Инфоурок Классному руководителю Конспекты"Мәктәптә һәм ғаиләлә сәләмәт тормош алып барыу" Ата -әсәләр йыйылышы

"Мәктәптә һәм ғаиләлә сәләмәт тормош алып барыу" Ата -әсәләр йыйылышы

Скачать материал

Ата - әсәләр йыйылышы

Мәктәптә һәм ғаиләлә сәләмәт йәшәү рәүешен

тормошҡа ашырыу”

Сығышымды ошондай һүҙҙәр менән башлағым килә “Әгәр бер йыл алдан уйлайһың икән - орлоҡ сәс, 10 йыл алдан уйлаһаң - ағас ултырт, әгәр бер быуат алдан уйлаһаң - кеше тәрбиәлә”. Кеше - табиғәт бүләге. Табиғәттән, тормоштан йәм табып йәшәү өсөн иң беренсе сәләмәтлек кәрәк. Был урында бөйөк педагог Ж.Ж.Руссоның һүҙҙәрен иҫкә төшөрөп үткем килә: “Баланы аҡыллы һәм фекер йөрөтә белә торған кеше итергә теләһәгеҙ, иң элек уның сәләмәтлеге һәм таҙалығы тураһында ҡайғыртығыҙ: ул бер ҡайсан да тик тормаһын, ниҙер эшләһен, ҡыҫҡаһы, һәр ваҡыт хәрәкәттә булһын”.

Сәләмәтлек әйтергә бик ябай ғына төшөнсә. Ә тормош өсөн иң аҫыл ҡиммәттәрҙең береһе. Ул һәр кемгә һауа, һыу, яҡтылыҡ кеүек кәрәк.

Халыҡ «Һаулығың—байлығың» тип юҡҡа ғына әйтмәгән. Һау-сәләмәт кешенең генә тормошто бѳтә матурлығында, йәшәүҙе бар гүзәллегендә күреүе бәхәсһеҙ. Сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы булып, спорт менән шѳғѳлләнгәндә, шулай уҡ дѳрѳҫ туҡланғанда һаулығыңа зарланырға урын ҡалмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшәйешебеҙгә күпләп яңы һәм ҡатмарлы технологиялар килеп ингән, тирә-яҡта глобалләштереү, автоматлаштырыу барған, магазин-баҙарҙар химикаттар менән тулған заманда халыҡ дѳрѳҫ туҡланамы, йәштәр спорт менән шѳғѳлләнәме? Сәләмәт тәндә—сәләмәт рух, тигән аҡылды ҡабул итәме?

Тәрбиә эшенең төп бурысы, асылда, бала шәхесенең барлыҡ эске тәбиғи көстәрен хәрәкәткә килтереүҙән, уны рухи һәм физик яҡтан әҙерләп, яңы йәмғиәт шарттарында интеллектуаль-әхлаҡи шәхес булараҡ эш итә алыусы ирекле бер зат итеп тәрбиәләүҙән ғибәрәт.

Тәрбиә процесы - баланың тулыһынса шәхес булараҡ формалашыуы ул. Ошо тулы бер процеста төп һәм әһәмиәтле урынды- бала сәләмәтлеге биләй. Ләкин баланың сәләмәтлеге тураһында һөйләшәбеҙ икән - түбәндәге факттарға туҡталмайса ҡала алмайбыҙ.

Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, hуңғы осорҙа халыҡтың сәләмәтлеге hиҙелерлек ҡаҡшаған. Республикала медицина тикшереүҙәре күрһәткәнсә, бөгөн уҡыусыларҙың 10-20 % - ы ғына тулыһынса һау сәләмәт. 6 – 7 йәшлек балаларҙың 30 – 35 проценты хроник сирле. Мәктәпкәсә йәштәге сабыйҙар ҙа йыш сирләй. Ундайҙарҙың 60-70 проценты йылына ғына дүрт тапҡыр ҡаты ауырый. 14 – 17 йәшлек ҡыҙҙарҙың hәр унынсыhында дисгармоник үҫеш күҙәтелә. Айырыуса киң таралған ауырыуҙарҙың береһе - күҙҙәрҙең насар күреүе. Һулыш органдары, нервы системаһы, ашҡаҙан системаһы, һөйәк, мускул, ҡан тамырҙары ауырыуҙары йыш күҙәтелә.

