙ аллы эшмәкәрлек һәләттәрен үҫтереү:

1) төрлө милләт балаларын башҡорт теленә өйрәтеүҙәге проблемаларҙы хәл итергә мөмкинселек бирә;

2) уҡыусыларҙың предметҡа ҡыҙыҡһыныуҙарын, уны өйрәнеү теләген арттыра, үҙ аллы эшләргә өйрәтә;

3) аралашыуҙың иң мөһим шарттарының береһе – аралашыусыларҙың бер-береһен аңлауы, коммуникатив бәйләнеш булдыра алыуы;

4) башҡа милләт балаларына, башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына мөнәсәбәттәрен яҡшы яҡҡа үҙгәртергә ярҙам итә.

Уҡыусылар дәрестә үҙ аллы эшләргә, фекер йөрөтөргә, һөйләргә, иптәшен иғтибар менән тыңларға һәм баһа бирергә тиҙ арала өйрәнә, шулай уҡ балаларҙа дуҫлыҡ, бер-береһенә ихтирам тойғолары ла тәрбиәләнә. Был тема өҫтөндә эшләү барышында методик папкалар тупланды, асыҡ дәрестәр үткәрелде, тема буйынса мәктәп һәм район кимәлендә сығыштар яһалды.

Шулай итеп, уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе проблемалы уҡытыу технологияһын урынлы һәм дөрөҫ, системалы ҡулланыу предметҡа ҡыҙыҡһыныуҙарын, уны артабан өйрәнеү теләген арттыра.

Башҡорт телен уҡытыу процесында уҡыусыларҙың олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа призлы урындар яулауы методик эштең һөҙөмтәлелеген күрһәтә.














Ҡулланылған әҙәбиәт

1. Аҙнағолова Р.Ғ., Исламова Ф.Ғ. 5-9 синыфтарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы / Аҙнағолов Р.Ғ. редак. – Өфө: Китап. 1996. – 142б.

2. Арсланова Г.М. Некоторые принципы инноватики. – Уфа: БИРО, 2000. – 130 с.

3. Ваһапова М.К. IV класта проектлау методы менән эшләү // Башҡортостан уҡытыусыһы, 2013. №12.

4. Ғәбитова З.М. Дәрестә универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу // Башҡортостан уҡытыусыһы, 2014. №2.

5. Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр. – Өфө: Башҡортостан, 2006. – 96 бит.

6. Дәүләтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 1- се киҫәк. Өфө: Китап, 2010. – 120 бит.

7. Рус мәктәптәрендә проблемалы уҡытыу системаһына нигеҙләнеп башҡорт теле дәрестәрен ойоштороу: Оҫталыҡ кластары һәм дәрес өлгөләре. – Өфө: БР МҮИ нәшриәте, 2012.- 100 бит.

8. Сафиуллина Р.Р. Башҡорт телен өйрәнеүсе уҡыусыларҙың коммуникатив компетенцияһын формалаштырыуҙа мотивацияһының роле // Башҡортостан уҡытыусыһы,2013. №11.

9. Тикеев Д.С. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреү: уҡытыусылар һәм студенттар өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2008. – 152 бит.

10. Төп дөйөм белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт теле буйынса өлгө программалар / төҙ.: З.М. Ғәбитова. – Өфө: Китап, 2012. – 48 бит. – ( Икенсе быуын стандарттары). – ISBN 978-5-295-05453-2.

11. Ханнанова А.Ф. Дәрестә уҡыусыларҙы әүҙемләштереү алымдары // Башҡортостан уҡытыусыһы, 2013. №9.


Очень низкие цены на курсы переподготовки от Московского учебного центра для педагогов

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 65% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: KURSY.ORG


Краткое описание документа:

Уҡыу процесының   сифатын күтәреүсе бер йүнәлеш — практик уҡытыу. Ул уҡыусыларҙағы аҡыл көсө үҫешен, танып белеү активлығын,   һөйләү телмәрен һәм ижади фекерләүҙе үҫтереү кеүек  ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә әһәмиәтле сараларҙың береһе булып һанала.

Проблемалы уҡытыу, исеменән үк күренеүенсә, уҡыусылар уҡытыу процессындағы үҙҙәре проблемаларҙы хәл итеүҙә төп ролде башҡара.

Проблемалы уҡытыу - был  яңы педагогик күренеш түгел.  Уның элементтарын Сократтың эвристик әңгәмә­ләрендә, Жан Жак Руссоның дәрес  хеҙмәттәрендә, шулай уҡ К.Д. Ушинский хеҙмәттәрендә күрергә мөмкин.

Общая информация

Номер материала: 347787

Похожие материалы