Уҡыусыларҙа булған ауырыуҙарҙың сәбәптәренә күҙ һалайык.

1.Күп уҡыусылар аҙ хәрәкәтләнә, спорт менән шөғөлләнмәй тиерлек. Мәктәптә парта артында ултырған бала өйөнә ҡайтҡас та телевизор һәм компьютер ҡаршында ултыра.

2. Ҡайһы берәүҙәрҙең өйөндә тынысланып ял итергә мөмкинлеге, әйтәйек, айырым бүлмәһе йәиһә уңайлы психологик шарттар юҡ.

3. Малайҙар, хатта ҡыҙҙар ҙа мәктәптә уҡығанда уҡ тәмәке тарта башлай. Республика күләмендә тәмәке тартыусы уҡыусылар һаны - 50% -ты тәшкил итә.

4. Спиртлы эсемлектәр ҡулланыу һуңғы ун йылда-ике тапҡыр, ә наркотиктар ҡулланыусылар һаны биш тапҡыр артҡан. Токсикомания күренеше лә артҡандан-арта бара.

Һүҙ ҙә юҡ, hауаның бысраҡлығы, сифатhыҙ hыу, төрлө стрестар ҙа hаулыҡҡа насар йоғонто яhай. Өҫтәүенә, яҡшы шарттарҙа, йылыла ғына йәшәп, йәйәү йөрөргә бөтөнләй оноттоҡ. Ә ялды ятҡан килеш телевизор ҡарау тип аңлайбыҙ. Ысынында иhә, әҙ хәрәкәтләнгән кеше тиҙ арый, хәлhеҙләнә, йоҡомhорай, йыш ҡына башы ауырта, йөрәк эшмәкәрлеге боҙола, тыны ҡыҫыла, быуындары hыҙлай.

Алда әйтеп үтелгән барлыҡ күңелһеҙ факттар балалар араһында күҙәтелә. Ә беҙ, хөрмәтле ата-әсәләр, мәктәп менән берлектә был факттарҙы һис шикһеҙ киҫәтергә тейешбеҙ.

Бала - бауыр емеше.Ул ата-әсә өсөн ҡәҙерле һәм ғәзиз. Ата-әсә уның өсөн утҡа ла, һыуға ла керергә әҙер. Балалары өсөн үҙҙәренә бала ваҡытта булмаған мөмкинлекләрҙе тыуҙыра. Күп ваҡытта кәрәгенән артып та китә. Туҡланыуҙарына килһәк, иртә менән бутҡа ашатаһы урынға конфет бирә, йәшелсә, емеш-еләк урынына - чипсылар, кириешкалар ашата. Ялдары саф һауала түгел, компьютер, телевизор артында уҙа. Балаларҙы хеҙмәткә өйрәтәһе урында, бар эшкә дә әсәйҙәр өлгөрә. Бына шулай итеп баланың дөрөҫ туҡланыу рационын боҙабыҙ, иң актив ваҡыттарында хәрәкәттәрен сикләйбеҙ, сәләмәтлектәренә зыян килтерәбеҙ.

Сәләмәтлек- берҙән- бер ҡиммәтле аҫыл таш; уның өсөн ваҡытты ла, көстө лә, хеҙмәтте лә ҡыҙғанмаҫҡа кәрәк”. Йыш хәрәкәтләнеү hаулыҡ өсөн бик мөhим. Физзарядка яhаған кешенең йөрәге ныҡ була, ҡан әйләнеше көйләнә. Ҡанда холестерин кәмей, быуындар нығына, тын алыу яҡшыра. Билдәле булыуынса, спортсмендар ете литр hауа hулай, ә әҙ хәрәкәтләнгән кеше ни бары – өс-биш. Ә инде физик эш эшләгән йәки спорт менән шөғөлләнгән кешенең етеҙ, hәр саҡ кәйефе шәп булыуы, башы шәп эшләүе hәр кемгә лә мәғлүм. Заман медицинаhы сирҙе дауалауға йәнең теләгән дарыуҙы тәҡдим итhә лә, hәр саҡ хәрәкәттең иң ҙур дауа икәнен иҫкәртә. Сөнки физик күнегеү ул hау-сәләмәт кеше өсөн тренер ғына түгел, ә табип та.

Уҡыу баланан, уның организмынан ҙур көс, энергия талап итә. Шуға күрә баланың сәләмәтлеген һаҡлау - иң төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Дәрестәрҙә балаларҙың дөрөҫ ултырыуҙарына иғтибар бирәбеҙ, ял моменттарын даими файҙаланабыҙ.Уҡыусыларыбыҙ музыкаль биҙәлешле ял минуттарын айырыуса яраталар.(Был урында физмин күрһәтәм, күҙҙәр һәм дөйөм хәрәкәт өсөн).

Бала күп ваҡытын мәктәптә уҙғара. Шуға күрә мәктәптең уңайлылыҡ дәрәжәһе балаларҙың анатомик, физиологик үҙенсәлектәренә тура килгәндә генә йәш быуын сәләмәт һәм камил үҫә ала. Был яҡтан мәктәптең йылылығы, яҡтылығы СанПИН талаптарына һәм нормаларына тура килә.

Дөйөм итеп алғанда, беҙ һәр яҡлап “Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда, сәләмәтлекте һаҡлау еңелерәк” булыуын уҡыусыларыбыҙ аңына һеңдерергә тырышабыҙ.

Сәләмәт тәндә генә сәләмәт аҡыл була алыуын һәр беребеҙ белә. Ләкин сәләмәт тән һәм сәләмәт аҡыл кешегә үҙенән-үҙе генә бирелмәй.

Сәләмәтлекте, тышҡы һәм эске матурлыҡты яулап алырға һәм уның өсөн көрәшергә кәрәк.Сәләмәт тормош рәүеше компоненттарын теүәл белеү һәм үтәү балаларға ла, үҙегеҙгә лә ярҙам итер:

көндәлек режим;

·         даими физик күнегеүҙәр;

·         сынығыу;

·         дөрөҫ туҡланыу;

·         ғаиләлә уңай, дуҫтарса мөнәсәбәттәр – ышаныс, бер-береңде аңлау.

Донъяны – матурлыҡ ҡотҡарыр, тигән һүҙ бар. Мин был аҡыллы фекерҙе дауам итеп, матурлыҡ ул- сәләмәт балалар тип өҫтәр инем.Сөнки балалар беҙҙең киләсәгебеҙ, матурлыҡ тыуҙырыусыларыбыҙ.

Бер генә тапкыр йәшәйбеҙ...

Эйе, тормоштоң башҡа варианты булмаҫ. Шуға күрә лә тормошта үҙеңде, элекке быуындарҙың рухи тәжрибәһендә башланып, киләсәк быуындарҙа дауам итәсәк сәләмәт шәхес итеп тоймайса йәшәү енәйәт булыр ине.

Һәм беҙ, ололар, үҫеп килеүсе йәш буындың һәр бер көнө рухланып торһон өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Ә рухи көс- сәләмәт кешелә генә була ала. Сәләмәт кеше- хөрмәтле, ҡәҙерле, ҡиммәтле. Был иң ҙур бәхет, һәм был донъяла һәр кемдең бәхетле йәшәргә хаҡы бар.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал ""Мәктәптә һәм ғаиләлә сәләмәт тормош алып барыу" Ата -әсәләр йыйылышы"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Дефектоскопист

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 625 781 материал в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 26.01.2016 1806
    • DOCX 48.5 кбайт
    • 13 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Якшибаева Фарзана Кашафовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Якшибаева Фарзана Кашафовна
    Якшибаева Фарзана Кашафовна
    • На сайте: 8 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 6512
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Методист-разработчик онлайн-курсов

Методист-разработчик онлайн-курсов

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 66 человек из 34 регионов

Курс повышения квалификации

Современные технологии профилактики зависимого поведения среди подростков и молодежи

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 22 регионов

Курс повышения квалификации

Деятельность классного руководителя в соответствии с ФГОС в условиях современной школы

72 ч.

2200 руб. 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 765 человек из 75 регионов

Курс повышения квалификации

Актуальные вопросы профориентационной работы в деятельности педагога

72 ч.

2200 руб. 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 88 человек из 34 регионов

Мини-курс

Стимулирование интереса к обучению у детей дошкольного возраста

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Эффективная корпоративная коммуникация

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Soft-skills современного педагога

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 40 человек из 17 регионов